Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар , 09:23

Шәрифә Повесть Гөлдәр Ғәбитова

Гөлдәр Ғәбитова (Хәмитова) Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында тыуған. Күп йылдар Федераль һалым хеҙмәте идаралығында яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, “Рәсәй һалым хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре” айырма билдәһе менән бүләкләнгән, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Бөгөн Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы – Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары. Замандашыбыҙ дәүләт эшенән тыш, әҙәби ижад менән дә ихлас шөғөлләнә.

Шәрифә Повесть Гөлдәр Ғәбитова
Шәрифә Повесть Гөлдәр Ғәбитова

Гөлдәр Ғәбитова (Хәмитова) Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында тыуған. Күп йылдар Федераль һалым хеҙмәте идаралығында яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, “Рәсәй һалым хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре” айырма билдәһе менән бүләкләнгән, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Бөгөн Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы – Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары. Замандашыбыҙ дәүләт эшенән тыш, әҙәби ижад менән дә ихлас шөғөлләнә.

 

Шәрифә

 

Повесть

 

Пролог

Һәр кеше был донъяла үҙе тураһында ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдыра. Яҡшы кешене изге һүҙҙәр, яҡты хәтирәләр менән иҫкә алалар. Өләсәйем Шәрифә, ауыр яҙмыш юлын үтеп, ҙур юғалтыуҙар кисерһә лә, бер саҡта ла кешелек сифаттарын юғалтманы, уҫаллыҡҡа, яуызлыҡҡа бирелмәне, күңеле ҡатманы.
Өләсәйем ябай ғына белемһеҙ башҡорт ҡатыны булһа ла, тормошҡа философия күҙлегенән ҡарай торғайны: “Балалар, яҙмыштан уҙмыш юҡ! Барлыҡ һынауҙар Хоҙайымдан! Сабыр булайыҡ, этлек тә, шатлыҡ та үтеп китер...” – ти торғайны. Ауылдаштарым һаман да өләсәйемде киң күңелле, йомарт, изге, әҙәпле инәй булды тип иҫкә төшөрә.
Өләсәйем! Сабырлыҡҡа, изгелеккә һинән өйрәндек, һинән алған тормош һабаҡтары әлеге ваҡытта ла бик көнүҙәк! Рәхмәт һиңә, өләсәй, тыныс йоҡла!

***
Ауыл ситендәге ферма. Тымыҡ ҡына гөрләгән сепарат тауышына ойоп киткән Шәрифә, ҡарынындағы балаһының ҡапыл тибеп ебәреүенә һиҫкәнеп, тертләп уянды.
“Эй, балаҡай, ярай уяттың әле! Ойоп киткәнменсе... Уй Аллам, күнәктәге айыртылған һөт тә мөлдөрәмә тулып киткән икән...”
Шәрифә һикереп тороп күнәктәрен алмаштырҙы ла, тиҙ-тиҙ генә суйын ҡомғандан усына һыу ағыҙып битен сайҡап, кире урынына – ағастан юнып яһалған тәпәш бүкәнгә барып ултырҙы. “Сиратта тағы ла биш күнәк һөт тора бит әле! Уларын ҡаҙанға ҡойоп имшетеп алырға тура килер, моғайын, һыуынғандыр инде. Ярай, барабан төбөндә ҡалған һөттө айыртып бөтәйем дә шунан ҡалғанына тотонормон”, – тип Шәрифә ашыға-ашыға тағын эшкә тотондо.
Һәптән йылғаһы буйындағы ҡуйы томан әкрен генә тарала башланы. Тулыһынса аҡ томанға төрөнгән урмандың, тәүҙә ағастарҙың баштары ғына күренде, бер аҙҙан тулыһынса төҫмөрләнә башланылар. Күп тә үтмәй тау артынан ҡояш нурҙарының тәүге осмоттары сәселде. Төнө буйы ярышып һайраған ҡоштар ҙа арынылар, шикелле, дәрттәре һүнеп, тауыштары һүлпәнәйә башланы...
Шәрифә ҡаҙан төбөндәге йылы һыу менән сепараторҙы, тимер күнәктәрҙе йыуып-таҙалап алғас өҫтәлгә теҙҙе лә, тағы ниндәй эш ҡалды икән тип, күкшелт күҙҙәре менән аласыҡты байҡап сыҡты. Күҙенә ер иҙәндә, ҡаймаҡтан бушаған оло туҫтаҡ салынды. Шәрифә бармаҡ остары менән туҫтаҡ ситендә ҡалған ҡаймаҡты һыпырып ялай башланы. “Мына, балаҡай, һиңә лә ризыҡ тәмләргә сират етте! Әҙ булһа ла етеп торор. Хәҙер ҡайта һалып, ағаң менән апаңды ла ашатайым. Әтеү кистән берәр кәсә ҡатыҡ ҡына эсеп ятҡайнылар, ыумас ыуып булһа ла йылы ризыҡ ашатыр кәрәк”.
Шәрифә башындағы бушап барған аҡ яулығын тартып нығытыңҡырап бәйләп, өҫтөнә ҡояшҡа уңып бөткән сәкмәнен кейеп, ауыл яғына юл тотто.
Ҡояштың апаруҡ йылыта башлағаны һиҙелә. Үлән өҫтәрендә йымылдашҡан ысыҡтар ҙа бер-бер артлы юғалалар, юл ситендәге аҡлы-күкле сәскәләр ҙә ҡояшҡа баштарын бороп, таждарын аса башланылар, һауала дым ҡатыш хуш үлән еҫе таралған, тирә-яҡ иртәнге сафлыҡҡа иҙрәгән.
Шәрифә бер нәмәгә лә иғтибар бирмәй юлын дауам итте. Уның башын төрлө уйҙар биләп алған ине. “Күрше Әлимә Аҡбашты һауып өлгөрҙө микән... Һаумаһа, исмаһам, быҙауын имеҙеп булһа ла көтөүгә ҡыуһа ярар ине... Көнөнә ике һауырға форсат юҡ шул! Ярай, ыжғыр ҡышта тыуған быҙауын да үҫтерер кәрәк, бәлки, ҡышҡа һуғымға эшкинер.... Әле йәй башы ғына бит әле. Алла бирһә, ҡышҡылыҡҡа ҡоротон, эремсеген, майын йыйыштырырмын әле һәүкәштең. Еләк-емеш йыйып, үләндәр ҙә киптерер кәрәк. Нисек өлгөрөргә икән? Балаҡайҙары береһенән-береһе бәләкәй шул. Улы Мырҙагилдегә бары – ун ике, Мөслимәһенә алты ғына, тағы берәүһе тыуырға тора! Түҙергә кәрәк, түҙергә, башҡаса форсат юҡ!
Ирен ҡулға алыуҙары аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды Шәрифәгә... Шәмсетдинде колхоз кәртәһендә эшләп йөрөгән еренән тура районға алып киткәндәр. Шәрифә ирен күрмәй ҙә ҡалды. Аҙаҡ ҡайнағаһы Мөхәмәтдин генә килеп: ”Килен, Шәмсетдинде райондан килеп ҡулға алдылар бит әле... Ул һиңә борсолмаҫҡа ҡушты, “ғәйебем юҡ, раҫлармын да, Алла бирһә, оҙаҡламай ҡайтырмын” тип әйтергә ҡушты. Мин ярҙам итешеп, донъяңды, балаларҙы ҡарашып торормон”, – тине.
Ул хәлдән һуң ике айлап ваҡыт үтеп китте, һаман да ҡайтмай Шәмсетдине, үҙе лә, хәбәре лә юҡ!
“Ҡыҙыл йондоҙ” колхозын ойоштороу­сыларҙың иң беренселәренән булды уның Шәмсетдине. Бригадир итеп ҡуйғас, бөтөн донъяһын онотоп, мөкиббән китеп эшкә тотондо. Таң һарыһы менән сығып китә эш тип, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып йығыла. Колхозды ойоштороу эше бик ауыр барҙы шул. Һыу аръяғындағы Үкерҙең урыҫтарын бир яҡтағы Ҡашҡаттың башҡорттары менән бергә эшләтеп ҡара! Әле генә ул эш рәткә инеп китте, яйланды!
Шәмсетдин барыһы менән дә уртаҡ тел тапты: урыҫ менән – урыҫса, башҡорт менән – башҡортса... Урыҫтар күберәк тимер, сәсеү-урыу эштәрен арыу башҡаралар, башҡорттар көтөү көтөп, малдың ағын эшкәртә.

Дауамын "Шоңҡар"ҙың 1-се һанында уҡығыҙ.

Автор: Айнур Акилов
Читайте нас