Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
16 Декабрь 2025, 03:28

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер

Ырымбурҙағы милләттәштәребеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ, шатланабыҙ. 

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмерБер күрешеү - үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер

"13 декабрҙә Ырымбурҙағы "Милли ауыл" мәҙәни комплексындағы башҡорт ихатаһы музейында Башҡорт теле көнөнә арналған сара уҙғарылды. Ҡунаҡтарҙы ингән ерҙә яңы китаптарҙан торған бәләкәй генә күргәҙмә ҡаршы алды. Викторина барышында ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап бирҙе, һүҙҙәрҙең синонимдарын һәм антонимдарын эҙләне, фразеологизмдарҙың мәғәнәһен аңлатты һәм мәҡәлдәрҙең дауамын әйтте. Байрамда шулай уҡ башҡорт телендә шиғырҙар яңғыраны: шағирә Нәфисә Смаҡова үҙ әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. «Яйыҡ» ансамбленең ағзалары бер нисә йыр башҡарҙы. Байрам милли ризыҡтар менән сәй эсеү менән тамамланды", - ти музейҙың экскурсоводы Гөлнар Яҡшыбаева-Шайлина.

 

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас