Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2025, 14:48

Киләсәк һәләтле йәштәр ҡулында

 Ситтә уҡыған йәштәрҙең һәләтен үҫтереү өсөн дә күп эштәр башҡарыла.  

Киләсәк һәләтле йәштәр ҡулындаКиләсәк һәләтле йәштәр ҡулында
Киләсәк һәләтле йәштәр ҡулында

Кисә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Мәскәү ҡалаһында төрлө уҡыу йорттарында белем алған, Башҡортостан йәштәре менән осрашты. Радий Фәрит улы студенттарҙы Башҡортостанда йәштәр өсөн башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Конкурс еңеүселәренә гранттар бирелеүе, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы мөмкинселектәр, “Йәшлек-регион” программаһының әүҙем эшләп килеүе, Йәштәр министрлығы тарафынан төрлө саралар үткәрелеүе тураһында һөйләне. Әлбиттә, һәләтле, белемле киләсәк быуын өсөн карьера үҫеше, торлаҡ менән тәьмин итеү ҙә мөһим. Был тема ла һөйләшеүҙән ситтә ҡалманы.

Башҡортостан йәштәрен берләштереү, киләсәктә уларҙы тыуған яҡтарына ҡайтарыу өсөн бөгөн күп нимә эшләнелә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә уларға осрашыу һәм саралар үткәреү өсөн урындар булдырылған. Ситтә уҡыған студенттар ҙа республика кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа ҡатнаша ала. Үткән йылы алты Мәскәү студентының проекты еңеп сыҡҡан. Шулай уҡ, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Силәбе өлкәләрендә уҡыусы яҡташ студенттарға ла иғтибар бүленә. Йәнә ситтә уҡыусылар өсөн, ата-әсәләренән, ылау алып барыу ҙа ҡаралған.

Фото интернеттан алынды. 

Киләсәк һәләтле йәштәр ҡулында
Киләсәк һәләтле йәштәр ҡулында
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас