Төрлө имеш-мимеш таратырға тиһәң, беҙҙең халыҡты ҡуш инде. Шулар араһынан иң яратҡандары һауа торошо тураһында. Йәйен киләсәк сатлама һыуыҡтар тураһында һөйләйҙәр. Ҡыш етһә, киләһе йәйҙең ныҡ эҫе буласағы хаҡында әйтәләр. Йәғни бүрәнә аша бүре күреп, бер-береһенең ҡоттарын алырға яраталар. Синоптиктарҙы ла шундай буш хәбәр таратырға яратыусы халыҡ рәтенә керетергә мөмкин була башланы шикелле. Яҙға аяҡ баҫыр алдынан уның үтә ныҡ иртә киләсәге тураһында яр һалып һөйләгән инеләр. Хәҙер күҙ асҡыһыҙ бурандарын сатлама һыуыҡтар алмаштырып ҡына тора. Ҡыш, кемдең нимә тигәненә, төкөрөп тә бирмәй. Үҙ эшен башҡара ғына. Өшөтә, туңдыра, ҡалтырата. Мәҫәлән, иртәгә лә Башҡортостанда утыҙ градус һыуыҡ булыуы фаразлана. Хәйер, аҙна уртаһында көн йылыта башлай, тиҙәр. Быныһы ла ҡоро фараз ғына булып ҡалырмы, күҙ күрер.