

АСЛЫҠТАН ҠАСЫУ
С-сссссс... Нимә сыңлай һуң ул шул тиклем? Туҡтамай, һыҙғырып тик тора. Башҡа бер тауыш та ишетелмәй.
Сибәғәт өшөгәнен һиҙҙе – ерҙә, игене һуғып алынған дымлы тупраҡлы баҫыуҙа ята икән. Тәне һыҙлай. Яраланған, ахыры. Ул күҙҙәрен тик күккә генә төбәй ала. Ҡалҡынырға теләне, тик торорға хәле лә етмәне, ауыртыныуҙары ла көсәйҙе. Тағы сәнскеле ҡамыл төбөнә һылашты.
Иҫе әллә дөрөҫ, әллә һаташа. Арҡаһын ҡамсылайҙар. Ҡандары сәсрәп китерлек итеп ҡамсылайҙар.
– Уғры-уғры, йылҡы уғрыһы!
– Юҡ, мин теймәнем йылҡығыҙға. Мин белмәнем...
Тертләп, ысынбарлыҡҡа ҡайта.
Күкте болот баҫҡан, ара-тирә генә асылып, ҡояш ҡыйпылсыҡ ҡына булып күренеп ҡала. Октябрь бит. Танауын дары һөрөмө еҫе ярып бара.
Нимә булғанын бер аҙ хәтерләй алмай ятты. Яйлап иҫенә төшә башланы: һуғышта лаһа... Дошманды илебеҙ сигенән ҡыуып сығарып, Венгрия ерҙәренә еткәйнеләр. Дебрецен яғына китеп барыштары, ахыры. Уларға, ябай һалдаттарға, кем пландарҙы асып һалһын инде. Бары тик яулап алынған ҡалаларҙың ҡолаҡҡа ят Сегед, Сента, Вечей тигән кеүек атамалары ғына ишетелә лә онотолоп та ҡуя. Ауылдарҙыҡын хәтерләүҙең кәрәген дә күрмәй. Һөжүмгә сығыр көнө килеп етәрәк бойороҡ бирәләр ҙә – алға! Батҡаҡ кисеп, ямғырҙар аҫтында күшегеп. Юлдар иҙелеп бөткән, итек еүеш, өҫ кейемен киптерер мөмкинлек тә юҡ тиерлек. Тик инде еңеү яҡын тигән хис күңелдәрен йылыта.
Уларҙың взводы мина яланына килеп сыҡҡайны. Фашистар сигенә барһа ла, совет һалдаттарын туҡтата алмаһа, һис юғы әкренәйтергә, мөмкин тиклем ҡорбандар килтерергә мәжбүр итергә тырыша. Был юлы ла инде ҡыуып етеп барабыҙ тигәндә тотҡарланырға тура килде...
Эҫкертләп һалам өйөп ҡуйылған баҫыуҙы саперҙар тикшерер алдынан, саҡ ҡына аяҙытып, ҡояш ялтлап күренеп ҡуйҙы. Тимәк, хәүефле урындарҙы абайламай үтеү кәмей. Баҫыу таҙартылып бөткәне хәбәр ителгәс кенә бер-береһенән хәүефһеҙерәк ара ҡалдырып алға шыуышырға ҡушылды. Тороп баҫырға рөхсәт юҡ, сөнки ваҡыт-ваҡыт дошман автоматтары тыҡылдап тауыш биреп ҡуя. Терһәктәр, тубыҡтар әсетә, арыта.
Сибәғәткә тәғәйен киҫем игенлек ситенән тура килде. Бында ҡаймалап күгән (тёрн) ҡыуаҡтары үҫкән. Һынып төшкән ботаҡтарының сәнскеләре беләккә ҡаҙала. Урыны менән йыйылмай ҡалған емештәре ҡойолған, бәҫәреп, ытырғандырып, әсе еҫ аңҡытып, ҡулға, кейемгә буяла. Ә һаламдан, көҙгө тупраҡтан аңҡығаны тәмлелеге менән тыуған яғын, тыныс тормошто хәтерләтә, уяулыҡты ла йоҡомһоратырға ғына тора ахыры.
Һалдат һиҙгерлеген юғалтмай ғына алдындағы һәр шикле күренгән түмәләскә һаҡлыҡ менән генә яҡынлап, күҙҙән үткәрмәй тороп алға ынтылмаҫҡа тырышты. Саперҙарҙың бер аҙымға ғына яҙараҡ үтеп, минаны күрмәй китеүҙәре лә бар ҙаһа.
Инде байтаҡ ара үткәс, яҡында үрмәләп барған һалдаттың аҫтында көслө гөрһөлдәү яңғыраны. Сибәғәт тәненә ярсыҡтар ҡаҙалғанын, ә кәүҙәһенең еңел генә өҫкә күтәрелеп әллә ҡайҙа осоп киткәнен тойҙо. Ергә дөп итеп барып төштө, шунан һуң – ҡараңғылыҡ. Әйтерһең, тәрән йоҡоға талған. Күпме иҫһеҙ ятҡандыр инде, аңлауы ҡыйын. Ҡулын ҡыбырлатып, эргә-тирәһен һәрмәй башлағас, винтовкаһына ҡағылды. Һөйөнөп китте. Ауырлыҡ менән тартып алып, өҫкә ҡаратып атып ебәрҙе. Тик уның тауышы сыҡманы ла тиерһең. Ҡолағы шаңҡыған икән. Әйтәм, бер ни ҙә ишетелмәгән кеүек. Ауыртыуҙан ярылып килгән баш эсендә һаман сыйылдау.
Уяулы-йоҡоло ята торғас, яңынан әллә төш күрә, әллә һаташа башланы.
– Ағы-ыый, китмә-әә, ҡалдырма мине-еее!..
Энекәше Әлипбай тауышы бит. Хатта йәш тулы күҙҙәрен дә күрә кеүек.
...Егерме беренсе йылда атаһы, туғандары кемеһе астан, кемеһе вабанан ҡырылып, әсәһе, ҡустыһы менән генә ҡалғас, ҡаҙаҡ далалары яғында аслыҡ юҡ икән тип ишетеп, өмөтләнеп юлға сыҡтылар. Ашарҙарына һаҡлап ҡына тотонолған таштай ҡатып бөткән ҡорот ҡына ҡалғайны. Уны бер һурырлыҡ ваҡ ҡына киҫәктәргә ватып, әсәһе түшелдерегенең эсенә һалып алды. Сапан аҫтынан кеше күҙенә салынмаҫлыҡ итеп һаҡалын таҡты.
Улы:
– Әсәй, ул ауырлыҡты нимә тип һөйрәп йөрөргә итәһең? Юғалмаһын тиһәң, баҙға төшөрөп йәшерәйек тә китәйек, – тине.
– Бәлки, Сермәндә икмәккә алмаштырып булыр, – тип яуапланы. – Әйбер табылыр, ғүмер табылмаҫ...
Нисәмә быуын ҡулдан-ҡулға күсеп килгән, көмөш көмбәҙ-тәңкәләр, мәрйен-ҡортбаштар, аҡыҡ ҡаштар, зөбәржәттәр менән биҙәлгән ҡомартҡыны түгел, балаларын юғалтыуҙан ҡурҡып, уларҙы ҡотҡарыр өсөн йәнен бирергә лә әҙер ине ҡатын.
Ауыл осона барып еткәнсе әллә нисә бурһыған мәйеттең эргәһенән урап үтергә тура килде. Ашаҡларлыҡ та, уларҙы ситкәрәк күсереп һалырға ла көстәре ҡалмағайны. Күмеүсе табылырмы икән, өй һайын урамға ла сыға алмай ятҡан астар бит...
Әллә ҡайта алабыҙ, әллә юҡ тип уйлапмы, бешәлекте үтеп юл үргә тарта башлағас, боролоп, бәхилләшкәндәй, оҙаҡ ҡына төбәлеп торҙо әсәһе. Мәшәлеге яғына һуңғы тапҡыр хәсрәтле ҡараш ташлап, ике улын эйәртеп, ауа-түнә йомро юлдан атланылар. Ауылдарға индермәйҙәр, карантин иғлан ителгән. Йәйәүлеләр һуҡмағында әленән-әле серей башлаған, ниндәйҙер йәнлектәр кимергеләгән кәүҙәләр осрай. Кем эҙләп йөрөһөн инде уларҙы, ауылдағылары ята әле ергә тапшырылмай. Яңыраҡ ете йәше тулған Әлипбай атлай бирә лә туҡтай. Хәлһеҙ генә тауыш менән ағаһына өндәшә:
– Арыным, ағый.
Үҙе шунда уҡ ергә ултыра. Ағаһын ир кеше, көслөрәк тип күргәнме икән, гел уға ғына өндәшә. Саҡ ҡына хәл алалар ҙа ҡуҙғалалар.
– Ултырмайыҡ, балалар, ултырыу – ятыуға, ятыу – йоҡоға, йоҡо үлемгә тарта.
Әсәһе һәр береһенә мышар ҙурлыҡ ҡына ҡорот киҫәге тоттора ла алға тәнтерәйҙәр. Күпмелер юл үткәс, Әлипбай атлай ҙа алмаҫ булды, алмаш-тилмәш күтәреп, абына-һөрөнә, көс-хәл менән Сермәнгә барып еттеләр. Сыбыҡ осо нәҫелдәре йәшәй ине унда. Сабыйҙың күҙ генәһе күпте күргән ҡарттыҡы кеүек һыҙланыу менән ҡарай, кәүҙәһе лә ҡош ҡауырыйындай еңел генә инде, тик йәйәүлегә янсыҡ та ауыр шул.
Көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәре лә астан ҡырҡылған туғандары һағайып ҡаршыланы. Астың иманы юҡ, тиҙәр ҙә. Ҡәрҙәш ҡәрҙәштән ҡурҡыр хәлгә еткәйне был йотлоҡта. Шулай ҙа хужабикә сәй ҡайнатырға ҡуйҙы, ниндәйҙер үлән һалынған һыуға бер ҡалаҡтай он һалып боламыҡ бешерҙе.
– Тауыҡ йылы – ҡытлыҡҡа, тип ҡайһылай дөрөҫ әйткән боронғолар. Бынау ҡоролоғо етмәгән, прудрәзвискә, ҡалаға ярҙам кәрәк тип, булған ғына ашлыҡты, малды әпкитеп бөттөләр. Ер һөрөрлөк ирҙәр ҙә ҡалманы тиерлек тә, кем ярман һуғышында, кем эрбәлүтсәлә ҡырылды, –тип һөйләнде хужабикә. – Үгеҙ егеп ер һөрәбеҙ, ат та бер нисә генә кешелә, аҡтар килһә лә, ҡыҙылдар килһә лә алды ла киттеләр ҙә.
Уның да ире, ике атын алып, Иҙелбашы яғынан килеп сыҡҡан Кашириндар отрядына ҡушылған да ҡайҙалыр ятып ҡалған.
– Береһен генә алһа, ни булған инде, – тип бот сабып ҡуйҙы Сибәғәт.
– Күргәс, ҡалдыра торғандары бармы, бойорҙо ла ҡуйҙылар. Нимес ышпуйыны Лилин һүҙенә ышанып, йөрөйҙәр донъя болғатып, ҡатышма, тип ҡайнағам әйтеп тә ҡараны. Блүхер тигән кырасный камандир артынан Өфө яғы сығып киткәндәр.
Хәҙер бына итәк ҡырҡып ең ямап, юҡтан бар итеп, алты бала аҫрап ятҡан була. Ҡул эштәренә оҫта булыуы ҡотҡара. Балалары менән сабата үрәләр, арҡан да ишәләр. Шуларҙы, сабынлығындағы бейек үләндәр араһында йәшереп кенә үҫтергән кишерҙән эшләнгән повидлоны Иҙелбашы баҙарында онға, ярмаға алмаштырып ҡайтып торған да, инде унда ла һатынмайҙар икән. Ашарға етмәгәс, йөрөргә хәле лә юҡ. Юлда кеше талап, үлтереп йөрөүселәр ҙә бар, ти.
– Бында өсөнсө йыл етем балалар өсөн хеҙмәт коммунаһы астылар ҙаһа, Әлипбайҙы шунда ғына тапшырығыҙ ҙа китегеҙ. Уның аяғы менән йыраҡ китә алмаҫһығыҙ, – тип кәңәш итте ул. – Әйләнеп ҡайтҡанда кире алырһығыҙ.
Күҙ яуын алып торған һаҡалды кемгә күрһәтеп ҡарарға тип оҙаҡ ҡына баш ваттылар. Икмәк түгел, ашарлыҡ үлән табыуы ла үҙе бер бәлә ине лә, сығыр-сыҡмаҫтан ҡара ер ҡалдырып соҡоп алып бөтәләр. Эт-бесәйҙе генәме, сысҡанын да тотоп ашап торалар. Бөтәһен дә барлап сыҡҡас, лавкасы икмәкһеҙ ултырмаҫ, тип шулай ҙа уға барырға булдылар. Кеше менән һатынғанда ғына һөйләшә, былай яҡын барырлыҡ түгел, ти. Бүтән ваҡытта һирәктәрҙе генә ҡабул итә икән. Был туғандары, шөкөр, шулар иҫәбендә булып сыҡты.
Лавкасы йорто осло-осло ҡаҙыҡтарҙан йымлап һалынған ҡойма менән уратып алынған, тәҙрәләре лә ҡапҡаслы. Ҡыйыҡлы ҡапҡаны шаҡылдата торғас, тәҙрәлә бер ҡатын башы сағылды. Шунан ҡаҡырына-төкөрөнә ир кеше сыҡҡаны ишетелде.
– Сәғиҙә, һинме? – тигән ҡарҡылдаҡ тауыш яңғыраны.
– Мин-мин, ағый. Бер нәмә күрһәтәйем тигәйнем. Муживит еңгә оҡшатыр. Саҡ ҡына икмәгең булһа, шул етә.
Эстән бер нәмә шалтыр-шолтор итеп ҡалды – бик итеп һалған аратаһын төшөрҙө, ахыры. Тышҡа сығып та тормай, тотҡаға тотонған килеш тоҡсайҙан сығарылған хазинаға күҙ һирпеп кенә алды ла, тыңларға ла теләмәй ҡапҡаһын шартлатып бикләп ҡуйҙы. Инде күңелһеҙ генә ҡайтып барғандарында артта таптыр-топтор кемдеңдер йүгергәне ишетелде. Бисәһе икән. Алан-йолан ҡаранып, кәртә буйына килтерҙе лә, ярты икмәк тоттороп, һаҡал һалынған тоҡсайҙы ҡармап үҙенә тартып, кире яҡҡа элдерҙе. Ай-һай, былай сабауыллар өсөн туҡ йәшәргә кәрәктер.
Йоҡа ғына ваҡ киҫәктәргә телеп, ләззәтен һуҙыр өсөн туғандары менән әҙ-әҙләп кенә тешләп сәйгә ҡушып ашанылар. Юлға сирек самаһы ғына ҡалды.
Коммунала баланы ҡайтышлай кире алыу шарты менән ҡалдырырға рөхсәт иттеләр. Быны ишеткәс, әсәһе теге түтәрәмдән һындырып икмәк тотторһа ла, ауыҙына ла алмай, һуңғы көсөн йыйып, энекәше үкһей-үкһей арттарынан эйәреп тәнтерәкләне:
– Ағый-ағый, бергә алып китегеҙ...
Тауышы ла эргәһенән ары китмәй ине инде.
Аяғы аяҡтан уҙмай, һөрөнөп йығылып китте лә, күтәрелергә хәле етмәй, шыуыша биреп, ергә һылашып илап ятып ҡалды. Ана ул, ете йәшлек ҡустыһының йәш тулы ҙур ҡара күҙҙәре һаман уға ҡарап тора кеүек. Уның тауышы.
– Ағый-ағый... Китмә-әәә.
***
Талҡалаға (Верхнеуральск) аҡһай-туҡһай саҡ барып еттеләр, әсәһенә ярты юлда уҡ ниндәйҙер зәхмәт йәбеште. Ҡала ситенән аҡҡан һаҙ еҫе аңҡып торған йылға аша һалынған күперҙән сығып, яр буйында аяҡтарын яҙып ултырып әҙерәк тын алғас, бер-береһенә тотона-тотона шул һуҡмаҡтан ары атланылар.
Байҙар ҡалаһы тигән даны таралғайны Талҡаланың, үҙәгендә матур-матур сауҙагәр йорттары теҙелеп киткән. Ихтилалдан һуң хужалары кеме ҡайҙа һил булған. Граждандар һуғышында ла ҡан ҡойошҡандар. Эйәһеҙ ҡалған биналарҙа төрлө кәнсә-мәнсә асылған, уларының ишектәрендә – яңы исем таҡталары. Хәҙерге түрәләргә лә фатир биргәндәр.
Урамда әҙәм заты түгел, күләгәләр генә күсеп йөрөй кеүек. Йөҙҙәр нурһыҙ, күҙҙәр эскә батҡан, ят кешеләрҙе күреү менән ялтана һалалар. Икеһенең дә урыҫсаһы икмәк-тоҙлоҡ. Әсәһе туҡтай биргән һәр кешегә бер үк һүҙҙе ҡабатлай:
– Балнис, балнис.
– Мама балит, – тип өҫтәгән була улы.
Туҡтағандар ҡулдары менән генә ишаралай ҙа уҙып китергә ашыға. Күрһәтелгән яҡҡа йүнәлделәр. Иллеләп кенә кешегә иҫәпләп һалынған бинала ауырыуҙар һаны әллә күпмегә артыҡ икәне коридорҙа ла саҡ үтеп йөрөрлөк урын ҡалдырып теҙелгән урындыҡтарҙан уҡ күренә ине. Иҙәндә лә яталар. Шулай ҙа сирлене бороп сығарманылар.
Әсәһе хәле бөтөп иҙәнгә ултырҙы ла ҡулы менән генә янына тубыҡланырға ишараланы. Тыны ҡыҫыла-ҡыҫыла хәбәрен әйтеп ҡалырға ашыҡты:
– Балам, бында йә астан үлерһең, йә берәй бәләгә тарырһың. Кеше ашаусылар тураһында ла ишетелгеләп ҡала. Ары кит. Бер-бер хәл булһа, йәшәрен йәшәгәнмен, Әлипбайҙы ғына ташлама.
Улының ризалашмай баш сайҡағанын күреп, хәлһеҙ ҡулы менән арҡаһынан һөйҙө лә ҡабатланы:
– Ары кит, балам. Ҡаҙаҡтарҙың теле лә аңлашыла. Һиңә тере ҡалырға кәрәк. Әлипбай һине көтөр. Бар, балам, бар.
Түшелдерегенең кеҫәһен әйләндереп, ҡорот ваҡтарын, икмәк валсыҡтарын ҡулъяулығына ҡаҡты ла, төйнәп, Сибәғәткә һуҙҙы.
– Бында хөрт кенә булһа ла ашарға бирәләр, ти. Төнгә ҡалма, юлға сыҡ. Бәхил бул, балам.
Уларҙың ни һөйләшкәненә ҡолаҡ һалып ултырған урта йәштәрҙәге ҡатын эргәләренә килеп баҫты ла татарсаға яҡын телдә өндәште:
– Түтәй, малайыңды ҡаҙаҡтар яғына ебәрергә итәһең, шикелле. Ул яҡҡа беҙҙең ауыл аша үтергә кәрәк. Нуғайбәк мин, исемем Пыраскый. Әйҙә, балаҡай, минең менән. Улым килеп алырға тейеш ине лә, ни булғандыр, өс көн көтәм инде, һаман юҡ.
Әсәһе һөйөнөп китте:
– Аллаға шөкөр, юлдаш та табылды. Үҙе юлын күрһәтә. Хәҙер күңелемә лә тыныс булыр. Рәхмәт, Быраскый.
Улы менән хушлашырға һуҙған ҡулы боҙҙай һалҡын ине. Бәлки, ризыҡҡа алмаштырып ала алырһың, тип көсләп сапанын биреп ебәрҙе. Уның бер ҡат балитәкле күлдәк, йоҡа кәзәкей менән генә ҡалғанын күреп, ҡаршылашҡан үҫмергә:
– Тере ҡалһам, оят булһа ла, теләнеп булһа ла кейем табырмын, – тине. – Минең өсөн ҡайғырма, йәшәрен йәшәгәнмен, ашарын ашағанмын. Һин иҫән ҡалырға тырыш, Әлипбайҙы юғалтма. Бәхил бул, балам.
Йәшәрен йәшәгән, имеш. Ун бишендә үк кейәүгә биргәндәр, ике йылдан Сибәғәткә әсәй булған. Әле бына уның үҙенә ун ете. Аслы-туҡлы ауыр тормоштан иртә ҡартайып, сәстәре ағарған, әбей һыны ингән әсәһен йәлләүҙән, уның менән айырылыу көйөнөсөнән илағыһы килһә лә тыйылды. Ир кеше бит әле ул...
Пыраскыйҙың юлайҡан нуғайбәк ауылындағы бер таныштарында әҙ генә серем итеп алып, үҙенең йортона икенсе көнөнә төнләтеп кенә барып еттеләр. Уларҙы сығып ҡаршылаусы күренмәне. Улы ауырып ята икән. Сибәғәтте ҡоролай ғына булһа ла сәй эсереп ебәрҙе шулай ҙа алсаҡ ҡатын.
ҠАҘАҠ ДАЛАҺЫНДА
Мең бәлә менән, ҡайҙа хәйер теләнеп, ҡайҙа тамаҡ ялына ваҡ-төйәк йомош үтәп, һуңғы сиктә әсәһенең сапанын бер кәсә бутҡаға алмаштырып, ҡаҙаҡтар араһына саҡ барып етте ул. Эш белешеп өйҙән-өйгә йөрөй башлағас, бай ғына берәү:
– Ат ҡарай беләһеңме? – тип һораны.
– Беләм, белмәгән ҡайҙа, – тип һөйөнөп яуапланы Сибәғәт.
Әзмәүерҙәй кәүҙәле, табаҡ бите ҡыҙарып янып тора, күҙҙәре урынлашырға тейешле төштә нәҙек кенә ике ҡыя һыҙат. Нисек күрәлер. Аҙаҡ асыҡланыуынса, хатта бик мәргән һунарсы булып сыҡты Ҡабаш исемле был ҡаҙаҡ. Иркен ҡурйын йортта* етеш йәшәй, тик баланан мәхрүмдәр.
Икәүҙән-икәү генә көн итһәләр ҙә, хужабикә Сәүле исемле йомошсо ҡыҙ тота. Ҡайһы саҡ байбисәнең уға, бәрхәт йә ебәк күлдәгемде килтер, сапанымды йыуып ҡуй, һыйырҙарҙы һау, тигән ише бойороҡтары ҡолағына салынып ҡала. Бер көн уның:
– Кейеҙ ҡолаҡ! Мин һиңә кимешегемде (таҫтар рәүешле оҙон туҡыма) бәйләш тип әйттем, ҡайҙа йөрөйһөң, – тип асыулы екеренгәнен дә ишетте.
Ҡабаш иһә, асҡаҡ ҡына булһа ла үҫмерҙең хужаларса ҡатынҡы ғына тотоноп эш бөтөрөп йөрөгәнен оҡшатып:
– Ҡал беҙҙә бөтөнләйгә, улыбыҙ булырһың, Сәүлегә өйләндерермен, – тип тә һалдырҙы бер көн.
Сибәғәт “эйе” лә, “юҡ” та тимәне. Ризалашмаһа, йә ҡыуып та ебәрер. Әлегә үлемдән ҡотолор ере бында. “Сәүлегә өйләндерермен”, тисе. Ул меҫкен генә ҡыҙыҡай ауылдың күп балалы иң ярлы ғаиләһенән. Тамаҡ ялына баш күтәрмәй йүгерә инде байбисә алдында. Нисек ғүмергә сит ҡәүем араһында ҡалһын. Уны әсәһе, энекәше көтә. Йо-оҡ, аслыҡ мәңгегә килмәгәндер әле, ҡайта ул тыуған ауылына, ҡайта, иншаллаһ. Сығып киткәндә әсәһенең Мәшәлек яғына моңһоу ғына ҡарап торғаны иҫенә төшә.
Һуңғы тапҡыр күргәндәй йотлоғоп ҡарап торҙо бит ул.
Һағынды егет үҙе лә урман-таулы тыуған яҡтарын. Бында күҙ эләгер бер ағас ҡына ла юҡ бит, исмаһам. Киҙәк быҫҡытып йәшәп яталар.
***
Ауылының төҙөк кенә урамдары, кеменең ҡабыҡ, кеменең тыранса башлы йорттары, уларҙы ике яҡта ҡалдырып уртанан аҡҡан Һыуыҡшишмә, берҙән-бер таҡта түбәле мәсет әйтерһең, һоро туҙан менән ҡапланып, үлем йоҡоһона талып барған кеүек ине улар сығып киткәндә. Унда йәшәгән нәҫел нисәмә урын алыштырған инде хәҙер заводсылар Уралға килеп төйәкләнгәне бирле.
Башта алдап, арзанға ғына ерҙәрен һатып алып, Иҙел башынан ҡыуып ебәргәндәр. Инйәр буйына Минйәк тигән ергә күсенеп ултыралар. Заводсыларҙың ярандары бында ла ҡыуып етеп, ҡаршылашҡандарҙың өйөнә ут төртөп, ун өс ауыл халҡын тау төпкөлдәренә ҡыҫырыҡлайҙар. Эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып ошонда, Ямантау буйына, килеп сыҡҡандар. Ҡор башы Илмөхәмәт ҡарт бөтөнләй хәлдән тайған, мал ғына түгел, нәҫелдәштәренең дә ҡыш ауыҙына килеп инеп ҡырыла башлағанын күреп, тере ҡалғандарҙы йыйып, кәңәш ҡора. Бер елле дүнәнде һуйып, зимләмирҙәрҙе “майларға” булалар. Бик ҡаты һыйланғандан һуң ғына тегеләр тынғылыҡта ҡалдыра. Ни саранан бисара, шул туҡтап ҡалған урында, йәйҙәрен дә башында боҙ ятҡан, кәрлә ағастар менән ҡапланған Ямантау күренеп торған ерҙә ауылға исем биргән бешәлек (урындағы һөйләштә “мәшәлек”) араһында төпләнәләр. Зат-зәүерҙең бер өлөшө бер аҙҙан яйлыраҡ урын эҙләп китә. Айыстар, беҙәк-әхмәрҙәр – шул бер тамырҙан айырылып киткән тоҡомдар.
– Ыуағайҙы беҙҙең ара, ыуағайҙы, – тип үҙе алпамышалай кәүҙәле, айыуҙы көрәшеп йығырлыҡ аусы Хәблетдин бабай бер һөйләнеп тә ултырғайны.
Нәҫелдә бер яңғыҙы йөрөй шул баһадир булып. Ауылдан тик ул ике ҡатын менән йәшәй. Холоҡ күрһәтә башлаһалар, өй ҡабырғаһына һырыҡтырып атам, тип ҡоттарын ала, тип ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ғына хәбәр ҙә йөрөй. Ҡысҡырып әйтергә һуң, бер кем дә ике йәшәмәй. Мылтыҡлы кеше... Тәҡдире шулайҙыр, гел ҡыҙҙар тапты ла торҙо улары. Тик күренгән бере тиерлек оҙаҡ йәшәмәй баҡыйлыҡҡа күсә барҙы. Берәйһенең ҡарғышын алған әллә. Иҫән ҡалғандарын да “кеше бисәләре” тип йөрөтә, ти, әле ул. Тире, мышы мөгөҙө, йәнәһе лә, тылсымлы көскә эйә бүре башы менән тәпәйен һатып, кейек, урман ҡоштары ите ашап йәшәгәс, бай һаналды. Ике түгел, дин ҡушҡанса дүртәүгә өйләнһә лә мохтаж булаһы түгел. Аусы-һунарсы туҡ булмаһа ла, ас та ҡалмай. Һыйырҙы ла, һунарға ҡамасаулай тип, икене генә тотто, бесәнде ауыл янында кәртәләп алған баҫыуынан ғына эшләп алды. Дөрөҫөрәге, көндәштәр шөғөлләнде быныһы менән. Кеше уттай янып бесән эшләй, ә ул балыҡ тотоп, көнө буйы яр буйында йә һыу эсендә баҫып тора.
Фәҡирлектең сигендә йәшәгән Ғөбәйтә еңгәһе, уларҙың нәүбәттәге бәпесен ерләгәндәрен ишетеп:
– Бәхетленең балаһы үлә, – тип тә әйткән, ти.
Ул замандағы аслыҡ-яланғаслыҡта бала ҡәҙере лә булманы инде. Шатлыҡ итеп түгел, артыҡ тамаҡ итеп ҡаршыланылар. Кендеген ҡырҡмай ғына һалып та ҡуйғыланылар, имеш, был яфалы донъяла интекмәһен. Байҙар ғына ул нәҫел арттырырға тырышты.
Бигерәк ауыр йәшәне шул йәй етеү менән көҙ инә башлаған, мал аҫрарға ни сабынлыҡ, ни көтөүлек еткерә алмаған мәшәлектәр. Күҙ терәп торған малдарын йә айыу ала, йә бүре тамаҡлай. Аттары тәмле үлән эҙләп әллә ҡайҙарҙағы тауҙарға сығып китә, һыйырҙарҙың һалып алған, өйрәнгән үҙ һуҡмаҡтары бар. Иртән үҙ яйҙарына, үҙҙәре йөрөгән юлдарға төшөп алалар ҙа, ашыҡмай ғына ҡуҙғалып, кис ҡайтып инәләр. Йәйге томрала төшлөккә үк хужаларының йәйләүҙәге аласыҡтары алдына килеп яталар.
Сибәғәттең тәләкәсел атаһы иҫән ине әле ул ваҡытта. Хәблетдиндең, ыуағайҙыҡ, тигәненә яуап итеп:
– Һуң, ағый, беҙҙең урмандарҙы ҡара ла, һыйырҙарҙы ҡара. Ҡолас етмәҫлек бер ағас юҡ. Айыуҙан ҡаса ла белмәгән буралай ялан яҡ һәүкәштәре янында беҙҙекеләр кәзә кеүек кенә лә. Июнь уртаһына тиклем ҡырау төшә, август еттеме, кәртүкте ҡырау һуға. Ултыртып ҡарағайныҡ та. Йөрөйбөҙ хәҙер урыҫтан быҙау биреп бер күнәк кәртүк алып. Аслы-туҡлы йәшәп, кәүҙә үҫтереп буламы, беҙ ҙә шул хәлдә лә, – тип әрнеүле көлөмһөрәне.
Уныһы ла хаҡ. Өйрәнгән ер тип торҙо ла ҡалдылар ҙа ошонда. Йә тағы килеп яндырырҙар тип өйҙәрен дә ҙурҙан һалмаҫ булып киттеләр. Хәҙер донъя икенселәнһә лә, ғәҙәтләнгәнсә йәшәй бирәләр. Яҙ етер-етмәҫтән яҡындағы яландарҙы малдан тапатмаҫ өсөн тауҙарҙағы асығыраҡ урындарға йәйләүгә сығалар. Сабынлыҡтары ла баяғы ботама инде, һәр ғаилә хәленән килгәнсә ағас-ҡыуаҡтан таҙартып алған. Ҡар яуғансы шунда мал көтөп, ауыл янында бесән эшләйҙәр. Тау үләне шыйыҡ, рәттәр кибә башлау менән йоҡарып ҡала. Иң биҙрәткәне – яуынға эләгеү. Түбәләргә болот бер ятып алһа, бесәнде серетмәй туҡтамай. Ундай йылдарҙа сентябрь еткәс йыраҡҡа барып, инде ҡатҡан үләнде сабырға тура килә.Тиҙ кибеүен кибә инде уныһы. Ә ҡышҡыһын күкрәккә еткән ҡарҙы кисеп барып алып ҡайтыуҙары! Кәбәндәрҙең осо ғына күренеп ултыра бәғзе бер йылы. Уның тирәһен ҡарҙан таҙартып алғансы уҡ йәнең сыға яҙа.
Барыбер үҙ ауылдарынан йәмлерәк ер юҡ кеүек. Атаһы ла: “Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып-үҫкән ер яҡшы”, – тиер ҙә йөрөр ине.
***
– Сибәғәт, нимә тип ҡатып ҡалдың унда? Ат дағалатырға кәрәк, тимерсегә барып кил, ваҡытын һөйләш!
Ҡабаштың екереүе һағышлы уйҙарын бүлде.
Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан, ат ҡарау ҙа булдымы эш, үҙе бер күңел рәхәте. Байҙың йылҡы малы байтаҡ, ҡайһыларын баҙарға сығарып һатып та килә. Урынына ҡайҙандыр ябаға ғына ҡолон-ҡырҡмыш алып ҡайта ла, тегеләр һәүетемсә күрмәлекле генә булып көрәйә лә китә.
– Ат затын ҡолон сағынан таныйым мин, – тип маҡтанып та ала.
Һатырға тигәндәрен айырыбыраҡ ашатып, тиреһен йылҡылдағанса ҡырғыслап йыуып, ялдарын үреп ҡуя Сибәғәт. Үҙе лә күҙгә күренеп ит ултырып, мыҡтыланып китте. Туя ит ашап, ҡымыҙ эсеп йөрөгәс ни. Ике йыл самаһы йәшәп ташланы бында егет.
Ҡайһылай белеп әйткәндәр: етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, танауы ҡанай, ти. Ат шәйҙәре – эсендә йәне генә юҡ, хайран итеп биҙәлгән зиннәтле эйәр-өпсөн урлап тотолдо хужаһы. Сибәғәт үҙе лә баҙарға ат алырға килгән байҙың бейеп торған арғымағынан былай, ҙур аҡыҡ ҡаш, көмөш көмбәҙҙәр беркетелгән эйәр башына, аҫылташтары күҙҙең яуын алып йылҡылдаған күмелдерек-айылдарына иҫе китеп ҡарап торғайны. Ҡабаш та һеләгәйен йыя алмай, шул яҡҡа күҙҙәрен уйнатҡанын күрҙе ул. Нәпсеһе еңгән. Төнө менән ниҙер һөйрәп индергәнен ишетеп ятҡайны ялсы, тик шул һынлым алйотлоҡ ҡылыры башына ла инмәгәйне. Урларға нисек уға ҡушмаған?! Икенсе көнөнә үк тоттолар.
Нимә етмәне инде уға, йорт тиһәң – йорто, мал тиһәң – малы, эргәһендә ҡуштанланып йүгереп торған ҡатыны бар. Ул тиклем байлығын ҡалдырырлыҡ итәк тулы балаһы ла юҡ бит әле. Ҡомһоҙлоҡ! Ҡаҙаҡта ла уғрылыҡ – оло гонаһ, бала-саға, йәш-елкенсәкте “әҙәмдең ала ебе аша атлама, кешенекенә теймә” тип киҫәтеп кенә торалар. Ат шәйҙәрендә тылсым көсө бар тип инаналар, етмәһә. Шуға күрә хужа ҡылғаны ат урлауҙан да яманыраҡ һанала икән әле уларҙа.
Ҡабашты ыштанын ғына ҡалдырып сисендереп, битенә ҡором яғып, ике һыбайлы ҡамсы менән яра-яра ауыл халҡы алдына сығарҙы. Ишелгән ҡайыш хужаһының инде сей иткә әйләнгән арҡаһына тейгән һайын, Сибәғәт бөтә тәне менән шул ауыртыуҙы тойоп, һалҡын тиргә батты. Яңыраҡ аттан осоп ҡалған бер малай нимәнәндер өркөп, аҡ-ҡара күрмәй сапҡан йылҡы өйөрө тояҡтары аҫтында ҡалып һәләк булғайны. Аттарҙың күҙе бер аларһа, туҡтатырмын тимә, тапап ҡына уҙа улар. Эйәһен дә тыңламай. Ҡабаштың ауылдаштарын да шул өйөргә оҡшатты: бала-сағаһына тиклем сыҡҡан, ҡыҙҙар ҡурҡып сырылдашып бер-береһенә һырыҡһа ла, малай-шалай, ололарға эйәреп, ерҙән ҡомташтар, ҡатҡан балсыҡ ҡармап алып, ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡараҡҡа һелтәй.
Нәфрәтле тауыштар хатта олоуға оҡшап китә:
– Уғры, уғры, йылҡы уғрыһы! Хурлыҡ, хурлыҡ!
– Оят, оят, йөҙө ҡара!
– Нәҫелеңде хур иттең!
– Йәлләү күрермен тимә!
Ҡарасы, бер табаҡтан ашап йөрөгән дуҫтары ла алдан йыйып ҡуйылған таштарын аҡыра-баҡыра сойорғота ғына. Был вәхшәткә шаһит булған береһе лә язалау халыҡ хәтеренән юйылғансы эт ботонан да кәкерерәк шундай яҙыҡлы эшкә тотонмаҫтыр ул.
Ауыл осона сыҡҡас, Ҡабашты ат ҡойроғона бәйләп, дала буйлап һөйрәтеп алып сығып киттеләр...
Ире үлтерелгәс, ҡайтып китергә ишаралап, байбисә Сибәғәтте ашатмаҫ булды. Һөйләшмәй ҙә, үҙ яғынан сыҡмай ҙа. Ҡайғыһынан да ни эшләргә белмәгәндер, бәлки. Шулай ҙа егеттең әйбер-ҡараһын йыйнарға тотонғанын күргәс, төптө буш итмәне: арыу ғына аҡса, баҫтырма ит, боҙолмаһын өсөн тоҙлап ҡарындыҡҡа май һалып, көлсәләр бешереп, оҙатып ҡалды. Баҫтырма ит тигән ризыҡ тураһында егет ошонда ғына Ҡабаштан ишетте.
“Имеш, Сыңғыҙ хандың бер сиреүе яңы һуйылған йылҡы итен, урын тапмағас, эйәре аҫтына һалған да алған, – тип аңлатты уныһы. – Ул шунда баҫылып, тығыҙланып, ат тирен һеңдереп, тәмле бер аҙыҡҡа әйләнгән дә ҡуйған, ти. Шунан ҡалған, ти, ул атамаһы”.
Ҡаҙаҡ үҙе лә итте әҙ генә тоҙға манып тотоп, эйәр аҫтында баҫырып йөрөтөп, әҙерләп ала ине.
Үҙенә кәләшлеккә инселәнгән Сәүле моңһоу ғына ҡул болғап оҙатты. Тол ҡалған ҡатын хәҙер уны ла ҡайтарып ебәрер, моғайын. Ат ҡарағы ҡатыны даны менән үҙе лә бында йәшәй алмаҫтыр. Семей яғынан алып ҡайтылған бай ҡыҙы булған. Туғандары, ихтимал, яңғыҙ ҡалдырмаҫ. Әлегә уларҙың икеһенең дә алдында – билдәһеҙ яҙмыш.
Ана шул язалау күренеше Сибәғәттең зиһененә инеп ултырып һаташтыра икән бит.
Ҡамыл өҫтөндә салҡатан һуҙылып төшкән һалдат ыңғырашып, ауыҙынан ҡан бөркә-бөркә аңлатырға тырыша:
– Мин ғәйепле түгел, мин урламаным. Биллаһи, мин түгел.
Күренмәгән кемдер һуҡҡан кеүек кәүҙәһе тартышып-тартышып ҡуя.
ТЫУҒАН ЯҠҠА ҠАЙТЫУ
Ҡабаштың ауыр енәйәтенән, унан да ауырыраҡ язаланыуынан һуң башҡаларға ялланмай, тура ауылына ҡайтырға ҡарар итте Сибәғәт. Әрәсәй яғында хәлдәр арыулана төшкән тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй башлағайны инде. Юлайҡан Пыраскыйҙарға ла һуғылып китергә булды. Тик уның өй тәҙрәләренә арҡыры-торҡоро таҡта ҡағып ҡуйылғайны, ишек алдын үлән баҫҡан. Күршеләре уның улы ла, үҙе лә гүр эйәһе булып ҡалғанын хәбәр итте. Башҡа диндән булһа ла, игелекле ҡатын рухына ауыҙ эсенән генә “иллә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғүн” тип уҡынып ҡуйҙы ла, болдорҙағы тупһаға ултырып тамаҡ ялғап алғас, ары ҡуҙғалды.
Имен-аман ғына Талҡалаға килеп еткәс, әллә ни өмөт тотмаһа ла, теге хастаханаға әсәһе тураһында һорашырға инде. Байтаҡ ваҡыт уҙғайны шул, мәйеттәр ҙә бынан әҙ сыҡмаған, иҫәп яҙмаларынан оҙаҡ ҡына эҙләнеп, шаңҡытҡыс хәбәр әйттеләр – вафат булған, уны башҡа мәрхүмдәр менән бер ҡәбергә ерләгәндәр, һәр береһенә айырым соҡор ҡаҙырлыҡ кеше табылмаған. Хушлашҡанда уҡ күңеле һиҙенгәйне лә, тик барыбер ҡурҡыныс уйҙарға бирелмәҫкә тырышҡайны. Ышанысты өҙгән һүҙҙәрҙе ишеткәс, аяҡ аҫтында ер убылып киткәндәй бер аҙ шаңҡып торҙо.
Яңғыҙы ғына Сермәнгә килеп етеү менән коммунаға ашыҡты, тиҙерәк энекәшен күреп, һаҡлап ҡына тотонолған тәмлекәстәр менән һөйөндөргөһө килде.
Тик унда ла күңелһеҙ хәбәр ҡаршы алды. Директор исемлекте ҡарап сыҡты ла:
– Етемдәр шул тиклем күбәйеп китте. Ризыҡ еткерә алмағандан бер төркөм балаларҙы йылыраҡ, емеш-еләккә мулыраҡ тип, Украина яғына оҙатҡандар. Ул ваҡытта мин эшләмәй инем. Моғайын, ҡустың шулар менән ебәрелгәндер. Әлеге тәрбиәләнеүселәр араһында уның фамилияһы юҡ.
Был юлы инде көлсәләрен күҙ йәштәренә мансып ашаны егет.
Туғандарына инеп сығырға булды. Уларҙың барыһы ла имен-аман, әсәһенең вафатын ишеткәндәр икән. Сибәғәт тә юҡтыр инде, тип бик ҡайғырышҡанда уның мыҡты егет ҡорона инеп ҡайтып төшөүе көтөлмәгән оло шатлыҡ булды. Яңыраҡ Бөтә Союз старостаһы Михаил Калинин килеп киткән икән. Шунан һуң ауылға орлоҡ, төрлө тауарҙар ебәргәндәр. Аҡсалата бирелгән кредитҡа 190 һыйыр, 150 ат һатып алып, иң ярлы крәҫтиәндәргә таратҡандар. Быларға ла өлөш сыҡҡан – алдына бер тәгәс итеп тороп ҡойоп ултыртылған ҡатыҡ бүләк ителгән туҡалдыҡы икән.
***
...Иҫе инәрле-сығарлы булып, өнө менән төшө буталанып ятҡанында тағы шул көсһөҙ генә тауыш ҡолағына сағылды:
– Ағы-ый, ағы-ый... Китмә-әәә, китмә-әәә.
Украинаның сиге аша үттеләр ҙә, әллә эҙләп табып килгәнме? Тере булһа, ир ҡорона инеп, һуғышта йөрөймө икән? Ә тауышы – сабый сағыныҡы... Күпме эҙләп, төрлө яҡтарға хаттар ебәреп тә, өмөтһөҙ яуаптар килде. Грамытым етмәй, бәлки, шуға таба алмайҙарҙыр, тип уҡытыусы Бәҙриҙән дә юллатып ҡараны. Шул уҡ һөҙөмтә.
Ҡайҙан белһен инде улар оҙатып барыусының исемлекте юғалтҡанын, быны әйтергә ҡурҡып, балаларҙың үҙҙәренән һорап яҙып алыуын. Ә ул сабыйҙарҙың ҡайһы берҙәре аталарын да, фамилияһын да белмәй, үҙ исемдәрен дә нисек әйткәндер әле. Юлда ҡасып китеүселәр ҙә, үлеп ҡалғандар ҙа булған.
Имен-аман тере ҡалһа, ҡәһәр һуҡҡыр Бандера яғында йөрөй күрмәһен... Уныһының ярандары ниместәрҙең үҙҙәренән дә вәхшиерәк, ҡанһыҙыраҡ, тиҙәр.
Хәҙер инде ул яңынан аңына килеп, һыуыҡтың үҙәгенә үтеп ҡалтыратҡанын тойҙо. Көҙ үҙенекен итә. Ярай әле өҫтән яуып тормай. Өшкәбә түгел дә былай, ҡанын күп юғалтҡанға, етмәһә, хәрәкәтһеҙ ятҡанға шулайталыр. Йән көсөнә тырыша торғас, ятҡан көйө генә ҡанлы күлдәген сисә алды, ниһайәт. Винтовкаһына эләктереп, янындағы ҡыуаҡҡа элде.
Йәнә һаташа башланы. Өҙөк-һурыҡ үткәндәре әллә төш, әллә өн булып күҙ алдынан үтә.
***
Ул ҡаҙаҡ далаларынан ҡайтып төшкәндә Мәшәлек аслыҡтан арына, ҡотая башлағайны инде. Калинин сәфәре эҙһеҙ үтмәгән. Тыуған йортонда берәйһе йәшәйҙер инде тип уйлағайны. Юҡ икән. Байтаҡ ҡыналарының ишек-тәҙрәләре уныҡы кеүек үк ҡаҙаҡлап ҡуйылған. Аслыҡта ярты ауыл ҡырылған. Кеше йәшәмәгәс, мейесе лә дым тартып, үҙҙәре һуғып эшләгән кирбес ҡырҙары ҡубып-ҡубып төшкән. Ыҫ таратып бер булды. Мөрйәһенән төтөн сыҡҡанын күреп, күршеләре, сыбыҡ осо ғына булһа ла зат тейештәр килеп етте. Дала күстәнәстәренә һөйөнөшөп, хәл-әхүәлдәрҙе һөйләшә-һөйләшә ябай ғына сәй табыны ҡороп ебәрҙеләр. Әсәһенең Талҡалала вафат булғанын улар ҙа ишеткән икән.
– Әлипбайҙы Сермәнтә ҡалтырғанҡыҙ икән. Күрештеңме һуң? – тип һораны Хәблетдин ҡарт.
– Күрешеп булманы шул, – тип яуапланы Сибәғәт, күҙ йәштәрен саҡ тыйып. – Ашарҙарына еткерә алмай, Украинаға ебәргәндәр, ти.
Ғөбәйтә еңгәһе һүҙ ҡыҫтыра һалды:
– Ә минеңә, Сериднәй Азияға ебәргәндәр, тип әйткәйне ул кемдер Иҙелбашына барғанда. Имеш, ул яҡта ҡыш та ҡыҫҡа, емеш-еләк күп. Телдәре лә оҡшаш, ти.
– Бәлки, икенсе төркөмдө шул яҡҡа ебәргәндәрҙер, – тип аптырап ҡалды егет.
– Һин, ҡоҙаса, ныҡты белмәгән көйөңә кеше башын бутама, йәме, – тине ҡырыҫ ҡына итеп һунарсы ҡарт. – Сибәғәт бит дирихтырҙың үҙенән, үҙ ҡолағы менән ишеткән.
– Әллә инде, – тиергә мәжбүр булды ҡатын. – Муживит Иҙелбашының үҙендәге берийүттән әпкиткәндәрҙер. Ул Сермән дирихтырын да әйтәйем инде, гырамыты шул беҙҙекенән ары китмәгән.
– Иҫән генә булһын инде балаҡай, ул приют, камундарында балалар ауырып та, астан да күпләп үлгән ул. Йәшерәләр, яуап тотҡолары килмәй. Ҡасып киткән ти ҙә ҡуялар, – тип егеттең күңеленә йәнә бер шөбһә һалып ҡуйҙы бығаса өндәшмәй генә ултырған Миңдекәй исемле ҡатын.
Шул ике бисәнең әйткәндәре аҙаҡ гел генә мыр ҡорто кеүек күңелен кимереп тик торҙо: иҫәнме-түгелме энекәше, тере булһа, Украинаға ебәрелгәнме, әллә Урта Азияғамы?
Егеттең көйөнөп киткәнен күреп, һунарсы ҡарт һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты.
– Миңдекәй еңкә, һин тә әлләмә һөйҙәп, малайҙын йөрәген алып, яманҡа юрап ултырма. Бала тиктем бала кәбәнкә төшкән энә түгел, табылыр, иншалла. Ғөбәйтә, һин нуслы нисек һыйырыңты урҙатҡаныңты һөйҙә. Сибәғәттең антыйҙы ишеткәне лә, күргәне лә юҡтыр әле.
Ҡунаҡтар баҫалҡы ғына итеп кеткелдәшеп ҡуйҙы.
– Үҙең һөйҙә, былай ҙа, иҫкә төшһә, йән көйә. Күпме ҡанымды ҡоротто йәлсемәгер бур.
Сибәғәт ҡартҡа һораулы ҡараш ташланы.
– Быйыл ҡышыҡыһын Ғөбәйтә еңкәңтең һыйыры юғалты. Шунтуҡ ҡына белмәгән тә әлеуы. Йоҡтап ятҡан шунта төшкә һәттек.
– Һин, Хәблетдин, арттырма, йәме. Һыуалған һыйырҙы һауаһы түгел. Өйҙә ул-был иткәнсе ваҡыт үтә инде.
– Тышҡа сыҡмай тормағаның инте. Үҙең асығауыҙ. Ҡар өҫтөнтә эҙҙәр ярылып ята ла.
Ҡатын ирендәрен ҡымтып, асыу менән ҡулдарын ҡаушырып кәүҙәһенә ҡыҫты.
– Сыҡҡан был. Бесән һалайым тип аҙбарына инһә, һыйыры юҡ. Һарайҙан сыҡҡан эҙе лә юҡ. Һыйырымты ентәр урҙаған, тип ыразбуйлап урамҡа сығып һөрән һалған икән, ишеткәнтәр йүгереп килеп еткән. Ҡарҙы тапап бөткәнтәр.
Ғөбәйтәнән башҡалар шырыҡ-шырыҡ килеште.
– Нинтәй ен урҙаһын, мин әйтәм. Төнөн урамыңта ҡар шығырҙатып йөрөгәнтәр инте, моғайным. Йоҡтап яттың инте ҡурылтап, тим.
– Йоҡламаным, ишеттем мин, тәҙрәнән ҡарарға ла, сығырға ла ҡурҡтым. Ен йөрөйҙөр тип уйланым. Һуң, ҡарҙа һыйыр эҙе лә юҡ ине лә. Аны күтәреп әпкитерлек бәһлеүән юҡ та беҙҙә. Әпкитһә, алайтып ен генә әпкитә ала.
Хәблетдин бабай хәбәрен дауам итте:
– Киттем ҡалтағайҙы кейеп, һыйыр эҙләп.
– Һунарсы булғасың, кейек-ҡош эҙен юллап өйрәнгәнһең шул.
– Һиҙҙем инте эштең ниҙә икәнен. Башыңа ла килмәҫ, Сибәғәт ҡустым. Барам-барам, ҡарайым, ауыл осо яғына өс кеше үткән кеүек. Тик икәүенең быйма эҙҙәре бер алға, бер артҡа ҡарап баҫылған. Бәлхейәнең ҡапҡаһы эсенә инеп киткәнтәр былар. Барып инһәм, аҙбарҙа тора мөңрәп мының һыйыры.
– Өс кеше күтәреп әпкиткәнме? – тип һораны аптырған Сибәғәт.
Был юлы Ғөбәйтә лә ҡушылып, шарҡылдап көлөп ебәрҙеләр.
– Һәй, ҡустым, һине төп башына ултыртыу бер ней түгел икән. Быйма кейҙереп апсығып киткән һыйырҙы Бәлхейә. Шуға ҡылтый-былтый эҙҙәр ҡалған. Шаяртырға уйлағайным, тигән булты. Ғөбәйтә еңкәң малы табылыу шаттығынан сутҡа ла бирмәне.
– Эйе шул, юғалтып бер көйөн, сутлашып ишшеү нығыраҡ көйөн. Хоҙайҙан ҡайтһын. Әлдә табып бирҙең, ҡәйнешкәйем.
...Сибәғәттең ҡайтып күренгәнен көтөп кенә торғандарҙыр, шул айҙа уҡ әрмегә алдылар.
Кавалерияға эләкте. Башҡорт егеттәре ат йәнле икәнен беләләр шул. Был хеҙмәтендә лә яҡшы иҫәптә булды, сапҡырын һәйбәт ҡарай, тип гел өлгө итеп ҡуялар ине. Рота командиры уға бер ҡарап-ҡарап торҙо ла:
– Һин ҡайҙан? – тип һораны.
– Башҡортостандан, иптәш командир.
– Башҡортһоңмо?
– Так точно, иптәш командир.
– Һеҙ – бик шәп һунарсы халыҡ. Снайперлыҡҡа өйрәнергә кәрәк һиңә. Ҡыҙыл армия мәргән атыусыларға бик мохтаж.
“Снайпер” тигән һүҙҙе ул саҡта аңламаһа ла:
– Так точно, иптәш командир, – тип яуапланы.
Һунарсы тоҡомо зат ҡыумай ҡаламы, был яңы һөнәрендә лә һынатманы егет. Ауырлыҡты күп күреп үҫкән бала ла, хеҙмәте еңел генә тойолдо уға. Гимнастерка, галифе ыштан бирҙеләр. Ас-яланғас түгел, ғүмере лә зая үтмәй, ил һаҡлай.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, Хәблетдин ҡарт уның әрмелә кем булып хеҙмәт иткәнен һорашып ултырҙы ла ҡышҡыһын үҙе менән һунарға алды.
Ҡама тиреһе менән тышланған ҡалтағайы әллә үҙе йөрөтә инде, артынан етеп алаһы түгел. Үр менгән ваҡытта ла артҡа таймай, тиҫкәреһенә ятҡан йөн тотҡарлай. Артыҡ йөк тип, таяҡ та алмай икән бабай. Сибәғәт улай булдыра алмай, этәренергә генә түгел, тауҙан төшкәндә тиҙлекте кәметергә лә, арығанда таянып торорға ла кәрәк тә. Егеттең ябай ағас саңғыһын күргәс, былай бармай, тип хужа һарайҙан йәнә бер пар ҡалтағай сығарып бирҙе.
Ул бала сағынан уҡ атаҡлы аусы атаһына эйәреп, урман серҙәрен ятлап бөткән. Һәр ҡарт ағасты белгәндер әле. Айыу өңдәрен ҡайҙан, нисек эҙләргә, төлкө-бурһыҡ ҡайҙа оялай, бүре ҡайҙа төйәкләнә – барыһын да үтә күреп торған кеүек йөрөй был “һунар генералы”. Ҡуян тотоуҙы ул эшкә лә һанамай, “һис юғында, буш ҡайтмаҫтан” тип кенә һөйләй. Әле лә тейендәр аймағына килтереп сығарҙы.
– Снайпер бултым тейһең инте. Ә һин мына берәйенә тейҙереп ҡара әле!
Һунарсының артынан өлгөрөргә тырышып көс төшөргән ҡулдары дерелдәп бер итте. Килеп, йәнлектәр йылп итеп ботаҡтар буйлап сабып китә лә бер ағастан икенсеһенә һикереп юғала ла ҡуя. Ҡарт мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып күҙәтә.
– Ҡустым, төҙ атыу менән кенә түгел шул, ауҙай торған йәндеккә күренмәҫкә лә күнекмәк кәрәк. Тауыш сығармай ғына йөрөргә лә, сабып барған йәндеккә, осоп сыҡҡан ҡошҡа тейҙерергә лә етеҙлекһеҙ бумай. Ел ҡайһы яҡтан иҫкәненә лә иғтибар ит.
Күп нәмәгә өйрәтте уны бабай. Һунарсы булып китеүен-китмәне, мәгәр һуғышҡа алынғас та бик ярап ҡалды шул һөнәре. Снайпер итеп тәғәйенләнеләр, төҙәгесле Мосин винтовкаһы тотторҙолар.
***
– Атаһы, уян, нишләп һаман тормайһың ул? Хәҙер көн ҡыҫҡа, норманы тултырып өлгөрмәбеҙ.
Әллә Һәжәре лә эргәлә йөрөй инде, йомшаҡ ҡына ул өндәшкәндәй тойолдо.
Эйе шул, нишләп баҫлығып тик ята әле ул. Ашығырға кәрәк. Зәхмәтин физметр тигән үлсәгесен тотоп килеп тә етер. Көнөнә алты физметр ағасты бысып, күләмен дөрөҫ үлсәтеү өсөн 1 метр 25 сантиметр оҙонлоғонда турап, оҙонлай уртаға ярып, тигеҙ генә итеп әрҙәнә өйөп ҡуйырға кәрәк. Юлға ваҡыт әрәм итмәҫтән диләнкәлә бурама барактарҙа йәшәйҙәр, аҙнаһына бер мунса инергә ҡайтып киләләр. Ҡатыны өйҙән йөрөй.
Күмер яндырырға ҡырҡалар был ағасты, уныһын Белорет комбинатына тар колеялы тимер юлдан тауар вагондарына тейәп ҡорос ҡойорға оҙаталар. Оборона хәжәттәрен әле тик ошо завод ҡына үтәй ала икән, металлургия тотош һуғыш барған яҡтарҙа ҡалған. Хәҙер күсерә алғандарын һәммәһен Уралға, әлеге лә баяғы, Иҙелбашына килтереп тултыра башлағандар, ти. Уларына ла күмер кәрәк. Шуға норманы арттырғандан-арттыра баралар.
Емертеп эшләп йөрөгән ағас ҡырҡыусыларҙы бронь менән һуғышҡа ебәрмәй тоталар, тәртип тә хәрбиҙәрсә. Шулай булмайсы, мартен мейестәре бер көнгә лә, бер сәғәткә лә туҡтап торорға тейеш түгел. Автоматтар атһын өсөн Иҙелбашы сығарған пружина кәрәк. Башҡа бер кем дә етештермәй икән уны әлегә, көнбайыштан күсерелгән заводтарҙы урынлаштырып, продукция бирә башлағансы күпме ваҡыт талап ителә.
Икмәге лә норма тултырыуыңа ҡарап. Дүрт сабый бит. Өй башына оялаған ҡарлуғастар, ана, ҡайһылай бөтөрөлә, туя белмәҫ ҡошсоҡтары ауыҙын ҙур асып ашарға таптырып сырҡылдашыуҙан туҡтамай. Ата-инәһе көнө буйы улар тирәһендә өйөрөлә. Әҙәм балалары ла шул инде, үҫә торған сабый ағастан япраҡ өҙөлөп төшкән арала асығып өлгөрә, ти торғайны бит ҡәйнәһе.
Ярай ул, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп кисергән ҡарсыҡ, һуғыш башланыуын силсәүит алдындағы бағана башындағы “тәрилкә”нән хәбәр итеүҙәре менән үк, ҡойолоп төшмәй генә ике рәҡәғәт хәүеф намаҙын уҡыны ла тыныс ҡына тауыш менән:
– Төрлөһөн күргәнбеҙ, балалар, күрәсәкте күрмәй гүргә инеп булмай, сабырлыҡ кәрәк, – тип кәүгәләнеүҙән алдан уҡ тыйып та ҡуйҙы.
Аҙна-ун көн үтеүенә үк кейәүенә:
– Әлегә иркен һатылғанда күпләп арыш икмәге алып ҡайт, киптереп ҡуяйыҡ, – тип өҙмәй ҙә ҡуймай һөйләнергә тотондо.
– Һуғыш тиҙ үк бөтә ул, оҙаҡҡа бармаҫ, – тиеүенә лә ышанманы.
– Аҡ икмәккә өйрәнгән малайҙар арышты ашаймы ни ул, – тигән ҡыҙын да өҙөп кенә туҡтатып ҡуйҙы:
– Асыға башлаһалар, ашарҙар, хатта тутыға биргәне лә йылп итеп ҡала ул.
Шул һаҡлантылары бик ярап ҡуйҙы, ҡайҙа ул арыш тип һайланып тороу! Иң татлы һый күреп, йыпыралар ғына. Хәҙер бит ана бысҡы вағы һалып та бешерәләр.
Ағас бысырға йөрөгән ҡатын-ҡыҙға ваҡыт-ваҡыт ярма биргеләп тә ҡуялар. Шуға күрә хатта күрше ауылдарҙан да күп балалы әсәләр йәйгеһен эшкә сығырға тырышып ҡына тора – көрт кисәһе, өшөп-ҡатып йөрөйһө түгел. Һәжәр ҙә бер мәл тары алып ҡайтты. Диләнкәлә таратҡандар.
Ҡатыны тормош ауырлыҡтарына зарланып, шәмәреп йөрөй торғандарҙан түгел, мотлаҡ берәй күңел күтәрерлек, һис юғы йылмайтып алырлыҡ берәй нимә һөйләп, йәнгә ял бирер сәбәп тапмай ҡалмай. Әле лә нисек булғанын һөйләп, рәхәтләнеп көлөшөп алдылар.
Райкумдан килгән кеше бисәләрҙе йыйып алып, йыйылыш һымаҡ нәмә үткәргән. Әллә нисә түңәрәккә теҙелеп ергә ултырып алғандар, Һәжәрҙең эргәһенә Мәйгәштенән Һәрхиямал тубыҡланған. Райкум вәкиле башта илдәге һуңғы ваҡиғаларҙы һөйләп, совет һалдаттары ҡаһармандарса көрәшә, дошманды өңөнә табан ҡыуа башланы, һеҙ ҙә тырыш хеҙмәтегеҙ менән еңеүҙе яҡынайтаһығыҙ, тигән. Оҙон ғына телмәрен барыһын да һөйөндөргән хәбәр менән тамамлап ҡуйған:
– Бабы, вы в прошлом месяце хорошо потрудились, за это вам премия – полтора килограмма пшенки полагается.
Һәрхиямал алан-йолан ҡаранып:
– Нам балтара мала, нам балкила давай, – тип ҡысҡырып ебәрҙе, ти.
Итәгенән тартам, һаман аңламай, миңә аҡайып ҡарап тороп, “балкила, балкила” тип ҡысҡырып тик ултыра. Саҡ туҡтаттым.
– Теге вәкил нимә тине һуң?
– Нимә тиһен, көлдө лә, “хотите меньше, казне же лучше”, тине.
Шулай ҙа кило ярымышар биреп ҡайтарҙы. Бисәләр аҙаҡ премияны кәметтерә яҙған Һәрхиямалды: “Һөйләй белмәгән ауыҙҙан өрә белгән эт артыҡ”, – тип беште генә.
(Дөрөҫөндә, халыҡсанырағын әйткәндәр ҙә инде, тик ташҡа баҫырға ярамай шул).
...Ҡатыны, балалары ни хәлдәләр икән? Дошманды еңеп, имен-аман ҡайтып, күрешә алырҙармы? Санитарҙар килеп тапһа инде. Яралары еңелгә оҡшамаған. Шулай ҙа, терелеп сыға алһа, фашисты үҙ өңөндә дөмөктөрөүҙә ҡатнашҡыһы ла килә. Яҡындарынан ғына ла күпме кеше һәләк булды. Улар өсөн үс алмай, ҡон ҡайтармай ҡалмаҫҡа ине.
Зафуралары еткән ҡыҙ булып бара, Ғәзиме лә ҡул араһына инде, өйҙә ир-ат ҡулы кәрәк эштәрҙе атаһына ҡалдырмай. Хатта сабата үрергә, арҡан ишергә өйрәнеп алды. Улы ете йәшкә еткән йылы бигерәк тә уны энекәше менән сағыштырып, уйламаған, әрнемәгән көнө булмағандыр. Сабый ғына, бар донъяла ете ят араһында япа-яңғыҙ нисектәр генә үҫте икән. Бәхетһеҙ бала. Тереме, ҡайҙарҙа йөрөй, ауылды, уны хәтерләйме? Ҡурсый, яҡлай алмағанына һаман үкенә. Ғәйебе булмаһа ла, үҙен ғәфү итә алмай.
Ана шул күңел яраһы һулҡып торғанғамылыр, балаларын бигерәк күҙенән осоп барған кеүек бәпләп кенә үҫтереп килә ине. Иркәләтмәй ҙә, йәберләмәй ҙә. Ҡайһы берәүҙәр кеүек ҡағып-һуғыу түгел, ҡысҡыртып ҡына ла ҡуймай. Эшкингән инде сабыйҙары, эшкингән. Ололарына ни һүҙ, теге ике кесеһе лә мәшәҡәт тыуҙырмаҫҡа тырышып, йомош-юлға йүгерергә генә тора. Яратыуын тойоп, шулай тыңлаусандарҙыр ул.
Дүрт йәшлек сағында Әлипбай ҙа, малайҙары кеүек үк, балыҡҡа барғанда артынан ҡалмаҫ ине. Ауылда был шөғөлдө ялҡауҙар эше тип һанаһалар ҙа, көнөн, ваҡытын белеп кенә барып, көноҙоно йөрөмәй ҙә эре генә бер балыҡ тотоп алып ҡайтһа ла туйымлыҡ. Бер мәл тамағы шешеп ауырып киткән көйө барам тип ныҡышҡас, ҡустыһына муйыл сыбығына баулап киптерелгән балыҡ тағып, һыу һалынған биҙрәнән “тоттороп” та ултыртҡайны. Сабый балаға ни күп кәрәкме, ышанып, килеп ингән кешеләргә маҡтанып күрһәтеп тә бөткән булды. “Ҡармаҡсы” тигән ҡушамат та йәбештерҙеләр үҙенә. Әле шул иҫенә төшкәс, һыҙланыуы ла кәмегәндәй булып, күҙ йәше аша йылмайып ҡуйҙы.
ӘРМӘНДЕНЕҢ ЭСЕН ЯРҒАНЫ,
йәки КОЛХОЗ ТӨҘӨҮ
Балалары тыңлаусан, үҙаллы булғанға Һәжәре лә бергә барып арҡыры бысҡы менән ағас бысыша ала. Бәләкәй генә кәүҙәһендә ҡайҙан шул тиклем көс – шына ҡағып, ярҡа ла ярып ҡуя. Тараҡ балтаһы ҡулында нисек уйнағанын ҡара. Әлдә ул урман эшен күреп, бәләкәйҙән ҡатнашып та үҫкән. Хәҙер бит төрлө райондарҙан йәш кенә ҡыҙҙарҙы ебәрәләр. Күбеһе ялан яҡтан.
Ҡатынына ҡулдаш итеп Әминә исемле колхозсы ҡыҙҙы тәғәйенләп ҡуйҙылар. Ул меҫкен урман эшен түгел, урманды ла күргәне булмаған. Тиҙәккә һалам ҡушып киптереп алынған нәмәне “киҙәк” тип атап, шуны яғып көн итәләр икән. Их, беҙҙә был ағастар булһа, тип тә ҡуйғылай. Ялан яҡтарҙа колхоз ҡороп йәшәүе ҡулайҙыр. Бындағы кеүек ағас ботайһы, тау-таш араһынан сабынлыҡ эшләп алаһы түгел. Иген үҫтерәйем тиһәң дә, күпләп мал аҫрайым тиһәң дә икһеҙ-сикһеҙ ҡырҙар.
Мәшәлектә лә кеше аптыратып колхоз ойоштороп маташҡайнылар. Өҫтән ҡушалар тип камсург Нур бик ҡаты өгөтләп тә, өркөтөп тә ҡараны. Почта килеү менән, халыҡты йыйып алды. Ҡулында “Башҡортостан” гәзите. Этә-төртә шунан мәҡәлә уҡып күрһәтте:
– Ана, түбән яҡ Йөйәктә тары, һоло сәсеп һәйбәт уңыш алғандар тип яҙғандар. Шул бер район даһа. Тимәк, беҙҙә лә колхоз ойоштороп була.
Комсомол ойошмаһы ағзалары, бер-бер артлы тороп ялҡынлы телмәр тотоп, уны хуплап-ҡуплап күтәреп алды. Ололар ғына, сабырлыҡ күрһәтеп, һайрағыҙ әйҙә, һайрағыҙ тигәндәй төҫ менән ултырҙы. Ирҙәрҙән алда тороп һүҙ алырға ҡыймаған ҡатындар үҙ-ара ғына ризаһыҙ бышырлашты. Ниһайәт, Хәблетдин ҡарт һүҙ алды:
– Һөрөлмәгән ер өҫтөнтә тыумаған ҡуян балаһы ул калхуз тигәнең әлегә. Түвән яҡта бер аҡылты кеше бармы... – был һүҙҙәренән һуң йыйылыштағылар “гөрҫ” итеп ҡалды, уны “үҙ яғыңта һунар ит, төртөнөп йөрөмә мынта ” тип бәргеләп ҡайтарғандарын ишеткәйнеләр. –Мына һин, ҡустым Нур, бер район тиң тә тораң. Буһа ней. Мына алар ҙа “анта-мынта”, ивет, беҙ ҙә. Түлке алар “һөйләшә”, ә беҙ “һөйҙәшәбеҙ”, аларҙа “урманнар”, беҙҙә “урмантар”, аларҙа “быуай”, беҙҙә “апа”. Мына кемегеҙ Йөйәк яғынта буғаны бар?
– Ҡыуғынҡа төшкәнтә күргән бар, шулай уҡ таш, урман инте, – тип ҡысҡырҙы берәү.
– Ә мин һунарҙа йөрөп күрҙем у яҡты. Беҙҙәге кеүек үк түгел, ауылтың түбән яғынта Инйәргә ҡойған Йөйәк йылғаһы үҙәнентә тотош “Иҫкауыл” тигән баҫыуҙар. Анта йылыраҡ та, күпләп имән, саған, йүкә үҫә. Мул итеп ҡорт тоталар шуңа. Ағастары ла йыуан. Бер йылты мин барып сыҡҡанта анта муйыл сәскә ата ине, мин айҙанып ҡайтҡантан һуң аҙна-ун көн үтте беҙҙә сәскә ата баштағансы. Эштәп күргәтһентәр әле берәй ике-өс йыл. Шунан ҡарарбыҙ. Нәкәй тип ашығырға.
Тик партия ҡушҡаны еңәме лә, хатта ағза ла булып тормаған иҫкелек ҡалдығы, наҙан бер һунарсы ҡартмы. Ололар уның һүҙен ҡеүәтләп ултырһа ла, артыҡ бәхәсләшмәне.
Ниһайәт, бисәләр яғынан да ҡул күтәрелде. Нурҙың әсәһе Миңдекәй икән. Улының һүҙен ҡеүәтләне лә:
– Мин үҙем беренсе булып ғариза бирәм, –тип, әҙер ҡағыҙын тотоп, президиум өҫтәленә алып барып та һалды.
– Йә, кем калхуз төҙөү яҡлы? – тип комсорг тауышҡа ҡуйҙы.
Хәблетдиндән башҡа ҡаршы тауыш биреүсе булманы. Сибәғәт тә, ҡатыны ла икеләнеүселәр иҫәбендә ҡул күтәрҙе.
Әйткәндәй, ликбезда ололарҙы уҡытып, район гәзитенә булһа ла яҙылырға ҡуша башланылар. Клубҡа “Башҡортостан” гәзитенән тыш урыҫсаларын да алдыралар ине. Сибәғәт килгән бер гәзиттән Сәғәҙәтов Әлипбай тигән исем осрамаҫмы икән тип күҙәтеп бара торғас, осраны бит бер тапҡыр шундай фамилиялы хеҙмәт алдынғыһы. Туғанын ысынлап тапҡандай, һөйөнөп, өмөтләнеп, редакцияға хат ебәрҙе. Өфөнән яуап килгәнсе айға яҡын ваҡыт үтеп китте. Йәне сыға яҙып көтөп алынған конвертты ҡалтыранған ҡулдары менән шунда уҡ асып уҡый башланы. “Һеҙ һораған кеше менән бәйләнешкә индек, аңлауыбыҙса, ул һеҙҙән йәшкә олораҡ, бынан тыш, Өфөлә тыуып үҫкән”, – тип яҙылғайны унда. Энекәшен яңынан юғалтҡандай булып, оҙаҡ көйөнөп йөрөнө бынан һуң Сибәғәт...
Колхоз ойошторорға тотонғас, Нур тирәһендә йөрөгән бер нисә кеше генә берләшеп, “Яҡты юл” тигән исем биреп, юғарыға хәбәр иттеләр. Рәйес итеп Миңдекәйҙе һайланылар. Ағзаларҙың тау итәгендәге ботама сабынлыҡтары бер урында ине. Йөйәктәрҙән күрмәксе, тары менән һоло орлоғо алып ҡайттылар. Ташлы үңерҙе көс-хәл һабан менән йыртып сығып сәстеләр. Матур ғына булып ҡалҡып сыҡҡас, ҡырау төштө. Һоло артыҡ бирешмәне, әммә тары тотош ҡап-ҡара булды. Киләһе йылына уның урынына арыш орлоғо килтерҙеләр.
Мал фермаһы төҙөп, Һыуыҡшишмә буйында силос соҡоро ҡаҙып, сабылған бесәнде киптереп тормай, шунда килтереп, тапап-тапап тултырҙылар. “Һутлы мал аҙығы әҙерләйҙәр” тип район гәзитендә яҙып та сыҡтылар.
– Мына ҡалай әйбәт, ямҡырға һуғылты тип бесән серетеп тик ятабыҙ икән, айҙантырып йөрөйһө лә түгел, сабаң та йыяң та алаң, - тип һөйләнеште ҡайһы берәүҙәр.
Йәй үткәнсе үҙебеҙҙә тотайыҡ әле, ҡышҡа фермаға биктәрбеҙ, тип һыйырҙарҙы тапшырмайыраҡ торғайнылар ҙа. Мал тиһәң дә, үҙ ғәҙәттәре ғәҙәт, һарайҙан сығарыу ғына көс, ҡойроҡ сәнсеп һәр береһе үҙ өйө яғына саптырып ҡайта ла китә. Шуға үҙҙәре аҫрап, һөт-май ғына тапшырырға ҡарар иттеләр. Һутлы аҙыҡ тигәне лә әллә ни түгел икән, һөттө тәмһеҙләтә, етмәһә, өҫкө яғы яртылаш сереп, лайлаға әйләнгән. Мал да өйрәнмәгән аҙыҡты бик ашап барманы.
Киләһе йылына баҫыу өҫтө йәшел балаҫ булып күҙҙе ҡыҙҙырып йәйрәп киткәйне лә, бер көн дөбөр-шатыр күк күкрәп, хатта Һыуыҡшишмә ташып ярҙарынан сығырлыҡ итеп ҡойоп ямғыр яуҙы. Тау итәгендәге һөрөнтө ер тотош йырылып-йырылып, һолоно ла йыуып төшөргән булып сыҡты.
Буйы килһә, арҡырыһы килмәй, арҡырыһы килһә, буйы килмәй, тағы бер нисә йыл хитландылар, ҡаҙан төптәре көйөп, үҙ-ара һүҙгә килешеп тә бөттөләр. Рәйесте лә алмаштырып ҡаранылар. Юҡ инде, үҫмәһә үҫмәй икән йүкәлә сәтләүек. Дәүләткә тапшырырлыҡ уңыш та ала алманылар, бары бурысҡа ғына баттылар. Юғарыла ла ауыртмаған башҡа тимер таяҡ эшләгәндәрен аңлап, шым-шым ғына түңәрәкләү яғын ҡаранылар. Йөйәктә лә игенселек оҙон ғүмерле була алмаған. Инйәр төбәгендә ойоштороп ҡаралған 13 хужалыҡ та бер-бер артлы донъя ҡуйған. Башҡаса был төбәктә колхоз ойоштороу тураһында һүҙ күтәрелмәне.
Хәблетдин ҡарт ҡына йомғаҡлап ҡуйҙы:
– Әрмәнде үгеҙ булам тип эсен ярған, ти. Урман инте, урман был яҡтың ашатҡаны-кейентергәне лә, һөйөнтөргәне-көйөнтөргәне лә.
***
Тауҙа ҡар ҡалын, бил тиңетен көрт кисеп килергә кәрәк. Ҡыҙҙарҙың киндер күлдәк-ыштандары һыулана, төн эсендә кибеп тә өлгөрмәй, тиҙ туҙа. Алмаш кейем дә еткерә алмай бахырҙар. Илай-илай тауға менеп еткәс, хәлһеҙләнеп бер аҙ ултыра әле Әминә балаҡай. Бейәләйҙәре боҙланып ҡата, һелтәнгән ыңғайы ҡулындағы балтаһы шыуып осоп, ҡарға бата. Уны эҙләп табып алғансы, бейәләйен юғалта. Беләге лә, балтыры ла сейләнеп, себешләп бөткән меҫкендең.
Йыраҡ түгел Көҙйылға тигән урында ҡыш уртаһында барактар һалып кереп, ҡыҙҙар ҡасып китмәһен өсөн тәҙрәләренә тимер рәшәткә ҡағып ҡуйҙылар. Ишекте лә тыштан бикләйҙәр. Мейес өҫтөндәге бауға кейемдәрен киптерергә эләләр. Бер төндә ҡыҙыу мейес өҫтөнә сепрәк-сапраҡ төшкәндер, ахыры, ут сығып, береһе лә сыға алмай, бер барак ҡыҙҙар янып үлде.
Дисәтниктәре Замятин хәрбиҙәреңдән былай, норма тултырыу ғына етмәй уға, боталған ботаҡтарҙы, сыбыҡ-сабыҡты мотлаҡ йыйып алып бер урынға өйөүҙе күҙәтеп кенә тора. Төпһәне оҙон ҡалдыра күрмә, мотлаҡ ҡыҫҡарттырасаҡ. Уныһы инде йәнә бер ағас йыҡҡандан кәм түгел арыған кешегә. Шуға башта ағас төбө асылғансы ҡарҙан таҙартып алалар. Уныһына күпме ваҡыт, көс китә! Быларына үпкә юҡ, шулай булырға тейеш тә. Тик уның күрәләтә норманы арттыра барыуына асыуы килә урман ҡырҡыусыларҙың. Фамилияһы ла бер аҙҙан Зәхмәтингә үҙгәреп китте.
Хәйләләшеп, күберәк күренһен өсөн әрҙәнәне бушағыраҡ өйөрмөн тимә, емерә-емерә төртөп йығасаҡ. Унан һал яңынан! Бер саҡ шундайыраҡ өйөмгә барып сыҡҡан да ҡысҡыра икән:
– Был кемдеке?
Береһе лә өндәшмәй.
– Кемдеке тип һорайым бит.
Шунда теге остан атаһы күренә. Ирәбе генә атлап улының янына килеп баҫа ла:
– Минеке. Шунан?
– Һинеке? Кеше шулай итеп өйәме?!
Әтәс кикерегендәй ҡып-ҡыҙыл булып, ажарланып атаһының әрҙәнәһен осора-осора быраҡтырып китмәһенме!
Атаһы бер ни әйтә алмай, шаҡ ҡатып тик тора.
Үҙенекен шулай иткәс, башҡаларға ни һан! Быны күргәндәрҙең генә түгел, ишеткәндәрҙең дә һис кеме хәрәмләшергә маташып та ҡарамаҫ булды.
ҠАЙҘА ЛА ЯУ...
... С-ссссссс... Башының эсенә бер һыҙғыртҡыс индереп ҡуйғандармы ни... Ҡасан туҡтай был?!
Һаман эҙләп килмәйҙәр. Ҡояш төшлөктән уҙған инде, аңлауынса. Болот баҫҡан булғас, бик аңлап та булмай. Әллә был кисә булдымы икән? Бәлки, бер көн генә үтмәгәндер... Шыуышып ҡына китер ине, хатта йөҙтүбән әйләнерлек тә хәле юҡ... Шулай ҙа үлем көтөп ятмаҫҡа кәрәк. Бил ҡайышының уң яғына тағылған фляжкаһында әҙерәк һыу ҡалған, әммә, бик сарсаған булһа ла, төбөнә хәтлем эсеп бөтөрмәне. Бер-ике йотом ғына булһа ла ҡалһын әле.
Ул йәнә тоғро ҡоралын һәрмәп алды. Ҡайышының һул яғына беркетелгән сумкаһына ҡулын тыҡты – нисә патрон ҡалған икән? Дошман-фәлән килеп сыҡһа, һуңғыһы үҙенә булырға тейеш... Икәү генә ҡалған. Береһен тартып сығарып, мылтығын яһаны. Йән көсөнә тәтегә бармағын һалды. Шул ғына ла хәлһеҙ итте. Көс йыя биреп, атып ебәрҙе лә йәнә һаташмаҡ донъяға убылды.
...Ҡыл өҙгөһөҙ булып арығайны Сибәғәт был көндө. Ян бысҡы менән бер үҙе быса. Был ҡорал торғаны йәйәгә тартып ҡуйылған кереш, тик бау урынында бысҡы таҫмаһы. Һәжәре ауырып китте лә, өйөргә лә бер үҙенә тура килде, ҡайһы саҡ ул да ярҙам итешеп өлгөрә ине. Бишенсегә бәпәй көтәләр бит, ул-был юғалтып ҡуймаһын. Бригадалағы ир-аттың барыһы ла, бик йыуаны тура килмәһә, ағасты яңғыҙы, ҡатын-ҡыҙ арҡыры бысҡы менән парлап йыға. Уларҙың да нормаһы ирҙәрҙекенән кәм түгел.
Март ҡояшы яғымлыраҡ ҡарай башлаһа ла, ҡырыҫ Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе Ямантау яҙҙы ҡуйынына индерергә ашыҡмай. Шулай ҙа көн һиҙелерлек оҙонайҙы, төн менән тигеҙләште. Тап бөгөн Науырыз, шәреҡсә яңы йыл башы. Нишләптер күңеленә тормошо ла яңы яҡҡа боролоп китер кеүек килеп тик торасы.
Зәхмәтин ул көндө кемгә ҡайһы ерҙә бысырға кәрәклеген күрһәтергә килгәс, Һәжәрҙең юҡлығын күреп, иренә екерҙе:
– Ҡайҙа бисәң? Ниңә сыҡмаған?
– Мин баракта йәшәйем дә, ҡайҙан беләйем. Үҙем дә ҡайғырып торам. Кисә ауырыңҡырап йөрөгәйне. Йөклө бит, бер-бер хәл булып ҡуймаһын.
– Бында һеҙгә богадельнямы! Ауырый имеш! Ураған һайын бала табалар ҙа... Ана Иҙелбашында “Катюша”ларға снаряд баштары, яндырғыс бомбалар сығара башларға тотондолар, тағы ла күберәк күмер кәрәк. Ә һеҙ бында эшкә сыҡмай ятаһығыҙ, саботажниктар. Дошманға ярҙам итәһегеҙ.
Сибәғәт ни әйтергә лә белмәй, телен тешләне. Ҡорһағы эйәгенә тейә яҙғансы ла ҡалмаҫҡа тырыша, тимәй бит әле, дошманға ярҙам итәһегеҙ, ти. Туҙға яҙмағанды. Аслы-туҡлы көйө, таштан йүкә һуйырҙай булып, йәнтәслим фронт өсөн тип тир түгәләр ҙә.
Яңғыҙ ҡалған Әминәгә дисәтник бригадалағы барыһының да артынан ботаҡ-сыбыҡты йыйып йөрөргә ҡушты. Анһат түгел быныһы ла, күбеһе былай-алаймы ауыр, һәр төпһәгә эләгеп бармаған бүрәнәне ташыу еңелерәктер әле.
Яҡты менән ҡараңғы тигеҙләнгән көн булһа ла, болот баҫып, ҡояшты ҡапланы. Эңер-меңерҙә әрҙәнәне өйөп бөтөргәс, күпме эшләгәнен самалап, күҙҙән үткәрҙе. Әле өйгәне үҙ иҫәбе буйынса һигеҙ физметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Тик Зәхмәтиндең үҙ үлсәме, ҡырҡ сәбәп табып, кәметеп яҙырға ғына тора. Бигерәк тә ниңәлер кәйефе ҡырылған булһа.
Ана, үҙе лә күренде инде, тик уның яғына түгел, Әминә йыйып йөрөгән лапы яғына боролдо. Һәжәре төнәген борсолоп, ҡыҙға күҙен майландырып, һәрмәнергә генә тора тип әйтеп тә һалғайны. Буранлы көн бүрегә иркенлек шул. Әле аулаҡлап ул-был яманлыҡ ҡылып ҡуймаһын. Ботаҡ сабып торған тараҡ балтаһын ҡулынан төшөрмәй генә Сибәғәт тә ҡар кисеп шул яҡҡа ыңғайланы. Ваҡытында барып етеште, лапы өҫтөнә йығырға маташҡанда ауыр эшкә күнегеп килгән ҡыҙ бирешмәй көрмәкләшә башлағайны инде. Нәфрәте ташыуына сыҙай алмаған Сибәғәт уны күреп ситкә ырғыған дисәтник яғына балтаһын һелтәне. Ялтанып өлгөрҙө тегенеһе, ҡорал уның артындағы ағасҡа барып ҡаҙалды. Тейҙерерҙән түгел, өркөтөрҙән генә тоҫҡағайны ла былай.
– Сәғәҙәтов, аҡылдан яҙҙыңмы әллә, йәшәүҙән туйҙыңмы? – тип аҡырҙы ярһыған дисәтник.
– Ҡағылма ҡыҙ балаға, рәнйетмә! Үҙеңдең ҡыҙың үҫеп килә лә, үҙеңдекенә ҡайтыр тип уйламайһыңмы!
– Мин нишләгән, ҡосаҡлағандан ни була!
Уныһы шулай, эш ҙурға китеп өлгөрмәгәйне. Балта ташлағанын аҡларлыҡ сәбәп тә юҡ кеүек.
– Бәхетең, балаларың күп, төрмәгә ултыртмайым мин һине, һуғышҡа ебәрәм.
Дисәтник теш араһынан сырт итеп төкөрҙө лә әрҙәнә өйөмдәре яғына йүнәлде. Әминә лә, оло ағай алдында ҡалырға оялып, ҡатындар ағас йыҡҡан яҡҡа көрт йырып сығып китте.
Сибәғәт балта-бысҡыһын, кәрәк-ярағын йыйнап алды ла, тауҙан тәгәрәп тигәндәй төшөп, тиҙерәк өйгә атылды.
Ҡайтып инеү менән ҡатынына:
– Юлға әйберҙәремде әҙерләп һал, мине һуғышҡа алалар, – тине. – Теге зәхмәткә балта ебәрҙем.
Һәжәр ағарынып китте:
– Тейҙеме?
– Йәл, теймәне.
– Нимә булды?
– Ярай, күп төбәшмә... Аҙаҡ...
Юл артмағына һалырлыҡ әллә ние лә юҡ инде, иҫке генә алмаш күлдәк тә кальсон тигән ыштан. Һәжәре ҡул эшенә оҫта, түрҙә торған һандыҡтан хатта өсәр кейем йөн ойоҡбаш менән бейәләй килтереп сығарҙы.
– Был бейәләйҙәр менән атып булмай бит, өс бармаҡлы итеп бәйләнгәне кәрәк, – тине ире.
– Ярай, быларының да кәрәге тейер әле, хәҙер бәйләп бирәм. Ауырып торғанын да онотҡандай булып, шул арала аш та һалып ебәрҙе. Зафураға мейес яғырға, соландан һаҡлап ҡына тотонолған ондо индереп иләргә, ыумас ыуырға ҡушты. Бәләкәстәре ниндәйҙер хәүеф килгәнен һиҙенеп, шымышып китте, аш бешкәнен дә көтмәй, унан-бынан ҡапҡылап, биръяҡтағы һикегә теҙелешеп кенә барып ятты. Бер аҙҙан танауҙары һыҙғыра ла башланы инде.
Ҡатыны остары туҙған бейәләйҙәрҙе, ойоҡбаштарҙы һүтеп, ҡуныстарын яңыны бәйләргә әҙерләп һалып ҡуя ине. Әле шуларҙың бер кейемлеген һайлап алып, тиҙ генә түр яҡҡа уҙып, май шәм ҡабыҙып, ойоҡ энәләренә тотондо. Бармаҡтарына күҙ эйәрмәй. Сибәғәт бығаса хатта иғтибар ҙа итмәгән икән, ниндәй ауыр эштәрҙә, балта-бысҡы, салғы-һәнәк тотоп йөрөһә лә, мейес сығарып, балсыҡ һылап ҡатҡылланып китһә лә ниндәй матур икән бит йәргенәһенең ҡулдары. Тотоп бармаҡ остарынан үпкеһе килде, тик килештермәне. Ғүмерҙә ҡыланмағанды ни.
Ҡыйылып торған ҡашлы, уймаҡ ауыҙлы, шәмдең үҙ тирәһенән ары китмәгән яҡтыһында былай ҙа оҙон керпектәре бейәләй бәйләгәндә ярты битен тиерлек күләгәләй. Аҫыл ҡошто аяғынан эләктергән булған бит, ошоғаса шуны ла аңламай йөрөгән.
ҺӘЖӘР
Хеҙмәттән ҡайтып ҡына килгәйне, үҙҙәренән һорап та тормай, ике яҡтың ололары килешеп, никахланы ла ҡуйҙы уларҙы. Һәжәренә ун алты ғына йәш ине әле. Сибәғәт үҙе үкһеҙ етем. Кәләшенең атаһы, ауыл старостаһы, ихтилалдарға тиклем әле ваба эләктереп үлеп киткән. Әсәһенең ҡулында уға етәге һеңлеһе лә, имсәк бала энекәше ҡалған.
Ваба һалыуы халыҡты ҡыра башлаған булған инде. Лекарь ауылға килеп, старостаға кеше араһында йөрөмәҫкә кәңәш итеп ҡайтҡан. Нисек сыҡмай ултырһын инде, кем ниндәй йомош менән килә лә инә. Өйҙәгеләргә йоҡмаһын тип урамға үҙе сыға. Сыҡҡас-икәс, ярамай икәнен белһә лә, йола ҡушҡанса ике ҡуллап тороп күрешә.
Атаһын һағынып, телгә алмаған көнө булмағандыр балаларының.
– Ҡайҙа барһа ла ул мине эйәртеп йөрөй торғайны, – тип һөйләй башлағайны ла кәләше, тамағы төйөлгәндәй туҡтап алды. – Үлер көнө иртәнсәктән ауырыңҡыраһа ла, үтер әле, бер бәхәсле сабынлыҡты ҡарап ҡайтайыҡ тип, мине лә алып сығып китте. Кешенең талашынып йөрөүен яратмай ине. Бите ҡып-ҡыҙыл булып, килә бирә лә, ултырып ала. Тәне яныуына сыҙамай, күлдәген дә сисеп алды. Ауылға етәрәк шишмәнән услап һыу эсте лә йығылып китте.
Тыштан һәр саҡ тыныс, хатта мәле менән битараф күренгән Һәжәре шул фажиғәле мәлде яңынан кисерә ине булһа кәрәк, тауышы ҡалтырап, тағы шымып ҡалды.
– Ул тормай ята ла ята, һөйләшмәй ҙә. Үҙем генә йүгереп ҡайтып әсәйемә әйткәйнем. Кешеләр барып үле кәүҙәһен генә алып ҡайтты.
– Нисә йәш ине һиңә?
– Ете...
Шулай итеп, өс етем менән ултырып ҡалған йәш кенә көйө ҡәйнәһе. Көнһылыуға – өс, ә Һибәтулла ярты йәшлек кенә. Ике ҡыҙы араһында тыуған имсәк бала ғына улдарын Инйәргә баҙарға барғанда бер ҡатын һорап алып тупылдатып һөйгән.
– Бигерәк матур, теремек бала ине, үҙе ап-аҡ ҡына, күҙҙәре ҙур, керпектәре оҙон, ҡулда күбәләк кеүек елпелдәп кенә тора. Мәшәлеккә ҡайтып еткәнсе иланы ла, күҙенән бер тамсы ҡан сығып, үлде лә ҡуйҙы, – тип һөйләгәндә ҡәйнәһе һаман күҙҙәрен һөртөп ала.
Шунан өҫтәп ҡуя:
– Күҙ тейеү бар ул, хатта мал ҡазалай, гөлдәр, ағастар ҡорой. Йәш булғанмын, аңламағанмын.
... Ҡолаҡ сыңлауы кәмегәндәй булды. Тик ҡалтырата. Ҡапыл битенә йылы тын бәрелгән кеүек тойоп, Сибәғәт күҙен асты. Эт икән. Еҫкәнде лә, ниҙер аңлаған, йәлләгән кеүек, йөҙөнә ҡарап, эргәһенә ултырып алды, ике тапҡыр өрөп ҡуйҙы. Полкан бит, яралыларҙы эҙләп табырға өйрәтелгән эт. Һалдаттың эсенә йылы йүгерҙе, былай булғас, ҡотҡарырҙар. Күпме кешене ут эсенән сығарышып бирҙе бит ул үҙе белерҙән генә. Эт сабып сығып киткәс, йәнә ҡараңғылыҡҡа убылды.
Ә-әә, Һәжәре уятҡанын төшәгәйне лә... Атаҡлы Рәхмәтулла аҙансы бүләһе лә ине әле үҙе. Ҡәйнәһе лә уҡымышлы, иртә эңерләнгән ҡышҡы кистәрҙә боронғо китаптарҙан “дастан был” тип бик ҡыҙыҡлы тәуарихтарҙы ла көйләп һөйләп ебәрә.
Ҡайныһының олатаһы тураһында һаман яҡын-тирәләге ауылдарҙа йыр ҙа йөрөй:
Мәшәлектәй кеүек тә ер ҡайҙа,
Рәхмәт мулла кеүек тә ир ҡайҙа,
Рәхмәт мулла кеүек һүҙ һөйләргә
Рәхмәт мулла кеүек тә тел ҡайҙа.
Фетнәләр килеп сыҡҡанда мир йыйындарында уның сығып һүҙ әйтеүе еткән, тиҙәр. Ҡайныһы Һиҙиәт тас олатаһы ине, тип һөйләйҙәр. Ауыр аҡыллы, ғәҙел тип ауыл халҡы үҙе һорап, уны староста итеп һайлаған булған. Тик яңы власть өсөн ул – түрә, бәс, шулай булғас, иҙеүсе синыфтан...
“Кто был никем, тот станет всем” – белер-белмәҫ телдәре менән йәштәр урамда ошо йырҙы ла йырлап йөрөй.
Ауылдың тирә-йүндә дан тотҡан мәсетенең манараһын ауҙарып төшөрҙөләр. Дәһрилек яңы тормош өсөн көрәшеүселәрҙең иң шәп бер сифаты булып һанала башлағайны. Йәштәрҙең етәксеһе булып йөрөгән камсург мулла ҡушҡан Мулланур тигән исеменән баш тартып, Нурға ғына ҡалдырҙы. Һуғышта булыу түгел, һунар мылтығы ла тотоп ҡарамаған көйө күн куртка, галифе кейеп алды. Ҡайҙан тапҡандыр. Атаманланып, бер өйөр егеттәрен эйәртеп Һәжәрҙәргә лә килеп ингән бер мәл. Бәләкәй генә бәзер күҙҙәре араһындағы ҡарсыға танауының япраҡтарын йәлпелдәтеп, ыржайып торған серек тештәре араһынан төкөрөгөн сәсеп:
– Атайың эрбәлүтсәгә тиктем үлгәненә тыныстап йөрөһөңмө? Ыстарыста бисәһе булғаныңты ла онотманыҡ. Һеҙгә лә сират етер, контралар. Ауылтан һөрҙөртәм мин һеҙҙе. Ҡыҙыңты ярлы етемәккә бирҙең тә ҡотолтоң түгел, – тип ҡәйнәһенә янап та киткән.
Һөрҙөртөүен-һөрҙөртөп өлгөрмәне уныһы, мәгәр ураҙа мәлендә тикшерергә таң атмаҫтан ишектәрен дөпөлдәтә һуғып килеп инһендәрме, ауыҙ асыр ваҡытта йәнә еҫкәнеп килеп етһендәрме. Алланан ҡурҡыуы бәндәнән ҡурҡыуынан өҫтөн ҡәйнәһе юлын тапмай ҡаламы ни: тәҙрәләрҙән ут күренмәһен өсөн балаларын баҙ аҫтына төшөрөп, шәм яҡтыһында сәхәр эсереп, кисен ауыҙ астыра.
Ҡәйнеше Һибәт һабаҡҡа төшкәйне инде. Ураҙа тоталыр тип шикләнгән уҡытыусыһы класташтары алдында бер көн уның алдына һыулы ижау ҡуя:
– Эс!
Малай баш сайҡай.
– Эс тим мин һиңә, контра көсөгө!
Баҙап ҡала Һибәт. Ҡулын артына йәшерә. Йәне көйгән уҡытыусы яңаҡтарынан матҡып тотоп, шаҡарып асылған ауыҙына шыйыҡлыҡты ҡоя. Кемдер ярамһаҡланып хихылдай, кемдер ҡурҡынып, класташынан күҙен алмай.
Сәсәй-сәсәй ысҡынып китеп, өйгә илап ҡайтып инә малай.
– Көсләп һыу эсерһәләр – эс, ашатһалар – аша. Гонаһы уларҙың үҙҙәренә, – тип йыуата улын ҡәйнәһе.
Баланың киреләнмәй һыу эскәнен күргәс кенә тынсайғандар тегеләр.
Камсамул башлығының ат кеүек кәүҙәле, таштамаҡ әсәһе лә улынан ҡалышмай, ҡыҙыл косынкаһын унда-бында ялпылдатып, йәштәрҙең алдынан төшөп алып сәүит власын нығытыша. Аслыҡ йылы Әмерик асҡан осталауайҙы үҙ ҡарамағына алып, кемде ашатырға, кемде ҡыуалап ебәрергә лә ул хәл итә. Башҡаларға эйәреп килгән Һибәтте лә:
– Йөрөмә бында мулла ҡалдығы! – тип кенә баҫтырып ебәрә.
Ҡәйнәһе аш күргән тәрбиәле ҡатын бит, юҡтан бар итеп, тамаҡ ялғарлыҡ берәй нәмә яраштырыр рәтен таба. Киҫәкләп өтөлөп, ҡаҙанға төшөп, ире ҡасандыр бүләк иткән ике тиртун ҡыш сығарта. Сатнама һыуыҡтарҙа сана шәле бөркәнә лә йөрөй. Әммә ишеткән янауҙы ла онотмай үҙе, атаһы ҡасандыр дүнәнгә алмаштырып алған Ҡөрьән менән башҡа китаптарҙы йыйып, туҙ тубалға тултырып, ҡарға күмеп ҡуя. Яҙғыһын иһә, ҡар ирей башлау менән икенсе урынға йыйып ҡуйырҙан һарай артын тотош көрәп сыҡһалар ҙа, табылмай ҡумта. Берәйһе аңдып йөрөп, затлы нәмәләр тип ҡаҙып алғандырмы, китаптар икәнен күреп, изге яҙмаларҙы теләһә ҡайҙа ташлап ҡуймаһалар ярай ине, тип гел көйөндө лә йөрөнө ҡәйнәһе. Алтын-көмөш юғалтһа ла ул тиклем бөтөрөнмәҫ ине.
***
Һуғыш башланыр алдынан ғына ауылдың Хужа Насретдине һанында йөрөгән йор телле, аяҡлы кәмит күршеһе тубал тотоп килеп инде. Үҙ исеме лә Насретдин ине уның, йәмәғәт Насрый йә Хужа тип кенә нарыҡлай ҙа ҡуя.
– Апый, Нурҙың анау йылы һеҙҙе һөрҙөртәбеҙ тигәндәрен ишетеп ҡалдым да, ҡар аҫтынан барыбер табырҙар тип, үҙемә йыйып ҡуйғайным. Шунан ҡулға алыуҙар ҙа китте. Бирмәй, йәшереп тоттом. Ҡайҙа йыйып тотҡанды үлтерһәң дә әйтмәйем түлкә, – үҙе шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Хәҙер донъя тынысланған кеүек тә, тапшырып ҡуяйым тинем.
– Нишләп ошоғаса әйтмәй йөрөнөң, нисәмә йыл көйөнөп сәсем ағарҙы ла. Шул булдымы бер эш!
– Әйтһәм, түҙҙермәҫһең, һорап алыр ҙа бәләгә ҡалырһың тип шикләндем.
Ҡәйнәһе бүрек тегергә лә оҫта ине, һөйөнөсөнән нишләргә белмәй Сибәғәткә тип ниәтләгән төлкө ҡолаҡсынды бүләк итте лә ҡуйҙы.
– Үпкәләмә инде, кейәү, мин һиңә ишшеү ҙә шәберәк итеп тегеп бирермен, – тип йыуатты.
Тегеүен-текте былай, мәхрүм итмәне.
– Ҡара һин уны, шарҙыуан Насрый тимә, эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятҡан уҙаман икән дә, – тип һөйләнеп тә алғыланы.
Иртә менән тороп, урамдарҙы ҡыҙырып сыға торған ғәҙәте бар ине был күршеһенең. Осраған кеше менән тәләкәләп һөйләшеп китә, нимәһе ысын, нимәһен шапырта икәнен аңламаҫһың да. Аты ла өйрәнеп бөткән, санағамы, арбағамы егелгән булһа ла, берәй кеше менән тиңләшһә, шып туҡтай ҙа ҡуя. Хатта башҡа берәйһенә биреп торһа ла, шулай итә. Быны белеп бөткәндәр.
Инде тиҫтә йылға яҡын йәшәһәләр ҙә, бәпес алып ҡайта алманы ла торҙолар бит, шуғамылыр, бигерәк тә бала-сағаны танһыҡлап, мәрәкәләргә ярата. Улары ла йыш ҡына ағас атҡа атландырылһа ла, ышана бит әле ул, айт тигәнгә һайт итергә генә тора. Ҡышын бер тегеләргә:
– Бөгәсә Көлйөҙөмтө кейәүгә бирәләр, барығыҙ, ҡулъяулыҡ һорағыҙ, – тип үҙенең ҡатыны янына ҡапҡа тултырып малай-шалайҙы индереп ебәргән.
Хужа ла Хужа инде, ни әйтәһең. Уныһы ла силәгенә күрә ҡапҡасы, иренең шуҡлыҡтарына өйрәнеп бөткән:
– Мин һеҙгә бит еңгә түгел, апай, ана ул еҙнә була, барығыҙ, унан бәке һорағыҙ, – тип сығарып ебәргән.
Шул рәүешлерәк булаһын һиҙеп, Насрый ул арала кемгәлер бара һалып та ингән. Малайҙар тапмай ҡаламы ни, көтәүелләп йөрөп, бәке һорай башлағас, кире үҙҙәренә оҙата:
– Шаяртҡан ул еңкәгеҙ. Һеҙҙең атайҙарығыҙ вис миңә ҡусты. Барығыҙ кире, еңкә, ҡулъяулыҡһыҙ сыҡмайбыҙ, тиегеҙ.
Тегеләр килеп еткәс, Гөлйөҙөмө ҡалай һауытта әҙер генә тотҡан манпасыйын һәр береһенә таратып сыға:
– Ҡулъяулығымты бүләк итеп бөткәйнем, мәгеҙ, әлегә ошоно һура тороғоҙ.
Ҡайтҡас, ата-әсәһенә һөйләйҙәр бит инде, ауылдаштары бот сабып көлә. Үҙенә күрә күңеленә бер йыуаныс тапҡандыр инде. Берәй яҡҡа юл төшөп, Насрый аҙна самаһы күренмәй торһа, ауылдың бер йәме киткән кеүек булып ала.
БАЛ БАЛЫ ӨМӘҺЕ
Һуғышҡа тиклем Кинйәкәй тигән егет менән Сибәғәт йыуан ағастарҙы парлап быса ине. Эшкә шәп үҙе. “Зимак Кинйәкәй” тигән ҡушаматы ла бар. Ҡала яғына сығып китеп алғайны. Шунда йөрөп, боҙолоп, эсергә-тартырға өйрәнеп ҡайтҡан. Ата-әсәһе ипле генә кешеләр, ете бала үҫтерҙеләр, ошо төпсөгөнән башҡалары йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һәүетемсә башлы-күҙле булып донъя көтөп ята. Ямандан яҡшы тыуһа – тиңе булмаҫ, яҡшынан яман тыуһа – име булмаҫ, тигәндәр. Яман уҡ тип тә әйтеп булмай үҙен, мәгәр бауһыҙ уймаҡ кеүек, бер яҡҡа тәгәрәп сығып китергә генә тора. Өйләнмәгәндән аҡыл һорама, башлы-күҙле булһа аҡыл ултырыр әле, тип өмөтләнгәндәре лә бушҡа сығып бара, һис күндерә алмай хитланалар.
Мәсет тиклем мәсет манараһын ауҙарғас ни, элекке тыйыуҙарҙы йәштәр ҡолағына эләме һуң! Әйтеп ҡара, иҫкелек ҡалдығы тип кенә еффәрәләр. Борон харам һаналған әҙәпһеҙлектәр йыландай шыуыша-шыуыша шөрөбө бушағыраҡтарҙы юлдан яҙҙырырға ла тотондо. Ҡулдашына ла ағылайға тағылайҙар табылды.
Ауылдарында “балға өмә итеү” тигән ғәҙәт электән бар ине былай. Ҙур эштәргә тотонор алдынан бал балы ҡоялар ҙа, әҙер булғас, һыйына ҡул ялғарға саҡыралар. Иҫергәнсә эсеү юҡ уныһы, үҙҙәре әйтмешләй, “күңеллек” кенә.
Бал ҡойоуҙың йәнә бер сәбәбе партком секретары Самариндың ҡолағына ла барып яғылғайны. Урман өҫтәренә ауырға торһа ла өйлөк кенә түгел, утынға рөхсәт алыр өсөн дә йөҙ һыуын түгәһең. Түр кемдеке булһа, мендәр шуныҡы – ҡарауылсы Гниломёдов та дәрәжәһенең хаҡын сығара белә. Нисек итеп әллә нисә ҡышлыҡ утын яҙҙырыу серен Насрый ҙа Сибәғәт менән бүлешкәйне. Инәлеп йөрөй-йөрөй биҙрәп, Гөлйөҙөмөнән бал балы ҡойҙортҡан да саҡырған бит лесникты. Һыйланып алғас, был ҡурай тарта, тегеһе иҙән уртаһына төшөп “присядкалап” тороп бейей. Байрам итеүе тәүге тапҡыр ғына түгел дә, “Ҡарабай”ҙы ла ятлап бөткән, таҡмаҡ әйтә ти:
– Алиляу гынайым,
Балиляу гынайым,
Насрыюшка молодца да,
Хоть береза, хоть сосна.
Партком ҡолағына төшкәс, оҙаҡ һыйланып йөрөй алманы мәгәр, тиҙ үк икенсе берәүҙе ебәрҙеләр. Уныһы бал да эсмәй, билет та бирмәй башланы.
Кинйәкәй менән әшнәләре еҫкәнеп йөрөп, кемдә барын белеп ҡалһалар, шапылдаҡ ауыҙҙарынан һеләгәйе ҡойолоп, бара ла инәләр. Башта ҡойоп биреүселәр күренгеләһә лә, тора-бара быларға ҡапҡа ла асмаҫ булдылар. Шунан өс саҡрымдағы урыҫ ауылына юлды таҡырайтып алдылар. Унда төнөн дә көмөшкә табып була тиҙәр.
Эскән кеше тамағын “сылатырға” ҡырҡ хәйлә тапмай ҡаламы ни, бер көн Кинйәкәйҙең башына “аҡыллы” уй килгән. Ата-әсәһе лә, иң өлкән апаһы менән еҙнәһе лә, өйлән дә өйлән тип быуынын ҡырҡалар ғына. Ауыл осонда йәшәгән Мөхөтдин бабайҙар өй күтәртергә йөрөйҙәр, ти. Мейес баштарында берәй мискә бал ултырмай тормайҙыр. Уларҙың Шәрғиә тигән ҡыҙы ла ултырып ҡалып бара, инергә лә, һората килдем, тип әйтергә. Аҙаҡ баш тарта ла ҡуяһың. Нимә эшләтә ала улар. Ҡыҙығыҙҙан күңел ҡайтты, тиһең дә, бөттө-китте.
Ҡыҫҡаһы, аскүҙләнеп барып инеп, алдан һөйләшелгәнсә “ҡыҙ әйттереп”, төн буйы һыйланып, мискәне бүҫкәртеп ҡайтып китә былар. Кеше араһында, Кинйәкәй Мөхөтдин ҡыҙын һоратҡан икән, тигән шыш-быш тарала. Ә егет яусы ла ебәрмәй, ҡоҙа булаһы кешеләр тарафынан ел дә килеп һуғылмай. Ҡыҙҙарының ғәрләнеп илауына түҙмәй, үҙҙәре китә әбей менән бабай “һоратҡан” егет өйөнә. Баҡһаң, шыш-быштар уның ата-әсәһенә лә, апаһы менән еҙнәһенә лә барып етмәгән.
Ололар шулай ҙа быны һиҙҙермәне, ҡунаҡтарҙы йыуатырға ашыҡты:
– Борсолмағыҙ, йома көн үк яусы ебәрербеҙ, ҡапылыраҡ килеп сыҡты ла, әҙерләнә бирәйек тигәйнек.
Буласаҡ ҡоҙаларын юхалап-йыумалап оҙатып ҡуйғас, ҡапҡанан инеү менән:
– Ай, Аллам, ҡайһылай оятлы итте был үнәрһеҙ, – тип ҡыҙып китте атаһы.
Эштән ҡайтып ингән улының яғаһынан бөрөп алып, тегенең ай-вайына ҡуймай:
– Эт йөнө! Ниңә беҙҙе оятҡа ҡалдырып йөрөйһөң?! Һоратҡан икәнһең, алып ҡайтабыҙ, – тип елтерәтеп тә алды.
– Йәшәмәйем мин уның менән барыбер.
– Йәшәмәҫ булғас, ниңә алам тинең? Был һиңә уйын эш түгел! Кеше рәнйетеп ни! Йәшәрһең, йәшәмәй ҡара.
“Эт йөнө” тигән әре атаһының ауыҙынан бик һирәк, ныҡ нәфрәтләнгән сағында ғына сыға. Йомшаҡ һүҙле, кеше күңелен уйлап ҡына һөйләшә торған әҙәм ул үҙе. Асыуы был дәрәжәгә еткәнен аңлағас, киҫекһеҙ Кинйәкәй ҙә шыртланы, ризалашырға мәжбүр булды. Ҡыҫҡаһы, шартына килтереп һораттылар, никахын уҡынылар, киленде өйгә алып ҡайттылар. Тик Кинйәкәй йәштәр ҡушылырға тейешле аҡ келәткә инеп тә ҡараманы. Иртәгәһенә, Туҡан руднигына эшкә инәм, тип биштәрен йөкмәп сыҡты ла китте.
Сибәғәткә ҡулдаш итеп Насрыйҙы тәғәйенләнеләр.
Ирле көйө ирһеҙ ҡалған Шәрғиә ай самаһы ҡайны-ҡәйнәһе янында йәшәне әле. Бер көн кейәү егет ҡайтып төштө лә, кәләшенең һаман үҙҙәрендә йәшәп ятҡанын күреп, ул бешергән ашты ашамай, тауыҡтарға тип әҙерләнгән ваҡ бәрәңгене генә һоғаланып йыпырғас, дуҫтары янына шылды. Төнө буйы ҡайҙалыр йөрөп, таңға иҫереп ҡайтып йығылды. Атаһының асыуланып әйткәненә:
– Үҙең апҡайттың, ана, үҙең йәшә аның менән, – тип ҡысҡырҙы ла яңынан сығып китте. Шәрғиәгә кире ата-әсәһе янына ҡайтмай юлы ҡалманы.
Өйөнә лә йоҡмай ҡайҙалыр йөрөп, бер көн лаяҡыл килеп ингән улының итеген сисә алмай ҡыялғанын әрнеп ҡарап торған әсәһе:
– Эсеүеңде ташла инде, балам. Затта түгел, ауылда булмағанды, ни ҡыланаһың? – тип килеп ярҙам итә башланы.
Тегеһе асыулы итеп уны этәп ебәрҙе лә тимер тауышын саңғылдатты:
– Эсәм, эсеп үләм.
Әсәһенең туҡтамай үкһегәнен күреп, ниһайәт, башына әҙәмсә уй килдеме, йәлләп киттеме, ултырған еренән башын тотоп, көтмәгәндә:
– Туҡтай алмайым мин, әсәй. Ташлап ҡарайым да, түҙмәй, яңынан тотонам, – тип, үҙе лә илап ебәрҙе.
Бәләкәй генә, көсһөҙ генә бала сағындағы кеүек. Улын ҡосаҡлап алып, икәүләп йәш түгеп, үкһеп бөттөләр. Һуғыш башланғас, иртәгәһенә үк военкоматҡа ғариза тотоп барған, ти, Кинйәкәй.
– Йә эсеп ҡойма буйында ятып үлермен, былай һис юғы һәләк булһам да, бер файҙа килтереп китермен.
Ауылға батырҙарса һәләк булыуы тураһында иң беренсе “ҡара хат” та уның командирҙарынан килде. Граната тотоп, танк аҫтына ташланған.
ХӘТӘР АРТЫНАН ХӘТӘР
Теге хәлдән һуң Сибәғәтте шунда уҡ ҡына яу ҡырына ебәрмәнеләр әле. Ҡулдашы Насрый менән бер көндә һуғышҡа алдылар. Зәхмәтин шулай хәл иткән.
Китер көнө ҡаңғырығында өйҙәренә “енде мәрйә” лә инеп сыҡты. Күрше урыҫ ауылынан ул. Исемен дә хәтерләгән кеше юҡ, “енде мәрйә” лә “енде мәрйә”. Ике йыл эсендә иренә, ике улына “похоронка” тотторғандар. Һуңғыһында аҡылынан яҙған. Тағы өс улы һуғышта йөрөй, тиҙәр. Йыуаш ҡына булһа ла, ул урамда күренеү менән, ҡурҡынып, бала-саға сыр-сыу килеп өйҙәренә һыпырта. Нишләптер Һәжәренә эйәләп алғайны ул. Ҡара брезент сумкаһын тотоп, ҡара яулыҡ бөркәнеп, уңып бөткән оҙон ҡара күлдәге итәктәрен ялпылдатып килә лә инә. Яғымлы шул ҡатыны, йәлләп, тегенең буталана-буталана ниҙер ләпелдәгәнен тыңлап, мотлаҡ сәй эсереп сығара. Хоҙай бәндәһе лә.
Әллә ҡайҙан ишеткән, хатта аңлаған, хушлашырға килгән:
– Сибагатушка, найди убийц моих трех мальчиков, отомсти за них, – тип беләгенән тотоп алды.
Ирен дә шул иҫәпкә индерә икән.
Башҡаһын ҡайһылай дөрөҫ кенә итеп һөйләп тора, енде тиерлек тә түгел, тип уйлап ҡына өлгөрҙө, Сибәғәттең “ярай” тигән яуабын ишеткәс, сумкаһын баш осона күтәреп, “отомстит, отомстит”, тип таҡмаҡлап бейергә төшөп китте. Һәжәре лә сабыр, уны ипләп кенә әүрәтеп, урам яғына сығарып ебәрҙе.
Сарбайлап иламай ғына, илағанда ла һығылып ҡына, күҙ йәшен йәшерергә тырышып оҙата башҡорт ҡатындары яҡындарын яуға. Тыйнаҡ ҡына оҙаталар. Балалары алдында ҡосаҡлашыу ҙа юҡ. Улары ла мөлдөрәп ҡарап һыйынып ҡына торҙо ла ҡул болғап ҡалды.
Иҙелбашында комиссия үткәрҙеләр. Ҡаҡ һөйәктәр, ит ҡундырып алырға кәрәк тип тә, күпмелер ҡорал менән эш итергә өйрәтер өсөн дә уларҙы Алкиндағы дөйөм хәрби часҡа ебәрҙеләр.
Шаталаҡ Насрый шунда ла тел болғауын дауам итте:
– Мин оҙаҡ йөрөмәйем ул, аяҡты өҙҙөрәм дә ҡайтам, – тип көлдө.
– Кит, шул булдымы шаяртыу, кеше ишетеп ҡалмаһын, – тип Сибәғәт, өнәмәй, тыйып ҡуйҙы. – Ысынлап шулай булып ҡуйһа, ышанмаҫтар, аяғын окоптан сығарып, күтәреп ятҡан да өҙҙөргән тиерҙәр. Йә самострел тип трибуналға тапшырырҙар.
Алкинда ай буйы хәрби “уҡыуҙар”ҙа күпмелер ҡорал менән эш итергә, яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәттеләр. Бер аҙ ит ҡундырып алғас, ауылдаштарҙы Калинин фронтына ебәрҙеләр.
Эшелондары тәғәйен станцияға етеп кенә барғанда күктә “Юнкерс”
озлауы ишетелде. Шартлау тауыштары яңғыраны. Сибәғәт тамбурҙа бара ине, шуға күрә вагондар ҡыйралышып, төрлө яҡҡа тырым-тырағай ауа башлағанда, ырғып төшөп өлгөрҙө. Сарпылған ағас киҫәктәре тәненә бер нисә урындан ҡаҙалһа ла, еңел ҡотолдо. Ярай әле зениткалар таҡылдауы ишетелде, бомбаларын ташлау менән үк самолет осоп китергә ашыҡты, тере ҡалғандарҙы сүпләп атып йөрөмәне.
Төрлө яҡтан яралыларҙың ыңғырашҡаны, аҡырышҡаны яңғыраны, төтөн еҫе таралды. Сибәғәт кеүек еңел яралылар ауыр хәллеләргә ярҙам итергә ташланды. Түңкәрелгән вагон аҫтынан бер һалдатты һөйрәп сығарырға маташҡанда артында таныш тауыш гөрөлдәне:
– Сибәғәт ағай, минең өсөн һуғыш бөттө. Әйткәйнем бит, аяҡты өҙҙөрәм дә ҡайтам, тип. Төшөмдә күргәйнем ул. Күрешмәһәк, бәхил бул!
Бына һиңә, юрағаны юш. Төштө нимәгә юрайһың шул, муйыны нәҙек, ҡайһы яҡҡа борһаң, шунда ята, тиҙәр ҙә... Уны носилкаға һалып алғандар ине инде. Уң яҡ галифе балағын ҡырҡып, тубыҡтан түбән бинтлап ҡуйылған урындан ҡан һарҡа. Йөҙө танырлыҡ та түгел. Күгәреп сыҡҡан шеш аҫтынан бер күҙе күренмәй, танауы емерелгән. Нисек иҫен юғалтмағандыр. Үҙе һүҙ ҡушмаһа, ул икән тип уйламаҫ та ине. Тиҙ генә эргәһенә йүгереп барып, ауылдашы менән ҡул биреп хушлашып ҡалды. Шарҙыуан шарҙыуан инде, шул хәлендә лә әллә ни булмағандай һүҙ ҡушып ятыуын әйт.
Ҡәйнәһенең китап тулы тубалын йәшереп тотоуынан һуң бик ышаныслы, арҡа терәрлек кеше икәнен аңлағайны инде Сибәғәт. Мәрәкәселлеге лә битлек кенә. Кинйәкәй бал менән һыйланыр өсөн ҡыҙ һоратҡанын ҡыҙыҡ күреп диләнкәлә хахылдап көлә-көлә һөйләгәндә шул мәнһеҙҙең икмәк шүрлегенә лә менеп төшкәйне.
– Убырланып эсеп йөрөүең етмәгән, кеше рәнйеткәнең менән маҡтанып тораһыңмы, шомлоҡ! Бөгөн үк ысынлап яусы ебәр!
Уйынсыл ауылдашынан быны көтмәгән болғанлаҡ, башта ҡаушап ҡалһа ла, енләнеп һуғышырға барып йәбеште. Сибәғәт ҡулдаштарын саҡ айырып алды.
Кәрәген алған Кинйәкәй ҡып-ҡыҙыл булған ҡулъяулығын танауына баҫып, тыңҡыш тауышы менән әрепләшеп маташты:
– Хужа Насретдин, үҙеңде бел, балаларҙың балаларын алдап йөрөйһөң.
– Һин мәрәкәләү менән мыҫҡылды ла айыра белмәйһең икән әле. Үҙеңә генә түгел, атаң-әсәңә рәнйеш алып! Тфү! Ауһар!
Шул көндө теге мәскәйгә атаһынан да эләкте...
Шомло 37 иҫенә төшкәс, дәһшәтле мәлдәрҙә үҫмер генә булып, әрме хеҙмәтендә йөрөп, болғаныштарҙан ситтә тороп ҡала алған Сибәғәттең ҡәйнәһе, кәләше өсөн борсолоуҙары күҙ алдынан үтте. Ни хәтлек ауылдашын ҡулға алып, себен кеүек ҡырҙылар. Күбеһенә ауылдары тирәһендә ҡасып йөрөгән түбән яҡ Уҫманғәле ауылынан Хәмзә мулланы йәшереп тотошҡан, ашарға биргән, боҫҡон менән ярҙам иткән тигән ғәйеп таҡтылар. Зәки Вәлидиҙең полк муллаһы булған икән. Күҙ быуа белгән, тип тә һөйләйҙәр ине. Имештер, тотолғас, юлда ашарға туҡтаған ерҙәрендә һалдаттарҙың мылтыҡтары урынына таяҡтар тоттороп ҡуйған. Тегеләр быны абайламаған. Байтаҡ юл үткәс кенә күҙҙәрен сискән.
– Ҡайҙа ҡалдыртҡаныңды әйтһәң, ебәрәбеҙ, –тип инәлеп, яуапты ишеткәс, быны ҡалдырып, артҡа йүгергәндәр, ти.
Йәй көнө ни был яҡтың ҡарурмандарында бер ҡасҡын түгел, йөҙө йәшенә алһа ла ғәжәп түгел. Ташөйҙәр ҙә етерлек. Мәмерйәләрҙе шулай атайҙар был яҡта. Яйы килеп сыҡҡансы тип, яҡын-тирә ауылдар тирәһендәге сабынлыҡтарҙа күренгеләп ҡалған, тиҙәр. Һуңынан Ҡытай яғына ҡасып киткән тип тә һөйләнеләр.
Аяҙ көндә йәшендәй, тәүгеләрҙән булып Нурҙы алып киттеләр. Хәмзәгә туғанлығы булған, имеш. Уның әсәһенең кейемдәрен кейеп, бисә һынында бесәнселәр янына килеп йөрөгән икән дә. Сибәғәттең ҡәйнәһенә янап китеүе лә, әсәһенең иләктәген силәккә, силәктәген иләккә бушатып йәмәғәт эштәрендә ялпылдап ҡыҫылып йөрөүҙәре лә үҙҙәре өсөн ҡурҡып, күҙ буяп, алдан алырға маташыуҙан булған, баҡһаң. Йәнәһе, дингә бик ҡаты ҡаршы булып йөрөгәс, муллалар менән ниндәй бәйләнеше булыуы мөмкин! Туҡмауҙарға түҙмәй, ҡасандыр кем менәндер саҡ ҡына низағҡа ингән булһа, шуның исемен власҡа ҡаршы тип әйтеп тик торған, ти. Мәгәр нишләптер Сибәғәттең ҡәйнәһен атамаған, был асылмаҫ сер булып ҡалды.
Шунан Хәблетдинде, айырған булһа ла, ике бисә менән йәшәүҙә, йүнләп эшләй ҙә алмаған колхозға ҡаршы булыуҙа ғәйепләп, “единоличник”, һунар менән көн күрә, сәүиткә хеҙмәт итмәй тип ҡулға алдылар.
Ауыл халҡы ул мәлдә алйы-болйоланып, был хәлдәрҙән шаңҡып, аяҡ-ҡулы ла, теле лә бәйле булып ҡалғайны. Шом, ҡараңғылыҡ баҫҡайны тотош төбәкте. Ә Насрый шулайыраҡ килеп сығырын тоҫмаллаған, уларҙың ғаиләһен ҡурсырға тырышҡан.
Һуғышҡа инеп тә өлгөрмәй госпиталгә оҙатылған ауылдашы тураһында яңыраҡ һәйбәт хәбәр ҙә килеп етеште. Мөғжизә тиһәң дә мөғжизә – Гөлйөҙөмө ире ятҡан госпиталгә барып санитарка булып урынлашҡан да яңыраҡ ҡайтып малай тапҡан.
...Зәхмәтингә килгәндә, Сибәғәттәрҙән ике айға ғына ҡалып һуғышҡа киткән. Уның броне ниңә алынғандыр, билдәһеҙ.
***
37-се йыл хәтәре тына биреүгә, икенсеһе килеп тә баҫты – 1939 йылдың 26 ноябрендә силсәүит алдындағы бағанаға ҡуйылған радио “тәрилкә”һенән, фин яғынан артиллерия уты асыуға бәйле СССР хөкүмәте Финляндия хөкүмәтенә протест нотаһы ебәрҙе, тип яңғыраттылар. Тертелдәп кенә торған ауыл халҡы шунда уҡ был хәлдең дауамы хәйерле булмаҫын аңланы. 30 ноябрҙә инде совет-фин һуғышы башланды.
Ҡәйнеше Һибәтулла шәмдәй төҙ, мыҡты егет булып буй еткереп, яңы ғына өйләнеп өлгөргәйне. Беренселәрҙән итеп повестка ебәрҙеләр. Ҡырҡынсы йылда Выборг янындағы һуғышта һәләк булған. Берҙән-бер улын юғалтыу хәсрәтенән ҡайғыһын да, шатлығын да бер самараҡ сабыр ғына үткәрә белгән ҡәйнәһе күҙгә күренеп биреште. Күҙ йәшен күрһәтмәне ул, тик артыҡ уйсан, онотоусан булып китте, ғәҙәттә йор һүҙле булһа ла, хатта йылмаймаҫҡа әйләнде.
Сибәғәттәр ҡыҙҙары тыуыу менән үк үҙ йорттарын һалып сыҡҡайны. Һибәтулла тураһында ҡара хат килгәндән һуң Һәжәрҙең һәр саҡ нурлы атай йортонан ҡот киттеме ни! Ҡайғы әҙәмде генә түгел, тотош мәҡамы-ние менән баҫа икән ул. Ярай әле килене йөклө ҡалып, ейән табып һөйөндөрҙө. Шул сабыйға бауыр баҫты әбекәй. Сутыр-сутыр ниҙер һөйләшкән булалар, уйындар ҡоралар. Бүтән ейән-ейәнсәрҙәренән артығыраҡ күрҙе Салауатын. Улы тыуһа шулай тип ҡушырға ҡәйнеше үҙе васыят әйтеп киткән булған икән. Әллә ҡайҙан бығаса ишетелмәгән йомаҡтарын да табып ҡоя. Әллә үҙе уйлап сығара инде. Әкиәттәренә әүрәгән малай өләсәһен тыңлар өсөн, йоҡоһо килһә лә, өҫтәл артынан китмәй, күҙ ҡабаҡтарын бармаҡтары менән көсләп асып ултырғанын күреп, Сибәғәт үҙе лә бер рәхәтләнеп көлгәйне.
Ниһайәт, өй эсенә ҡот ҡайтты, бәләкәс кенә йән эйәһе уны нурға күмде.
НӘРЕТАУҘАҒЫ ТАБЫШ
Нур ҡулға алынғас, йәштәр ойошмаһы башлығы итеп педучилище бөтөп уҡытыусы булып ҡайтҡан Бәҙриҙе һайланылар. Йәш булһа ла, ауыр аҡыллы, төплө егет ине быныһы, аҡ һаҡаллы ҡарт тиерһең. Олоһо менән дә, кесеһе менән дә уртаҡ тел таба белде. Уҡымышлылығын әйт, хатта ил-донъя хәлдәре тураһында әлепте таяҡ тип белмәгәндәр ҙә аңларлыҡ итеп, ҡойоп ҡына һөйләй ҙә ҡуя. Телгә бөткән әлеге Насрый мөгөҙ сығармай ҡаламы ни. Диләнкәлә ялға туҡтаған арала ысын һымаҡ ҡәҙимгесә борсаҡ шыттырырға тотондо:
– Аны бит теге мәл урманда ендәр уҡытып ҡайтарған да ул. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, алты йәшенә тиклем һөйләшмәй ҙә, һикенән төшмәй ҙә ултырған. Хәблетдин ҡарт Нәретауҙан табып апҡайтҡас, теле лә сығып, атлаған да киткән дә.
Уның ғәҙәтен белгән тыңлаусылары гөр итеп ҡалды.
– Ке-ет йоҡты. Анта оҙаҡ утырмаған та интеуы, – тине береһе.
– Урманҡа ништәп барып сыҡҡан у? Ишетмәгәйнем тә, – тине икенсеһе.
– Егерме икенсе йылты һантырай ул, – тип, ҡуҙғалырға йыйынып, балтаһын ҡулына алды тәүгеһе.
– Һуң, нимә буған, ысынтап, ишеткән нәмәм түгел.
Аслыҡ йылдары ине шул. Комсоргтың әсәһе Ғөбәйтә апай хәҙер улы менән ғорурланып, әллә кем булып йөрөп ята. Ә ул йылы... Калинин килеп киткәс, осталауай асып, күп балалыларға ярҙам бирә башлаһалар ҙа, бауыр ҡалҡытып уҡ алып китә алмайҙар ине әле. Ғөбәйтә лә береһенән-береһе бәләкәй өс сабыйы менән тол ҡалды. Баш бала Бәҙригә инде алты тулып та бара, ә ул һикенән төшмәй, күҙле бүкән шикелле ни һөйләшмәй, ни хатта артыҡ ҡыбырламай ҙа тик ултыра. Ике һеңлеһе, шөкөр, йәше тулыу менән теле сығып, йүгереп йөрөй ҙә башланы. Ағый ҙа ағый, тип эргәһенә менеп уйнарға саҡырып та ҡарайҙар. Юҡ инде, тамыр ебәргәндәй, ҡымшанмай ҙа, тәтелдәп булһа ла ҡуймай. Уртансы һеңлеһе бер көн:
– Бирән ҡорһаҡ, ҡыяр баш, – тип үк һалдырҙы.
Берәйһенән ишеткәндер рахитлы ағаһын шулай тип әйткәндәрен.
– Ҡулымды тотоп, ултыраһың гонаһ шомлоғо, эшкә лә йөрөй алмайым да, – тип әрнеп һуҡранды бер көн әсәһе. – Нисек һеҙҙе туйҙырмаҡ кәрәк, бөтәбеҙ бергә астан ятып үләбеҙ бит. Үлмәһәк тә, ғүмер буйы һине ҡалайтып ҡарамаҡ кәрәк! Күтәреп йөрөтөргә лә ауырһың.
Аслыҡтың көслө сағы ла ине шул.
Үҙе лә астан ҡырҡылған ҡатын ҡамыр аяҡ улын йөкмәп ҡулалмашҡа йөрөгән була ла ул, тик тамам миктәгәйне. Өй эсе менән ятып үлеүҙәре лә бар.
Хәблетдин ҡарт ул көндө күптән аңдып йөрөгән йәнлеген – бесәйҙәй йылғыр, бүреләй һиҙгер, күҙ бәйләргә оҫта һеләүһенде тотоп, һөйөнөп ҡайтып килә ине. Бындай табыш һирәк аусыға тәтей. Нәре һырты үҙе бер хазина – ул нисәмә төр шыршы-ҡарағайҙары, башҡа бер ерҙә лә осрамаған үләндәре, кәрлә ағастары, әҫтәттәре (таш йылғалары)! Һунарсы ҡарт йыл әйләнәһенә бында килгән һайын берәй кейек-ҡош алмай ҡайтмай. Ул тейен, ул һыуһар, мышы менән айыу ҙа алғаны бар. Яҙға табан һуйыр туйы башланһа, аталары һаңрау-һуҡыр булып хатта юл уртаһына сығып баҫа – тоҡҡа тултырып йыйып ҡына ал. Йылға-ҡаҙыларында* шамбы, ҡыҙыл балыҡ, бағыр, алабуға – йәнгә лә, тәнгә лә ләззәт биргән ожмах мөйөшө ул Нәре тауы. Һеләүһен яҙғыһын уҡ, ағастар саҡ япраҡ яра башлап, урмандар үтәҙек сағында күҙенә салынып ҡалғайны. Мәгәр хәйләкәр үҙе, шул арала олонғамы, ҡойолған япраҡтар араһынамы боҫа ла, күренмәҫ була ла ҡуя. Иң һирәк тотола торған кейек ул. Ауылында унан башҡалар алғаны ла юҡ. Мәгәр ағас башынан кеше өҫтөнә ырғығаны ла ишетелгеләй. Бер ауылда ниндәйҙер ҡатынды йығып, имсәген сәйнәп үлтергән тигән хәбәр ҙә йөрөнө. Ҡотороу ауырыуы йоҡҡан булғандыр. Былай ул үҙенә йә балаларына ҡурҡыныс янағанда ғына килеп йәбешә. Мәгәр унан айыуҙан да нығыраҡ ҡурҡып һөйләйҙәр.
Нисек кенә һаҡланһа ла, бер йәнлек тә эҙ ҡалдырмай йөрөй алмай. Йә тәпәйе, йә кәкәйе һата. Һеләүһенде ҡапҡан менән аулай ул. Элгәре йылдары ҡырғыҙ яғынан ат хаҡына һатып алған Алабайы менән һунар итә ине. Яңыраҡ этен бысаҡлап алып киттеләр. Ҡан тамған ерҙәрҙән юллап барып кем эше икәнен дә асыҡланы, тик тауыш күтәреп йөрөмәне, белмәмеш тә күрмәмеш булды. Үҙенең күп балалы яҡын туғаны зарураттан шуға барғанын аңланы.
Эте лә уны танып яҡын ебәргән инде. Эт түгел, сысҡанды ла тотоп ашайҙар ине бит...
Осло ҡолаҡ бабай ауылдан байтаҡ алыҫ урында сәйер тауыш ишетә. Бала илаған кеүек тә, ыңғырашҡан кеүек тә. Әллә бер-бер ен-бәрей инде... Былай уның һымаҡ юҡ-барға ышанып бармай ул, мәгәр тауҙарҙа сәйер күренештәргә лә осрағаны бар. Бер йылы Елмәрҙәк һыртынан ҡайтып килгәндә аты ҡолаҡтарын ҡайсылап туҡтап ҡалды ла ҡапыл дауыл ҡупты. Көй, йыр, арба тауыштары, аттар кешнәгәне ишетелеп ҡалғандай булды. Ҡолаҡ ярып күктәр гөрһөлдәүе, ел ыжғырыуы, сәйер ауаздар күпте күргән уның да хатта йөрәген ҡалтыратып ҡуйҙы.
Ғәрәсәт нисек ҡапыл ҡупһа, шулай ҡапыл һил булды. Аты кинәт кешнәп ебәреп атылып сығып китте. Иң шаҡ ҡатырғаны: уң яҡтан урман эсенән юлды арҡырылай киҫеп өйөр үткәнгә оҡшаған, асыҡлыҡтағы сиҙәмдә ат тояҡтары уя баҫҡан кәҫ киҫәктәре һөрөп сыҡҡан кеүек ятып ҡалған. Ҡаршылағы ишелеп-ҡушылып үҫкән ҡуйы әрәмәгә инеп киткән урында эҙҙәр өҙөлә. Ни булды был – аңлап-аңлатып булмаҫлыҡ өндәге һаташыумы, әллә бала сағында мәҙрәсәлә мулла бабай һүрәтләгән сағыммы*? Хажға барғанда сүлдә ысынында булмаған каруанды үҙ күҙҙәре менән күргәнен һөйләгәйне лә. Һырт бит сүл түгел, үҙен генә түгел, офоҡҡа барып ҡушылып күгәреп ятҡан армыт-армыт тауҙарҙы ла ҡарурмандар ҡаплап алған. Кеше ышанмаҫ һүҙҙе ысын булһа ла һөйләмә, тиҙәр. Һөйләмәне шул, йә бабай япа-яңғыҙ тауҙарҙа йөрөп, шөрөбө ысҡынған тиерҙәр.
Был юлы сыҡҡан ауаздар баланыҡына оҡшаған. Ен-бәрей шулайтып әүрәтеп аҙаштырып алып китә лә, кешеләр юғала тигән һүҙҙәр ҙә ҡолағына сағылғаны бар ине. Мәгәр, бер аҙ шыртлай төшһә лә, уҡына-уҡына барып ҡарарға булды. Үҙ күҙенә үҙе ышанмай шаҡ ҡатты – Ғөбәйтә еңгәһенең телһеҙ, аяҡһыҙ улы Бәҙри ине был. Малай уны күреп ҡалғас, шатланып ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ағай, ағай...
Аусы һаман әле үҙ күҙенә-ҡолағына ышана алмай, белгән доғаларын мығырҙай-мығырҙай сабыйға яҡынлашты. “Көрсөй” аятынан да юғалмағас, ҡалтыранған ҡулдары менән тотоп ҡараны. Ысын бала, кейеме лә таныш, тәне лә йылы. Ауылға ауыр табышы менән бергә уны ла йөкләп алып ҡайтты һунарсы. Шул көндө үк атлай башлап та әсәһен шаҡ ҡатырҙы Бәҙри. Әллә ен алыштырҙы инде тигән уй ҙа байтаҡ ваҡыт башында йөрөнө әле.
Ҡатын алдан уйлап ҡалдырып киткәнен танды, балан йыйырға барғайным, ҡалдырған еремде оноттом, таба алманым, тип аҡланған булды. Балаһын йөкләп өйҙән сығып киткәнен, яңғыҙы бер ниһеҙ ҡайтып ингәнен күреүселәр ҙә булған. Улын эҙләшергә сығырға бер кемде лә саҡырмаған.
– Әсәй, һин мине бүре ашағыр, тип ҡалдырғайның, мине бүре ашаманы ла ҡуйҙы ул. Эргәмдән сабып ҡына китте лә барҙы, – тип теле асылыу менән төҙөк кенә итеп һөйләшеп алып киткән улы ла фаш иткән, тиҙәр.
Малай көҫәп, эстән һыҙып йөрөгән Хәблетдин ҡарт әлеге көндән табылдығын үҙенең улылай күреп, ярҙам итеп тора башланы.
Бына шул юғалып торғанында, имеш, ендәр уҡытҡан, тип әкиәт һатып тора ла инде Насрый.
– Ен дә комсомол тураһында белә икән, –урмансылар диләнкә яңғыратып хахылдашырға тотондо.
Бәҙри һәр нәмәлә өлгө ине шул. Ауылдың егеттәре лә унан күрмәксе бөхтә костюм, аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып йөрөргә тырыша башланы. Ялтыратып таҙартылған хром итектәре, хатта кирза ғыналары ла шығырҙап торһон өсөн табанына туҙ һалып алһындармы, сәстәрен уныҡы һымаҡ ҡырҡтырһындармы. Кеҫәләренән кәрәкме-кәрәкмәйме шаҡмаҡ ситле ҡулъяулыҡ сығарып, маңлай тирәләрен һөртөп алһындармы. Кинйәкәйҙең эйәрсендәренең дә күбеһе былар яғына ылығып китте. Кистәрен клубта бикләнеп, ябыҡ йыйылыштарында ниндәйҙер сер һөйләнеүе, был хаҡта бер кемгә лә әйтергә рөхсәт булмауы менән дә күңелдәрен ҡымырйытып, комсомолға инергә теләүселәр ҙә арта барҙы. Әллә ни сер ҙә булмағандыр әле. Ә барыбер ҡыҙыҡтыра. Эштә лә күренде бының һөҙөмтәләре. “Молния” тигән стена гәзитенә маҡталып эләкһәләр, түбәләре күккә тейҙе, тәнҡит эләккеләһә, үпкәләңкерәп йөрөһәләр ҙә, фәһем алмай ҡалманылар.
Бәҙри, әйткәндәй, кәмселектән былай иптәштәренең яҡшы яғын күрһәтергә тырышты.
Шулай ҙа егеттәр уны яратып ҡына торҙо тип уйламағыҙ. Ни тиһәң дә, ауылдың һылыуҡайҙары ла уҡытыусыға битараф түгел ине. Һуштан яҙҙырырлыҡ сибәр ҙә түгел үҙе. Урта буйлы, түңәрәк йөҙлө, күҙе лә ҡыҫығыраҡ, аяғы ла кәкрерәк. Сәхнәгә сығып, телмәр тотоп, йырлап тамамлап ҡуйҙымы, артынан сығып йүгерергә әҙерҙәр. Тауышында бер тылсым бар. Ҡыҙҙар түгел, әбейҙәр күҙҙәрен һөртә-һөртә ҡат-ҡат йырлауын һорайҙар. Уҡытыусы түгел, әртис булырға кәрәк ине һиңә, тип тә ҡуялар. Әммә бер йылдан ҡыҙҙарын көнләүселәрҙең бүреһе олоуға сәбәп сыҡты, уҡытыусылар конференцияһынан курсташ ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайтып төштө.
Инде уҡытыусыға күҙ атып йөрөгән һылыуҡайҙар килендән етешһеҙлек эҙләргә тотондо. Берәй ерҙә осраштылармы, иң тәүҙә килмешәк килендең һын-ҡиәфәтенән алып, ҡайҙа барған, нимә әйткән, ваҡ иләк аша үткәрергә лә тотоналар:
– Аба-а, сәсен ҡарағыҙ теге һарымышайҙың – ҡырҡмыш ҡолондоҡо кеүек ҡып-ҡыҫҡа, етмәһә, ялан баш йөрөй.
– Күҙе һуң, күҙе, урыҫтыҡы кеүек сәгер, танауы оҙон, осло.
– Һыйыр ҙа һауа белмәйҙер әле ущуннай килен.
– Мәрйә кеүек кәстүн кейеп алған булған.
– “Һин” тимәй, “син” тип һөйләшә. Татарҙыр ул. Өфө аръяғынан икән. Үҙҙәре яғында кейәү сыҡмағандыр, ошо һынлы ер аяғы, ер башы Ямантауға киләләрме ни ситтән. Һөргөнгә генә ҡыуалар бында.
Үҙҙәрен дә заводсылар олатайҙарының ерҙәрен алдап һатып алып, ошонда ҡыҫырыҡлағандары иҫтәренә лә төшмәй.
Иллә лә мәгәр, ҡырыҫ холоҡло ҡәйнәһе менән уртаҡ тел табып, гөрләтеп йәшәне лә китте йәштәр. Өй эстәре ялт итеп тора, урам яҡтан да текмә тоттортоп, өй алдын сәскәгә күмде киленкәй. Һыйыр ҙа һауа, һарыҡ та ҡырҡа, етмәһә, бармаҡтарына күҙ эйәрмәй, оҫта итеп хатта башлыҡтар ҙа бәйләй икән. Һуғыш башланғанда өйҙәрендә малай ятҡан бишек бәүелә ине инде.
Бәҙри тәүге көндәрҙә үк үҙ теләге менән яуға китте, икенсегә йөклө кәләше менән әсәһе уны Иҙелбашына тиклем үк барып етеп оҙатып ҡалды. Ауыл эргәһенән үткән тимер юлынан тауар поездары йышайҙы, Инйәр ҡасабаһы яғынан йә бүрәнә, йә күмер тейәп уҙалар. Һуғышҡа оҙатылыусылар эшелондары ла күренә башланы.
Уйламағанда ҡышын фронтта Бәҙриҙе осратты снайпер Сибәғәт. Уға өс көн әүәл беҙҙекеләрҙең танк һөжүме уңышһыҙлыҡҡа осраған аҡланға барып ятырға бойороҡ бирелде. Төнгө тауыш әллә ҡайҙа китә бит. Аҡ маскхалатына бөркәнеп, таңғы иң тәмле йоҡо мәлендә тауышы бик һатмаған һунарсы ҡалтағайы кейеп, аҡлан ситенә барып боҫҡон әтмәләргә сығып китте.
Уларға бирелгән саңғы – башы бөгөлгән тар ғына таҡта ла таҡта инде. Шпал станогында ҡайындан бысалар, ти. Килеп тороп ауыр үҙҙәре. Ә уның бәхетенә шәп трофей насип булды. Ҡарҙа осло таҡта башы сығып ята ине. Аусы һиҙгерлеге. Тартып сығарғайны – быймаһы киңлеге ҡалтағай. Арыраҡ икенсеһе ята. Байтаҡ ҡына ситтәрәк һай ғына көрт өйөмө, уныһы инде боҙға әйләнгән кәүҙә булып сыҡты. Хәрби түгел. Ниндәй фажиғәгә юлығып һәләк булғандыр был һунарсы...
Әле бына шул ҡалтағай менән килә бирҙе лә, ары уның өҫтөнә ятып, бер аҙ шыуып барҙы. Кистән үк үҙҙәренең окобынан ҡарап, яйлы урын һайлай башлағайны. Ҡайҙа инде ул был яҡтарҙа үҙебеҙҙәге кеүек ҡарурмандар! Снаряд төшкән бер нисә соҡор ҙа бар. Ҡыуаҡлыҡтар күренә, тик һөжүм барғанда ҡарҙары ҡойолоп бөткән. Уның ҡарауы, яндарында көрт өйөмдәре ята. Шуларҙың береһен тоҫмаллап ҡуйғайны, тура уның янына йүнәлде. Соҡор яһап, ҡалтағайын ҡар аҫтына тыҡты ла мылтығын дошман траншеялары яғына яйлы ғына итеп күҙәп, яһап ҡуйҙы. Хәҙер инде көн оҙоно ошонда ҡыбырламай ятырға. Ата башлаһалар, янда ғына төшөп боҫорлоҡ тәрән генә снаряд уйынҡыһы. Кейек тә һиҙә алмаҫлыҡ итеп йәшенергә, хәрәкәт итергә өйрәткән һунарсы Хәблетдингә рәхмәт. Хәҙер бит йылдан ашыу винтовкаһы менән фашисты, уларҙың техникаһын сүпләй, ҡайҙа ниндәй хәрәкәт барғанын да күҙәтеп, хәбәр итә. Әгәр шул оҫталығы булмаһа, күптән үҙен дә сәпкә алыр ине дошман “аусыһы”.
Яҡтыра башлағас, ауыҙынан сыҡҡан тыны күренмәһен өсөн ҡар ҡабып-ҡабып алды. Һунарсы ҡарт менән айыуҙы нисек аңдығандары иҫендә бит әле. Өңөнән сыҡҡан боҫ һата уны. Теге яҡтың снайперҙары ла күҙәтәлер. Береһен үҙе һиҙеп өлгөрҙө – Сибәғәттәрҙең окобы яғына атҡайны, оптикаһының быялаһын ҡояш сағылтты. Үҙе шуны аңлап урынын алыштырырға уйланы ахыры, ҡыуаҡ ҡыбырлап ҡуйған яҡта башы күренеп ҡалды. Мәргән уҡсыға шул етте. Атты ла соҡорона боҫто.
Дошман траншеяларына тиклем аралыҡта ике танк тороп ҡалған. Беҙҙекеләр. Береһе янған, икенсеһенең тәгәрмәс сылбырҙары өҙөлгән. Егеттәр һәләк булғандыр инде. Яраланмаған булһалар, туңып үлгәндәрҙер, өс көн үтте бит инде.
Хәблетдин ағай өйрәткәнсә, ул аҙыҡты күп итмәй, тән йылыһы килеп торорлоҡ, туңмаҫлыҡ итеп һалып ала. Бер киҫәк шәкәрҙе лә, тәм бирерлек кенә итеп ваҡлап, бәләкәй генә янсығына тыҡҡан. Урыҫ сәйәхәтселәренән кемдер, башҡорттар һыуыҡты, асығыуҙы бар тип тә белмәй, ҡышын ҡарға ятып йоҡлай, кеҫәһендә ҡорот, туңмай торған йылҡы ите була, тип яҙған бит әле. Их, әле булһын ине лә ул шулар. Ҡуйынынан бер ҡабымлыҡ ҡына итеп алдан әҙерләп ҡуйған икмәк, өҫтөнә борсаҡ ҙурлыҡ ҡына шәкәрен сығарып һалып, көйшәнеп алды.
Мосин винтовкаһында ла хәҙер күҙләгес бар. Ҡояшта ялтлап һатып ҡуймаһын өсөн винтовкаһына аҡ көпләмә кейҙереп, оптикаһының өҫтөн бинт менән ҡаплап ҡуйған. Шуның аша ҡарағанда танк пушкаһының үҙебеҙҙекеләр яғына ҡаратып төбәлгән көбәгенән саҡ ҡына боҫ килеүен һиҙеп ҡалды. Яҡшыраҡ күрер өсөн нурҙы сағылтмаҫлыҡ ҡына йүнәлеш табып, марляны сисеп күҙәтә башланы ла яңылышмауын аңланы. Тимәк, тереләр! Тик барыбер әлегә үҙебеҙҙекеләргә хәбәр итеп булмай, ҡараңғы төшкәнсә ятырға, дошманға атырға кәрәк.
Ҡайтып һөйөнсө алыу менән шул төндә үк сылбырһыҙын икенсе танкка эләктереп алып ҡайттылар. Люк эсенән ҡап-ҡара ҡоромға буялып бөткән, ныҡ өшөгән, асыҡҡан, әммә бәхетле өс егет килеп сыҡты.
– Сибәғәт ағай, танымайһыңмы ни? Был мин бит – Бәҙри, – тип ҡосаҡлап алды уны береһе.
Танкының командиры ул икән. Силәбелә танк училищеһының тиҙләтелгән курсын үтеп, һуғышҡа ебәрелгән. Башта тәгәрмәс сылбырына снаряд эләккән, шунда уҡ тиерлек люкка ла икенсеһе килеп тейгән дә кипсәлткән. Пушка көбәге үҙебеҙҙең яҡҡа ҡарап ҡатҡан. Башта шаңҡып ҡалған һалдаттар бер аҙ аң-тоңға килгәс, сығырға маташып ҡараған, тик люк ҡымшанып та бирмәгән. Бикләнеп ҡалыу оҙаҡҡа булыу ихтималын уйлап, булған паёктарын сығарып, бер нисә көнгә иҫәпләп бүлеп һалып ҡуйғандар. Фляжкаларҙағы һыу туңырын да аңлап, әлүмин сеүәтәләренә ҡойоп алғандар. Һыуһағанда боҙ булһа ла һурырҙар. Бәҙри ауыл балаһы бит, ҡыш, һуғыш, төрлө хәлдәр килеп сығыуы мөмкин. Шуға күрә танк эсендә тығыҙ булһа ла, һүнгән күмер һалынған биҙрә йөрөткән. Бик ныҡ өшөй башлағас, сеүәтәгә әҙләп һалып ҡабыҙып, булған аҙыҡты, ҡулдарын ғына булһа ла йылытып маташҡандар. Йыуынмай-нитмәй ҡоромға буялып бөтһәләр ҙә, шул ғына ла уларға әҙ булһа ла ярҙам итеп ебәргән.
“Әллә һине ендәр уҡытҡаны дөрөҫ булған инде?” тип шаяртырға уйланы ла, был күңелһеҙ ваҡиғаны иҫенә төшөрөү йүнһеҙлек булыр тип, уйын йома һалды.
Был ваҡиға хаҡында өйгә хатында яҙғайны, оҙаҡ ҡына ваҡыттан Бәҙри хәҙер танк взводы командиры икән, тигән хәбәр килде.
Әлипбайҙы бик ихлас эҙләшкәйне Бәҙри. Сермән балалар йортона барып та һорашып йөрөнө, тик унда булған документтар архивҡа тапшырылғанын әйткәндәр. Архивта иһә ҡағыҙҙарҙы тапмағандар. Урта Азияға ла, Украинаға ла яҙып ҡараны. Тик ул яҡтарҙан да һөйөнөрлөк яуаптар килмәне.
Миндекәй апайҙың әйткәне лә иҫенән сыҡмай, күңелендә төйөн булып тик торҙо. Ялдарының береһендә тотто ла Сермәнгә үҙе сығып китте, зыяратты ҡарап сығырға булды. Тик файҙаһыҙ, сөнки бурама ултыртылған йә таш ҡына ҡуйылған ҡәберҙәр өҫтөндә кемдеке икәнен белдергән бер ниндәй ҙә яҙыу күренмәне. Ғәрәп хәрефтәре менән “һижри шунса йыл” тип яҙылған бер нисә генә таш уҙған быуатта уҡ ҡуйылған булып сыҡты. Ҡыҙылдар яғында йөрөп һәләк булған берәүҙең иҫтәлеген баш осона ҡыҙыл йондоҙло тимер өсаяҡ менән һаҡлағандар шулай ҙа.
Ҡайҙа ебәрелгән булһалар ҙа, мәктәп тамамлап, эшкә төшкәс, бәлки, берәйһе килеп сығыр, хәбәр итерһегеҙ, тип әйтеп тә ҡуйғайны. Тик ундайҙар тойолманы. Анау тиклем тетрәнеүҙәр, аслыҡ-яланғаслыҡта яфаланған ете йәшлек кенә баланың хәтерендә нимә генә һаҡланды икән һуң! Бәлки, ҡайҙан икәнен генә түгел, исем-атын да онотҡандыр. Етмәһә, йорттоң исемен хеҙмәт коммунаһы тип үҙгәртеп, 1935 йылда ер аяғы-ер башы Үҙәнгә алып барып тығып ҡуйҙылар. Килһәләр ҙә тапмағандарҙыр, эҙләп йөрөмәгәндәрҙер.
Бажаһының бер килгәнендә, ауылда ниндәйҙер әбей ноҡот һалып күрәҙәлек итә, дөрөҫ әйтә икән тип һөйләгәнен тыңлап, ҡыҙыҡһынып китеп, юратырға теләгәнен әйткәйне, ҡәйнәһе ҡаршы төштө:
– Күрәҙәгә барма, башыңа ҡайғы алма, тиҙәр. Юҡ менән булма, кейәү. Гонаһ була ул, мосолманға фал астырыу кеүек ғәмәлдәр аслан тыйыла.
Сибәғәт уның дин буйынса һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға күнеккән булһа ла, уйланып йөрөнө-йөрөнө лә әйтмәй генә Инйәргә, ноҡотсо ҡарсыҡҡа барып килергә булды. Тегеһе өндәшмәй генә тыңлап, дилбегәне ҡыҫҡа тотто:
– Мин мал-фәлән, әйбер-ҡара тураһында булһа ғына һалам ноҡотто, кеше яҙмышы Аллаһ ҡулында, туғаным. Яҙған булһа, табырһың.
Яуап ишетергә өмөт тотоп килгән ир яурыны төшөп кенә ҡуҙғалып, ишекте асҡанда, үҙе үк туҡтатты:
– Балаҡай, бынауында һикегә ултыр әле, ҡот ҡойоп ҡайтарайым.
Ҡайҙандыр аҡ ҡурғаш киҫәге килтереп сығарып, эҫе мейес тимерендә ҡалаҡҡа һалып иретте. Алдан һыу һалып әҙерләп ҡуйылған сеүәтәне баш өҫтөндә ниҙер уҡына-уҡына йөрөтөп, ҡапыл теге ирегән ҡурғашты ҡойоп ебәрҙе. Уның “шажж” итеп ҡалыуынан Сибәғәт тертләп китте. Һаман уҡыныуын дауам итеп, әбей һыу эсенән инде ҡатып өлгөргән ҡурғаш киҫәген килтереп сығарҙы, уны төрлөсә әйләндереп-тулғандырып һығымта яһап ҡуйҙы:
– Ныҡ итеп ҡамсынан ҡурҡҡанһың бит. Алып ҡайтып, бетеү итеп тағып йөрө, – тип ҡағыҙға төрөп, ҡулына тотторҙо.
Ҡунағының йөҙөнә иғтибар менән ҡарап торҙо ла:
– Әлипбай тере, мин уның тере икәнен күрәм, – тине.
Сибәғәттең күңеленә йылы йүгерҙе: ярай, таба алмаһа ла, тере генә булһын энекәше. Шатлығынан әбейгә алдан әҙерләнгән яулыҡты тоттороп, күңеле урынына ултырып, ҡайтып китте. Әбей уны йыуатыр өсөн генә әйткәндер тигән уй башына ла инеп сыҡманы. Индерергә лә теләмәне, дөрөҫөндә...
Ҡайтып еткәс, кеҫәһен күпме аҡтарһа ла, теге ҡурғашты тапманы...
КИНДЕРҘЕ ЕБӘК ИТЕҮ
...– Бажа, тор, нимәңде ҡарап, ҡыбырламай ятаһың унда.
Атаҡ, Таҡыйулла нишләп йөрөй бында. Ул бит былтыр уҡ оҙатылғайны, башҡа фронтта булырға тейеш. Сибәғәт ҡыйынлыҡ менән күҙҙәрен асты. Юҡ, бер кем дә юҡ. Ҡояш ҡына байыу яғына киткән. Әллә сығып киләме икән. Иҫе буталанды инде. Бажаһының тауышын ап-асыҡ итеп ишеткән кеүек булғайны ла.
Балдыҙына ҡушаҡ итеп уны үҙе һайлағайны еҙнә кеше. Ҡәйнәһе ҡыҙына ун алты тулыр-тулмаҫтан ҡолағына төшөрә башлағайны инде:
– Кейәү, хәҙер ғаиләлә ир затынан һин иң олоһо, Көнһылыуҙы яҡшы ғына затҡа урынлаштырыу яғын хәстәрләйек әле. Кәзәнең маллығы, бажаның туғанлығы, тиһәләр ҙә, бер тупта йәшәргә бит. Яҡшы кеше тура килһә, үҙеңә ҡусты кеүек булыр, яңғыҙ-ялпы көн иткән ише түгел инде.
Заманы шул ине бит, балдыҙынан йәшерәктәрҙе лә тиҙерәк “хужалы” итергә тырышып ҡына торҙолар.
Өфөлә Бөтә башҡорт эшсе-крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙар съезы, йәнә өс йылдан Бөтә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡоролтайы үткәрелгәне, Иҙелбашынан да делегаттар булғаны ишетелеп ҡалды. Был хаҡта әлеге комсорг Нур хәбәр еткергәйне. Өйәҙҙән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары менән шөғөлләнгән бер ҡатын килеп, бисә-сәсәне йыйып, хәҙергеләр әйткәнсә, ҡара халыҡты ағартыу менән шөғөлләнеп тә ҡайтты. Комсорг өйҙән-өйгә саҡырыусылар ебәреп, шул съездарҙа үҙе ҡатнашҡан делегатка килерен хәбәр иттерҙе.
Һәжәр ҙә барғайны осрашыуға. Әхирәттәренең кеме менәндер үпкәләшкән Көнһылыу уның менән осрашмаҫ өсөн өйҙә тороп ҡалды. Көндөҙ үҙенә күлдәк тә бескәйне, шуны тегәм, башым да ауыртып тора, тип һылтауланы. Ҡул эшенә оҫта ул. Бәйләмгә тотонһа туҡтай белмәй, хатта эңер-меңерҙә лә энәләренә ҡарамай ҙа, бер күҙен дә төшөрөп ҡалдырмай ыратыуын ғына белә.
Йыйылышҡа тәүләп килеүе ине Һәжәрҙең. Элекке мәсеттән ҡороп алынған клубта әүҙемселәр ҡулы менән эшләнгән оҙон эскәмйәләр теҙелеп киткән. Бер яҡ ҡабырғаға ҡайҙандыр табылған плакат ҡағыҙына урыҫ хәрефтәре менән “Ызрастуй” тип яҙып элгәндәр. Һәжәрҙең ликбезда алған тиклем генә ғилеме быны аңларға етмәй әле. Партком секретары Самарин ғына килеп инеү менән күреп ҡалып:
– Ҡағыҙҙы әрәм иткән, йүнһеҙ, – тип һөйләнә-һөйләнә тартып алды.
Урыҫ булһа ла, башҡортса бешә генә ул. Эшкә ебәрелгән йылы был һәләтен йәшереп йөрөгән әле. Шунан бер мәл диләнкәгә йыйылыш үткәрергә килгән дә ул көндө аш бешерергә тейешле нәүбәтсе, халыҡ йыйылғансы, усаҡ янына сәй эсергә саҡырған икән. Янында бер ауылдашы ла булған. Былар дисәтниктең, лесниктың, иптәштәренең ҡыйыҡ-мыйыҡтарын барлап ҡытҡылдашҡанда, көлкөһө килһә лә, Пётр Иваныч битараф ҡына төҫ менән тыңлаған.
Уның үҙе менән дә булыша башлағас, тыңлап ултырған-ултырған да:
– Һм... – тип ҡуйған, имеш.
– Ҡара, был аҡҡолаҡтың әллә тәртәһе һирәк инде, – тип бер-береһенә ҡарашҡандар, ти теге ике иҫәүән.
Мыйыҡ аҫтынан йылмайып, хәҙер инде ауылда бер лаҡапҡа әйләнгән яуабын биргән:
– Ышту һеҙ, егеттәр, һирәк кенә түгел, сәпсим юҡ.
Хәҙер бына берәй сетерекле хәл килеп сыҡтымы, уға йүгерәләр: ғәҙел дә, кешелекле лә, белекле лә, беләкле лә, тиҙәр.
Мөнбәр урынына сәхнә әтмәләгәндәр. Уның өҫтөндә ҡыҙыл ситса ябылған дәү өҫтәл. Артына ауыл оҫталары яһаған ултырғыстар теҙелгән. Берзидиүм тигән нәмә һайлап, шунда ултырттылар. Ҡәҙимге үҙ ауылы камсамулдары, барткум, өйәҙҙән килгән йәнә ике кеше булып сыҡты быныһы. Сиклатар, берсиҙәтел тигәненә лә тауыш бирҙерттеләр.
– Ҡыҙҙарҙы нығынып бөтмәгән көйө кейәүгә бирергә ашығалар беҙҙә, – тип һөйләп китте делегатка. – Элек бының сәбәбе лә бар ине: ҡыҫҡа ғүмерлебеҙ бит, йә һуғыш, йә эпидемиялар ҡырып тора. Ауыр шарттарҙа йәшәгәс, үҙебеҙ ҙә оло йәшкә етә алмайбыҙ. Үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты тип атала был.
Таныш булмаған һүҙҙәрҙән аңшайышҡандарын күреп, ниндәй аудиторияла икәне ханымдың башына барып етте, ахыры. Йылмайып, аңлатырға тотондо:
– Эпидемия – шул уҡ һалыу инде, берәй йоғошло ауырыуҙың ныҡ таралып киткәне. Ваба, тағун кеүек. Инстинкт тигәнен нисегерәк аңлатайым икән. Үҙ-үҙеңде һаҡлау ынтылышы, һәләте. Бына ошо һәләт юғала икән, кеше үҙенә ҡул һалыуы мөмкин.
– Тәүбә, – тиеште бисә-сәсә.
Был иң ауыр гонаһ икәнен кесе йәштән һеңдерәләр ҙә. Ундайҙарҙы зыярат эсенә лә ҡуймайҙар хатта, мәҡамы мал тояҡтары аҫтында тапалып ята. Ауыл зыяраты тышында шундай ике ҡәбер бар. Бурлығы менән даны сыҡҡан берәү, тотолоп бикләнгәс, иртәнсәк аҫылған килеш тапҡандар. Мир хөкөмө менән, уғрыларға тейеш яза тәғәйенләп, ҡулын өҙә сабырға тейеш булғандар. Икенсеһе – ире менән ҡәйнәһенең яфалауына сыҙамай ташҡын ваҡытында һыуға ырғып батып үлгән меҫкен килендеке.
Ҡолағына делегатканың тауышы яңынан килеп яғыла:
– Шуға күрә зат ҡалдырып өлгөрөр өсөн йәшләй өйләндергәндәр. Тик был йоланы дауам итеүҙән туҡтарға кәрәк, хәҙер совет власы беҙгә ирек бирҙе, тормош та яҡшырыр. Ҡыҙ балалар ҙа уҡып белем ала, үҙ-үҙҙәрен ҡарай ала. Бала ғына көйө бала ҡарап ултыра бит күптәр. Съезда Рәбиға Ҡушаева тигән бик үткер ҡыҙ сығыш яһаны, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тип әйтте. Беҙгә уҡырға, белем-һөнәр алырға, үҙ-үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға өйрәнергә кәрәк.
Ике һүҙҙең береһендә “Ҡушаева шулай тине, былай тине” тип оҙаҡ һөйләне өйәҙ вәкиле. Сар-сор килешеп, ҡыҙҙар ҡушылып китте. Нурҙың яңыраҡ партияға ҡабул ителгән әсәһе ярһып-ярһып ауыл ҡатындарының ауыр тормошо тураһында һөйләп ташланы. Кемен – ире, кемен ҡәйнәһе рәнйетә икән. Ликбезға ла йөрөүселәр әҙ. Ҡайнар телмәрен:
– Йәшәһен сәүит власы өсөн һуғышта үлгән кешеләр! – тип тамамлап ҡуйҙы.
Быныһына гөр килеп ҡул саптылар.
Ҡәйнәләрҙе яманлай, ә үҙ киленен нисегерәк кенә йонсотмай, тиҙәр. Кеше күҙендәге сүп тә күренә, үҙеңдекендә бүрәнә лә сүп шайы түгел. Күршеләренең уның тураһында, бите менән иҙән йыуҙырта, сәсе менән урам һепертә, тип һөйләнгәндәрен яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалғайны. Бәлки, үсләшеп тә, көнләшеп тә ләпелдәйҙәрҙер, ни тиһәң дә, камсург тиклем камсург әсәһе бит.
Һәжәр улай ауыҙын ҡапҡалай итеп ел уйнатҡандар, ауыл өҫтөнән юҡ-бар хәбәр йөрөткәндәр менән аралашмай. Ағыу хәтәр, ағыуҙан ғәйбәт хәтәр. Уйламағанда ҡолаҡҡа сағылып ҡуя шул.
Өҫтәлгә ҡыуыҡһыҙ кәрәсин лампаһы ҡуйылғайны. Күҙ бәйләнгәнсе уны ҡабыҙмай ғына тоттолар. Хәбәрҙәр дилбегә буйы һуҙылып киткәс, ҡабыҙҙылар. Милтә төтәй биреп быҫҡып, кәрәсинле һөрөм таратты. Ундай еҫкә өйрәнмәгән Һәжәрҙең йөрәге болғанып китте. Әлдә алдан уҡ уйлап, ингән ерендә үк эскәмйәгә ултыра һалғайны. Белдермәй генә сығып, ҡайтып китеү яғын ҡараны. Һиҙҙермәҫһең теге – күгәне майланмаған ишек сайылдап тауыш биреп һатты уныһы. Тик ҡараңғыла кем сығып киткәнен аңламай ҙа ҡалдылар, шикелле.
Делегатка килеп китеүенең шауҡымы һунарсыға ҡағылды. Хәҙер ике бисә менән йәшәргә ярамай, тип береһен айырырға ҡушҡандар. Айырмаһаң, яңы закон буйынса хөкөмгә тарттырабыҙ, тигәндәр. Йәшерәк ҡатынын ҡайтарған теге.
– Кейһәң, кейемең килешмәй, аш яраштыра ла белмәйең, әрпешһең, атаң-әсәңә ҡайт, – тигән дәғүә белдергән ире.
Тегеһе көндәшенә ике ҡыҙын да ҡалдырып, күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан да киткән.
Иртәгәһенә әсәһе менән һеңлеһен саҡырып, Һәжәр ни ишеткәнен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Тик һеңлеһе иҫе китмәй, битараф ҡына тыңланы. Уны иртә кейәүгә биреүгә Сибәғәт тә бик риза түгел. Бигерәк тә яңыраҡ ҡына урам ашаһындағы текмә буйындағы урындыҡҡа йыйылышып шар-шор килешкән йәш ҡатындарҙың һүҙҙәрен үҙ ҡолағы менән ишеткәндән һуң, ашығырға ярамай, тип уйлап ҡуйғайны. Тик ҡәйнәһе өҙмәй ҙә ҡуймай, көн һайын булмаһа, көн аша шул бер хәбәрен таҡылдап тик тора.
Яҡын-тирә күршеләре ҡыҙҙарын ун дүрт-ун биштән кейәүгә биреп бөттө лә, теге меҫкендәргә иренә лә, ҡәйнәһенә лә ярарға кәрәк, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарайҙар, сабыйы тыуһа, йоҡолары ла туймай. Бишек күтәреп, бесән эшләргә йөрөйҙәр. Әле лә бәпестәрен тотоп, сығып һаҡҡандар ҙа, ана йүгерәм-бына йүгерәм тигәндәй, һеркелдәшеп кенә ултыралар.
– Уй, ҡыҙҙар, йоҡом туйып ҡалды, теге ни үлде лә ҡуйҙы ул, – тип яңғыҙы ғына килеп ҡушылған береһе һөйөнсө алғандай иғлан итте. – Илап, быуынымды ҡырҡҡайны.
– Әстәғәфирулла. Кит, шулмы шатлыҡлы хәбәр, – тип ҡулындағы бәләкәй генә йомғаҡты күкрәгенә ҡыҫып ҡаршы төштө береһе. – Минең дә йоҡом туймай ул. Барыбер бәпес кенәм иҫән булһын. Ҡурсаҡ кеүек кенә бит ул.
– Эйе, һинең әсәйең дә, һеңлеләрең дә, ҡәйнәң дә ярҙам итеп кенә тора. Ә миңә булышҡан кеше юҡ, теге албаҫты балаңды төнөн илатып, йоҡо бирмәйһең, тип сәстән һөйрәргә лә күп һорамай.
Ана шул тыныслыҡтан яҙҙырҙы Сибәғәтте. Балаһының үлгәненә хатта һөйөнөрлөк ниндәй тормош был! Өйәҙҙән үк килеп шундай хәбәр һөйләп торғастар, Һәжәренән һеңлеһенең ҡылын тартып ҡарарға һораны.
– Һылыуым, хәҙер теләгән ҡыҙҙарҙы ҡалаға уҡырға ебәрәләр, ти еҙнәң. Трактор йөрөтөргә өйрәтәләр, уҡытыусыға йә фиршелгә уҡырға була, ти. Етмәһә, ятағын да, эстепиндийә тигән аҡсаһын да бирәләр, ти. Зауытта ла эшкә алалар икән.
– Кит унан! Шулайтмай ни! Зауытта ыҙалап, тимер ташып йөрөмәһәм тағы.
– Уныһын былай ғына әйттем. Мин теге көн тыңлаған бисәкәй, хәҙер унда ла ҡатын-ҡыҙ эшләй, тигәнгә генә. Кеше көнлө түгел, үҙе аҡса таба. Кейәүгә сығып, балалы булһа ла, симийәһенә еңеллек. Б..лы йүргәк йыуырға өлгөрөрһөң әле. Бәлки, уҡырға инеп, һөнәр алырһың?
Әсәһе менән апаһына арҡаланып, иркә генә үҫеп килгән, үҙенең көйөнә генә тороуҙарына өйрәнгән һеңлеһе иһә:
– Үҙең ун алтың тулмаҫтан уҡ сыға һалдың да, мине кире һуғырға итәһеңме? Миңә тиҙҙән ун ете үк тула. Ултырып ҡалып ҡуйһам. Бер ҙә йүргәк йыуаһы тип уйламайһың әле, тубырлатып бала табаһың. Еҙнә үҙе һине ауыр эштән аралап ҡына тора, мохтаж да итмәй. Үҙе кеүек кешеһен тапһа, сығам. Уҡырға ла йыйынмайымсы. Башым эшләмәй минең уҡырға, – тип кенә яуапланы.
– Һы... Барғыһы килгәс, барһын әйҙә, – тине еҙнәһе балдыҙының яуабын ишеткәс.
Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡамы ни... Бына кешеһен ҡайҙан табырға әле. Ҡәйнәһе әйтмешләй, бер тупта йөрөйһө була ла.
... Ә, бажаһы уятҡайны бит әле. Балдыҙына үҙе һайлаған бажаһы.
Мәшәлектекеләр электән Инйәр заводына барып, миҙгелле кәсептәрҙә ҡатнашып, аҡса эшләп ҡайтыр булған. Ул үҙе тарихты бик белеп бөтөрмәй ине. Диләнкәгә нәүбәттә килгәнендә Бәҙригә завод барлыҡҡа килеүе тураһында һорау бирҙе.
– Ағай, беҙҙең ҡатайҙар Кузьма Матвеев тигән кешегә ун һигеҙенсе быуат уртаһында уҡ Инйәр йылғаһы буйҙарын ҡуртымға биргән бит. Ул биләмәһен дача тип иғлан итә лә, унан файҙаланған өсөн түләргә ашыҡмай. Алдарға өйрәнгәндәр бит, алдап осһоҙға ер һатып алғандар, ҡуртымға алған булып йәнә оторға маташҡандар.
– Уныһы шулай, “күнтәй генә ер бирегеҙ” тип әзекәйҙәрҙе төп башында ултыртҡандар ҙа. Бер сара ла күреп булмағанмы ни?
– Ҡарттар ул ваҡытҡа әҙ-мәҙ аҡты ҡаранан айыра башлаған инде, дачаны 1801 йылда дәүләт советнигы Левашовҡа һатып ебәргәндәр. Күпмегә биргәндәрҙер, уныһы миңә ҡараңғы. Тегенеһенән Пашкова тигән байбисәгә китә. Баштан уҡ Твердышев әле был яҡта завод асырға ниәтләнгән булған. Мәғдән табылған бит. Анау ҡыҙыл балсыҡ шул тимер булғанды күрһәтә лә. Суйын сығарырға кәрәкле эзбизташ та, күмер яндырырға урмандарыбыҙ ҙа, һаллап һатырға алып китергә йылғабыҙ ҙа бар. Ана шуға Хәсән ауылы кешеләрен йылғаның түбәнерәк яғына күсергәндәр ҙә.
Быныһын Сибәғәт белә ине, йылға түбәненә күскән ауылға Яңы Хәсән тигән исем бирәләр. Ҡайһы берәүҙәр күсенмәй, шунда уҡ эшкә ҡалған.
– Беҙ шул саҡтан эшсе синыфҡа ингәнбеҙ түгелме, Бәҙри ҡустым? Ағас ҡырҡҡанбыҙ, күмер яндырғанбыҙ, суйын иретеүҙә ҡатнашҡанбыҙ, ҡыуғынға төшөп, уны һатырға алып киткәнбеҙ.
– Дөрөҫ аңлайһың, ағай, беҙ малсы ла, игенсе лә түгел, улары менән ғаиләләребеҙгә кәрәк тиклем генә шөғөлләнгәнбеҙ, борондан ошо төбәктә йәшәп донъя көткәнбеҙ. Йәйләүҙәребеҙ эргәләге тау буйҙарында ла, ситкә китеп күсеп йөрөмәгәнбеҙ. Төп кәсебебеҙ урман, ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ булған. Заводсыларға ялланып, төрлө эш башҡарғанбыҙ. Пролетариат тип атала алабыҙ, – тип йылмайҙы Бәҙри.
Хәсәндәрҙе күсергәс, ике домна һалып, суйын иретә башлайҙар. Тирә-яҡ ауылдарҙан килеп, күмер яндырырға ялланғандар. Телефон да, 1923 йылға тар колеялы тимер юл да үткәрелгән Инйәргә.
Колхоз ойоштора башларҙан бер йыл алда ғына Сибәғәт күмер яндырыу мейестәренә әрҙәнә әҙерләргә ялланды. Эшселәр барагында йәшәп, тауар поезы менән ялға ҡайтып йөрөнө. Буласаҡ бажаһы Таҡыйулла менән дә Инйәрҙә танышты. Ул да үҙе кеүек үкһеҙ етем, әммә тыуған йорто һаҡланған, шунда йәшәй. Һыйыр ҙа тота, баҡһаң. Ҡулында ут уйнатып торған булдыҡлы егет. Холҡон да ярайһы һынаны. Уҫаллығы ла бар икән әле, тик аҡыллы уҫал. Был һыҙатына айырым иғтибар итте. Кире бөткән балдыҙын ауыҙлыҡлай алыр бажа кәрәк тә...
Бер көндө уны кәртә тоторға ярҙам итергә саҡырып алып ҡайтты. Балдыҙы барын өндәшмәй торҙо. Йә ҡәйнәһенә оҡшамай ҡуйыр был ерән сәсле, табаҡ битле, йәшел күҙле төпөшөрәк буйлы егет. Ул үҙе лә нисек ҡарар... Ауыл тирәһендә сабынлыҡ табырмын тимә, барыһының да ҡәҙимдән быуындан-быуынға күсеп килгән хужалары бар. Ҡәйнәһенең йорто әрәмә ситендә, шуның бер өлөшөн баҫыу итергә ниәтләп ботарлай бара-бара байтаҡ майҙанды таҙартып алғайны инде.
Әбекәй һиҙенеп ҡунаҡҡа һынап ҡарап-ҡарап ала, тик кейәүенә өндәшмәй. Бик күңеленә ятманы, ахыры, тип уйлап ҡуйҙы Сибәғәт. Балдыҙы ла сибәр тип әйтеп булмай уныһы, Һәжәр апаһынан ҡайтыш. Еҙнәһенә шулай тойола. Етмәһә, еңмеш, үҙ һүҙле. Тик әсәйҙәргә үҙ балаһы иң матуры ла, иң шәбе. Ҡарға ла үҙ ҡошсоғон аппағым тип әйткән, ти бит.
Тамаҡ туйҙырып алыу менән егеттәр эшкә тотондо. Сибәғәт һайғауҙар, нәҙек бағаналар, ҡуша бәйләргә сей йүкә һуйып, әҙерләп ҡуйғайны инде. Икеһе лә бер-береһен ярты һүҙҙән йә ымдан ғына аңлашып эшләгәндәрен күреп, ҡәйнәһе уң яҡ фәрештә дәфтәренә теркәп ҡуйҙы. Сибәғәт ҡулалмашҡа ярҙам итергә дуҫ-ишен дә саҡырғайны. Таҫыллы, көслө икән Инйәр егете – ҡаҙыҡтарҙы “һә” тигәнсә ултыртып, төбөн нығытып та ҡуя. Ҡәйнәһе ауыр эшкә лә ғәйрәтле бит, айран килтергән һылтау менән ныҡлығын тикшерер өсөн тегеләрҙе ҡымшандырырға маташып, тартҡылап та ҡараны. Ҡыймылдап та бирмәй. Кейәүе быны һиҙеп, өндәшмәй, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып йөрөүен белде.
Бер аҙҙан айранлы көбөһөн, туҫтағын тотоп Көнһылыу ҙа килеп сыҡты. Әһә, эш бешергә самалай, ахыры... Ҡыҙын күрһәтергә булған, түрбаштан сығармай ғына тотҡайны юғиһә.
Ҡыҫҡаһы, шул йылы уҡ никах уҡытып, төшкән ереңә таштай бат, тип теләктәр әйтелеп, Инйәргә оҙатылды балдыҙы. Ҡалым да һораманы ҡәйнәһе. Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген бир, тигәндәр ҙә. Донъя көтөрлөк тип тапҡан, тимәк.
Барыуына түгел, тороуына ҡыуан, тигән ҡарһүҙ ҙә тоғро икән. Ике-өс айҙан ҡайтты ла килде көйһөҙ кәләш. Имеш, әсәһен, өйөн һағынған, яңғыҙының көнө буйы эсе боша, әхирәттәре юҡ. Етмәһә, һыйырының имсәге ҡаты, һөтөн бирмәй, беләктәре һыҙлай. Һыу ташырға ла йыраҡ, фәлән дә фәсмәтән. Кейәүе тураһында ла әсәһе менән апаһына нимәлер әйткән, ахыры, быныһы уның ҡолағына төшөрөлмәне.
– Әле ваҡыты үтмәгән бит, уҡырға барам, – тип белдергән.
Кәләше лә ҡаты һүҙле була белә икән:
– Уҡырға башым эшләмәй, ти инең дә. Бына хәҙер бүтән ерҙәрең эшләһен. Оялмай, айырылып ҡайтып йөрөйһөң, беҙҙең йөҙҙө ҡыҙартып.
Әсәһе лә ҡыҙының ҡылығын оҡшатманы. Шулай ҙа иркәбикәһенә, кире кит, тип тә әйтмәне. Үҙ-ара килешерҙәр әле, тип уйланы. Яратһа, килеп алыр, яратмаһа инде... Уныһын уйларға ла ҡурҡты. Ҡыҙы ла ире янына ҡайтырға уйламаны, Таҡыйулла ла килеп күренмәне. Эшкә барғас, ике бажа киндерҙе ебәккә әйләндерергә һүҙ беркеткәйне шул.
Ике-өс аҙнанан еҫ яратмай, күңеле болғанып, кәйефһеҙләнеп йөрөй башланы ҡыҙы.
– Сибәғәт кейәү, бажаң күренәме ул шунда? Берәй нимә өндәшмәйме? – тип һорамай түҙмәне ҡәйнәһе.
– Әлләсе, – тигән булды тегеһе. – Хәҙер уларҙың бригадаһы Уҫманғәле яғында эшләй, беҙ Рәүәт эргәһендә. Күрешмәйбеҙ.
Һәжәре һеңлеһенең хәлен белдергәс, шулай ҙа Таҡыйулланан һөйөнсө һораны. Тегеһе үҙе лә кәләшен һағынып өлгөргәйне инде, беркеткән һүҙен боҙорға сәбәп табылды. Ул арала Көнһылыу үҙен ауылда ҡағынды ҡаҙ хәленә ҡуйғанын аңлай башлағайны. Ир ҡаҡҡанды мир ҡағыр, ти. Уны үҙе ташлап ҡайтҡан, тип уйлайҙармы ни, ҡыуылып ҡайтҡан, тип һүҙ таратып та ебәрҙеләр. Быныһын ишеткәс, ғәрлегенән ер-һыу иланы тиҫкәрекәй.
Ғоманлы икәнен дә аңлағас, бер көн әйберҙәрен йыйып, һуңғы туҡталыш – Инйәр станцияһына барып та төштө. Яҡтыра башлағансы тип, станция бинаһына инде. Иҙелбашы яғына билет алырға йыйыныусылар араһында Таҡыйуллаһын күрҙе. Уныһы үҙенә кемдер текәлеп ҡарағанын һиҙеп, башын борҙо ла, күтәренеп баҫып торған кәләшен күреп, шатлығынан ауыҙын йыра-йыра, йүгерә-атлай янына килеп тә баҫты. Башҡаса һауыт-һаба шалтыратҡандары тойолманы. Һуғыш башланғанда өс балалы булып өлгөргәйнеләр инде.
Мәшәлектә лә урман эше асылды. Этбармаҫта мейестәр һалып, Иҙелбашы заводына ебәрергә күмер яндырырға тотондолар.
Хәҙер инде бажалар ҙа, ҡатындары ла бик күрешә алмай ҡалды.
– Атый, Таҡыйулла еҙнәм һуғышҡа китте ул, – Зафураһы тауышы.
Шул йылы еләк, ҡыҙыл сәкмән түшәп ҡуйылғанмы ни, ишелеп уңғайны. Балалар эркелешеп урманға йөрөп ҡайта ла станцияға еләк һатырға төшә. Яңғыҙаяҡ бөтә башлауға ҡара көртмәле бешеп сыҡты. Ул ҡайҙа етте ерҙә үҫмәй, йыраҡҡа, ҡарағайҙар ҡаплаған тауҙарға барырға кәрәк. Уныҡылар ҙа ҡалышмай, үҙҙәренең мәктәп кәрәк-ярағына аҡса эшләй. Ҡыҙы ул көндө ауыҙы-ҡулдары ҡап-ҡара булып, бер күнәк көртмәле менән ҡайтып инде лә, ҡапҡылап ҡына алып, “классный”* килә тип, тиҙерәк һатырға сығып йүгерҙе.
– Бөгөн күлдәклеккә етә, – тип һөйөнөп һөйләнде үҙе. – Көртмәлене тегеләй үткәндәр ҙә, былай үткәндәр ҙә һатыулашмай алып бөтә.
Сәғәт үттеме-юҡмы, буш күнәген тотоп, илап ҡайтып инде.
– Атый, Таҡыйулла еҙнәм һуғышҡа китте.
Инйәр яғынан бер состав килеп туҡтаған да, теплушканан бажаһы менән инйәрҙәр, яҡын-тирә ауылдыҡылар килеп төшкән. Һуғышҡа китеп баралар икән. Кемдер гармун тарта, күмәкләп йырлайҙар, ти. Балдыҙын күреп ҡалып, күтәреп алған.
– Атый, еҙнәм йырланы ла ул.
– Нимә тип йырланы?
– Моңайма, аҡҡош, моңайма, аҡҡош,
Моңайһаң да, аталар.
Беҙҙең кеүек бәхетһеҙҙе
Сит яҡҡа оҙаталар, тип йырланы. Мине ҡосаҡлап тороп иланы. Еләгемде тотош шундағы ағайҙарға тараттым да бирҙем, аҡса алманым. Тағы йыйырмын әле. Бөтәгеҙгә лә сәләм әйтергә ҡушты, бәхил булһындар, тине.
Өс бала атаһына шул китеүҙән ҡайтырға насип булманы. Блокадалағы Ленинградҡа үтергә мөмкинлек биргән берҙән-бер “Йәшәү юлы” тип аталған Ладога күле өҫтөнән ике генә хат килеп өлгөрҙө. “Боҙ өҫтөндә ғәжәп хәлдәр аптырата. Ҡайҙан-ҡайҙа төнөн дә яҡты булып күренеп тора, кеше тойолмай, ә эргәбеҙҙә генә ҡарҙы шығырҙатып йөрөгәндәре, лабыр-лобор нимәлер һөйләшкәндәре ишетелә. Әллә ниндәй телдә һөйләшәләр, ней нимессә, ней урыҫса түгел. Ен барына ышанырлыҡ хатта”, – тигән юлдары бар ине тәүге хатта. Финса һөйләшеп йөрөп ятҡандары ҡайтауаз булып килеп һуғылғандыр, бәлки. Талпынған ҡош һүрәте төшөрөп, хатын таҡмаҡ менән тамамлап ҡуйған:
– Һалдаттарҙың барған юлы
Ике яғы канаулы,
Германнар, күкрәк кирмәгеҙ,
Ваҡытығыҙ һанаулы.
“Ленинградҡа ризыҡ ташыған машиналарҙың трассаһын һаҡлайбыҙ. Фин яғынан да аталар, ниместәр ҙә самолеттан бомба ташлай. Машиналар бата. Нисек кенә ауыр булмаһын, Ленин ҡалаһын дошманға биреү юҡ инде. Бирешмәбеҙ.
Бирмәйбеҙ дошман ҡулына
Ленингырад ҡалаһын.
Дошман муйыны өҙөлөр,
Яҡын килеп ҡараһын!
Ҡайғырмағыҙ, беҙ барыбер еңәбеҙ”, – тип яҙған хатынан һуң ҡаһармандарса һәләк булыу хәбәрен алдылар.
ЯҘМЫШ ҮЛСӘҮЕНДӘ
Күгән ҡыуаҡтары араһында бер үҙе ятһа ла, Сибәғәттең үҙенә лә йыраҡ түгел кемдәрҙер йөрөй, лабыр-лобор һөйләшә кеүек тойола башланы. Ҡолағы асыла төшкән, күрәһең. Ҡайҙалыр атыу тауышы яңғыраны. Шунан тағы. Кемдер аҡырып ебәрҙе лә тынды. Маузерға оҡшаған, йыш та атмайҙар, автомат та ишетелмәй. Икенсе яҡтаныраҡ йәнә бер атыу яңғыраны. Быныһы ла беҙҙең винтовка түгел. Тауыштарынан танырға өйрәнгәйне инде. Тимәк, ҡушарлап дошман “һунар”ға сыҡҡан. Былай булғас, санитарҙы көтәһе түгел. Шулай уйлап өлгөрҙө лә ҡабат аңын юғалтты.
...Полкан уның янында ултырып өргәнде күрһәләр ҙә яралыларҙы сығарып өлгөрмәй, хәлдән тайып бөткән санитарҙар башта яҡыныраҡтағыларҙы ҡотҡарырға тырышты. Мәйеттәрҙе лә сығарырға кәрәк. Етмәһә, бер яралыны йөкләп алған санитаркаға ҡайҙандыр фашист снайперы атты. Улар икеһе лә шунда ауып төштө лә, бер аҙ тыпырсынғас, тынып ҡалды. Үлтерә тейҙерҙе, ахыры. Ҡайһы арала урынлашып алды икән, бығаса атыштар әллә ҡайҙа, икенсе яҡта ишетелә ине лә. Хәҙер хатта һәләк булған санитарка менән һалдаттың кәүҙәләрен барып алырға ла ҡурҡып ҡалдылар. Баҫыу уртаһында бер яралы иҫенә килгәндер, ахыры, башын ҡалҡытыуы булды, икенсе яҡтан тағы мылтыҡ тауышы яңғыраны. Башҡаса ул яҡта хәрәкәт күренмәне. Беҙҙең снайперҙар дошмандарҙы юҡҡа сығармай тороп баҫыу яғына хәрәкәт итеүҙе уйларға ла ярамай.
Етмәһә, шабырҙап ямғыр яуырға тотондо. Взвод командиры был арауыҡта алып сығарылған һалдаттарҙы лазаретҡа ташырға ҡушты. Санитаркаларҙың береһе шулай ҙа Полкан күрһәткән яҡҡа барырға рөхсәт һораны.
– Күгәндәр янында ятҡан яралы ике тапҡыр тере икәнен һиҙҙерҙе бит. Ана, ҡанлы күлдәге лә ботаҡта эленеп тора. Эт тә эргәһендә ултырып алды.
– Бер хәл дә итеп булмай. Хәҙер уны ҡотҡарам тип һеҙҙе һәләк иттерә алмайым. Төнөн барып алырһығыҙ.
– Төнгә тиклем үлеп ҡуйыуы бар ҙа, яраһы еңелерәк булһа, бер урында ятмаҫ ине. Ямғырҙа күшегеп тә үлеүе бар. Һыуыта бит. Ҡыуаҡтар араһынан ғына шыуып барып ҡарайым, тартып ҡына алыр ҙа ҡуйырмын.
Ҡотҡарыу-ҡотҡармау был мәлдә Күктәр үлсәүендә хәл ителә ине булһа кәрәк.
Командир уйланып тора бирҙе лә, ризалығын белдереп, ҡул һелтәп ҡуйҙы.
***
– Һалдат, һалдат, һин мине ишетәһеңме?
Әллә ҡайҙан килгәндәй ҡатын-ҡыҙ тауышы, үҙенә өндәшкәнде башта аңламайыраҡ та ятты. Санитарка икәне саҡ башына барып етте.
– Тере, – тип һығып сығарҙы ла, әллә ҡотолоуын аңлап, артыҡ тулҡынланыуҙан, әллә урынынан ҡуҙғатҡандағы ауыртыуҙарҙан йәнә упҡынға осто.
– Солдатик, держись, не умирай, – тигәнен генә ишетеп ҡалды.
Йәнә Әлипбайҙың тауышы әрнетте:
– Ағый, китмә, китмә-әә...
Ныҡ итеп һөрәнләй. Үлемдән ҡурсып ҡысҡыра икән бит ҡустыһы. Үҙен алып китеүҙе һорап түгел. Йоҡлап ятып китеп барма, тиҙер.
– Атый, китмә! Китмә, атый!
Станция вокзалында мөлдөрәшеп ҡарап ҡалған балалары ла һуң. Оҙатҡанда улай тимәгәйнеләр ҙә. Улар янында йәнә ят өсәү. Улары ла, атый, китмә, тип ялбарып ҡул һуҙа. Яндарында Һәжәре:
– Бына Мәхмүт улың, ул һөйләшә лә башланы, – ти. – Һағындыҡ. Иҫән-һау ҡайтып етергә яҙһын.
Атаһы төрлө госпиталдәрҙә дауаланып ятып, 1945 йылдың июлендә һуғыштан ҡайтҡас, шунда ғына бер-береһе менән танышып, өйҙән сыҡҡанда:
– Апа*, шинелеңде онотоп ҡалдырҙың, – тип ҡысҡырасаҡ улы.
(Киләсәген күреп һаташҡанын иҫенә килеү менән онотор. Ысынбарлыҡҡа кире ҡайтҡанда ул лазаретта ине инде. Башын бороп, күршеһендә ятҡан егеттең йөҙөн күреп, терт итеп ҡалды. Саҡ “Атай” тип ҡысҡырып ебәрмәне. Ул-ул!!! Әллә төш күрә, әллә аҡылдан яҙып бара инде. Тап уныҡы кеүек саҡ ҡына көмөрөрәк танау, осло эйәк, ҡуйы ҡара ҡаш. Зиһене яйлап асыла төштө. Атаһы хәҙер шулай йәш була торғаны бармы инде. Үҙе лә бала түгел, уның донъянан киткәндәгенән күпкә оло.
Аңҡы-тиңкеләнеп ятҡанда эргәһенә аҡ халатлы бер ҡатын килеп баҫты. Сибәғәттең пульсын һәрмәп ҡараны.
– Яңынан тыуҙың, һалдат. Бына күршеңә рәхмәт әйт. Ул ҡан бирҙе.
Теге егет тә Сибәғәт яғына ҡарап йылмайҙы:
– Мы теперь с тобою братья по крови.
Украинсараҡ итеп һөйләшә. Тауышы тас атаһыныҡы бит. Ҡолағы ла уныҡы кеүек ҡарпышыраҡ. Әллә Әлипбаймы икән?
– Рәхмәт, бик шатмын. Ҡайҙанһың үҙең?
– Украинанан. Харьковтан.
– Улай икән, – энекәшелер тигән уйы нығына ғына барҙы.
– Атай-әсәйең ҡайҙа, һуғыш эсендә ҡалғандарҙыр инде?
– Юҡ, мин балалар йортонда үҫтем.
– Исемең кем?
– Алексей.
– Фамилияң?
Яуап алып өлгөрмәне, аҡ халатлы ике ҡатын носилка тотоп килде лә егетте шунда күсереп һалып алып китә башланы.
– Фамилияң кем? Һине ҡайҙан эҙләргә?
Тик уның тауышын ишетмәнеләр. Ҡысҡырып әйтергә хәле етмәне.
Кисен егетте ҡайҙа күсергәндәрен һорағас, аҡ халатлы теге ҡатын:
– Тылға ебәрҙек, – тип яуап ҡайтарҙы.
Кем булды уны үлемдән йолоп алып ҡалған был егет? Алексеймы, Әлипбаймы?
Ихтимал, нисәмә йылдар эҙләгән, йәнен һыҙландырып хәтеренән сыҡмаған энекәшелер ҙә. Һиҙә ул, тап үҙенең бер туған ҡустыһы был Алексей тигәне! Шулай уҡ тапты ла юғалттымы?
Адресын да, исем-шәрифен дә һорап табырға, осрашырға-табышырға кәрәк, нисек булһа ла, улар хәҙер бер ҡан йөрөтә лә... Хатта бер туған булмаған хәлдә лә...
Ә алда – яңы ҡорбандар алыуын дауам иткән йәнә бер йылға яҡын ҡәһәрле һуғыш... Европа тупрағын тапап үтеп, дошманды өңөндә ҡыйратып, еңеү яулар йыл.