-14 °С
Болотло
Бөгөн иң ҡыҫҡа көн һанала. Башҡортостан халҡы менән ҡояш алты сәғәттә илле туғыҙ минут ҡына була. Ә Мурманск өлкәһенең ҡайһы бер урындарында көн оҙонлоғо ун һигеҙ минут самаһы ғына.
Атай-олатайҙарыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. Йыл барышында ул дүрт байрамды: ике ҡояш торошон һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеген билдәләгән. Тап ошо байрамдар игенселеккә, төҙөлөшкә, башҡа мөһим эштәргә башланғыс биргән.
22 декабрь астрономик ҡыштың башы тип иҫәпләнә. Артабан яҡты көн оҙонлоғо арта башлаясаҡ.