Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 13:43

“Магнит”тың яңы хужалары

Улар хатта һатып алыусылар менән дә бәйләнешкә керә башлағандар, ти.

“Магнит”тың яңы хужалары
“Магнит”тың яңы хужалары

Сысҡан, тараҡан, теге-был мөйөштәге ярыҡтарҙан кергән ҡоштарҙы, әлбиттә, магазин хужалары ла, һатып алыусылар ҙа яратмай. Әммә таҙалыҡ, тәртип, яҡшы ремонт булмаһа яңы өйҙәш-хужалар саҡырғанды көтөп тормай. “Магнит” магазинында ла улар барлыҡҡа килгән. Сысҡандар тауарҙың сифатын боҙоп ҡына ҡалмай, хатта һатып алыусыларға ташланалар, ти.

Роспотребнадзор тикшергәс, һатыу нөктәләрендә тәртип урынлашҡансы, ябырға ҡушҡан. Әлбиттә, бының өсөн иң тәү сиратта бинаны таҙа тоторға кәрәк. Ярай ҙа, был күренеш беҙҙә түгел, ә әлегә Мәскәүҙә генә теркәлгән.

 

 

Фото интернеттан алынды.

“Магнит”тың яңы хужалары
“Магнит”тың яңы хужалары
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас