Бөгөн Асҡарҙа полилингваль мәктәп тантаналы асылды. Белем усағы төҙөлөшө 2022 йылдың декабрендә башланғайны. Төҙөлөш ике этапҡа бүленеп, 1 сентябрҙә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылһа, хәҙер иһә 640 балаға иҫәпләнгән мәктәп тә уҡыусыларҙы ҡабул итте.
Полилингваль күп профилле мәктәп асыу тантанаһында аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында видеобәйләнеш режимында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул, белем биреү учреждениеһының эшенә старт биреп, уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы дәрестәрҙең башланыуы менән ҡотланы. Хәҙер республикала 12 полилингваль мәктәп, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Беҙҙең өсөн был яңы мәктәп кенә түгел. Был заманса комплекста балаларыбыҙ туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата хәстәрлек, ихтирам мөхитендә белем аласаҡ, республикабыҙ, илебеҙ патриоттары булып үҫәсәк. Район халҡы исеменән яңы объект өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тине мәктәпте асыу тантанаһында муниципалитет башлығы Айрат Әминев.
"Осҡон" гәзитенән