Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар , 20:55

Күңеле әҙәбиәткә тартылған

Артур Хәсән улын күркәм юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Күңеле әҙәбиәткә тартылған
Күңеле әҙәбиәткә тартылған

 

Артур Хәсән улы Дәүләтбәков 1971 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Үтәғол (Ҡыуат) ауылында тыуған. Беренсе класты Ибрай мәктәбендә уҡый, артабан Иҙәш ауылына күсеп баралар. 1987 йылда Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат—мәктәпте (1994 йылдан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлай. Шул уҡ йылда Өфө авиация институтына уҡырға инә. Күңеле әҙәбиәткә нығыраҡ тартылғанға, икенсе йылда уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына күсә.

Артур Хәсән улы хеҙмәт юлын  «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе булараҡ башлай. 2002 йылда   «Аманат» журналы мөхәррире итеп үрләтелә. 2006 йыл — «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире. 2010 йылда, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының сираттан тыш үткән съезында республика журналистары, союз идараһы рәйесе итеп һайлап, уға ҙур ышаныс күрһәтә. 2015 йылдың 21 декабрендә Башҡортостан Журналистар союзының XX съезында был ижади ойошманың рәйесе итеп Артур Дәүләтбәков яңынан һайланды. Был вазифвны ул 2020 йылдың декабренә тиклем башҡарҙы. 2025 йылда Артур Хәсән улы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.  

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас