

“Хат башы, яҙ ҡаршы!
Һаумы, ҡәҙерле иркәм Шәмсикамал! Һағынышлы ҡайнар сәләмдәр менән хат яҙа ағайың Бәшир. Күптән-күп сәләм инәкәйемә, Кәбирә, Сабира апайҙарыма, уларҙың ғаиләләренә, Күрше-тирәгә, туған-тыумасаға, мине һорашҡандарға.
Иркәм, хатыңды алғас, бик ныҡ ҡыуандым. Ауыл яңылыҡтарын, кемдәр һуғышҡа алынып, кемдәр тәрән яра алып ҡайтҡанлығын белеп борсолдом. Ҡара ҡағыҙы килгән ауылдаштарым тураһында ишетеп бик ныҡ ҡайғырҙым. Илдә үлемесле һуғыш бара. Ҡайғы-хәсрәт инмәгән бер генә йорт та ҡалмағандыр инде. Шулай булһа ла, бирешмәгеҙ...
Инәкәйем ни хәлдә? Икегеҙгә генә донъя көтөүе ауырҙыр инде. Бесән әҙерләй алдығыҙмы? Етәме? Яғырға утын яғы нисек? Бәләкәй сана менән ташыйһығыҙҙыр инде...
Мәктәп йылытыламы? Гел “5”-тәр генә алып уҡыуыңды яҙып ҡыуандырҙың әле, һеңлем. Шулай тырышып ҡына уҡы. Мәктәпте тамамлағас, Нәфисә еңгәң менән минең һымаҡ уҡытыусы һөнәрен һайларһың ул. Нәфисә тигәндәй, унан хаттар килеп тора. Ул шул уҡ Ҡәҙер ауылында уҡытып йөрөй. Һеҙгә күп итеп сәләмдәр әйтә. Каникулда ауылға килергә уйлай.
Минең хәлгә килгәндә, барыһы ла һәйбәт кенә. Тиҙ көндә фашистарға ҡарата яңы һөжүмгә әҙерләнәбеҙ. Наступление тип атала. Яуыз дошман беҙҙең Ергә теше-тырнағы менән һөлөктәй йәбешкән. Тиҙ генә сигенергә уйламай. Шулай булһа ла, һуғыштың башындағы һымаҡ әтәсләнә алмай. Ҡойроғон ҡыҫҡартып барабыҙ инде. Тиҙҙән Еңеү менән ҡайтып та төшөрбөҙ әле...”
Был минең әсәйемдең бер туған ағаһы Бәшир бабайымдың фронттан ебәргән һуңғы хаты... Инде һандыҡта нисәмә йылдар һаҡланып, һарғайып бөткән һуңғы хаты. Әсәйем үҙе иҫән саҡта күҙ ҡараһылай һаҡлаған һуңғы хат... Бер туғанының күҙ ҡарашы, дары еҫе һеңгән хат... Илебеҙ азатлығы өсөн йәнен аямай, үлемесле һуғышҡа киткән бабайымдың һуңғы иҫтәлеге... Уҡыуҙы тамамлап, яңы ғына өйләнеп, балалар уҡытып йөрөгән еренән армия сафына алынып, хәбәрһеҙ юғалған яҡын туғанымдың һуңғы хаты...
Күптән ятлап бөтһәм дә, теткеләнгән ҡәҙерле ҡомартҡыны йыш-йыш алам ҡулдарыма... Шиғыр юлдарына ла һалынды...
Әсәйемдең ғәзиз ағаһының
Һуңғы хатын алам ҡулыма,
Йөкмәткеһе ятлап бөтөлһә лә:
“Уҡы!” – тиеп һуҙам улыма.
“...Инәкәйем, һеҙҙе һеңлем менән
Үҙәккәйем өҙөлөп һағынам,
Яуыз дошмандарҙы ҡыйратҡас та
Ҡайтырмын мин тыуған яғыма...
Ең һыҙғанып эшкә тотонормон,
Ауырлыҡтар һис тә ҡурҡытмаҫ,
Йәш быуынға белем бирермен мин,
Яратҡан эш бер ҙә ялҡытмаҫ.
Шәмсикамал нисек уҡып йөрөй?
Дәресеңде, иркәм, ҡалдырма,
Инәйемде тыңла, йоҡа йөрөп,
Сирләй күрмә, һалҡын алдырма.
Ашау яғы нисек? Баҫыуҙарҙа
Иген бармы? Икмәк үҫәме?
Әллә инде барлыҡ тапҡанығыҙ
“Фронт өсөн!” – тип беҙгә күсәме?
Һәүкәшеңдән, инәй, яҙа күрмә,
Аҡ ҡотҡарыр аслыҡ мәлдәрҙә,
Бәрәңгенән уңыш алалһағыҙ,
Ҡалмаҫһығыҙ ауыр хәлдәрҙә.
Минең өсөн, инәй, борсолмағыҙ,
Тамағым туҡ, өҫтөм бөп-бөтөн,
Дошман яуы инде кире сигә!
Тик артынан ҡала ут-төтөн...”
Бына шундай эстәлекле хат ул.
Һәр бер юлын ятлап бөткәнмен,
Һуғыш яландарын, әйтерһең дә,
Уның менән бергә үткәнмен...
Алдымда Бәшир бабайымдың фронтта төшкән бер генә фото-рәсеме бар. Унан ике йәш кенә һалдат йылмайып ҡарай. Уң яҡтағыһы Бәшир Ғарипов Салауат районының Лағыр ауылында тыуып үҫкән, икенсеһе – дуҫы, Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылынан Зәкир Бикйәнов. Түштәрендә ҡаһарманлыҡты аңлатҡан значоктар... Был билдәләр йәш егеттәрҙең батыр хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләй. Бәшир бабайымдың гимнастеркаһында “Готов к труду и обороне “, “Ворошиловский стрелок “, “ Готов к противовоздушной и противохимической обороне” һәм “Готов к санитарной обороне СССР” тигән значоктар ҙа бар. Һуңғыһы Закир Бикйәновтың да күкрәген биҙәй...
Был ике һалдаттың яҙмышы ла бер төҫлө һымаҡ. Һуғышҡа тиклем икеһе лә, Мәсәғүт педагогия училищеһында белем алғас, күрше ауыл мәктәптәрендә уҡытыусылыҡ эшен башлай. Бәшир бабайым Дыуан районының Ҡәҙер ауылын һайлаһа, Зәкир Бикйәнов – Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылында. Бер үк ваҡытта өйләнәләр. Бәшир бабайым Ҡәҙер ауылы ҡыҙы Гөлнәфисәгә өйләнһә, Зәкир дуҫы Лағыр ауылы ҡыҙы Зәйнәпте кәләш итеп ала.
1939 йылдың 20 октябрендә хәрби хеҙмәткә лә бергә алынып, 53-сө дивизияның 110-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итәләр, сержант мәктәбен тамамлайҙар.
1941 йылдың ҡәһәрле 22 июнь иртәһен бүлек командирҙары булып хеҙмәт иткән Бәшир Ғарипов менән Зәкир Бикйәнов Белоруссияның Гомель өлкәһе Жлобин районында ҡаршы алалар. Коллегалар һәм айырылғыһыҙ дуҫтар башҡа полкташтары менән бергә немец фашистарының тәүге үлемесле яуына ҡаршы торалар. Ләкин, үкенескә күрә, 1941 йылдың 3 июленән был ҡаһарман егеттәрҙең икеһенән дә “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ килә...
Ҡатыны Гөлнәфисә Мөхәмәҙиәр ҡыҙы “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ алһа ла, ун йыл буйы көтә, уны эҙләтә. Төрлө юғары урындарға хаттар яҙа. Тик бер генә хәбәр килә: ”Полктары менән хәбәрһеҙ юғалды...”
Ҡайталмаған бабайым, көтһәләр ҙә,
Ятып ҡалған һуғыш ҡырында,
Ерләнгәндер, бәлки, тау башында,
Әллә инде Днепр ярында...
Бер ус тупраҡ һала алмаһаҡ та,
Билдәһеҙ бит булмай батырҙар!
Улар рухы Бөйөк Еңеү менән
Тыуған яҡҡа йыл да ҡайтырҙар!
Рузидә ҮТӘШЕВА-КӘРИМОВА,
мәғариф алдынғыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сибай ҡалаһы.