Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2025, 17:05

Ҡояш ғүмере теләйем...

Һеҙ булғанға тормошобоҙ йәмле. 

Ҡояш ғүмере теләйем...Ҡояш ғүмере теләйем...
Ҡояш ғүмере теләйем...

Бөгөн - Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Хәйер, ҡәҙер-хөрмәтте беҙ уларға ғүмере буйы күрһәтергә бурыслы. Юҡҡа ғына: "Йәннәт - әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында", - тимәйҙәр бит. Һүрәттәге гүзәл зат - дүрт бала әсәһе Миңзилә Атанбаева. Ул ике малай һәм ике ҡыҙға ғүмер биргән. Улар Баймаҡта йәшәй. "Әсәй булыу - иң ҙур бәхет!" - ти ул. 

Әйткәндәй, бөгөн республикала 112 сабый донъяға килгән. Тимәк, нисәнсе тапҡыр булһа ла, бөгөн 112 әсәй онотолмаҫлыҡ бәхетле минуттар кисергән. Һәр сабый имен-аман тыуһын, атай-әсәйле булып үҫһен! 

Ҡояш ғүмере теләйем...
Ҡояш ғүмере теләйем...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас