Ир-егеттәрҙең күпләп ситкә эшкә йөрөүенә күнегеп тә бөткәнбеҙ. Балаларын үҫтергән урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың вахтала йөрөүе лә ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ә бына йәп-йәш ҡыҙҙар ниңә был юлды һайлай, бының өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? Вахтовик ҡыҙҙарҙың береһе Ғафури районының Юлыҡ ауылы ҡыҙы Наҙгөл ЯҠШЫБАЕВАның тормошҡа ҡарашы аша был һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләйек.
Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, Наҙгөл бәләкәйҙән зирәк булып үҫә.
– Уҡырға төшмәҫ элек уҡый-иҫәпләй белә ине. Биш йәштәрендә магазиндан ҡаплы кәнфит һорап алдырҙы. Ҡайтып килгәндә береһен миңә биреп, икенсеһен үҙенә алғандыр инде. “Иней (әсәй), бында ун ете булған, ун биш кенә ҡалды”, – тигәненә аптырап ҡалғайным, – ти әсәһе Альмира Әхмәт ҡыҙы. – Йорт, урам тирәһендәге эштәргә лә ҡатҡыл булып үҫте, әйткәнде көтмәй, мин мәктәптән ҡайтҡансы, үҙе белеп эшләп ҡуйыр ине. Әллә ни тырышлыҡ һалмай, еңел генә уҡыны. VIII кластың 3-сө сиреген тамамлағайны, Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатына китергә ныҡыша башланы. “Мин алып бармайым, керә алһаң, үҙең барып уҡы”, тигәс, сығып китте. Ул ваҡыттағы директор Д. М. Рәхимовҡа инеп һөйләшкән. “Нишләп әле уйланың, йыл башында килерһең”, – тип башта директор уҡырға алыуҙан баш тарта. Тик ҡыҙым ниәтенән ҡайтмай. “Һеҙ IX класҡа уҡыусылар алмайһығыҙ бит”, – тип, директор янына ҡабат ныҡышып кергән. Ыңғай яуап алғас, ҡыуанып ҡайтты. Йыл аҙағында яңы класҡа барһа ла, тиҙ генә өйрәнеп, уҡып алды ла китте. Гимназияны тамамлағас, уҡытыусыларының кәңәшен тотоп, Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға керҙе. Бының өсөн гимназия уҡытыусыларына рәхмәтем ҙур.
Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын республикала башлай ҡыҙ. Тик ирек яратҡан, ваҡыттың ҡәҙерен белгән Наҙгөлгә йылына ун бер ай эшкә бәйле булыу оҡшап етмәй. Үҙ һөнәре буйынса Ырымбур өлкәһенә вахта менән эшкә сығып китергә ҡарар итә. Бында ла аҡыллы башҡорт ҡыҙынан уңалар. Ғәҙәттә, вахта менән ир-егеттәр күп эшләгән урында төрлө хәлдәр сығып тора. Кемдер ғаилә хәле сәбәпле ваҡытында эшкә бара алмай. Икенселәре оҙаҡ ваҡыт байрам итеп ташлай. Шуға ла, ялы бөтмәһә лә, йыш ҡына Наҙгөлдө саҡыртып алалар. Әлеге ваҡытта Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһы янында төҙөлә башлаған тау-байыҡтырыу комбинатында производство-техник бүлеге инженеры булып эшләй.
– Әлбиттә, айҙар дауамында, тәүлек әйләнәһенә бер үк кешеләр араһында ялҡытып та китә. Тик вахтовиктар араһында бер ҡайҙа ла яҙылмаған ҡанундарға таянһаң, эшең һәр саҡ уң бара. Ул – кешелеклелек. Кәрәк саҡта бер-береңә ярҙам итеү ситтә эшләүселәрҙең ҡанына һеңгән. Йәнә миңә ҡарап беҙҙең милләт тураһында насар уйламаһындар өсөн дә тырышам, – ти Наҙгөл.
Ғөмүмән, Наҙгөл – нимәгә тотонһа ла ҡулынан килгән шәп замандаштарыбыҙҙың береһе. Уға ун ике йәштәр самаһы ваҡытта әсәһенә хеҙмәттәше, география уҡытыусыһы Әнисә Йәғәфәр ҡыҙы машина йөрөтөргә өйрәткәндә, Наҙгөл артта ултырып йөрөй. Әллә уҡытыусыһы яҡшы өйрәтә, әллә уҡыусыһы зирәк була, Әнисә Йәғәфәр ҡыҙының һөйләгәндәрен хәтеренә һеңдереп бара. Ун һигеҙе тулыу менән водитель танытмаһы алып, ярты Рәсәйҙе тимер атта йөрөп сыға.
Сәйәхәт итеү, донъя күреү, тарихи урындар менән танышыу – Наҙгөлдөң яратҡан шөғөлдәренең береһе. Беренсе тапҡыр тыуған көнөндә Айғырға күтәрелә. Һуңынан Ирәмәл, Торатау кеүек тауҙарға артыла. Аҙаҡ юғарыраҡ үрҙәрҙе яулау хыялы менән яна башлай. Былтыр февраль айында Пятигорск, Нальчик яҡтарына алған юлламаһының сәйәхәткә ваҡыты етеп килгәндә, туроператорҙары тарафынан кире ҡағыла. Наҙгөл аптырап тормай, “Самолетҡа билетым бар бит”, – тип, интернеттан ҡарап сәйәхәт маршрутын төҙөй ҙә бер үҙе сығып китә. Унда барғас, ҡуртымға машина алып, таулы-ташлы, бормалы юлдарҙан төрлө иҫтәлекле урындарға, тәбиғәт һәйкәлдәренә барып етеүе һоҡланыу ҙа, ғорурланыу ҙа уята. Ошо ваҡытта ул үҙенә: “Киләһе тыуған көнөмдә Эльбрус түбәһенә күтәреләсәкмен”, – тип һүҙ бирә. Хыялына хыянат итеп өйрәнмәгән һылыу, ваҡыты еткәс, үҙ машинаһында юлға сыға. Төньяҡ Кавказ республикаларын гиҙеп, Волгоградта Мамай ҡурғанында, Тольяттиҙа Гарибальди замогында туҡталып, бик күп тәьҫораттар менән ҡайта. Силәбе өлкәһендәге “Тағанай” милли паркын, Турғояҡ күлен барып күреү ҙә йылы иҫтәлектәр ҡалдырған. Ҡазан, Екатеринбург, Магнитогорск ҡалаларын да бик оҡшатып ҡайтҡан. 2025 йылды Мәскәүҙә бөтә халыҡ менән урамда ҡаршылаған.
Матур, иҫтәлекле урындарға ҡабаттан туғандары менән барырға, уларға ла күрһәтергә тырыша. Ғөмүмән, туғандары, дуҫтары уның ҡапыл ғына: “Әйҙә, шунда барып киләбеҙ”, – тигәненә өйрәнеп бөткән.
– Бер йыл августа ауылда саҡта Наҙгөл ҡабаланып өйгә килеп керҙе лә: “Тиҙ генә йыйынығыҙ, йылы итеп кейенегеҙ”, – тип фарман бирҙе. Үҙе термосҡа сәй яһай, машинаға плед кеүек нәмәләр ташый башланы. Гитараһын һалып алып, ике ҡыҙым менән мине, Зөлхизә һеңлебеҙҙе алып, Мағаш тауына менеп тә киттек. Ул төндө ергә һуҙылып ятып күк йөҙөн күҙәттек. Күпләп йондоҙ атылған төндәрҙең береһе ине. Наҙгөл беҙгә гитарала уйнап йырҙар йырланы. Айғыр, Торатау, Нуриман районындағы Ҡыҙыл шишмә, Ҡариҙел районындағы Ҡыҙыл ҡаяларға ла ул алып барҙы, – ти туған йәнле һеңлеһе менән ғорурланып Гөлнар апаһы.
Һеңлеһе Зөлхизә өсөн һәр ерҙә лә өлгөлө апай ул. Салауат индустриаль колледжын тамамлап, ӨДНТУ-ға ситтән тороп уҡырға кергән һеңлеһен көҙөн үҙе менән эшкә алып китә. Әле янында инженер ярҙамсыһы булып эшләгән туғанын ҡурсалап, хәстәрләп йөрөтә. Һикһән биш йәшен тултырған өләсәһе Флүрә апайҙы ла үҙенең ялдарында төрлө мәҙәни сараларға, башҡорт халҡы менән бәйле иҫтәлекле урындарға алып бара. Ғөмүмән, олоно – оло, кесене кесе итеп, һәр береһе менән яҡшы мөғәмәләлә булыу Наҙгөлдөң ҡанына һеңгән. Етмеш һигеҙ йәшлек олатаһы Ғәфүр Яҡшыбаев янына ла атлығып ҡына тора.
– Оҙон юлдарҙа йөрөргә яратам. Ирекле ҡош кеүек хис итәм үҙемде бындай мәлдәрҙә. Үҙ яйыма ғына йөрөгәс, иҫтәлекле урындарға туҡталам. Алдан уларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынып, уҡып барам, – ти Наҙгөл, сәйәхәт итеү серҙәре менән бүлешеп. – Төндә йөрөргә тырышмайым. Заправка янында туҡтап йоҡлап алам. Урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, көнкүреше, милли ризыҡтары менән танышыу оҡшай. Яҡын кешеләремә иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайтып ҡыуандырам. Тура килһә, Зөлхизә һеңлемде лә үҙем менән алам. Әлбиттә, әсәйем борсолоп, хәйерле юл теләп ҡала. Уның доғалары ярҙамында юлымда һәр ваҡыт изге күңелле кешеләр осрап, барыһы ла уң ғына тура киләлер инде.
Оҙон, яңы маршрутты һайлағанда тулы бак бензин, үҙегеҙ менән мотлаҡ һыу, тиҙ боҙолоп бармаған аҙыҡ, ағыуланыуҙан, аллергиянан, юғары тән температураһынан ярҙам итә торған дарыуҙар, бер нисә ҡат кейем алығыҙ. Донъя хәлен белеп булмай. Юҡҡа ғына боронғолар, юл аҙабы – гүр ғазабы, тимәгәндәр. Юлда төрлө хәлдәр булыуы мөмкин. Дағстанға барғанда олораҡ ағайҙар кем менән оҙон юлға сығыуым тураһында һораштылар. Үҙем генә икәнлекте белгәс, аптырайҙар. Механикала йөрөүемде аңлағас, йәнә аптыраулы-һораулы ҡараштарын миңә төбәйҙәр. Заправкала ял иткәндә, бер ағай шулай һорашты ла, емеш-еләк менән һыйлап, хәйерле юл теләп оҙатып ҡалды. Машинаны тимер ат тиһәк тә, ул да көтмәгәндә эшлектән сығып китә. Һәр ваҡыт оло ағайҙар туҡтап ярҙам итә. Һаман да тәгәрмәсте алмаштырыуҙы теорияла ғына беләм. Ир-аттың юлда иғтибарлы булыуы шатландыра.
Наҙгөл әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫә. Ғүмере буйы Юлыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән әсәһенең һөнәре, балаларын ваҡытлы матбуғатҡа, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүе, филологка уҡыған Гөлнар апаһының студент саҡтарында уҡ һәр яңы сыҡҡан китапты һатып алыуы, күмәкләшеп эстәлеге менән танышыуҙары ла йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Ял иткән саҡтарында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ҡуйылған спектаклдәрҙең береһен дә ҡалдырмайынса ҡарарға тырыша. Ҡайһы берҙәренә бер нисә тапҡыр бара. “Наҙгөлдөң “был спектаклгә тағы ла барасаҡмын” тип әйтеүе был сәхнә әҫәре өсөн иң яҡшы баһа тип ҡабул итәбеҙ ҙә үҙебеҙ ҙә уны ҡарарға тырышабыҙ”, – тиҙәр яҡындары. Премьераларға үҙенең юлы төшә алмай торһа, туғандарына билеттар бүләк итеүҙе лә ғәҙәткә индергән. Өфөлә эшләгән сағында бер “Самауырлы ритайым”ды ҡалдырмаған. “Ҡош юлы” фестивалендә палатка ҡороп ял итеү, усаҡ тирәләй йырҙар йырлау ҙа ҙур кинәнес килтерә. Тимур Ямалов, Ilgizmo, Айҙар Исхаҡовтар ижады күңеленә яҡын. Техник һөнәргә эйә булһа ла, китаптар уҡырға, спектаклдәр ҡарарға, уларҙы күңеленән ҡабат үткәреп, баһа-анализ бирергә лә ваҡыт таба. Китапхананан да, һатып алып та, интернет киңлектәренән эҙләп табып та башҡорт, рус классиктарының, сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәрен дә ҙур теләк менән уҡый.
– Наҙгөл ҡараған спектаклдәре тураһында яҙғандарын уҡый башлаһаң, театр белгестәре кеүек баһалаған тип ҡабул итәһең, – ти әсәһе Альмира Әхмәт ҡыҙы.
Театрға һөйөү әсәһе тарафынан башлана. Уҡыусы ҡыҙын Өфөгә алып барып, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына А. Баймөхәмәтовтың “Хыялға ҡаршы” тигән спектаклен ҡарайҙар.
– Актерҙарҙың ролдәрҙе алмаштырып уйнауы, тиҙ генә кубиктарҙан кәрәк декорация төҙөүҙәре ун алты йәшлек ҡыҙҙы хайран ҡалдырған ине. Артур Кәбировтың үҙ ролен бик матур башҡарыуы, “Капитан” йыры, ғөмүмән алғанда, был спектакль миңә генә түгел, залдағы бар кешегә оҡшауына ышанам, – ти Наҙгөл. – “Ҡыҙ урлау” иһә – театрҙан мине илатмай сығарған тәүге спектакль. Бейеү-йырҙарға, костюмдарға, актерҙарға хайран ҡалып, шаяртыуҙарҙан күҙҙән йәштәр сыҡҡансы көлөп кенә ҡарап ултырырлыҡ сәхнә әҫәре. Венер Исхаҡовтың “Йырланмаған йырым һин...” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль дә ауыр эш көнөнән һуң күңелгә ял бирә. Хәсән образы менән бергә янып-көйөп, уның уңыштарына шатланаһың, Фидан Ғафаровтарға алмашҡа Алмаз Йосопов кеүек һәләтле йәштәрҙең килеүе һөйөнөслө. Ғөмүмән алғанда, театр минең өсөн – үҙе бер мөғжизәле донъя. Уйлап ҡараһаң, хатта егерменсе тапҡыр күрһәтелгән спектакль дә бер ҡасан да бер үк хис-тойғолар уятмай. Бында бер кадрҙы ҡырҡ биш тапҡыр төшөрөүҙәр юҡ. Шуға ла, нисәнсе тапҡыр бер үк роль менән сәхнәгә сыҡһалар ҙа, геройҙарының яҙмышын ҡабаттан күңелдәренән үткәрәләр. Тамашасыны ана шул ихласлыҡ ылыҡтыралыр ҙа инде.
Әлеге ваҡытта Наҙгөл тормошондағы иң матур, бәхетле миҙгелдәренең береһен кисерә. Үҙе кеүек үк сәйәхәт итергә яратҡан, башҡорт мәҙәниәтенә, тарихына битараф булмаған Хәйбулла егете Айтуған Ҡәйепов менән “Серле тур”ҙа танышалар. Яуаплы, ышаныслы егет тиҙҙән ҡыҙҙың йөрәген яулай. Республикабыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылында йәнә бәләкәй дәүләттең барлыҡҡа килеүе – һөйөнөслө яңылыҡ. Наҙгөл менән Айтуғанға үҙҙәре кеүек үк рухлы, аңлы балаларға атай, әсәй булып, милләтебеҙҙе арттырыуҙарын, бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.