1972 йылдың 3 февралендә Иранда, донъя тарихындағы иң ҙур юғалтыуҙарҙың береһе һаналған, тәбиғи ғәрәсәт сыға. Өйҙә ултырған кешегә бурандың ниндәй зыяны тейһен, тип уйлаусылар табылыр. Әммә Иран халҡы бындай һауа торошона әҙер булмай сыға. Йылы кейемдәре лә булмай. Йәшәгән урындары ла көслө буранға ҡаршы торорлоҡ түгел. Ун бер көн самаһы дауамында барған был ғәрәсәт ваҡытында тотош өйҙәр ҡар аҫтында ҡала. Күптәренең ҡыйығы емерелеп төшөү арҡаһында, тотош ғаиләләр үлә. Каккан һәм Кумар тигән ауылдарҙа бер генә тере кеше лә ҡалмай. Дөйөм алғанда, был тәбиғи ғәрәсәт арҡаһында дүрт меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә.
Бөгөн Башҡортостанда ҡар яуыуы, көслө ел сығыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һалыныуы мөмкин. Оҙон юлға сыҡмай тороу хәйерле.
Фото интернеттан алынды.