-20 °С
Болотло
Үткән аҙнала дәүләт автоинспекторҙары “Айныҡ водитель” тигән рейд уҙғара. Бер тәүлек эсендә Башҡортостанда юл ҡағиҙәләрен боҙоусы бер мең ярым водитель теркәлә. Ә утыҙының эскән килеш руль артына ултырғанлығы асыҡлана. Шуларҙың өсәүһе быға тиклем дә ошо уҡ хәл менән тотолоуҙары билдәле була. Кәкрене ҡәбер төҙәтә, тиҙәр. Әммә иҫерек водитель ҡабат-ҡабат руль артына ултырған һайын, юл фажиғәһендә, ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлә. Ни өсөн ауыҙҙарына хужа була белмәгәндәр әҙәмдәргә хөкөм язаһы ҡабул ителмәй?
Фото интернеттан алынды.