

– Русланыбыҙҙың донъя көтөүгә әүәҫлеге бала саҡтан билдәле булды, – тип хәтерләй ҡыйыу яугирҙең әсәһе Филиә Нәҙир ҡыҙы, – дүрт-биш йәшенән көтөүҙе ҡаршы алды. Сыбыртҡыһын шайтлатып ебәрһә, кәзә-һарыҡтар, бер рәткә теҙелеп, ихатанан һарай яғына йүнәлә. Үҙебеҙҙең малды япҡас, күрше Нәсимә апай менән Минияр ағайҙарҙың ҡапҡаһын асып кәзәләрен индерә.
Балалар баҡсаһында эшләйем, Лилиә ҡыҙым 1-се, Русланым 3-сө класта уҡый. Эштән арып ҡайтып, ятып торғайным, йоҡлап киткәнмен. Бер мәл балалар: “Әсәй, тор, беҙ һинең тыуған көнөңә манный бутҡаһы бешерҙек!” – тип уяталар. Торҙом, ҡарайым, плитәлә бутҡа бешкән. “Һөттө ҡайҙан алдығыҙ һуң?” – тим, аптырап. “Һыйырҙы Руслан ағайым һауҙы”, – ти ҡыҙым. Улым ергә куфайкаһын түшәп, тубыҡланып һыйыр һауған икән. Шул көндө шатлығымдың сиге булманы. Шундай рәхәтлек кисерҙем. Бына ниндәй итәғәтле, ихтирамлы, кеселекле, иғтибарлы, эшһөйәр балалар үҫтерәм, тип ныҡ һөйөндөм.
Ҙурая биргәс, Русланды Стәрлетамаҡта йәшәүсе Әминә инәйе йәйге каникулға ҡунаҡҡа алып ҡайта. Яңы өй һалып ятҡас, ата-әсәһе тиҙ генә барып алмай баланы. Ике аҙнанан килеп етһәләр, диванда зарығып ултырған малай һикереп тороп әсәһенең ҡосағына ташлана. Үҙе: “Әйҙә тиҙерәк ҡайтып китәйек! Кәзәләремде, ҡолондарымды һағындым!” – тип илай.
Мәктәптә уҡығанда иптәштәре Русланды олпат, мыҡты, тығыҙ кәүҙәле, етди булған өсөнмө “бабай” тип йөрөтә. Ә “бабай” ҡойоп ҡуйған әртис була, концерттарҙа ихлас ҡатнаша. Ҡыҙ булып кейенеп, төрлө модалар күрһәтә. Бер йылы Яңы йыл байрамына Филиә апай улына ҡорғандан япма тегеп, бейек үксәле туфли өҫтөнән һары гольфиҙар кейҙереп, король итеп сығара. Шыршы тирәләй бейегән королде күреп кешеләрҙең көлөп һыны ҡата.
Руслан 2004 йылда мәктәпте тамамлағас, Ишембай нефть колледжында электрик һөнәренә уҡый башлай. Ата-әсәләр йыйылышына барған Филиә апай улы тураһында йылы һүҙҙәр генә ишетеп ҡайта. “Бер ҡасан да улым йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Эсеп, тәмәке тартып йөрөмәне. Гел миңә, атаһына ярҙам итте. Ҡыҙҙар кеүек ине”, – тип һөйләй ул. Беҙҙең халыҡта ҡыҙыҡ инде ул, ярҙамсыл, егәрле ир баланы яҡшы яҡтан күрһәтергә теләһәләр “ҡыҙҙар кеүек” тиҙәр.
2007 йылдың декабрендә Руслан армияға алына. Биш ай Еландә учебкала булған сағында Филиә апай уның янына барып ҡайта. 2008 йылдың авгусында һалдат Көньяҡ Осетиялағы ҡораллы конфликтта ҡатнаша. Аллаға шөкөр, ҡыҙыу нөктәнән иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Тик һаулығы бик ҡаҡшаған була. Төндәрен йоҡлай алмай. Ҡысҡырып тороп ултыра... Уның ныҡ үҙгәргәнен ауылдаштары, туғандары ла тоя. Руслан, үҙендә көс табып, себергә эшкә китә. Бер йылдан мул аҡса менән ҡайтып, атаһын, әсәһен, һеңлеһен Стәрлебашҡа алып барып баштан-аяҡ кейендерә. Ата йортон ремонтлау өсөн аҡса биргәндә: “Өйләнһәм, былай ҙа һеҙгә минең аҡсам тәтемәҫ”, – тип йылмая.
Яңы йыл байрамдарында Ҡыш бабай булып, балаларҙың күңелен күрә Руслан. Ат егеп, бер мәл Тәтер-Арыҫланға бара ла магазинға инә. Әсәһенә эйәргән бер малай Русланға аптырап ҡарап тора ла: “Әсәй, әсәй, ҡара әле – ысын Ҡыш бабай килгән!” – ти. Руслан баланан шиғыр һөйләтеп, бүләк бирә. “Һеҙ ҡайҙан килдегеҙ?” – тип һорай малай, ҡыуанып. “Мин, улым, Себерҙән килдем!” – тип арҡаһынан һөйә уны Руслан. Ә ул был осорҙа ысынлап та Себерҙә эшләп йөрөгән була.
– Кәләш алып, айырым йәшәй башлағас та хәл белергә килһәләр, бер сынаяҡ ҡына сәй эсә лә, “эш күп, ваҡыт юҡ” тип сығып йүгерер ине. Гел ашыҡты, өлгөрәйем, тине... Донъя көтөр өсөн яртышар йыл Себерҙә эшләне. Машина һатып алды. Йортон йүнәтте. Сабыйҙарының тәпәй баҫҡанын, теле асылғанын да күрмәне... – ти, ауыр көрһөнөп, әсә кеше.
Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Руслан Абдуллин Украинаға яуға китә. Ҡанлы һуғыштың ни икәнен үҙ елкәһендә Көньяҡ Осетияла татыған тәжрибәле кесе сержантты взвод командиры урынбаҫары, танкка ҡаршы артиллерия взводының орудия командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ейәнсура районы егете Рәмил Түлебаев менән ныҡ дуҫлаша Руслан. Алғы һыҙыҡтағы аяуһыҙ алыштарҙа һәр саҡ бер-береһенә терәк булалар, бер ҡасан да айырылмайҙар. Уларҙың вафаттары ла бер көндә, ерләнеүҙәре генә төрлө районда. Ике дуҫ ике урында ята...
Филиә апай улын юғалтырҙан бер нисә көн алда һыйыр быҙаулаған икән, тип төш күрә. Быҙауы алһыу төҫтә. Йәм-йәшел аҡланда алһыу быҙау уйнаҡлап сабып йөрөй ҙә урман эсенә инеп юғала. Әсә кешенең йөрәгенә шом керә. Улы һәләк булған төндә үҙенә урын тапмай. Йортто уратып, кемдер йөрөй һымаҡ, хатта бәрелеп тә китә. Филиә апай форточканы асып тышҡа ҡарай. Һиллек. Бер кем юҡ...
Украинала ҡулға оҫта, хәстәрлекле Руслан кабель эҙләп табып, ташландыҡ һыйыр аҙбарында ут үткәргән икән. Һалдаттар телефондарын зарядкаға ҡуйып ҡыуанған. Шунда уҡ мунса әтмәләгәндәр. Ял араһында ҡыуанып, мунса төшөп йөрөгәндәр. Көндөҙ ауылдаш хеҙмәттәше Илнур Русланға: “Мунса әҙерләп тороғоҙ, төндә киләбеҙ”, – тип шылтыратҡан. Өлгәрмәгән. Шул төндә дошман снаряды төшөп, яугирҙәрҙең ғүмерен ҡыйған...
Махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн кесе сержант Руслан Абдуллин һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән наградланды. Уны 2023 йылдың 5 февралендә тыуған яғында – Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылында ерләнеләр.
Хәҙер инде Филиә Нәҙир ҡыҙы ире Йәғәфәр Зөфәр улы менән матәм митингыһын телевизорҙы ҡабыҙып ҡат-ҡат ҡарай. Өнһөҙ генә ҡарай ҙа ҡарай, ҡарай ҙа ҡарай... Улар йоҡларға ятыр алдынан гел генә Аллаһтан улының төшкә инеүен һорай. “Төшкә инһә, үҙен күргәндәй булыр инек”, – ти улар. “Бер мәл Руслан улым төшөмдә: “Бына, әсәй, тағы алып ҡайталар...” – тине. Ауылдан МХО-ға киткән егеттең әсәһенә барып, йыназа сыҡтым. Әлбиттә, әсәһе бер нәмә лә аңламаны, мин ғәҙәттәгесә доға ҡылам, тип уйланы. Күп тә үтмәне ул бала тураһында үлем хәбәре килде.
Русландың ҡатыны Эльвира кесе улы Данилдың хатын уҡытты. “Һаумы, ҡәҙерле Ҡыш бабай! – тип яҙылған ине унда. – Хәлдәрең нисек? Минең хәлдәр һәйбәт. Яңы йылда Атайым менән осрашырға теләйем. Ныҡ теләйем! Үҙе килә алмаһа, шылтыратһын ине! Абдуллин Данил”.
– Өлөшләтә мобилизацияға эләккәс, Руслан тыуған ауылында ата-әсәһе менән хушлашты. Ҡайтырға сыҡҡас, шишмәгә төшөп, бит-ҡулын йыуып, хәйер һалды. Шунан алып балалар менән ҡайнымдарҙың хәлен белергә килһәк, ҡайтҡанда шишмә янынан машинала сигнал биреп үтәбеҙ, – ти Эльвира.
Русланды юғалтыу Абдуллиндар өсөн йорттоң бер мөйөшө емерелеп төшөүгә тиң була. Быға тиклем биш намаҙын ҡалдырмаған Йәғәфәр ағай үҙенә бикләнә, мәсеттән ваз кисә. Йәш ҡатын өсөн дә көндәр ҡараңғылана, донъя тотҡаһы булған ирен юҡһынып, һарыға һабаша, йәшәгеһе килмәй. Шул мәлдә табиптар унда яман сир таба. Операцияға әҙерләнергә ҡуша. Эльвираның төшөнә ингән Руслан: “Ныҡ ыҙалап йәшәйһең, йәнем, арының инде. Бында рәхәт, кил”, – тип үҙенә саҡыра. Ошо төш ҡатындың тормошҡа ҡарашын ҡырҡа үҙгәртә. Кеше бөгөн бар, иртәгә юҡ икән дә! Әгәр яман сиргә ҡаршы көрәшергә үҙеңдә көс тапмаһаң, теге донъяға китереңде көт тә тор! Һинһеҙ балалар ни эшләр? Ҡайның? Ҡәйнәң?.. “Ер тырнап йәшәйем, Алла бирһә! Сөнки күҙемә ҡарап торған сабыйҙарым бар!” – тип үҙенә һүҙ бирә ул. Яман ауырыуҙы еңеп сыға.
Әле Эльвира балалары менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Уландар ҡаланың 5-се мәктәбенә йөрөй. Өлкән улы Данис 7 класта уҡыһа ла, параллель рәүештә “ТОП Компьютер академияһы” – Халыҡ-ара IT мәктәбендә өҫтәмә белем ала. Бәләкәсе, Данилы – 5 класта. Малайҙар воллейбол һәм футбол менән мауыға. Данис аккордеон, гитарала, Данил – гармунда, синтезаторҙа, атаһынан күрмәксе, ҡурайҙа уйнай. Русландың: “Балалар эшкә өйрәнһендәр, эшләтегеҙ!” – тигән һүҙен ҡатыны ла, ата-әсәһе лә тота. Данис хатта өләсәһе менән һыйыр һауа. “Тулы биҙрә тотоп, ғорур ғына өйгә инеп китә ул. Эшем эйәһе лә инде! Шунан бесәйҙәрҙең һәр береһенә һөт ҡойоп сыға”, – тип һөйөнә Филиә апай. Ошо балаҡайҙарҙа Русланды күргәндәй бит улар. Тамыры иҫән ҡаһарман егеттең. Уның эшен, тормошон дауам итеүселәр бар. Ваҡыт – табип, тиҙәр бит. Хәҙер инде Абдуллиндар бер-береһенә терәк булып, бер-береһен һаҡлап, ҡурсалап йәшәй. Йәғәфәр ағай ҙа, Филиә апай ҙа Аллаһҡа шөкөр итеп, донъябыҙға тыныслыҡ килеүен теләп, көн дә доға ҡыла. Дини ғаиләлә һиллек, мөхәббәт, ихтирамлы мөнәсәбәт хөкөм һөрә. Ауылдаштары Абдуллиндарҙы аяттан ҡалдырмай, саҡырып торалар. Һөйөклө уландарын юғалтҡандан һуң уларҙың да һаулығы ныҡ ҡаҡшаған, әммә Аллаһҡа һыйыныу, тормошто һөйөү, бер-беренә кәрәклекте тойоу уларҙы көслө итә.
Айҙарәле мәктәбендәге уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа батырҙы яратып иҫкә алалар, ҡаһармандың исемен мәңгеләштереү буйынса эш алып баралар. Руслан Абдуллин иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған, батыр партаһы билдәләнгән. Унда уҡыу отличниктары ғына ултыра. Шаһит үлеме менән киткән Руслан Йәғәфәр улының йәне йәннәттәлер. Күктән ул тырышып-тырмашып донъя көткән ата-әсәһен, үҙенә тоғролоҡ һаҡлаған йән киҫәккәйен, ҡул араһына кергән баһадир уландарын һоҡланып күҙәтәлер, уларҙан риза булып, оҙон, һаулыҡлы, бәхетле ғүмер теләйҙер. Тиҙ арала илебеҙгә тыныслыҡ килһен, яуҙағы ир-егеттәребеҙ иҫән-һау Еңеү менән ҡайтһын ине. Был донъяла тыныслыҡтан да оло бәхет юҡ икән дә ул.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина.