

“Үҫкәс, кем булаһың?” —
Бәләкәй сағында Илнурҙан шулай тип һораһалар, ғорур рәүештә:
– Һалдат! – ти торғайны. Унан,
Һайт-два, һайт-два, уңға-һулға ҡарама, Һайт два, һайт-два ҡара тураға ғына, тип “раз-два”ға баҫып, йырлап та ебәрә.
Улының ҡыланышына бигерәк тә атаһы Миңләхмәт ағай ҡыуанып ҡарай ине.
– Малаҙис минең улым, һалдат була бит ул, – тип хуплап та ебәрһә, малай тағы ла дәртләнеп китә.
– Атай, көслө кешеләр генә һалдат була, ивет!
– Шулай, улым.
– Ә нисек көслө булырға?
– Спорт менән шөғөлләнергә кәрәк.
Малайға шул ғына кәрәк: турникта күтәрелә, гимнастика эшләй. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан йәнә атаһы янына йүгереп килә, күлдәгенең еңен асып, беләген бөгә:
– Атай, бына минең мускулым!
– Һай, шәп тә инде минең улым!
Эйе, бала саҡта һалдат, батыр булып үҫергә теләмәгән малай бармы икән?! Бөгөн махсус операция биләмәһендә батырҙарса көрәшкән Ғафури егете Илнур Ғөбәйҙуллин да бәләкәйҙән хәрби кешеләргә ҡыҙығып, улар кеүек көслө булыу хыялы менән үҫә. Хыялланып ҡына ҡалмай, үҙен әҙерләй. Еҙем-Ҡаран ауылында донъяға килһә лә, атаһын эше буйынса Ҡарағай ауылына күсергәс, ошонда мәктәпкә бара, ошонда ҙур ғаиләлә үтә бәхетле бала сағы. Дуҫтары менән “атыш”, “һуғыш” уйнап урамдан инә белмәйҙәр. “Аҡтар-ҡыҙылдар” уйынында иптәштәре ни эшләптер Илнурҙы “ҡыҙылдарҙың” командиры итеп күрергә теләй, ә күптәр йыш ҡына уның “отрядына” эләгергә тырыша. Илнурҙың оҫта ойоштора белеүе, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмауы уларҙың командаһын һәр саҡ еңеүсе итәсәгән яҡшы аңлай улар. Уйын ғына булһа ла, берәүҙең дә еңелеүсе булып оятҡа ҡалғыһы килмәй шул.
Мәктәптә лә яҡшы уҡый үҫмер. Буш ваҡыттарында батырҙар тураһында әҫәрҙәр уҡыу яратҡан шөғөлөнә әүерелә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан герой-пионерҙар хаҡындағы китапты ятлап тиерлек ала. Үҙе генә уҡып ҡалмай, батырҙар хаҡында класташтарына, иптәштәренә һөйләй. Бер мәл үҫмерҙең ҡулына Рамаҙан Өмөтбаевтың “Генерал Күсимов” тигән китабы килеп эләгә. Бала сағы ҡатмарлы булһа ла, тырышлығы арҡаһында белем алып, таһыллы генерал-майор дәрәжәһенә етеүенә һоҡланып бөтә алмай. Әҫәрҙе бер тынала уҡып сыға егет. Шуға ла бөгөн “Башҡортостан” полкының Таһир Күсимов исемендәге батальонында булыуына сикһеҙ ғорурлана ул.
Атаһы Миңләхмәт ағай Германияла хеҙмәт иткән. Һалдат булған ваҡыттарын иҫкә төшөрөп:
– Үҙен хөрмәт иткән һәр егет хеҙмәт итергә тейеш. Армия холоҡто сыныҡтыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй, рухты нығыта, ысын дуҫтар һәм тоғро иптәштәр табырға ярҙам итә, – тип дәртләндерә улын. Уның һалдат кейемендә төшкән фотоларын ҡарап, Илнур ҙа тап уның кеүек булырға теләй.
Әммә тормошта бөтәһе лә һин теләгәнсә шыма ғына бармай шул. Һаулығы буйынса егетте армияға алмайҙар. Иптәштәре алдында һыр бирмәһә лә, өйгә ҡайтҡас, күҙ йәштәренә ирек бирә. Бәлки, кире уйларҙар? Бәлки, яңылышҡандарҙыр, тип кире китә комиссариатҡа, үтенесен белдерә. Тик...
Бергә уҡыған дуҫтары әрмегә киткән, ғәскәри бурысын үтәп ҡайтҡан ваҡыттарҙа йөрәге һыҙлай Илнурҙың. Кәйефе төшөп йөрөй-йөрөй ҙә тағы ла дәртләнеп эшенә тотона. Сөнки ауыр ваҡыттарҙа ла, шатлыҡлы мәлдәрендә лә уның ҡулында иң тоғро дуҫы – ҡурайы бар. Ваҡытында халҡыбыҙҙың сихри музыка ҡоралында өйрәнеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Әсәһе Альмира апай Ҡарағай ауыл клубы мөдире булып эшләгәс, мәҙәни мөхиттә тәрбиәләнә Илнур. Ә инде етенсе класта уҡығанда мәктәпкә сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлап Фәнил Кинйәғоловтың эшкә килеүе яҙмышының бер бүләге тип иҫәпләй. Фәнил Мәғәфүр улы уны ошо уйын ҡоралында өйрәнергә лә, ғүмерлек һөнәре итеп һайларға ла булышлыҡ итә. Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегәнә уҡырға ингәс, мәшһүр ҡурайсылар Ришат Рәхимов, Таһир Хәмитовтар иң яҡын остаздарына әүерелә. Шаулы, күңелле студент йылдары ла үтеп китә. 2000 йылда ҡулына диплом алған егет Красноусол мәҙәниәт һарайында эш башлай.
Балаларҙан торған ҡурайсылар ансамбле ойоштора, улар менән төрлө конкурста ҡатнаша, призлы урындарҙы яулайҙар. Талантлы егет “Ғафури” халыҡ театрында уйнарға ла, “Айгүзәл” бейеү ансамблендә бейергә лә өлгөрә. Бер аҙҙан Лилиә исемле ҡыҙға өйләнеп, Илнара, Наҙгөл исемле һылыуҙарға ғүмер бүләк итәләр.
– Армияла хеҙмәт итә алмауым гел генә күңелемде өйкәп йөрөнө. Иптәштәрем әрме тураһында һөйләй башлаһа, уңайһыҙ, үҙемде ғәйепле һымаҡ тоя торғайным, – ти Илнур. – Махсус хәрби операция башланғас, күп дуҫтарым үҙҙәре теләп алыш биләмәһенә Тыуған илде һаҡларға юлланды. Минең дә башымда, ил именлеге өсөн үҙ өлөшөмдө индерергә тейешмен, үҙ бурысымды үтәргә, ҡурайҙы ҡоралға алмаштырыр ваҡыт етте, тигән фекер яралды.
Илнур тәүҙә документтар хәстәрләй, медкомиссия үтә. Ҡулына повестка алғас ҡына был хаҡта ғаиләһенә, ата-әсәһенә белдерә. Шулай итеп, 2023 йылдың майында ул МХО-ға юллана.
Өс ай тирәһе Һамар ҡалаһында етди әҙерлек үтеү, һәр төрлө ҡорал менән эш итергә өйрәнеү алыш яланында үҙеңде лә, иптәштәреңде лә юғалтмау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн ул “Башҡортостан” полкы Таһир Күсимов исемендәге 3-сө батальондың 9-сы штурмлау ротаһында батырҙарса алыша. Отделение командиры, кесе сержант.
– Һуғыш юғалтыуһыҙ булмауы берәүгә лә сер түгел, – ти Илнур. – Былтыр 4 мартта төнгө сәғәт 2-лә боевиктарҙың Щука тигән урманды баҫып алып килеүҙәре хаҡында хәбәр иттеләр. Беҙҙән күп булһа 9 – 10 километр алыҫлыҡта ғыналарҙыр. Урманды һаҡларға, үткәрмәҫкә, тигән приказ бирелде. Беренсе ҡаты штурмлау шул булды. Алыш ҡаты барҙы, 25-ләгән егетебеҙ һәләк булды. Мәгәр боевиктарҙы үткәрмәй, ярҙамға 19-сы полк килгәнсе, бер аҙна буйы оборона тоттоҡ. Дуҫтарҙы юғалтыуы ауыр. Ноябрь урталарында 25 йәшлек кенә Ҡариҙел егете Вадимды юғалттыҡ. Бик шәп, ихлас егет ине. Ауыр ваҡыттарҙа беҙгә һәр саҡ терәк булды. Шаян һүҙен табып, көлдөрөп, кәйефте лә күтәрә ине. Торғаны менән әртис ине. Йәйен отпускыға ҡайтҡанда һөйгән ҡыҙы менән туй гөрләткәйне. Дәртләнеп, ҡыуанып килде. Матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә хыялланды...
Бәләкәйҙән Ватанға хеҙмәт итеү хыялы менән янған Илнур “Ватан” ҡушаматын ала. Ҡурайы ла һәр ваҡыт үҙе менән йөрөй. Һуғыш тынып торған арала хеҙмәттәштәре:
– Әйҙә әле “Урал”ды уйна! – тип һорай.
Тирә-йүнгә халҡыбыҙҙың гимнына әүерелгән мәшһүр көй ағыла. Тиҙҙән еңеү яулап, ошо йырҙы йырлап ҡайтырға яҙһын батыр егеттәребеҙгә!
Венер ИСХАҠОВ.