Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ғинуар , 16:36

Матур ғаилә - ил күрке

2026 йыл - Башҡорт ғаиләһе йылы. Дуҫтар, һеҙҙең ғаиләлә ниндәй мәңгелек ҡиммәттәр өҫтөнлөк итә? 

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке

Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Республиканан ситтә милли рухты һаҡлап алып ҡалырға тырышҡан йәш ғаиләләрҙең барлығы икеләтә һөйөнөслө күренеш. Нижневартовск ҡалаһында, 2017 йылдан алып, бөгөнгө көндә Роза Мәжит ҡыҙы Һатбалова етәкләгән Ханты-Манси автономлы округы – Юграның “Югра башҡорттары” төбәк йәмәғәт йәштәр ойошмаһы эшләй һәм унда күптәр балалары менән дә килә.

Гөлдәр менән Рәфис Йәрмиевтарҙың ғаиләһендә  өс бала үҫә. 8-се һанлы мәктәптең VII синыфында уҡыған Динислам ирекле көрәш менән шөғөлләнә. Радиотехника менән ҡыҙыҡһына. Буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә ярата. Үткән йылы Өфө ҡалаһында “Тамырым – башҡорт” төбәк-ара форумында уңышлы ҡатнашып, лагерҙа ял итеп ҡайта. Ошо уҡ белем усағының V синыф уҡыусыһы Динара 1-се һанлы музыка мәктәбенең бейеү бүлегендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Был төркөм менән Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә конкурстарҙа ҡатнашалар. Йәнә төрлө сараларҙа яңғыҙы “Оҙонсәс”, “Тыпырҙаҡ” бейеүҙәре менән сығыш яһай. Биш йәшлек Илнара 10-сы һанлы “Тейенкәй” балалар баҡсаһына йөрөй. Ул да ағаһы менән апаһы кеүек уңған, аҡыллы ҡыҙ булып үҫеп килә. Йәйен, ата-әсәһенең тыуған яғы, Ғафури районына ҡайтып Еҙем йылғаһында рәхәтләнеп һыу инеп, көс туплап килергә яраталар.

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас