Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2025, 10:47

Һәләтһеҙ балалар булмай

...Яҙмыш еле ҡайһы тарафтарҙа йөрөтһә лә, кеше күңеле һәр саҡ үҙенең йәнтөйәген – ата-бабалары көн иткән төбәкте юҡһыналыр, һағыналыр, моғайын. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер.

Һәләтһеҙ балалар булмайҺәләтһеҙ балалар булмай
Һәләтһеҙ балалар булмай

...Яҙмыш еле ҡайһы тарафтарҙа йөрөтһә лә, кеше күңеле һәр саҡ үҙенең йәнтөйәген – ата-бабалары көн иткән төбәкте юҡһыналыр, һағыналыр, моғайын. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер. Сөнки йәнтөйәктең дә, ерҙеке кеүек, иҫ китмәле ҙур тартыу көсө бар. Тап шул көс әҙәм балаларын форсат сыҡҡан һайын тыуып үҫкән йорттарына әйҙәйҙер...

Өфө ҡалаһында көн иткән Әлиә Шәрәфетдинова (Сабитова) иһә йыл әйләнәһенә Учалы районының Көсөк ауылына юлды һыуытмай. Йәмле йәй көндәрендә күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән ҡәртнәһе Ғилмиямал Шәрәфетдинованың өйөндә йәшәй. Яҙ етеп, ҡар ирегәс тә, йорт алдындағы баҡсаны тәртипкә килтерә, унда бәрәңге, йәшелсә-емеш, төрлө-төрлө сәскәләр сәсә.
Форсат сыҡҡанда бында – тормош иптәше Марат Тимерйән улы, ҡыҙы Дарина менән бергәләшеп ҡайталар. Көсөк ауылы халҡы Әлиәнең ҡәртнәһе йортон йәмләп, уға йән өрөп йөрөүенә һоҡланып бөтә алмай.
– Бәғзеләр 35 саҡрым самаһы Мейәстән дә ауылға һирәк ҡайта, ә Әлиә 350 километр араны ла алыҫ тип тормай, – тиҙәр улар.
Бер уйлап ҡараһаң, Әлиә Даян ҡыҙының эше лә ябай түгел – ул Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһы-интернат уҡы­тыу­сыһы. “Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исеме бар, республика хөкүмәтенең маҡтау грамотаһына лайыҡ булған.
...Донъялағы һанап бөткөһөҙ шөғөл, һөнәр араһында иң ауыры, иң ҡатмарлыһы, иң яуаплыһы һәм иң изгеһе иҫәпләнгән һөнәрҙе һайлаған ул. Уҡытыусының белем кимәле, үҙ вазифаһын нисек башҡарыуы һәм, иң мөһиме – уҡыусыларға ҡарата булған мөнәсәбәтендәге ихласлығы, ахыр сиктә, уларҙың алдағы яҙмышын, хатта тотош илебеҙҙең киләсәген билдәләүен аңлап эш итә. Үҙ ихтыяры менән иңенә алған яуаплы бурысты юғары һөнәри кимәлдә һәм оло теләк менән ихлас башҡарырға ынтыла ул.
...Нигеҙҙә рус балалары белем алған урта мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарында уҡ ифрат зирәк, һәр теманы шунда уҡ һыу кеүек һеңдерә алыу һәләтлеге менән айырылып торған Әлиә ханым. Силәбе дәүләт университетының физика факультетына бер урынға унлап абитуриент булған осорҙа фәҡәт үҙ тырышлығы, үҙ көсө арҡаһында уҡырға кергән. Студент йылдарында үҙен тырыш, әүҙем, үҙ алдына юғары маҡсат ҡуя белеүсе һәм уға өлгәшеү өсөн ҡулынан килгәндең бөтәһен дә атҡарырға ынтылыу ҡеүәһенә эйә, ныҡышмал һәм бик уңған итеп танытҡан. Был юғары уҡыу йортон Әлиә Шәрәфетдинова гел яҡшы билдәләр менән генә тамамлай.
Йәш уҡытыусы хеҙмәт юлын алыҫ Үзбәкстандың Яңы юл ҡалаһы мәктәптәренең береһендә башлай. Совет йылдарында уға Ҡаҙағстандың Приозерск ҡалаһында ла эшләп алырға тура килгән. Миллиондарса ватандаштарыбыҙҙың яҙмышында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған үтә лә ҡатмарлы һәм тынғыһыҙ үҙгәртеп ҡороу осоронда Өфөгә килеп төпләнә ул.
Башҡортостандағы иң абруйлы белем усаҡтарының береһенә тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуына өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Үҙ фәнен төплө белгән, үҙенең белгәнен башҡаларға ябай һәм аңлайышлы итеп еткереү ҡеүәһенә эйә, сабыр холоҡло, итәғәтле булғаны өсөн уҡыусылар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә, хеҙмәттәштәре лә Әлиә Даян ҡыҙына ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәттәләр.
Гимназияны тамамлағас, теге йә был юғары уҡыу йортона уҡырға кереү өсөн физика буйынса имтихан тоторға йыйынған сығарылыш кластары йылдан-йыл Әлиә Даян ҡыҙына өҫтәлмә дәрестәр үткәреүен үтенеп мөрәжәғәт итеүсән. Ул баш тартмай, ваҡыт табып, һәр кемгә ихлас ярҙамлашырға тырыша.
Атаһы, Даян Ғайнан улы, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан алып вафатына тиклем Урал автомобиль заводында баш белгес булып эшләне. Әсәһе, Әлфиә Зәйнулла ҡыҙы ҡалалағы иң ҙур икмәкханала абруйлы технолог ине.
Ата-әсә эшкә бик иртә китә. Һәр ҡайһыһы үҙ коллективында алдынғыларҙан иҫәпләнә. Икеһе лә тыйнаҡ холоҡло, эш урындарындағы уңыштары хаҡында өйҙәрендә һөйләүҙе кәрәк тип тапмағандарҙыр, моғайын. Шулай ҙа был турала ҡыҙҙарына билдәле – ул заманда ҡалалағы һәр ғаилә яҙҙырып алдырған “Мейәс эшсеһе” гәзитенән уҡып белә. Атаһы хаҡында “алтын ҡуллы оҫта” тип яҙалар, ә әсәһен “иң тәмле икмәк һала, иң татлы бәлеш бешерә” тип маҡтайҙар. Ә ғаиләлә өс бала. Әлиә – иң өлкәне. Ҡустыһы Марат һәм һеңлеһе Вилена тулыһынса уның ҡарамағында. Башланғыс кластарҙа ғына уҡып йөрөһә лә, ул үҙенә бик яуаплы бурыс йөкмәтелгәнен яҡшы аңлай: иртәнсәк бәләкәйҙәрҙе уятып, йыуындырып, кейендереп, балалар баҡсаһына оҙата. Ҡустыһы менән һеңлеһе үҫә төшкәс, бергәләшеп мәктәпкә йөрөйҙәр. Йыш ҡына туғандарын яҡындағы паркка, киноға алып бара. Кистәрен, икеһен ике яғына ултыртып, уларға әкиәттәр уҡый. Өсәүләшеп ата-әсәһе эштән ҡайтыуға өс бүлмәле фатирҙарын тап-таҙа итеп йыйыштырып, ашарға әҙерләп тә ҡуялар. Атаһының да, әсәһенең дә эштәре сменалы, шуға ла ял көндәре бергә тура килеүҙе түҙемһеҙләнеп көтөп алалар. Күмәкләшеп ҡала эргәһендәге баҡсаға баралар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Учалы районының Көсөк ауылына яңғыҙы ғына көн иткән ҡәртнәйҙәренә ҡайтып ярҙамлашып та киләләр. Әйткәндәй, бәләкәй генә сағында, ҡустыһы менән һеңлеһе тыуғанға тиклем, Әлиәне йыш ҡына ата-инәһе ауылда ҡалдырыр булғандар. Ҡәртнәһе ҡайҙа барһа ла ейәнсәрен үҙе менән алып йөрөгән. Шулай бер, ҡайҙандыр ҡайтҡас, дүрт йәшлек ҡыҙсыҡ ҡәртнәһен: “Үҙең үлгәс, өйөңдөң асҡысын миңә ҡалдырырһың, йәме” , – тип шаҡ ҡатырған. Шулай килеп сыҡты ла инде – Ғилмиямал Низам ҡыҙының һигеҙ ейән-ейәнсәренең иң өлкәне Әлиә әле булһа ҡәртнәһе йортоноң нигеҙен һыуытмай...
Һәр шәхес өсөн үтә мөһим сифат – яуаплылыҡ тойғоһо Әлиә Даян ҡыҙына тап шул балалыҡ йылдарында уҡ уянғандыр. Олоно – оло, кесене кесе итә белеү, оло йәштәгеләр һәм бәләкәйҙәр хаҡында берҙәй хәстәрлек күреү ғәҙәте иһә, моғайын, киләсәктә уҡытыусы булыу теләген дә уятҡандыр.
Хәйер, Әлиә Даян ҡыҙының әсәһе яғынан олатаһы ла, өләсәһе лә хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем мәктәптә эшләгәндәр. Олатаһы Зәйнулла Моратша улы Миәкә районының Әнәс урта мәктәбендә тарих дәрестәрен алып барған, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын биләгән. Уның ҡатыны Миңлезоя Ниғмәтулла ҡыҙы ике тиҫтәнән ашыу йыл туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен алып барған, артабан пенсияға сыҡҡанға тиклем, башланғыс класс уҡытыусыһы булған.
– “Уҡытыусы һәр уҡыусыға ҡарата ғәҙел мөнәсәбәттә булырға тейеш, бер ҡасан да балаларҙы айырып ҡарарға ярамай”, тип әйтә торғайны улар, – тип хәтерләй Әлиә Даян ҡыҙы.
Әлиә Шәрәфетдинова олатаһы менән өләсәһе биргән һабаҡтарҙы ла булмышына һеңдергән. Әйләнә-тирәләге һәр кем уның ғәҙеллеген билдәләй. Быға бер генә миҫал килтереү урынлы булыр, моғайын. Бынан бер нисә йыл элек булды был хәл. Бер танышым:
– Һин Әлиә Даян ҡыҙын беләһең бит, һөйләшеп ҡара әле, улыбыҙға яҡшы билдә ҡуйһын инде, зинһар, – тип мөрәжәғәт итте. – Гимназияны тамамлау хаҡындағы таныҡлығында бер физиканан ғына “өслө”.
Уның үтенесе сәйерерәк тойолһа ла, бер осрашҡанда ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Әлиәгә әлеге хәбәрҙе еткерҙем.
Ғәҙәттә, аҙ һүҙле, ете тапҡыр уйлап, бер тапҡыр өҙә әйтер холоҡло ул. Был юлы иһә ҡапыл тоҡанып китте:
– Башҡалар үҙ көстәре менән яҡшы билдәләр алырға ынтыла, ә ул бала: “Миңә киләсәктә физика кәрәк булмаясаҡ” – тип, һис кенә лә тырышмай, дәрестә үҙен бик иркен, тыңлауһыҙ тота, – тине. – Шуны белә-күрә тороп та уға һәйбәт билдә ҡуйыу класташтарына ҡарата туранан-тура ғәҙелһеҙлек күрһәтеү буласаҡ түгелме? Уҡытыусы һәр уҡыусыға берҙәй талапсан булырға бурыслы.
Шулай ҙа иң ҙур талаптарҙы Әлиә Даян ҡыҙы үҙенә ҡуя.
– Һәләтһеҙ уҡыусылар юҡ тигән фекерҙәмен, – ти ул. – Уҡытыусылар һәр баланың һәләтен күреп, уны үҫтерергә булышлыҡ итергә тейеш. Кемдер, мәҫәлән, физиканы үҙһенмәй икән, мин тәү сиратта үҙемде ғәйепле тип һанайым, сөнки был мин алып барған предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алмауым тураһында һөйләй. Тимәк, тәү сиратта минең үҙемә был тәңгәлдә ниндәй юҫыҡҡа иғтибарҙы арттырыу һәм шул йүнәлештә тырышыбыраҡ эшләү зарурлығы тураһында ныҡлабыраҡ уйланырға һәм тейешле һығымталар яһарға кәрәк.
Ысынлап та, Әлиә Шәрәфетдинова туҡтауһыҙ камиллашыу юлында. Махсус әҙәбиәттән, гәзит-журналдарҙан, интернеттан һәм башҡа сығанаҡтарҙан үҙ фәненә һәм, ғөмүмән, мәғрифәт, педагогика, психология мәсьәләләренә ҡағылышлы яңылыҡтарҙы даими рәүештә күҙәтеп, өйрәнеп бара, форсат сыҡҡанда, дәрестәрендә файҙалана...
– Ни өсөн тап физика фәнен үҙ иттең? – тип һораным Әлиә Даян ҡыҙынан.
– Физиканы, уның ҡанундарын өйрәнеү йәшәйештәге бихисап күренештәрҙе аңларға мөмкинлек бирә бит, – тип яуапланы ул. – Сәнәғәттең күп тармаҡтарының алға китеше, иҡтисади үҫеш физика фәненә туранан-тура бәйле, тигән фекерҙәмен.
– Был дөйөм һүҙҙәр, уларҙы һәр фәнгә ҡарата әйтеп була түгелме?
– Шулай, әлбиттә. Әммә, уйлауымса, физика – иң мөһим һәм иң кәрәкле дәрестәрҙең береһе. “Физика” грек теленән “тәбиғәт” тип тәржемә ителә. Әммә ул, тәғәйен тәбиғәт фәненән айырмалы рәүештә, әйләнә-тирәләге барлыҡ күренештәрҙе күпкә киңерәк һәм тәрәнерәк итеп, энәһенән ебенә тиклем ентекләп тасуирлау мөмкинлеге бирә. Һыу нисек ҡайнай? Ҡар ниңә яуа? Күктә йондоҙҙар ни өсөн төндә генә емелдәшә? Физика ошондай һәм тотош донъя ҡоролошон аңлауға йүнәлтелгән башҡа бихисап һорауҙарға яуап бирә.
Физика хаҡында Әлиә Шәрәфетдинова мауығып, ялҡынланып бәйән итә.
– Ә уҡытыусы булыу – план төҙөү, дәрестәр үткәреү, дәфтәр тикшереү генә түгел, – ти ул, ҡыҫҡа әңгәмәбеҙҙе йомғаҡлап. – Уҡытыусы булыу – үҙең эшләгән мәктәп мәнфәғәттәрен шәхси мәсьәлә кеүек ҡабул итеү, үҙеңә беркетелгән кабинетты тәртипкә килтереү, йыһазландырыу, биҙәү, уҡыусыларҙы – тейешле дәреслектәр һәм башҡа кәрәкле уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеүҙә әүҙем ҡатнашыу. Уҡытыусы булыу – һәр уҡыусының ғаиләүи хәле, ниндәй мөхиттә тәрбиәләнеүе хаҡында хәбәрҙар булыу, һаулығын, һәләтен, хатта кәйефен күҙ уңында тотоп эш итеү, киләсәккә хыялы, хатта һәр уҡыусының каникулдарҙы ҡайҙа, нисек уҙғарыуы тураһында ла мәғлүмәт туплау. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, уҡытыусы булыу – йәшәү рәүеше ул.
...Минеңсә, йәнтөйәгенең тартыу көсөнә буйһоноп, Өфөнән Учалы районының Көсөк ауылына ҡайтып, ҡәртнәһенең йортон, баҡсаһын тәрбиәләп йөрөү ҙә Әлиә Даян ҡыҙы өсөн – йәшәү рәүеше...

 

Мәрйәм МӘХМҮТЙӘНОВА.

Автор:
Читайте нас