Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар , 18:08

Бәләкәй генә бер дәүләт

Һәр ғаиләнең үҙ йолалары, бала тәрбиәләүгә үҙ алымдары бар.

Бәләкәй генә бер дәүләт
Бәләкәй генә бер дәүләт

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Лилиә менән Азат Юлгилдиндар ғаиләһендә өс бала үҫә. Ун ике йәшлек Азалия менән туғыҙ йәшлек Амалия Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында уҡыйҙар. Лилиә Ғәйнислам ҡыҙы ла ошо уҡ белем усағында башҡорт теленән уҡыта. Әлеге ваҡытта бер йәшлек Арыҫлан менән декрет ялында.
“Һәр ғаилә бәләкәй генә бер дәүләт, тиҙәр. Ысынлап та, шулай. Һәр ғаиләнең үҙ йолалары, бала тәрбиәләүгә үҙ алымдары бар. Ялдарыбыҙҙа Йылайыр районының Йылайыр ауылында йәшәүсе ата-әсәйҙәребеҙ янына ҡайтырға ашҡынып ҡына торабыҙ. Әсәйем Зөһрә Хәйретдин ҡыҙы Ҡаһарманова ҡыҙҙарыма стилләштерелгән түшелдеректәр эшләргә өйрәтә. Ҡайным Азамат Динислам улы менән ҡәйнәм Гөлнур Вәхит ҡыҙы ла ейән-ейәнсәрҙәрен шатланып көтөп торалар. Туғандар менән, яйы тура килгән һайын, осрашырға тырышабыҙ. Бала тәрбиәләгәндә быуындар бәйләнеше булдырыу мөһим”, - ти Лилиә Ғәйнислам ҡыҙы.
Ҙур һәм бәхетле башҡорт ғаиләһе йылында бындай ғаиләләрҙең күберәк барлыҡҡа килеүен, һәр баланың бәхетле үҫеүен теләйбеҙ.

Бәләкәй генә бер дәүләт
Бәләкәй генә бер дәүләт
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас