-10 °С
Ҡар
Күптәр ял итергә барам, сит ерҙәрҙе күрәм, тип, аҡса йыя. Йә кредит ала. Тик хыялың тормошҡа ашмаҫҡа ла мөмкин. Бөгөн етмеш биш клиентын кәкре ҡайынға терәткән турагент ҡатынға суд булған. Ул алты миллион һумға айыу майы һөрткән. Алданған клиенттар иһә сит илгә сәйәхәткә сыға алмаған.
2022 - 2023 йылдарҙағы енәйәт эштәре өсөн, ул биш йылға, иркенән мәхрүм ителергә тейеш. Тик әле, рәшәткә артына ултырырға, балаһына ун дүрт йәш тулғаны көтөлә. Урланған аҡсаларҙы ла хужаларына ҡайтарып бирергә тейеш.
Фото интернеттан алынды.