

Өфөлә “Тарихты һаҡлаусылар” проектының III Бөтә Рәсәй слеты бара. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 500 самаһы үҫмер ҡатнаша.
Сараны Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Беренселәр хәрәкәте һәм “ЮНАРМИЯ” йәштәр һәм үҫмерҙәр хәрәкәте ойоштора.
Бөгөн Конгрес-холда Рәсәй геройы, “ЮНАРМИЯ” йәштәр һәм үҫмерҙәр хәрәкәте ойошмаһы етәксеһе Владислав Николаевич Головин менән ошо ойошма вәкилдәре осрашты. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән үҫмерҙәр Рәсәй геройына төрлө һорауҙар бирҙе. Илһөйәрлек темаһынан тыш, үҫмер егеттәрҙе хәрби һөнәр үҙенсәлектәре, уҡырға кереү нескәлектәре ҡыҙыҡһындырҙы. Остаздары кем булыуҙары хаҡында һораштылар.
“Хәрбиҙәр тормошо ҡәҙимге тормоштан айырмаһы ҙур. Ауырлыҡтарға түҙергә, үҙ-ара дуҫ булырға, бәләкәйҙән сынығырға кәрәк. Остаздарым – һеҙ. Һеҙгә ҡарап һоҡланам”, - тине Владислав Николаевич. Был фәһемле осрашыу һәр үҫмерҙең күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалғандыр.