

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө бара. Кисә, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең магазинында “Яҙылыу көнө” уҙҙы. Тоғро дуҫтарыбыҙҙы ла осраттыҡ унда. Гөлназ Даурат ҡыҙы – ғүмере буйы төрлө юғары уҡыу йорттарында эшләгән ғалимә. Йәштәр менән ҡайнап йәшәү менән бергә, “Шоҡар” йәштәр журналын да яратып уҡый. “Алдынғы, шәп замандаштар менән танышырға, заманаһы өсөн проблемалы һорауҙарҙы күтәргән мәҡәләләрҙе журналығыҙҙа уҡырға яратам”, - ти М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының тәрбиәүи эштәр һәм йәштәр сәйәсәте буйынса декан урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Гөлназ Даурат ҡыҙы.