Шоңҡар
-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 15:36

Беҙ йәшәй ҙә алмаҫ инек...

Саң туҙҙырып бер-береһен уҙырға тырышып йүгерергә тейеш балалар, бер рәткә теҙелеп етәкләшәләр ҙә, атлап ҡына финиш һыҙығына табан китеп баралар, ти. Фотограф аптырауҙан асҡан ауыҙын да ябырға онотоп ҡарап тора бер мәл.

Беҙ йәшәй ҙә алмаҫ инек...
Беҙ йәшәй ҙә алмаҫ инек...

Бер билдәле фотограф Африканың иң төпкөл яҡтарында йәшәгән халыҡ янына эш сәфәре менән бара. Ялан тәпәй йүгереп, ырғып-һикереп йөрөгән бер төркөм балаларға ярыш ойоштормаҡсы була.

– Кем дә кем күрһәтелгән арауыҡта йүгереп беренсе килә, шуға бер кәрзин тәмлекәстәр биреләсәк, – ти ул ярыш шарттарын аңлатып.

Тиҙҙән старт бирелә. Саң туҙҙырып бер-береһен уҙырға тырышып йүгерергә тейеш балалар, бер рәткә теҙелеп етәкләшәләр ҙә, атлап ҡына финиш һыҙығына табан китеп баралар, ти. Фотограф аптырауҙан асҡан ауыҙын да ябырға онотоп ҡарап тора бер мәл.

– Һуң, иң етеҙ, иң шәп йүгереүсе арағыҙҙа юҡмы ни? Бер кәрзин тәмлекәстәр берәүҙең дә эсен тишмәҫ ине, – ти ул.

– Берҙәмлек менән көслөбөҙ, – ти балалар. – Ҡырағай тәбиғәт араһында бер-беребеҙгә ауыр саҡта таяна алмаһаҡ, беҙ йәшәй ҙә алмаҫ инек...

Фото интернеттан алынды.

Беҙ йәшәй ҙә алмаҫ инек...
Беҙ йәшәй ҙә алмаҫ инек...
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас