Дәүләт автоинспекторҙары, Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының руль артына ултырыуҙары хаҡында, хәбәр итә. Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһенең Дағстан урамында «Хавал М6» машинаһын туҡтатҡандар. Руль артында ун ете йәшлек мәктәп уҡыусыһы булған. Үҫмер егеттең атаһын саҡыртҡандар һәм машинаны махсус ҡуйыу урынына алып киткәндәр.
Башҡортостандың башҡа ҡала-райондары уҡыусылары ла ҡалышмай. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районында ла ун ике йәшлек үҫмер бала «XYST 405м» маркалы квадроциклда йөрөгән. Бында ла дәүләт автоинспекторҙары, техниканың хужаһын, юлда йөрөгән баланың атаһын саҡырғандар. Әлбиттә, техниканы алып китәсәктәрен белгәс, атай кеше туҙынған, тиҙәр.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Мәктәп уҡыусылары ла техниканы, моғайын, ата-әсәһенән урлап алып сығып китмәгәндәрҙер. Шулай булғас, тәрбиәне был осраҡта кемдән башларға икән?!?
Фото интернеттан алынды.