Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Декабрь 2025, 15:23

Иң-иңдәр билдәләнде

Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһын алыусылар кемдәр?

Иң-иңдәр билдәләндеИң-иңдәр билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде

Бөгөн 2023 - 2024 йылдарҙағы эштәре өсөн Ш. Бабич исемендәге республика йәштәре премияһын алыусыларҙың исемлеге билдәле булды. Юғары профессионал хеҙмәте һәм башҡорт сәнғәтен вокал буйынса үҫтергәне өсөн Дамир Рәфис улы Тайыпов; ҡаҙаҡ яҙыусыһы Кемел Тоҡаевтың "Билдәһеҙ эҙ" китабын башҡорт теленә тәржемә иткәндәре һәм хәҙерге башҡорт прозаһын үҫтергән эштәре өсөн Заһиҙә Хәкимйән ҡыҙы Мусина менән Рәзинә Ғилман ҡыҙы Урманшина; "Өс туған" хореография картинаһын сәхнәгә сығарғаны һәм башҡорт хореография сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Аралбаев Хәбир Фәтих улы Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡлы тип табылдылар. Премия Башҡортостан Республикаһының Конституция көнөндә тапшырыласаҡ.

                           

Фото интернеттан алынды.

Иң-иңдәр билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас