— Нимәгә шаулашып киттеләр? Ә-ә-ә, үрге урамда туй, дуҫың Ғаяз кәләш алған, тиҙәр ине. Киленде һыу башлаталар. Әйҙә, улым, урамға сығайыҡ, — тине, тәҙрәгә ҡарап, Зәлифә. Ейәне менән сәй эсәләр ине. Ике көн элек кенә госпиталдән ҡайтып, бында таң менән килеп ингәйне. – Әйҙә! Бергә уйнап үҫкән дуҫың.
Зәлифә, тиҙ генә киленгә бүләккә яулыҡ ала һалып сығып та китте.
Даян тәҙрәгә ҡараны. Йырлашып, бейешеп, яйлап ҡына урам буйлап киләләр. «Сығырғамы, юҡмы?» Ғаяз бер нисә тапҡыр шылтыратып туйына саҡырҙы. Уңайһыҙланғайны. Барыбер эләкте. Бында икәнен белһә, үпкәләр. Ул баҡса алдында эскәмйәлә ултырған өләсәләре эргәһенә килеп торҙо. Шул арала күршеләре юлды арҡан менән быуып та ҡуйған.
— Килен Бөрйәндән.
— Ҡайһылай күңелле киләләр. Урау булһа ла, Ҡаран тауына китеп баралар былар.
— Ҡаранды барып күрҙеңме шул, Зәлифә? —тип һорай оло ғынаһы.
— Барып күреп, шул тиклем ҡыуанып ҡайттым. Әкиәт инде.
Ололар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә хәбәр һата.
Күршегә бүләк биреп, юлды асҡас, Зәлифәләр тәңгәленә еттеләр. Гармун тартып, айҙай балҡып килгән Ғаяз Даянды күреп ҡалып, гармунын икенсегә тоттороп, килеп ҡосаҡлап алды.
— Һаумыһығыҙ, инәйҙәр! О-оо, вәт шатлыҡ, дуҫым килгә-ә-ә-н, ҡасан?
— Аллаға шөкөр, һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар, йәштәр!
— Сәләм! Яңы ғына. Ҡотлайым, Ғаяз!
— Кәләш, таныш бул, Даян! Был батыр дуҫым яңы ғына ысвыонан ҡайтты. – Ғаяз кәләше менән таныштырҙы. — Айгөл.
— Бик һылыу килен, бәхетле булығыҙ!
Даян уңайһыҙланып ҡына ҡулын һуҙҙы.
— Ҡотлайым!
Көтөп торған ололар киленгә бүләктәрен биреп, изге теләктәрен теләне.
— Туйығыҙ ҡотло булһын, үҙегеҙгә татыулыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ!
— Рәхмәт, инәйҙәр!
— Тәә-әк, Даян, әйҙә беҙҙең менән яңы ҡойоға. Туйға өлгөрмәнең, бөгөн беҙҙең менән бергәләп килен сәйе эсәсәкһең.
— Бар, балам, бар, уйын-көлкөлә ҡатнаш, яңы ҡойоно ла күрерһең, — тине өләсәһе лә.
Егетте, ай-вайына ҡуймай, үҙҙәре менән бергә алып киттеләр. Шулай йырлай-йырлай үрге осҡа табан атланылар.
Һыу юлы, һыу юлы,
Һынатмаммы был юлы?
Һынатмаһам был юлы
Һынатмам ғүмер буйы!..
— Дәртле йәштәр. Йә инде, яңыртылған ҡойоға тәүге туй бара.
— Ысынлап. Үҙебеҙҙең ауыл йәштәренә ҡыуанып та, һоҡланып та бөтә алмайым, — тип һөйләп алып китте Зәлифә. — Ҡойоно барып күреп, ҡыуанысымдан илай яҙҙым.
— Шулаймы? Мин бармағаммын әле. Кәртә эсендә генә һыу буғас ни. Рәхәтлеккә өйрәндек.
— Шай ҙа ул. Элек һыуҙы көйәнтәләп алыҫтан ташыныҡ. Эсергә лә, йыуынырға ла тигәндәй. Яурын ҡалмай торғайны.
— Эйе лә ул. Көйәнтәмде эҙҙәп алып ҡуйҙым әле, көйәнтәләп барырмын.
— Сәйнүк тотоп ҡына бармаһам, — тип кеткелдәне 90-ды уҙған Сания әбей.
— Бар, еңгә, күреп ҡайт. Шу тиктем матур унда. Ҡойоно тәрәнәйтеп ҡаҙып кәртәләгәндәр, башын япҡандар. Ижауы, биҙрәһе лә тора эленеп. Рәшәткәләр буяулы.
— Вәт һин уны, булдырғандар икән.
— Иң матуры шул, еңгә, ҡойонан ағып сығып, эргәләге аҡҡан Күперлегә ҡушылған урынғараҡ баҫма һалғандар. Бәләкәй, бөгөлә биреп ятҡан күпер килеп сыҡҡан. Ике яҡтан да тотонорға яндауыры бар. Уны рәшәткәләп, төрлө төҫкә буяп ҡуйғандар.
— Барып әйҙәнмәй булмаҫ былай буғас.
— Ауылыбыҙҙың йәштәре лә, ололары ла маҡтарлыҡтар, Аллаға шөкөр. Анау ватсабына иғлан яҙып та өлгөрмәйҙәр, дәррәү генә хуплап та алалар. Байрамдарын да ойошторалар. Старостабыҙ, активистарыбыҙ башлап ебәреүе була, шау-гөр килешеп, бергәләшеп эштәп тә ҡуялар.
— Һау ғына булһындар барсаһы ла! Донъялары бына тигән! Гурытың ары торһон.
— Эйе шул, — тип йөпләй Сания әбей. — Һыуҙары өй эсендә тип тормай, элекке ҡойоно йүнәтеүҙәрен әйтәйем. Боронғолар ҙа «эсмәйем тигән ҡойоңдан да өс әйләнеп һыу эсерһең» тигәндәр ҙәһә. Ана бит, йәштәр шунда бара бөгөн дә.
— Әйтмә лә, имен-аман ғүмер итһендәр!
Йәштәрҙең һыуҙан ҡайтҡанын шулай күңелле әңгәмәләшеп көтөп алды ололар.
Бына улар ҙа күренде.
— Эй-й, йөрәктәрҙе елкендергес күңелле тамаша ла һуң!
— Матур килә! Һыу ташып өйрәнгән. Тигеҙ генә баҫа.
— Һыуын сайпылдырмай.
Йәштәр, Даян да улар яғына ҡарап ҡул болғап, күңелле генә йыр йырлап үтеп китте.
— Бар, бар, күңел асып йөрөп кил, оҙаҡ ыҙаланың былай ҙа, — тине Зәлифә, ейәнен оҙатып.
— Ейәнеңде әйтәм, һурығып киткәнсе.
— Госпиталдә байтаҡ ҡына ятты лаһа. Аллаһ ярҙамын бирер бынан быяғына. Яралары бөтәшер.
— Аяғы ни, һәп-һәйбәт баҫа, шөкөр.
— Һуң, еңгә, тәүҙәрәк ныҡ аҡһаған, теткеләнеп бөткән бит. Саҡ өйрәнә баштаған, балаҡайым. Былай ышаныслы ғына йөрөй. Ҡулы ла йүнәләсәк. Сулаҡ ҡына булып ҡалмаһа ярар ҙа тип ҡурҡҡайныҡ. Ярай, төҙәлер әкренләп. Әлегә аҡһаңҡырай шул. Һиҙҙермәҫкә тырышып атлаған була инде. Төндәрен һыҙланалыр...
— Шулайҙыр. Йәш кеше бирешмәҫ барыбер ҙә.
Тәүҙәрәк ҡыҙым, улым ҡанаты һынған ҡаҙ һымаҡ атлап киткән кеүек, тип илай ине. Күңел генәләре китек шул баламдың. Эй, күпме әзмәүерҙәй ир-ат, ғаилә китек күңел, ярты-йорто ғына булып ҡалды шул, ҡалайтаһың. Түҙәһең инде... Тфү-тфү, ныҡ баҫып атлап бара, тип һөйөнөп уйлап алды Зәлифә.
Йәштәр оло урамды үтеп, өҫкө урамға ҡайырылғас, Зәлифә күршеләрен сәйгә саҡырҙы:
— Әйҙәгеҙ, ейәнемдең күстәнәстәре менән сәй эсәйек.
— Ярай, инәйек әләйһәң.
***
Ҡыйыуһыҙ ғына эйәреп киткәйне Даян. Ниңәлер, бөтәһе лә уға йәлләп ҡарар төҫлө тойолдо. Күҙҙәре тик уның ҡулында, кәкрәйеңкерәп торған аяғында булыр тип уйлағайны. Шикләнеүҙәре бушҡа ғына. Уға иғтибар итеүсе лә тойолманы. Ҡунаҡтар уны күптәнге танышылай күреп, бейергә саҡырҙы, килеп ҡосаҡлап та алдылар. Әсәһе лә, оялма, уңайһыҙланма ла кеше араһында, хәҙер һинең һымаҡ яралыларға аптырап ҡарарлыҡ түгел, шул мәхшәрҙән иҫән ҡайтҡаныңа ҡыуанабыҙ, яйлап онотолор, уңалыр яралар, тип йыуата. Ғүмерлек яралар нисек кенә онотолһон инде.
Өләсәһе бушҡа маҡтамаған икән. Ҡаран ҡойоһон өр-яңынан эшләгәндәр. Тирә-яғы матур. Ҡая ташлы тау буйлап кескәй йылға аға, эргәнән сылтырап ҡына шишмәһе сыға. Был ергә үҙем генә киләм әле, тип уйланы. Эргәһенә шаян ҡоҙаса килеп баҫты:
— Ниңә ошондай матур шишмәне ҡойо тип атайһығыҙ ул?
— Әллә, өләсәйҙәр шулай тип йөрөткәс. Ҡойо, ҡотоҡ, ҡоҙоҡ та тибеҙ.
— Кит, ҡойо һыуы эсеп тә тормайбыҙ, лутсы анау ағып ятҡан йылғанан алайыҡ, — тип шаярыша-көлөшә һыу алдылар.
Сайпылдырмай ғына алып ҡайтҡан һыуҙы ҡунаҡтарға һатып эсереп, йәш ғаиләгә аҡса эшләнеләр, килен сәйе менән дә һыйландылар. Даян һуң ғына ҡайтып инде.
— Мине көтөп арып бөттөңмө, өләсәй? – тине, ғәйепле йылмайып.
— Юҡсы, дуҫтарың менән бергә бит. Эйй-й, балам, етерлек көттөк кенә инде һине, уттар йоттоҡ. Аллаға шөкөр, эргәбеҙҙәһең. – Ул ейәненең арҡаһынан тупылдатып һөйөп яратты. Яңылыш яурынына тейеп, йөрәге «жыу» итеп ҡалды.
— Ауырттырҙыммы?
— Ҡурҡма, өләсәй, бер ерем дә ауыртмай, —тигән булды.
— Ят ҡыҙҙар ҙа күренә ине.
— Килендең әхирәттәре. Өфөлә бергә уҡыйҙар.
— Ә-ә-ә, Ғаяз да унда бит. Күрше инәйеңдәр менән беҙ ҙә сәй эсеп алдыҡ. Апаруҡ ҡына ултырҙыҡ хәбәр һатып. Әйҙә, һин дә эсеп ал, әле генә йылыттым ҡоймағымды.
— Сәй эстем ул, өләсәй.
— Минең менән эс, күргәндәй ҙә булманым үҙеңде.
— Эсәйек атыу.
***
Көндөҙгө тулҡынланыуҙарҙанмы, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты Даян. Күңелле булды. Ҡунаҡ ҡыҙҙарының береһе менән танышып алдылар. Яугир ҙә яугир, тип эргәһенән китмәне. Йырланылар, бейенеләр, төрлө уйындар уйнанылар. Айсулпан исемле көләкәс, һөйкөмлө генә. Күҙ алдына килә лә баҫа шул ҡыҙ.
IХ кластан һуң педколледжда уҡыны, унан армия хеҙмәте. Ҡыҙҙар менән яҡындан аралашҡаны ла булманы. Армиянан һуң махсус хәрби операцияға эләкте. Ундағы хәлдәрҙе ҡабат иҫләмәҫ өсөн күҙен сырт йомдо. Былай ҙа төндәр буйы һаташып ятты. Насар уйҙарын ҡыуып, бөгөнгө күңелле күренештәрҙе генә иҫкә төшөрөргә тырышып ята торғас, йоҡлап киткән.
Иртә тороп йүгерергә сығып китте.
— Бәй-йй, аяғың ауыртһа ла, йүгерегеңде ташламағанһың һаман. Ял итһәңсе. Иртә әле, көтөү ҙә китмәгән, — тип аптыраны өләсәһе.
— Элекке һымаҡ йүгермәйем, йүгерә атлайым ғына.
— Үҙеңә мәғлүм, балам, бар атыу. Мин сәй өлгөртәйем.
Тиҙ генә әйләнеп килде ейәне.
— Ҡойоға һыуға барам, өләсәй, — тине сәй эскәндә. – Кисәге күмәк кеше араһында иркенләп ҡарай алманым. Сәйгә һыу ҙа әпкилермен.
— Мин дә барайыммы?
— Үҙем генә.
Зәлифә ейәненә һауыт тотторҙо.
— Ошоға алмаһаң. Ижауы торамы?
— Бар, кисәге бар ине.
— Ярай, йөрөп кил әйҙә иркенләп.
Урамдан түгел, өләсәһенең кәртә артынан сығып китте ауыл осона.
Иртәнге һиллек. Көйәнтә һымағыраҡ итеп һалынған күпер яндауыры буяуҙарында ҡояш нурҙары уйнай. Ҡоштар сутылдаша. Кисәге гармун моңдары, матур йырҙар, таҡмаҡтар ҡолаҡҡа салынғандай. «Өләсәйем ошоға һоҡланып һөйләй ине. Ысынлап та!»
Ул рәшәткәле ишекте асып инеп, сылтырап ҡына ағып ятҡан тап-таҙа һыуға ҡарап ултырҙы. «Тегендә бындай түгел, һыуы ныҡ тәрәндә һиртмәле йә оҙон сылбыр сынйырҙы өйрөлтөп төшөрөлгән ҡоҙоҡтарҙы күргәне булды. Бында шомло һалҡынлыҡ та, ҡурҡыныс та янамай. Ана лаһа, сылтырап ҡына, ҡояш нурҙарында ҡойоноп ҡына, эргәләге күпер аша ағып, Күперлегә барып ҡоя».
Ипләп кенә ижау менән һыу алып, һауытын тултырып бер яҡ ситкә ултыртып, тәмләп һыу эсә башлағайны:
— Ай-ай-ай, ҡоҙаның башы сатнай инде әллә? Таңдан тороп нимәшләп йөрөйһөң? — тигәнгә әйләнеп ҡараһа, таҫмалар уралған, матур сәскәләр төшөрөлгән биҙрәләрен көйәнтәләп Айсулпан тора.
— Һин нишләп йөрөйһөң һуң, мин дә шул, — тине егет, урынынан ҡалҡып.
— Әйе ләһә, кеше шишмәгә һыуға килә инде.
Икәүләшеп көлөштөләр.
— Өләсәйгә һыу апҡайтам, кисәге күреп тә булманы, бөгөн иркенләп ҡарарға килдем.
— Миңә лә һәләк оҡшап ҡалғайны. Ҡунаҡтар уянғансы һыуға, шулай уҡ тирә-яҡты төшөрөп алайым, анау йәйғорло күперҙә селфи эшләйем тигәйнем — тине.
— Йәйғорло күпер? Исемен шулай тип әйттеләрме?
— Әлләсе. Мин уны үҙем әле генә ҡушып торамсы. Ана бит рәшәткәләре йәйғор төҫтәренә буялған. Мине фотоға төшөрәһеңме улай булғас? Һыу алайым да.
Ҡыҙ биҙрәләрен тултырып һыу алды. Шишмә янында төштө, унан үҙе исем ҡушҡан йәйғорло күпергә барып баҫты.
— Айҙағы көйәнтәле Зөһрә ҡыҙ һыуға килеп төшкән икән тип торам. Ул да шундай һылыу.
Ҡыҙ ҡаран буйын яңғыратып көлдө.
— Ай-һай, һүҙгә оҫта икәнһең дәһә. Әкиәттәрҙе күп уҡығанһыңдыр.
— Ысын. Китаптарҙа матур һүрәттәрен күргәнем бар.
— Рәхмәәә-әт! Ҡайһылай матур итеп сағыштырып, мине шатландырҙың. Йылы һүҙеңә иренем дә киттем, – шулай һөйләнә- һөйләнә биҙрәләрен бер яҡ ситкә ултыртты ла: — Даян, әйҙә инде икәүләшеп төшәйек. Ҡайтҡас, бер яугир ҡоҙа менән йәйғорло күперҙә торабыҙ, тип маҡтанып күрһәтермен. Анау эргәләге генә тау башына ла менеп төшәйек. Матур ауылды шунан төшөрөп алырмын. Һин нисек, тауға менергә аяғың ауыртмаҫмы?
— Әйҙә һуң! Юҡ, ауыртмай.
Йәштәр фотоға ла төштө, тауға ла менде.
— Был күперҙе кем уйлап тапҡан икән? — тип ҡыҙыҡһынды ҡыҙ.
— Балалар баҡсаһында шундайыраҡтарҙы күргәнем булғайны. Тәүҙә баҫма ғына һалырға булғандар. Кемдер ошоно уйлап сығарған. Килендәрҙе ошонда һыу башлатыр өсөн матур урын булһын, тигәндәр. Өләсәй һөйләне.
— Әйе ләһә. Ғаяз башлап ебәрҙе. Тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына йылға.
— Ололар һөйләүенсә, элек киң булған, ажғырып ағып ятҡан. Иҫке ауылдан ошонда күсенгәндә йылға аша күпер һалып сыҡҡандар. Шуға исеме лә Күперле.
— Беҙҙең ауыл йәмле Ағиҙел буйында ултыра, — тине башын сөйөп ҡыҙ.
— Ағиҙел беҙгә лә яҡын ул.
Әле буяу еҫтәре лә бөтмәгән күпер уртаһынан тирә-яҡтың матурлығын күҙәтеп, күңелле һөйләшеп торҙолар.
— Һыу эсәһеңме?
— Эсәйек.
— Тәмле, теште ҡамаштырырлыҡ. Мин килгәндә уйҙарға сумып ултыра инең.
— Тегендәге ҡотоҡтар иҫкә төштө. Был ише генәме, тәр-ә-ән.
— Ауыл ерҙәрендәме?
— Әйе, бер ташландыҡ ауылдың ҡотоғо эсендә йәшенеп тороп ҡалғайным.
— Ә-әә, ҡайһылай ҡурҡыныс. Ул хаҡта берәй һөйләтермен үҙеңдән. Ҡайтайым. Атыу юғалтҡандарҙыр.
— Фотоларҙы минең ватсапҡа ташларһың, яраймы?
— Кәнишнә. Номерыңды әйт! – Ҡыҙҙың йөҙө балҡып, бит остары алһыуланып китте. Егеткә иркәләп кенә ҡараны.
Егет тә унан күҙен ала алмай торҙо. Ҡояш һымаҡ ҡыҙ. Бында берәйһе алып ҡалып ҡуймаһа ярар ине, тигән уй үтте башынан. Булыр ҙа.
— Бөгөн үк ебәр, яраймы, — тигән булды. Йөрәге ярһып тибергә тотондо. Их, оҙағыраҡ торһасы янында.
— Беҙҙе оҙатырға килерһеңдер ул? Нисек хушлашмайынса ҡалаһың.
— Барам, Ғаяз саҡырҙы кисәге үк.
— Кил, көтәбеҙ!
Матур ғына баҫып ярға менеп барған көйәнтәле ҡыҙҙы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды егет.
«Миңә ундай ҡыҙ ҡарамаҫ та. Ни йөрәк менән ҡыҙҙар етәкләп, эргәһендә сатанлап киләһең? Мине йәлләп кенә һөйләшәлер ул. Егете юҡ, тиһеңме. Бейеүсе, йырсы ҡыҙҙың артынан, өләсәй әйтмешләй, көтөүе менән эйәреп йөрөйҙәрҙер». Күңелһеҙ уйҙар уйлап, тағы һыу эсеп алырға булды. Тәмле шул. Ә унда ҡоҙоҡтарҙан һыу эсергә ҡурҡтылар, ҡушманылар ҙа. Шул тиклем һыуһаған саҡтарҙа ла шикләнгән ерҙәрҙә эсмәҫкә тырыштылар.
***
Ут ямғыры аҫтында ҡалған ерҙәрме ни. Был ҡарағай урманы элек шундай матур булғандыр. Төҙ, бейек ағастар. Саҡ ҡына ҡапҡылап алғандан һуң, Даян ошо шыҡһыҙ, янып ҡына ҡалмаған, ә БТР-ҙар, снарядтарҙан сапҡыланған урман араһынан күренгән байып килгән ҡояшҡа ҡарап ултыра ине. Командир саҡыра тип килеп етте дуҫы «Бегун». Йүгерҙеләр.
— «Физрук», «Бегун», һеҙгә мөһим задание. Күреп тораһығыҙ, «ҡоҙғондарҙың» ябырылыуынан күҙ асҡыһыҙ булып китә. Бынан егерме саҡрымдай ятҡан бер ташландыҡ ауылдан осоп сыҡҡандарын күреп ҡалғандар. Берәй биш-алты ғына өйҙә кеше йәшәйҙер. Улары ла ҡарт-ҡоро. Шул ауыл уртаһындағы магазин эргәһендәге ҙур ғына гаражға нимәләрҙер бушатҡанын күргәндәр. Һеҙ шунда барып, ҡарап тикшереп килергә тейеш. Икегеҙ ҙә спортсмен, һеләүһендәй йылғыр. Хәҙер үк йыйынығыҙ. Һаҡ булырға кәрәк икәнлеген, ауылдағылар күрергә, ғөмүмән, берәү ҙә күрергә тейеш түгеллеген дә үҙегеҙ беләһегеҙ. Ҡарттарына ла ышаныс юҡ. Тәүгә генә түгел, ҡалғаны үҙегеҙгә мәғлүм. Ышанам һеҙгә! Координаттарҙы бирерҙәр. Аңлашылдымы?
— Аңлашылды!
Командир бойороҡтарын бирҙе лә ашығып китеп тә барҙы.
Әле генә шул тарафҡа, шомло урманға ҡарап ултырғайны. Хәҙер унан үтергә тура киләсәк.
Яртыһынан күберәк араны машина менән барып, төшөп ҡалдылар. Артабан соҡор-саҡырлы ерҙәрҙән, ҡыуаҡлыҡтарға йәшенә-йәшенә барып инделәр ауылға. Ауыл тигәне тотош емеректәрҙән торған өйҙәр. Һаҡ ҡына баҫып, ситтәрәк бер өйҙөң мансардаһына менеп, бер аҙ хәл йыйып алдылар. Ҡыйығының яртыһы юҡ тиерлек. Шулай ҙа ышыҡланырға уңайлы урын. Ҡараңғы, бер өйҙә лә ут күренмәй.
— Бында емерелмәй ҡалған өй ҙә юҡтыр ул. Кешеләр күренгеләй, ти ине ләһә.
— Баҙ аҫтарында йә мөгәрәптәрендәлер. Был яҡта уны ҙур итеп эшләйҙәр. Күргәнем булды, — тине шым ғына «Физрук».
— Күрҙем мин дә. Туп-тулы банкалар. Уны ҡалайтып ашап бөтәләрҙер тип аптырашҡайныҡ.
— Таң атҡансы ауылды урай һалыр кәрәк. Һин- ошо, мин теге яҡтан.
— Һаҡ бул, эттәре, бесәйҙәре ҡалғандыр.
Ауылды урап, магазин эргәһендәге ҙур гаражды ентекләп тикшерҙеләр. Буп-буш, ҡапҡаһы шар асыҡ тора. Бәлки, юрый шулай ҡалдырғандарҙыр.
Килеп туҡтаған өйҙә осраштылар.
— Күренмәй, тойолмай бер нәмә лә.
— Исмаһам, шылт иткән тауыш ишетелһәсе.
— Саҡ ҡына ял итеп алайыҡмы әллә? – тип шыбырҙаны «Бегун». – Тәүҙә һин серем ит, мин аҙаҡ.
Ойоп ҡына киткәйне, «Бегун» һаҡ ҡына беләгенә ҡағылды:
— Машина тауышы.
Һикереп тороп, икеһе ике яҡтан күҙәтә башланылар. Шул саҡ уларға терәлеп тигәндәй торған өй алдына еңел машина килеп туҡтаны. Фараһы һүнек. Ҡапҡаны асып, эскә үттеләр ҙә емеш-еләк ҡыуаҡтары баҡсаһы уртаһында туҡтап ҡалдылар. Ҡыуаҡлыҡтарҙы урап йөрөп әйләнделәр. Саҡ ҡына фонарь яҡтылығы күренеп ҡала.
— Баҙ бит унда, – «Бегун» «Физрук»тың ҡолағына шыбырҙаны.
Уңышлы ғына тура килдек, тип уйлап алды Даян.
— Былар, күрәһең, урындарын алмаштырып торалар.
Тегеләр бер аҙҙан тағы тирә-яҡты йөрөп ҡарап сыҡҡас, машина китеп барҙы.
— Нишләйбеҙ? Барып ҡарайбыҙмы?
— Былай ҙа нимәгә әҙерләнгәндәре аңлашыла. Яңы урын ҡаранылар, ахырыһы. «Ҡоҙғондары» ошондалыр. Тиҙерәк бынан тайыр, хәбәр итә һалыр кәрәк.
— Ултыра бирәйек. Һаҡсылары барҙыр.
Күп тә үтмәне даһыр-доһор тауыштар ишетелде. Теге яҡҡа күҙ һалдылар. Өсәү көрмәкләшә. Ҡулдарындағы фонарҙар тегеләй-былай яҡтыртып ала.
Һуғышалар былар, тип уйлап та өлгәрмәне Даян, береһе ысҡынып, урамға сығып ҡасты. Һүгенешеп артынан төштөләр.
— Русса һөйләшәләр ҙәһә былар.
— Ысҡындыҡ! Бынан эҙләүҙәре ихтимал. Һикерешеп төшөп, арт яҡҡа сығып өлгөрөүҙәренә бында инеп, яҡтыртып эҙләнә башланылар.
— Сволочь! Зарежу! Отдай, положи на место!
— Вернись! Убью, нах... Б...т!
Килгәндә эргәлә генә һиртмәле ҡотоҡ күреп ҡалғайны. Яҡтыла сылбыры, биҙрәһе ялтыраны. Уйлап та тормай, шунда төштө лә китте. Тәрән ҡотоҡта баҫҡыс һымаҡ ҡулайламаһын күргәне булғайны. Быныҡы ла шундай булып сыҡты. «Бегун» ҡайҙа, ҡасып өлгөрҙөмө? Тотолмаһа ярар ҙа. Йөрәге дөпөлдәүе ишетеләлер төҫлө. Һыуыҡ. Өшөттө, ҡулы, аяғы талды. Саҡ-саҡ эләгеп тора. Иң ҡурҡҡаны, йүткереп ебәреү. Белгән доғаһын ҡабатлай.
Тегеләй-былай йүгерештеләр. Ут яҡтыһы ошонда торған биҙрәгә төштө. «Бөттөм, тотолдом. Исмаһам, «Бегун» ҡасып өлгөрһәсе. Беҙҙекеләргә хәбәр итер ине», — Даян тамам арыны, саҡ-саҡ эләгеп тора бит. Яҡтылыҡ тағы бер-ике ураны ла юғалды. «Киттеләр шикелле. Ҡотоҡ эсенә яҡтыртырға әлдә баштары етмәне». Өшөнө, ҡулдары ла талғас, башын күтәреп ҡараны. Тып-тын былай. Тапҡандарҙыр, өй эсенән аҡырышҡан тауыштар сыға. Ул ҡоҙоҡтан сыҡҡас, баҡса кәртәһе буйлап урман ситенә шыуышты. Ул-был була ҡалһа, ошо тирәлә осрашырға һөйләшкәйнеләр. Барып етеүе булды, ағас башынан «Бегун» һикереп төштө.
— Тотолдо тип ҡурҡҡайным. Ҡайҙа йәшенеп ҡалдың? Эҙләнделәр генә.
— Ҡотоҡ эсендә торҙом.
— Ҡотоо-оҡ? Һуң уның янында яҡтыртып йүгерештеләр ҙәһә?
— Эсен ҡарарға баштары эшләмәне.
— Көлкө түгел. Береһе, нимәлер алып ҡасырға булған. Тәки тотолдо.
— Күрҙеңме ни?
— Бынан вис күренә. Ҡурҡмайынса фонарь яндыралар. Иҫеректәр ҙә һуң улар. Шуға ла тегеләй-былай ғына йүгерешкәндәрҙер. Ҡотҡарғаны өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡы. Йә ярай, ваҡыт юҡ, беҙгә бегом үҙебеҙҙекеләргә. Өлгөрөп ҡалайыҡ.
— Тайҙыҡ!
Егеттәр урман ситенән йәшенә-йәшенә бара биргәс, хәүеф-хәтәр тойолмағас, килгән яҡҡа йүгерҙе.
Тиҙ арала ғына уңышлы йөрөп әйләнеүҙәренә үҙҙәре лә, командирҙары ла һөйөндө. Егеттәр күрһәткән урынды таҙартыу башҡаларҙың бурысы. Йәшертелгән «ҡоҙғондарҙың» ояһын үс ҡанғансы утҡа тотасаҡтар.
«Бегун» менән икәүләп тағы әллә күпме заданиеларҙа йөрөнөләр. Барыбер ҙә шул «ҡоҙғондарҙан» зыян күрҙеләр. Күпме яугирҙе тик шулар ғына һәләк итте. Аңғармаҫтан, әллә ҡайҙан килеп сығалар. Шуларҙың һуңғыһында «Бегун» контузия алып, «Физрук»тың аяҡ-ҡулы ауыр яраланып, госпиталгә эләктеләр. Дуҫы төҙәлеп кире китте, ә Даянға Мәскәү госпиталендә оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килде.
***
— Дуҫҡайым, киләһе «Самауырлы ритайым»ға Даянды саҡырҙым. – Айсулпан Айгөлдө ҡосаҡлап алды. – Килерме икән, әй? Нисек уйлайһың?
Айгөл һис тә аптыраманы. Туйҙан һуң әхирәте осоп-ҡунып йөрөй. Егет менән СМС-тар яҙыша. Шиғыр яҙып ташлаған. Әйтмәһә лә, ғашиҡ булғаны күренеп тора.
— Яҡшы! Килеп күреп ҡайтһын. Яр буйында булғаны ла юҡтыр әле.
— Һораным, күргәне юҡ икән. Килер ул, ивет?
— Кәнишнә. Өфөгә килеп, уҡырға инергә уйлай, ти ине Ғаяз. Һин, ҡыҙыҡай, ныҡлап уйлап әйтәһеңме? Егеттең башын әйләндереп, һуңынан ташлап ҡуйма. Ул, уның бит... — һүҙен әйтеп бөтөрмәне.
— Нимәһе уның бит. Мин ҡул-аяғына иғтибар ҙа итмәйем. Үҙе һәйбәт. Ну, шымыраҡ, әллә ни асылып та бармай. Хәҙерге заманда ла шундай егеттәр бар икән ул.
— Ҡайҙан, ниндәй ҡиәфәттә ҡайтҡанын онотма.
— Айгөл, бигерәк килештереп ебәрәһең. Мине бер йүнһеҙ кешегә тиңләйһеңме? Аллам һаҡлаһын! Бер күреүҙән оҡшаны ла ҡуйҙы. Ябай ғына. Төрөк сериалдары артистары һымаҡ һылыу ҙа ул, ивет? Ана, телефоным «обойын»дағы егеттән һис кәм түгел, артыҡ әле ул. Буйы бәләкәйерәк, шул ғына. Сикәләренә бакинбард үҫтереп ебәрһә. Ярай, хыялланмайым әле. Ҡыҙҙары торна тубығынандыр ҙа әле, кем белә.
— Әллә йәлләйһеңме?
— Үҙен йәлләтә торғандарға оҡшамаған бер ҙә...
— Әсәйеңдәр ни тиерҙәр, риза булмаһалар?
– Айгөл һаман үсекләшә.
— Әгәр яратһам, аяҡһыҙ, ҡулһыҙ булһа ла ташламаҫ инем, вәт. Тфү, тфү, нимә лапылдап торам. – Айсулпан һул яурыны аша төкөрөнөп ҡуйҙы. – Өләсәйем һөйләй ине бер еңгәһен. Егете һуғышта йөрөй икән. Ҡулы яраланғас, хатты иптәшенән яҙҙырған, ти. «Ғәлиә, мине көтмә, икенсегә кейәүгә сыҡ. Ҡулымды өҙҙөрҙөм». Егет шаяртҡан, әлбиттә. Ә еңгәһе аптырап та тормаған: «Аяҡһыҙ, ҡулһыҙ булһаң да яратам. Кәүҙәң менән генә булһа ла тәгәрәп ҡайт!» — тип яуап яҙған.
— Уй, Аллаҡайым! Шаа-ан?
— Һуғыш бөткәс туп-тура ҡыҙына килеп төшкән. Ысын хәл, өләсәйемдең ағайы булған ул. Айгөлкәйем, минән шикләнмә.
— Үҙең беләһең, шәп егет ул. Киләсәктә ауылдарына бергәләп барып йөрөрбөҙ, ивет? Теге шиғырыңды һөйлә әле?
— Осраштырҙы беҙҙе
Йәйғорло күпер.
Күпме ғашиҡ йәр
Ошонан үтер,
Һөйгәндәрен дә
Күперҙә көтөр.
— Оҡшаймы шиғырым?
— Шиғырмы икән был? Әллә, тәнде лә земберҙәтмәнесе. Нимәлер етешмәй. Дауамы кәрәк.
— Көлмә, мин һинең һымаҡ филолог түгел дәһә. Төҙәтеп бир һуң.
— Ярай, ярай, шаяртам. Бына тигән килеп сыҡҡан тәүге шиғырың. Туйығыҙға матур итеп яҙып бүләк итермен.
— Шулайтып ҡотол! Атыу илағым килде. Шиғыр яҙҙым тип ҡыуанып йөрөгән буламсы.
***
Яр буйындағы үҙгәрештәрҙе күреп һоҡланды Даян. Бик күңелле уйын булды. Таныштары ла бар ине, күңеле булғансы аралашты. Бергәләшеп бейенеләр, сәй ҙә эстеләр.
— Елле ритайым, ивет? Оҡшанымы?
— Әйе, күңелле байрам уйлап тапҡандар. Ғорурланып торҙом, — тип ҡыуанысын йәшермәне Даян. Гелән генә Айсулпан эргәһендә булһаң ине. Тик хыялы бушҡа ғыналыр тип ҡурҡа. Тиң түгел мин уға, ситтән генә һоҡланып ҡарармын, тигән уй тынғы бирмәй. Их, ниңә генә... Ана бит, уның эргәһенән дуҫтары китмәй. Ә ул тора ҡатып. Һикереп төшөп ҡолас ташлап бейейҙәр, кемдер ҡурай тарта, кемдер гитарала уйнай. Ҡыҙығып ҡарарлыҡ. Шулай ҙа Айсулпан Даянға күңелһеҙләнеп торорға ирек бирмәне. Аяғы яралы икәнен дә онотоп, һөйрәтеп тигәндәй бейергә ала ла төшә. Үҙе шундай шат. Тәү күргәндән дә һылыуыраҡ. Бигерәк мөләйем. Оҙон сәстәре Даяндың битен ҡытыҡлай. Их, ошондай һылыу ғүмер буйы йәнәшәңдә булһа ине.
Ағиҙел күпере яғынан йәйәүләп ҡайтырға булдылар. Күпер төрлө төҫтәрҙә балҡып янып тора.
— Ҡарале, уттары балҡый, матур ивет? — тине ул. — Һеҙҙең Ҡаран буйындағы йәйғорло күпер һымаҡ әйеме, Даян?
— Яҡыныраҡ барайыҡмы?
— Йүгерҙек!
Үҙҙәре менән йәнәш килгән Ғаяз менән Айгөлдө артта ҡалдырып, йәштәр етәкләшеп алға, йәйғорло ҙур күпер яғына йүгерҙе.