-14 °С
Болотло
Стәрлетамаҡта Дәүләт автоинспекцияһы,“Вектор” автомәктәбе менән бергә, “Баланы һәләк итмә, ҡайышын эл!” тигән акция ойошторған. Ғәҙәттә, күптәр инспекторҙарҙы күргәс кенә, ҡайыштарын элә башлай, балаларын да был хаҡта киҫәтә. Ә бит иң беренсе сиратта ул беҙҙең хәүефһеҙлек өсөн кәрәк. Водителдәргә юл ҡағиҙәләрен иҫкәртеүсе брошюралар, шулай уҡ ҡараңғы ваҡытта күренеп торған беләҙектәр таратылған. Акцияның төп маҡсаты – пассажир балаларҙы юлдарҙа нығыраҡ һаҡларға һәм улар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен һанын кәметеүгә булышлыҡ итеү.
Фото интернеттан алынды.