

Өфөлә “Тарихты һаҡлаусылар” проектының III Бөтә Рәсәй слеты үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 500 самаһы үҫмер ҡатнашты.
Уны Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Беренселәр хәрәкәте һәм “ЮНАРМИЯ” йәштәр һәм үҫмерҙәр хәрәкәте ойошторҙо. Ошо үҙенсәлекле сарала Вероника Король тигән үҫмер менән дә таныштыҡ. Ул 2009 йылда Славянск ҡалаһында тыуған. 2024 йылдан алып Белгород өлкәһенең Старооскольский районының Шаталовка ауылында йәшәй. “Еңеүсе вариҫтары” командаһына ирекмән булараҡ алынған. “Беренселәр хәрәкәте”ндә ҡатнашыуым тормошомда ҙур яңылыҡ булды. Яңы дуҫтар таптым. Өфө – ҙур, матур ҡала. Ныҡ оҡшаны”, - ти ул.
Шаталовка урта мәктәбендә уҡыған ҡыҙ, үҙе кеүек ирекмән үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр менән, ауылдағы өлкән йәштәге кешеләргә ярҙам итәләр, ҡарауһыҙ ҡалған эт һәм бесәйҙәрҙе ашаталар, “Шәмбе өмәләре”нә сығалар. Вероникаға аяҙ күк йөҙө, матур, бәхетле тормош юлы үтеүен теләйбеҙ.