Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар , 18:47

Һәр кемдең үҙ роле

Сафиндар ғаиләһендә бер йола бар.

Һәр кемдең үҙ роле
Һәр кемдең үҙ роле

Яҙгөл менән Фәнис Сафиндар сығыштары менән Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылынан. Ғаиләлә өс бала -  Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡыған Альбина, 294-се һанлы балалар баҡсаһына йөрөгән Ләйсән менән Айрат тәрбиәләнә. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә “Аманат” бейеү ансамблендә шөғөлләнә.

“Декрет ялында фотоға төшөрөү менән шөғөлләнә башланым. Ябайлыҡта - бөйөклөк, тигәндәй, һәр нимәлә матурлыҡ күрәм. Йәнә кешенең хис-тойғоларын фотоларҙа күрһәтергә тырышам. Бөгөнгө көндә был эшкә бөтә күңелем менән бирелеп киттем. Тормош иптәшем Фәнис Ислам улы ҙур ғына төҙөлөш компанияһында эшләй. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, ҡулына ниндәй генә эш эләкһә лә, һәр береһен урын еренә еткереп башҡарып ҡуя. Ике яҡ туғандарҙың һәр береһенә, берәүһендә айырмай, һәр саҡ ярҙамға барырға әҙер.

Ауыл - беҙҙе, беҙ уны яратабыҙ. Әсәйем, Гөлсәсәк Исмәғил ҡыҙы Уйылданова иптәше менән, ҙур баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. Ҡәйнәм Рәсимә Салауат ҡыҙы һәм ҡайным Ислам Динислам улы һарай тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоталар. Ҡыҙҙарым менән ҡәйнәмдән итле-һөтлө ризыҡтар эшләргә өйрәнәбеҙ. Боронғо бөтә аш-һыуҙы күрһәтеп, эшләп, бешереп, тәмләп ҡарарға  мөмкинселек бирә. Шулай уҡ, ҡәйнәм матур-матур түшәктәр, юрғандар эшләй. Унда ла булышып, ярҙамлашып өлгөрәбеҙ.  Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән. Был әйтем ғаиләлә һәр кемдең үҙ роле булыуы тураһында һөйләй. Шуға күрә, балалар ҙурайған һайын тормоштоң төрлө саҡтары булыуын аңлатыу кәрәк, тип уйлайбыҙ”, - ти Яҙгөл.

Сафиндар ғаиләһендә бер йола йәшәп килә. Улар йыл һайын ҡурайға беренсе  һәйкәл ҡуйылған Туғажман тауына артылалар. Ҙур һәм бәхетле башҡорт ғаиләһе йылында Сафиндарға яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Һәр кемдең үҙ роле
Һәр кемдең үҙ роле
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас