Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2025, 08:42

Ҡулдарына күҙ эйәрмәй

Баймаҡ районының Ярат ауылында үҫкән ҡыҙ беренсе класта уҡ китапхананан алған китап­тарҙы бер нисә сәғәттән кире тапшыра. Әлбиттә, китап­ханасы быға ышанмай һәм ҡыҙҙан йөкмәткеһе тураһында һораша.

Ҡулдарына  күҙ эйәрмәйҠулдарына  күҙ эйәрмәй
Ҡулдарына күҙ эйәрмәй

Раушания Рамаҙанова бәләкәйҙән күптәрҙе шаҡ ҡатыра. Баймаҡ районының Ярат ауылында үҫкән ҡыҙ беренсе класта уҡ китапхананан алған китап­тарҙы бер нисә сәғәттән кире тапшыра. Әлбиттә, китап­ханасы быға ышанмай һәм ҡыҙҙан йөкмәткеһе тураһында һораша. Артабан ҡыҙыҡай иң әүҙем уҡыусыларҙың береһенә әйләнә. Китап ҡосаҡлап әүен баҙарына китергә әүәҫләнеп ала ул.

VI класта Баймаҡ лицей-интернатында белем алыуын дауам итә Раушания. Бәләкәйҙән йомоғораҡ ҡыҙҙың күңеленә тап шунда эшләгән уҡытыусылар асҡысты тиҙ таба. “Ауылдан килгән баҙнатһыҙ ҡыҙға ике педагог иғтибар итте. Беренсеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминә Туғыҙбаева. Ул дәрестә кластағы балаларға “Урал батыр” эпосы буйынса район конкурсына эпостың дауамын яҙып килергә тәҡдим итте. Уға минең эшем оҡшаны. Һуңынан был яҙмалар айырым йыйынтыҡта ла сыҡты. Ошонан алып остазым менән төрлө сәсәнлек бәйгеләрендә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ, күп уңыштарға өлгәштек. Минең үҫешемә, әүҙемләшеүемә ныҡ йоғонто яһаған икенсе педагог – Рәсимә Моратова. Ул шул йылды ғына вожатый булып урынлашҡан ине. Миндә нисек лидерлыҡ сифаттары күргәндер, әммә мәктәп тормошона әүҙем йәлеп итә башланы. Мәктәп үҙидаралығының президенты итеп һайланылар. Алтынсынан унынсыны тамамлағанға тиклем ошо вазифала булып, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәнем, яйлап асылдым. Ошондай мөмкинлек өсөн бөтә уҡытыусыларыма, тәрбиәселәремә рәхмәтлемен”, — ти ул.
Оло тормошҡа аяҡ баҫырға ныҡлы әҙерләнгән, киләсәктә һөнәре кем буласағын да аныҡ күргән ҡыҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалындағы башҡорт филологияһы факультетына уҡырға бара. Бында ла уның һәләтен төрлө яҡлап үҫтереүсе уҡытыусылар табыла. Кафедра мөдире Ғәҙилә Бүләкова төркөмдөң старостаһының һәләтен тиҙ күреп ҡала, һәм уның етәкселегендә Раушания фән менән әүҙем шөғөлләнә. Башҡорт халыҡ ижадын, атап әйткәндә, эпостарын, башҡа төрки халыҡтарҙыҡы менән сағыштырып өйрәнгән ҡыҙ төрлө ғилми аҙналыҡтар, конференцияларҙа еңеү яулай, уҡытыусыһы менән икеһенең эҙләнеү эштәре фәнни мәҡәләләр йыйынтыҡтарында баҫыла. Студент йылдарындағы иң ҙур ҡаҙанышы итеп Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһында уҙғарылған төрки телдәр буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһындағы еңеүен һанай. 2010 йылда Башҡорт дәүләт университетында “Йыл кешеһе” булып таныла, 60 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк бирәләр. Был уңыштары өсөн Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙына, барлыҡ остаздарына рәхмәт әйтә.
Өлгөр ҡыҙ студент йылдарында икенсе яртыһын да таба. Ошо уҡ уҡыу йортонда белем алған, “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Рәшит менән ҡулдарына диплом алғас, туй үткәрәләр. Бер-бер артлы Азалия менән Айҙар исемле ҡыҙ һәм улдары донъяға килгәс, ҡул ҡаушырып тик ултырырға яратмаған Раушания эҙләнә башлай. Ике бала менән мәж килһә лә, күңеленең бер мөйөшө буш һымаҡ тоя. Интернетта кейемдәргә төшөрөлгән биҙәктәр менән ҡыҙыҡһынып китә. Башта һатып алырға уйлай. Тик шул мәлдә: “Үҙем дә эшләй алам да инде”, – тигән күңелендә сәм уяна. Уйланған эш – бөткән эш. Ул ваҡытта әлеге һымаҡ эшләүселәр ҙә, өйрәтеүселәр ҙә юҡ тиерлек. Тәүәккәллек таш яра, ти халыҡ. Раушаниялағы ошо сифаттың ныҡлығы уны яңы эшкә-шөғөлгә әйҙәй. Башта, әлбиттә, тәүге ҡоймаҡтары төйөрлө лә килеп сыға. Эшләй торғас, ниндәй буяуҙар иң сифатлыһы, ниндәй туҡыма, бумала иң яҡшыһы икәнлеген төшөнөп ала. Ҡатырғаға төрлө биҙәктәр ҙә әҙерләп ала. Иң тәүге уңышлы эше – ғаиләһенә бер иштән милли тамғалар һалынған футболкалар. Улар менән фотосессия эшләгәс, интернетҡа һала. Тиҙҙән һатып алырға теләүселәр ҙә барлыҡҡа килә. Бынан ете-һигеҙ йыл элек интернет-магазиндар әлегеләй күп булмағас, кәрәк-яраҡтарҙы Магнитогорск ҡалаһына ла барып алалар.
Бының менән генә туҡталырға теләмәгән Раушания Сибай ҡалаһындағы “Күңел утрауы” тип аталған ағинәйҙәр клубына барып ҡушыла. Был ойошманың иң йәш ағзаһы бында ҡашмау, селтәр, кескәй түшелдеректәр эшләргә өйрәнә. Декрет ялы тамамланып, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында эшләй башлағас та шөғөлөнән туҡтамай. Эҙләнә, камиллаша бара. Башҡорт ҡыҙы формаһында брошкалар эшләй башлай, аҙаҡ машинаға элеп ҡуйырлыҡтарын да үҙ фантазияһына таянып тормошҡа ашыра. Төрлө стилдәге хәситәләр модаға ингәс, уларына ла ныҡлап тотона. Тәүгеһен әхирәтенең юбилейына бүләк итә. Бар эшен дә социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалып барғас, һатып алыусылар ҙа унан өҙөлмәй. Йәнә төрлө төркөмдәргә яҙылыусыларға бүләк тә итә. Элекке уҡытыусылары менән бәйләнеште өҙмәүе лә уның был эшенә йоғонто яһамай ҡалмай. Кейемде этностилдә биҙәргә өйрәтергә юғары уҡыу йортондағы остазы Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Мәжит Ғафури исемендәге йорт-музейға оҫталыҡ дәресенә саҡыра. Бында тәүге тапҡыр үҙ эшенең серҙәрен башҡаларға төшөндөрә ул. Икенсе район-ҡала уңғандары өсөн онлайн форматта ла уҙғара башлаған.
Бөгөн – үҙе хеҙмәт иткән белем усағында тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да башҡара. Ҡасандыр уҡытыусыларының ярҙамы, иғтибары менән төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтергән Раушания Вәкил ҡыҙы бөгөн үҙе лә ошо юлдан бара. Сәхнәлә балаларҙың асылыуын, үҙ-үҙенә ышанысын артыуын аңлаған мөғәлимә, театр түңәрәге асып, башҡорт халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштерәләр. Унда йөрөгән уҡыусылар – төрлө әкиәт геройҙары менән берлектә яҙылған сценарийҙар төрлө иртәлектәрҙең биҙәгенә әҙерләнә. Саф башҡорт телендә уйнаған КВН командаһын төҙөүгә лә ҙур көс һала. Был эштә уңышлы килеп сыға, хатта балаларҙың һанына ҡарап, өс составҡа бүлергә тура килә. Шаяртыуҙар ҡыҙыҡ, көнүҙәк, ҡыҫҡа булыуы менән бергә, мәғәнә үҙенсәлегенә лә иғтибар итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйғандар. Бөгөн “Баш бармаҡ” КВН командаһы – ҡала, зона, республика кимәлендәге уйындарҙың еңеүселәре. Директорҙарының тәҡдиме, Раушания Вәкил ҡыҙының тырышлығы менән был лицейҙа башҡорт телендә донъя күргән мәктәп телевидениеһы эшләй башлаған. Был да – йәш быуындың үҫеше, уларҙа лидерлыҡ сифаттары асылыуы өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килеүҙең бер сараһы.
Әлбиттә, төп эше – белем биреүҙе лә онотмай. Ҡыҙыҡлы, ғәҙәти булмаған дәрестәр уҙғара. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ла ҡатнашырға йөръәт итеп, призлы урын яулай. Уҡыусылары менән ҡала, республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, уңыштарға өлгәшәләр. Юғары категориялы уҡытыусыны Сибай ҡалаһының мәғариф идаралығы, ҡала хакимиәте рәхмәт хаттары менән бүләкләй. Директорҙары Дилә Фәтҡуллина етәкселегендә, Сибай ҡалаһының юбилейы айҡанлы тәҡдим ителгән грант алып, йәш быуынды төрлө яҡлап үҫтереү өсөн дә көсөн һала. Ҡалалағы мәғариф учреждениелары менән тәжрибә уртаҡлашалар.
– Уҡытыусылыҡ класс етәксеһе булыу, мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәү күп ваҡытты ала, шуға ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөмә ваҡыт бүлергә тырышам. Бөтә оҫталыҡ дәрестәрен каникул, отпуск ваҡыттарында уҙғарырға, яңы идеяларымды ошо мәлдә тормошҡа ашырып ҡалырға тырышам. Даими клиенттарым – хеҙмәттәштәрем, ата-әсәләр, хатта уҡыусылар. Киләсәккә лә, әлбиттә, пландарым ҙур, яңынан-яңы һөнәрҙәр арттырырмын, тип ышанам. Матур, милли стилдә әйбер күреп ҡалһам, мотлаҡ тотоп ҡарағым килә башлай, уны үҙемсә, үҙемә оҡшағанса эшләп ҡуям, – ти ул.
Ҡасандыр бер нисә сәғәт эсендә бер китапты уҡып сығып китапханасыны таң ҡалдырған Раушания, үҙен белгәндәрҙе әле лә һоҡландырып тора. Туҡтамай аҡҡан йылғаның һыуы саф торған шикелле, эҙләнеүсән, үҙ өҫтөндә эшләгән кешеләрҙең күңелдәре лә матур була шул.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:
Читайте нас