Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Декабрь 2025, 15:44

Ҡайҙа ла һөнәренә тоғро

Самолетта пассажир иҫен юғалта һәм күгәрә башлай. 

Ҡайҙа ла һөнәренә тоғроҠайҙа ла һөнәренә тоғро
Ҡайҙа ла һөнәренә тоғро

Аҡыллы, аңлы, ярҙамсыл, кешелекле юлдаштар ҡайҙа ла кәрәк. "Толпар" шифаханаһының баш табибы Артур Ғәлиуллин "Мәскәү - Өфө" рейсы менән осҡанда кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала. 

Утыҙ йәшлек пассажир иҫен .юғалта һәм күгәрә башлай. Экипаждың нашатыр спиртын еҫкәтеп ҡарауы бер нисек тә ярҙам итмәй. Хәлдең киҫкен икәнлеген аңлап, улар пассажирҙарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Артур Ғәлиуллин, әлбиттә, ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Пассажирҙың хәле киҫкен була. Йөрәк тибеше һүлпәнәйә, ҡан баҫымы төшә. Борттағы дарыуҙар менән Артур Ғәлиуллин, ун минут эсендә, уның хәлен еңеләйтә. 

Фото интернеттан алынды. 

Ҡайҙа ла һөнәренә тоғро
Ҡайҙа ла һөнәренә тоғро
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас