Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2025, 10:05

"Шоңҡар" - Хәйбуллала

"Шоңҡар" журналы үткәргән "Яҙыл да бүләк от" акцияһында ҡатнашып төп бүләкте отҡан алты бала әсәһе, бөгөнгө көндә ике улы МХО-ла йөрөгән Зөмәйрә Аллаберҙинаға призды Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев үҙе тапшырҙы.

"Шоңҡар" - Хәйбуллала"Шоңҡар" - Хәйбуллала
"Шоңҡар" - Хәйбуллала

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы китапханаһында "Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!" тип аталған сара барышында беҙҙең даими яҙылыусыбыҙ, "Шоңҡар" журналы үткәргән "Яҙыл да бүләк от" акцияһында ҡатнашып төп бүләкте отҡан алты бала әсәһе, бөгөнгө көндә ике улы МХО-ла йөрөгән Зөмәйрә Аллаберҙинаға призды Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев үҙе тапшырҙы.

Ҡәҙим Аралбай ошо ҡатмарлы дәүерҙә Ватаныбыҙҙың ныҡлы тылы булып, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илебеҙҙе күтәреүгә ҙур өлөш индергән быуынға бағышланған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, китаптарын бүләк итте.

Журнал хеҙмәткәре Айнур Аҡылов “Шоңҡар” менән тыныштырҙы, киләсәктә лә бергә булырға саҡырҙы. Әҙәби кисә йыр-моңға, бейеүгә, ҡурайҙа уйнауға, шиғыр һөйләүгә маһир үҙешмәкәр артистарҙың һәм балаларҙың дәртле лә, һағышлы ла сығыштары менән үрелеп барҙы.

 

"Шоңҡар" - Хәйбуллала
"Шоңҡар" - Хәйбуллала
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас