Әбйәлил районында Mercedes ике атты бәрә. Был йән эйәләре, өйөрҙән айырылып, ҡапыл юлға килеп сыға. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев әйтеүенсә, йәштәр зыян күрмәй һәм үҙҙәре ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата.
“Был хаҡта ишетеү менән ваҡиға булған ергә барҙым. Өйөрҙәге аттар таралмаһын өсөн, уларҙы ваҡытлыса ябып торҙоҡ. Малдарҙың хужа тейешле кешеһе лә саҡырылды. Тик... үлгән аттар уныҡы булыуынан баш тартты. Хайуандарҙың ҡолаҡтарында чип та, төндә яҡтыртыусы махсус таҫма ла юҡ ине. Ә районда, һуңғы өс айҙа, был эш актив башҡарылды”, - ти район хакимиәте башлығы.
Әлеге мәлдә полиция аттарҙың хужаһын эҙләү менән шөғөлләнә. Әгәр ҙә, табылмай икән, ДНК тест ярҙамында билдәләнәсәк.
Ғөмүмән, бындай күренеште, республиканың һәр мөйөшөндә, йыл әйләнәһенә осратырға мөмкин. Үлгән малдың хужаһы булмай. Хатта чип торған осраҡта ла, урамда аунап ятҡан малдың ҡолағын ҡырҡып алып китеүсе хужалар ҙа етәрлек.
Фото интернеттан алынды.