-6 °С
Ҡар
Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһына ҡан ҡоҫҡан, күкрәге һәм эсе ауыртыуға зарланған ир мөрәжәғәт иткән. Уны ентекле тикшергәндән һуң, эсендә 3х3 ҙурлыҡтағы быяла ярсығы барлығы асыҡланған. Операция ярҙамында пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡала алғандар.
Баҡһаң, шешәнең ғорлаһынан эскәндә, яңылыш быялы ярсығын да йотоп ебәргән булған икән. Беҙҙең табиптарға нимә генә күрергә тура килмәй. Иң тәү сиратта, әлбиттә, һәр кеше үҙ һаулығы өсөн үҙе яуаплы булырға тейеш. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлайыҡ.
Фото интернеттан алынды.