Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 15:52

Уйындан уймаҡ сыға

Тән йәрәхәттәре, ағыуланыу, бешеү. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре өсөн кем яуап бирер? Кешелеклелек сифаттарын да юғалттыҡ шикелле.

Уйындан уймаҡ сыға
Уйындан уймаҡ сыға

Өсәр көнгә һуҙылған ял-байрамдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотоп ебәрҙек. Төрлө ерҙә, төрлө урында ял итеүселәр төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Павловка һыуһаҡлағысында урынлашҡан  глэмпингта асыҡ һауала аҫтында ут янған ҡаҙанда ултырыусы бер ҡатын яңылыш утҡа осоп төшкән. Ныҡлап ҡаҙаҡланмаған таҡталарҙың береһе һынған, тиҙәр. Бәхетенә күрә ире һәм дуҫтары янында була һәм ҡотҡарып алып ҡала алалар. Шулай ҙа тәне ныҡ ҡына бешеп өлгөрә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында бассейнда бер нисә ғаилә һыуҙағы хлорҙың артыҡ булыуы арҡаһында ағыулана. Балаларҙың ҡайһы берҙәре дауаханаға эләгә.

Абҙаҡта саңғысы бер ҡатын-ҡыҙҙы бәреп китә һәм тиҙ арала ҡойроғон һыртҡа һалып ял итеү урынынан табанын ялтырата. Уның Ырымбур ҡалаһынан булыуы билдәле була. Һуңғараҡ үҙенең арҡаһында бәләгә тарыусыға матди ярҙам күрһәтергә әҙер икәнлеген белдерә.

        

Фото интернеттан алынды.

Уйындан уймаҡ сыға
Уйындан уймаҡ сыға
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас