Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Декабрь 2025, 11:32

Өләсәй, тип өндәштем...

Ғаиләлә кинйә бала булараҡ, ҡулыма бик эш тейҙермәй генә үҫтерҙеләр. Шуға ла, егәрле ғаиләгә кейәүгә сыҡһам ярар ине, тип теләй инем.

Өләсәй, тип өндәштем...Өләсәй, тип өндәштем...
Өләсәй, тип өндәштем...

Ғаиләлә кинйә бала булараҡ, ҡулыма бик эш тейҙермәй генә үҫтерҙеләр. Шуға ла, егәрле ғаиләгә кейәүгә сыҡһам ярар ине, тип теләй инем. Хыялым тормошҡа ашты. Уңғанлыҡтары менән тирә-яҡта дандары таралған Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында йәшәүсе Ишемйәровтарҙың берҙәм, күркәм ғаиләһенә килен булып төштөм. Әсәле-ҡыҙлы ике ҡәйнә көтөп тора ине мине. Иремдең өләсәһе, бөгөнгө көндә йөҙ ҙә ике йәшлек, ғүмере буйы башланғыс кластарҙы уҡытҡан, биш балаға ғүмер биргән Мәрфүғә Абдуллинаға шул көндө үк мин дә: “Өләсәй”, - тип өндәштем. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Бер быуаттан ашыу йәшәгән ағинәйҙең зиһене яҡты, хәтере шәп, тере тарих, өйөбөҙҙең йәме. Тәртип, таҙалыҡ ярата һәм үҙе лә йорт эштәрендә булашырға ярҙам итә. Һүҙе менән дә, эше менән дә, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен тәрбиәләй, бар яҡлап та өлгө булып тора. 

Уның иң оло ҡыҙы, минең ҡәйнәм Көнһылыу Барс ҡыҙы Ишемйәрова тап үҙе кеүек егәрле, оло йөрәкле әсәй. Ғүмере буйы мәктәптә математика фәненән белем биреп әллә күпме балаларҙы тормош юлына баҫтырған кеше ул. Йылына бер нисә тапҡыр, бер нисә быуын туғандарҙы бергә йыйып, осраштырып, аралаштырып, туғанлыҡ ептәрен нығытып тороусы ла. Йылы һүҙе һәр беребеҙгә етә, ишеге һәр кемебеҙ өсөн асыҡ. Баҡса тулы емеш еләк, ихата тулы гөл-сәскә үҫтерә. Ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, ҡырҡты  ҡыуалаған үҙебеҙ ҙә һаман уларҙың ҡойған ҡоймаҡтарын, телде йоторлоҡ аштарын һағынып ҡайтабыҙ, күп нимәгә өйрәнәбеҙ.

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен, өйөбөҙҙөң йылыһы һүрелмәһен.

Гөлиә ИШЕМЙӘРОВА. Өфө ҡалаһы.  

Өләсәй, тип өндәштем...
Өләсәй, тип өндәштем...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас