#Дома фестивалендә ике меңдән ашыу студент йыйыла
Ғинуар аҙағында Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уҡыған яҡташ студенттарыбыҙ Өфөлә осраша. 30 ғинуарҙа үтәсәк республика фестиваленә 2500 ҡатнашыусы килер тип көтөлә.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, республиканан сыҡҡан, әммә башҡа ҡалаларҙа белем алған һәм республиканың юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттар фестивалдә ҡатнаша ала.
Төп маҡсат - йәштәргә һөнәри яҡтан үҫеү һәм тыуған яғында файҙалы булыу мөмкинлектәрен күрһәтеү. Фестиваль программаһы ике блокка бүленгән: эшлекле өлөш (26-29 ғинуар) - Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусында төрлө өлкәләрҙең уңышлы вәкилдәре менән осрашыуҙар: сәнәғәт, бизнес, агросәнәғәт
һәм байрам өлөшө (30 ғинуар) “Көрәш һарайы”нда үтәсәк. Алдынғы предприятиеларҙың, йәштәр ойошмаларының презентациялары һәм, әлбиттә, сағыу мәҙәни программа планлаштырылған.
Төп сюрприз — популяр артистарҙың сығыштары. Сәхнәлә Baby Ti (Арыҫлан Тимеров), Dj Vita Samurai (Виталина Медведева) һәм Фогель (Роберт Черникин) сығыш яһаясаҡ. Фестивалде “Mega Dance” дуэты алып бара. Ҡатнашыу тулыһынса бушлай, әммә һылтанма буйынса алдан теркәлеү талап ителә: https://clck.ru/3QPfw5
Бындай фестиваль икенсегә үткәрелә. Былтыр 1500 студент ҡатнашҡан.