“Хәтер кисәләре бөйөк шәхестең тыуған төйәге Тәтешле районында башланды, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев МАХ каналында. Юбилей төрлө район, ҡала вәкилдәре, дин белгестәре, яҙыусылар, тарихсылар, тел белгестәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл менән асылды. Һуңынан сара майҙанда билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында дауам итте. 200 йыл элек йәшәгән яҡташыбыҙҙың берҙәмлеккә, белемгә, рухи үҫешкә саҡырыусы һүҙҙәре әле лә көнүҙәк”.
Ғәли Соҡорой 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйөҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Шаҡтай бай һәм күп яҡлы әҙәби мираҫ ҡалдырған. Беҙҙең көндәргә ундан артыҡ баҫма китабы һәм бер нисә тиҫтә ҡулъяҙма әҫәре килеп еткән.
Ғ. Соҡоройҙоң ижад позицияһы, нигеҙҙә, Урта Азияның дини-мистик йүнәлештәге поэзияһы йоғонтоһонда формалашһа ла, әҫәрҙәрендә демократик идеялар һәм донъяуи мотивтар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, шиғриәтенең төп жанрҙарынан булған мәдхиәләрендә һәм мәрҫиәләрендә әҙип, теге йәки был шәхестең биографияһын һәм эшмәкәрлеген һүрәтләп, тормоштоң аныҡ, йәнле картиналарын тыуҙыра.