

Учалыла йәшәүсе мөғәллимдәр, "Иң яҡшы уҡытыусылар нәҫеле" тигән номинацияла, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурста еңгән. Был ғаилә ағзаларының дөйөм эш стажы 139 йыл. Дилара Ғөбәй ҡыҙы менән Әсғәт Әкрәм улы Нуретдиновтар мәғариф ветерандары. Уларҙың артынан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә киткән. Ҡыҙҙары Зөлфиә Әминева Мулдаҡай мәктәбендә белем бирә. Ә ейәндәре Заһир Өфө машина төҙөүселәр колледжында уҡыта. Ейәнсәрҙәре Ләйсән Золотарева М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты.
Был мәртәбәле конкурсҡа Рәсәйҙең утыҙ алты төбәгенән ике йөҙ ҙә биш ғариза ҡабул ителгән. Финалға ун бише генә үткән һәм Учалы уҡытыусылары еңеү яулаған.
Фото интернеттан алынды.