+22 °С
Дождь


З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Яҙылыусы көнө” уҙҙы. Тоғро дуҫтарыбыҙ килеп журналыбыҙға яҙылдылар, бүләк иттеләр. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәзиз Манапов Бөрйән районында йәшәүсе, МХО-ла йөрөгән яугирҙың ғаиләһенә, киләһе ярты йыллыҡҡы “Шоңҡар” журналына яҙылды. Беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн рәхмәт, дуҫтар!