Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар , 19:06

Ул йәшкә етергә яҙһын

Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә икән? 

Ул йәшкә етергә яҙһын
Ул йәшкә етергә яҙһын

Фёдоровка районының Аҡбулат ауылында йәшәүсе Хәҙисә Хәмиҙулла ҡыҙы Зөбәйероваға 104 йәш тулған. 

Ул ун һигеҙ йәшендә Тимерғәле Ғайса улы Зөбәйеровҡа кейәүгә сыға. Тик йәштәргә оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерергә тура килмәй. Ғаилә башлығын Бөйөк Ватан һуғышына алалар. Тиҙҙән ҡара ҡағыҙ ебәрәләр. Һуңғараҡ иренең иҫтәлеге булып миҙалы килә.

Ауыр һуғыш йылдарында, Белорет районында, Хәҙисә Хәмиҙулла ҡыҙы ағас ҡырҡа. Һуңынан ғүмере буйы тыуған яғында колхозда эшләй. Ата-әсәһен ҡарай, туғандарының балаларын тәрбиәләшергә ярҙам итә. 

Барыбыҙға ла Хәҙисә Хәмиҙулла ҡыҙының йәшенә етергә яҙһын. 

Фото интернеттан алынды. 

Ул йәшкә етергә яҙһын
Ул йәшкә етергә яҙһын
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас