Гөлшат ХАЖИЕВА – Ишембай районының Биксән ауылы ҡыҙы. Ишембай ҡалаһында йәшәй. Алты бала әсәһе. Мәктәп йылдарынан ижад менән шөғөлләнә.
— Ну, Һылыу, һин даешь, идеальный егеттәр кинола ғына була торған, не говори, что һин еще принца ждешь? Не будь такой наивной!
Бүлмәләш ҡыҙы Рида ярым русса, ярым башҡортса Һылыуҙы шулай игәй торған. Үҙе бер туҡтауһыҙ телефонында нимәлер баҫҡылай.
— Ҡара ниндәй красавчик!
Ул ҡарашын тәҙрәгә төбәп ултырған Һылыуға ялтанды:
– Шунан как тебе?
Телефон экранынан ауыҙ йырып ниндәйҙер шыйыҡсалы стакан тотоп ултырған ҡараҡас алсаҡ йөҙлө егет күренде.
— Беҙ уның менән кисә дискотекала таныштыҡ.
— Үҙеңә оҡшаһа, ярай инде. Матур егет, эйе.
— Блин, һинең менән так скучно иногда...
Әхирәте иренен бүлтәйтеп урынына ҡайтты.
“Эх, Рида, һинең ҡайғыларың миндә булһасы... Атайҙың яңы ҡатыны һыйҙырмағас, ун һигеҙ тулыу менән айырым торлаҡ эҙләргә тура килде бит миңә. Ярай, һин һыйындырҙың... Шаталаҡ тойолһаң да, һинән дә изге күңелле кеше юҡтыр... Ләкин мин шул хәтлем өйөмдө һағынам, үҙ бүлмәмде, әсәй тере булғанда бик бәхетле инем мин унда…” Һылыу уфтанып ҡуйҙы. Тик кем уйлаған атаһы яңы ҡатын алырын, ә ул ҡатындың ирен теләһә нисек борғоларға һәләтле булыуын.
— Ридаҡайым, үпкәләмә, кем менән булһаң да, бәхетле булһаң, мин шат буласаҡмын. Бәхетең бер көнлөкмө, ғүмерлекме — тормошоңа тик һин хужа! Ә мин һәр ваҡыт яныңда булырмын, бер ялҡытҡансы...
— Юха, ҡалай телең татлы... Ә бер уйлаһаң, зачем беҙгә егеттәр, беҙ икебеҙ генә булһаҡ та бәхетле, шулай бит?
Зарланырға әлегә бер сәбәп тә юҡ төҫлө. Ювелир салонында һатыусы булып эшләп йөрөй, хужабикәһе лә ҡаҡмай-һуҡмай, әйләнгән һайын, премия менән бүләкләй... Шулай ҙа аҡсаһын тотонорға ашыҡмай, йыя. Нимәгә тотонор белмәй әле, әммә йыя. Донъя хәлен белеп булмай бит.
Рида әхирәтенең хәлен аңлай, күңелен күтәрергә тырыша.
Һылыу рәхмәтле ҡарашын ҡаршыла шарҡылдай-шарҡылдай тик-токтан роликтар ҡарап ултырған ҡыҙға төбәне.
— Әлбиттә, шулай, ҡарале, дүрт стенала ултырғым килмәй, шәмбе бит, әйҙә, тышҡа сығайыҡ , һәләк көн матур... Ошондай матур йәйге кисте әрәм итеп булмай ҙа!
— Һәйбәт идея, как раз миңә яңы сумочкамды елләтеп килергә кәрәк!
Рида — сумкалар ҡоло, бар эшләгән аҡсаһын шуларға тыға, һәм яңы кейемдәргә. Шкафҡа һыймай хәҙер улары. Шопоголик, тиҙәрме әле.
— Ну, ҡупыҡ!
— А как же!
Бер аҙҙан урам буйында уларҙың көлөшөүе яңғыраны.
***
Мэр булып һайланыуына Сәғит Әсғәтовичтың инде икенсе йыл. Еңел эш түгел инде, бер яҡтан төрлө зарҙары менән халыҡ баҫым яһаһа, икенсе яҡтан унан юғарыраҡ түрәләр яҡшы күрһәткестәр талап итә. Ике ут араһында инде. Ике яҡтан да өтөп баралар. Валлаһи, белгән булһа, мэрлыҡҡа кандидатураһын ҡуймаҫ та ине. Хәҙер инде страус һымаҡ башты ҡомға тығып булмай, вазифаны башҡарырға кәрәк. Бына хәҙер Йәштәр көнөнә берәй күркәм сара ойошторорға ҡуштылар. Ғәҙәттә, дискотека ғына үткәрә торғайнылар. Нимә уйлап сығарырға икән? Ә, бер уйлаһаң, ни эшләп ул был хаҡта ҡайғыра?
Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе баш ватырға тейеш түгелме?
— Әлиә Әмировна, Айнур Сәғитовичты саҡырығыҙ әле.
Бер аҙҙан мэр кабинетында ыҫпай егет хасил булды.
— Һаумы, атай…
— Тс-с-с, эш урынында улай тип өндәшмә, тип әйттем түгелме?!
— Ғәфү итегеҙ, Сәғит Әсғәтович, э-э-э,бүтән ҡабатланмаҫ! — тыңлаусан баш эйҙе йәш белгес.
Хакимиәттә уларҙың аталы-уллы икәнлеген беләләр ине, шулай ҙа улы атаһынан алдараҡ эшкә урынлашҡайны. Ул ваҡыт Сәғит Әсғәтович мәктәп директоры ғына ине.
— Белеп ҡуй, бында беҙ ул менән атай түгел. Мин — башлыҡ, ә һин — подчиненный. Неформаль мөнәсәбәт тыйыла.
— Аңлашылды, Сәғит Әсғәтович! Ниндәй сәбәп буйынса саҡырттығыҙ?
— Үҙең беләһең, июнь аҙағында Йәштәр көнө. Берәй ғәҙәти булмаған сара үткәрергә кәрәк. Иртәгә тиклем мейе штурмы үткәр ҙә, варианттар тәҡдим ит.
— Ярай, Сәғит Әсғәтович!
— Бар яуаплылыҡ менән ҡара был эшкә. Улым булһаң да, поблажка булмаясаҡ.
— Аңлашылды, Сәғит Әсғәтович!
Егет боролоп ишек яғына йүнәлде. Һәм кинәт мэр яғына боролдо ла:
— Әсәй шылтыратты, бөгөн олатай менән өләсәй ауылдан киләсәк. Ваҡытында ҡайт! — тине тауышын кәметеп. Үҙе йылмая.
Сәғит Әсғәтович: һиңә әйт ни, стенаға әйт ни, тигәндәй уға ҡараш һирпте. Атай тип эштә әйтмә, тип әйләнгән һайын иҫкәртә.
— Ярай, ярай, мин тырышырмын... Бар эшең менән бул! Һәм иртәгә тәҡдимдәр өҫтәлдә ятһын!
Яуап урынына Айнур Сәғитович һалдаттарса салют бирҙе лә ишек артында юғалды.
***
“Ошо атаһы әллә ҡайҙан мэр булып китте, әй. Барыһынан да бигерәк миңә талапсан”. Хакимиәт бинаһы коридоры буйлап үҙ кабинетына юлланғанда, Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Айнур Сәғитович шуны уйланы. Әлбиттә, ул атаһын аңлай. Уның урынында булһа, бәлки, Айнур ҙа тап шундай булыр ине. Ләкин блат буйынса эшкә кермәне бит. Мәктәптә үк актив позициялы егет булды ул. Төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөнө, волонтерлыҡ эштәре менән шөғөлләнде. Хакимиәт тарафынан төрлө грамоталар менән йыш билдәләнде. Етмәһә, гер күтәреү буйынса ла уңыштары бар. Шуға ла юридик белгеслеге буйынса юғары уҡыу йортон бөтөрөп ҡайтҡан Айнурға хакимиәттә эш тәҡдим иттеләр. Ул әҙерәк уйлап йөрөнө лә риза булды: амбициялар сит түгел ине йәш кешегә. Йәмғиәткә файҙалы булыу тигән теләк тә бар. Өс йыл дәүерендә ул ең һыҙғанып эшләргә тырышты. Йәштәр бер аҙ һүлпәнерәк хәҙер, ойоштороуы ауыр. Сараларға йәлеп итеүгә күп көс түгергә тура килә. Әммә бирешмәй йәш белгес, яуаплылыҡтан ҡурҡыр әҙәм түгел. Атаһы шулай тәрбиәләне. Уның авторитеты ҡалала ҙур. Айнурҙың да шундай булғыһы килә.
— Эй, урынбаҫар, тик-токта ултырыу етәр, эш көнө күптән башланды…
Ҙур булмаған күн диванда йәйелеп, шым ғына хихылдап ултырған ҡараҡас егет шунда уҡ һикереп торҙо.
— Ғәфү итегеҙ, Айнур Сәғитович, ғәйеплемен… Бер таныш ҡыҙ ебәргәйне, бигерәк көлкөлө…
— Һинең ҡыҙҙар менән осрашырға ваҡытың бармы? Халыҡ ихтыяжы һағында торғанды онотаһың, ахыры.
— Дуҫтар өгөтләгәс, дискотекаға сыҡҡайным. Хоҙай шаһит, бер ниндәй хилафлыҡ ҡылманым. Эсмәнем, тәмәке тартманым, өҫтәл артында ғына ултырҙым…
— Ҡара, беҙҙең эштә репутация барыһынан өҫтөн. Беҙ өлгө булырға тейешбеҙ.
— Все, все, аңланым. Шунан, ниндәй боевое задание бирҙе господин мэр?
— Йәштәр көнөнә бығаса булмаған сара ойошторорға ҡушты. Дискотеканан тыш. Һәм иртәгә варианттар уның өҫтәлендә булырға тейеш.
— Атайың талапсан шулай ҙа. Ул килгәндән бирле хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә тыныслыҡ юҡ…
— Ярай, был хаҡта һүҙ ҡуйыртмайыҡ. Иң мөһиме, үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты үтәү.
— Сорян, начальник. Дөрөҫ әйтәһең. Тап шулай.
Улар өҫтәлдәре артында эшлекле ҡиәфәттә урын алдылар.
***
Бөгөн ниндәйҙер күңелһеҙ көн. Һатып алыусылар ҙа һирәк. Выручка әҙ булһа, премия тәтемәй инде ай аҙағында. Шул мәл салонға бер егет килеп инде. Эх, була бит шундай сибәрҙәр. Яурындары киң, спорт ярата, ахыры. Ҡарағусҡыл сәстәре маңлайына төшкән. Өҫтөнә кейгән костюмы ҡытай ширпотребы түгел икәнлеге күренеп тора.
— Һаумыһығыҙ, өләсәйемдең юбилейы, алтын алҡалар бүләк итергә ине.
— Рәхим итегеҙ! Бына ошоларҙан ҡарай алаһығыҙ.
Егет оҙаҡ һайланды. Күренеп тора, яҡын кешеһенең күңелен күрергә теләй.
Кинәт телефоны шылтыраны.
– Һаумы, атай! Мин ҡайҙамы? Ювелиркаға килгәйнем, өләсәй юбилейын үткәрмәйек тиһә лә, бүләкһеҙ булмай бит… Ҡара, Сәғит Әсғәтович, мэр булһаң да, һуңлай күрмә, әсәй кәрәгеңде бирер…
Тимәк, был егет ҡала башлығының улымы? Осраҡлы ғына һөйләшеүгә шаһит булғанлығынан уңайһыҙланып китте.
— Шунан һайланығыҙмы?
— Эйе, ошолар — изумруд менән.
— Яҡшы, мин хәҙер һеҙгә бүләк һауыты килтерәм.
Егет сығып китте, артынан ҡиммәтле хушбуй еҫе генә ҡалды…
Күңеле талпынды ла кире һүрелде… “Эх, Һылыу, хатта хыялланма! Ундайҙар һинең һымаҡҡа күҙ һалмаясаҡ, ул кем дә һин кем тигәндәй...”
Ул салондың үтә күренмәле фасады аша күҙ һалды. Сауҙа үҙәгенән кеше өҙөлмәй. О, тик был түгел. Эскалаторҙан ике ҡыҙы менән үгәй әсәһе күренде. Бында килмәһәләр генә ярар ине. Ул бәҙрәфкә киткән хеҙмәттәшенә смс ебәрҙе: “Йә, һин ҡайҙа?”
Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, улар туп-тура уның салонына юл алды.
— Әсәй, миңә балдаҡ ал әле...
— Ә миңә алҡалар!
— Ярай, ҡарарбыҙ!
Ҡыҙҙар сыр-сыу килде. Әйтерһең дә, сауҙа үҙәгендә үҙҙәре генә.
“Бәлки, улар мине танымаҫтар...”
— Әсәй, ҡара әле. Был Һылыу түгелме?
Өс пар күҙ уға ҡаҙалды.
— Һаумыһығыҙ! Сәләм, Айгөл! Сәләм, Яҙгөл!
— Бер ни булмағандай иҫәнләшкән була бит әле, байғош!
Унан ике йәшкә олораҡ, сағыу макияжлы Айгөл ауыҙындағы һағыҙын шапылдап сәйнәй-сәйнәй уға яуап бирҙе.
— Бына бит, беҙһеҙ ҙә бик матур йәшәп ятаһың, ахыры. Йылы ерҙә эш тапҡанһың. Әтеү, атайың ҡайғырған була.
Үгәй әсәһе дорфа ғына уға ҡараны. Уның ҡараштары аҫтында үҙен ҡарсыға ябырылырға теләгән себеш һымаҡ тойҙо.
— Йә, сығар алтын-көмөштәреңде. Ҡыҙҙарымды ҡыуандыраһы килә.
Һылыу ни өсөндөр күндәм генә улар алдына нимә бар, шуны ҡуйҙы. Әллә ни эшләп ошо ҡатын алдында бәлтерәй ҙә төшә.
Балдаҡ, алҡаларҙы алай ҙа, былай ҙа ҡарап хәлдәре бөттө.
— Юҡ, бында минең зауығымды ҡәнәғәтләндерерлек бер нәмә лә юҡ! — тип сыр-сыу килеп кире сығып киттеләр.
Уларҙан һуң балдаҡ-алҡаларҙы тәртипкә килтереп хәле бөттө. Барыһы ла урынында төҫлө. Шулай ҙа гранат ҡашлы алҡа менән балдаҡ күренмәне.
Ул хеҙмәттәшенән һорарға булды.
— Ҡара әле, гранат ҡашлы алҡалар менән балдаҡты һатманыңмы?
— Юҡсы, — тип яуапланы уныһы.
Берәй ҡайҙа төштөмө икән? Сантиметр-сантиметр һәр ерҙе ҡарап сыҡты. Башына килгән маҙалы уйҙан арынырға тырышты: үгәй әсәләренең эшеме? Шундай уҡ түбәнлеккә төшмәҫтәр ҙә инде.
Ул камера төшөргән видеоға ла күҙ һалды, камера ике яҡтан ҡарап торһа ла, бер ни тапманы.
Ике көндән ревизия. Шуға тиклем йә уларҙы табырға, йә хаҡын ҡапларлыҡ аҡса һалырға кәрәк кассаға. Ҡағиҙәләр буйынса, кемдең сменаһында юғала, шул яуап бирә. Ҡыйбатлы комплекттарҙың береһе ине, хаҡы йөҙ меңгә яҡын. Тапмаһа, ни эшләргә? Йыйған аҡсаһы 50 мең генә. Кредит алып ҡарармы икән инде. Эштән ҡыуырмы икән хужабикәһе, йомшаҡ күренһә лә, эш боҙғандарға ҡаты ул.
Ниңә уны яҙмыш шул тиклем һынай икән? Әсәһенән, тыуған йортонан, атаһынан айырғаны етмәгән, тыныс йәшәргә лә юл бирмәй.
Ул кис буйы мендәрен ҡосаҡлап иланы ла иланы. Рида, нимә булды, һин миңә әхирәт түгелме, юҡмы, тип янаһа ла, бер ни өндәшмәне. Күңелендәге ғазабы уны телһеҙ итте, ахыры. Иртәгәһенә банкка кереп кредит алыу мөмкинлеген һораштырҙы, йыйған 50 мең аҡсаһын һаҡлыҡ иҫәбенән алды. Хужабикәһенә алтындарҙы юғалтыуы хаҡында һөйләне, уны ҡапларға әҙер булыуын әйтте.
— Ярай, мин һиңә ышанам. Эштән ҡыуырға йыйынмайым, бынан һуң иғтибарлыраҡ бул. Кредит алма, зарплатаңдаң түләп барырһың ҡалғанын.
Һылыу бындай яҡшылыҡ көтмәгәйне, етәксеһен ҡосаҡлап алды.
— Ярар, булыр, илама, күҙҙәрең, ана, шешенеп бөткән, бөгөн ял ал, һатып алыусылар алдында бындай ҡиәфәттә күренергә ярамай.
***
— Улар ғына алған инде, кем булһын! Вот убырҙар!
Ридаға, ниһайәт, гранат алҡалар һәм балдаҡтың юғалыуы хаҡында һөйләгәс, ул сығырынан сыҡты.
— Дәлилдәр юҡ бит, нисек иҫбатлайһың, йә ярай, иң мөһиме, мине эштән ҡыуманылар.
– Уныһы шулай ҙа… Һинең өсөн йән көйә бит, тинләп йыйған аҡсаңды алып барып һал әле…
Рида әхирәтен нисек йыуатырға белмәне. Бер алдына, бер артына сыҡты, бер уфтанды, бер асыуланды…
– Йә, ярай, минән дә артығыраҡ борсолаһың түгелме… Иң ҙур юғалтыуым шул булһын. Аҡса табыла ул, баш иҫән булһын.
– Ҡара, йортоңа ҡайтып, бәлки, ипләп кенә тентеп ҡарарғалыр?..
Рида һаман тыныслана алмай ине.
– Ҡапыл ҡайтып керһәм, сәйер тойолор ул…
Атаһы бер көн яҙғайны ла, ваҡытың булһа, кереп сыҡ тип. Үгәй әсәһе һәм уның ҡыҙҙары менән осрашаһы килмәгәс, төрлө һылтау табып, баш тарта килгәйне, ҡәҙерлеһен бик күрәһе килһә лә. Әммә ул һаман уны ғәфү итә алмай, яңы ҡатынының ҡотҡоһона бирелеп, тап атаһы уның өйҙән китеүенә сәбәпсе булды ла. Ныҡ хәйләкәр һәм аҫтыртын булыуын тик Һылыу ғына беләлер. Башҡалар Гөлсимә Мәҡсүтовнаны үтә алсаҡ һәм киң күңелле итеп белә. Атаһының бизнесын күтәрергә ярҙам итте, әсәһе үлгәс, бирешеп киткәйне шул атаһы, бар эштәрен ташлап. Шуғамы атаһы яңы ҡатынын алиһәләй күрә, ә бына Һылыу уның бәхетенә ҡаршы тороусы, йәнәһе.
Гөлсимә ханымдың үгәй ҡыҙҙы тәрбиәләгеһе килмәгәндер инде, был теләген башҡалар алдында йәшерҙе, киреһенсә, ҡайғыртыусан булып ҡыланды. Тик бына Һылыу менән яңғыҙ ҡалһа, ысын йөҙөн күрһәтергә ҡурҡманы, киреһенсә, ялсы, хеҙмәтсе урынына күрҙе. Иң бәләкәй бүлмәгә күсерҙе, ике ҡыҙына уның бүлмәһен йүнәтте, ләкин барыһына ла түҙерлек ине. Бер көн ҡыҙ әсәһенең фотоларын сүп-сар һауытында тапты, ошо һуңғы сик булды ла. Бер ҡасан да ололарға һүҙ әйткәне юҡ ине, был юлы өндәшмәй түҙә алмаҫын тойҙо. Әммә ул ҡатын ҡымшанманы ла, Һылыуҙың илай-илай әсәһенең портретын ҡосаҡлап әйткән һүҙҙәрен таш йөҙ менән тыңланы. Ә кис ҡыҙҙы атаһы саҡырып алды, берҙән-бер яҡын кешеһенән яҡлау өмөт иткән Һылыу үҙ ҡолағына ышанманы. Йәнәһе, ул донъя бутаусы, татыу йәшәгеһе килмәй, тәрбиәһеҙ һәм башҡалар… Йә ул үгәй әсәһе алдында ғәфү үтенә, йә сығып китә… Быға тиклем, ғәйебе булмаһа ла, йыш ҡына баш эйә ине Гөлсимә апаһы алдында. Уныһы аҡты ҡара итеп күрһәтеүгә бик оҫта шул.
Был юлы әсәһе рухына хыянат итә алмаҫын аңланы. Әйберҙәрен йыйнаны ла Рида янына күсте. Атаһы бер нисә көндән шылтыратһа ла, алманы. “Минең менән барыһы ла һәйбәт, борсолма”, тигән хәбәр генә ебәрҙе. Атаһының ҡыланышын ныҡ ауыр кисерҙе, һаман иҫкә алһа, күкрәгенә һауа етмәгән төҫлө, тыны ҡыҫыла башлай. Рида күрмәгәндә, төндәрен битен мендәргә баҫып өнһөҙ һыҡтай торған. Әхирәте былай ҙа уның өсөн ныҡ бөтөрөнә, үгәй әсәһе генә түгел, уны бик йыш ҡына йәберләгән Айгөл менән Яҙгөлдөң иманын уҡытыу әмәлен уйлап сығарайыҡ, ти. Ләкин Һылыуҙың улай үс алып йөрөгөһө килмәй, ундай теләге юҡ. Эх, әсәһе тере саҡта бәхетле булған икән дә. Хәҙер сағыштырмаса аяҡҡа баҫҡан төҫлө лә, тик күңеле таяуһыҙ һымаҡ. Әммә тормош дауам итә. Бәлки, берәй ҡасан күңеле бөтәйер, уны яҡлар һәм ысын йөрәктән яратыр кеше осрар.
– Йә инде, күңелһеҙләнеп ултырмайыҡ, Рида, минең менән барыһы ла һәйбәт!
– Ысынлапмы, һин минән йәшермә, йәме, әгәр әхирәт һанаһаң…
– Әлбиттә, матурым, әлдә һин бар! Һылыу бүлмәләшен ихлас ҡосаҡлап алды. – Әлдә һин бар, ысын күңелдән әйтәм!
– А знаешь что? Әйҙә, ял көнө тәбиғәткә сығайыҡ. Помнишь, мин һиңә бер егеттең фотоһын күрһәткәйнем, исеме Марат, ул миңә как раз тәҡдим иткәйне…
Руссалап һөйләшә башлағас, тимәк, Риданың кәйефе йүнәлде тигәнде аңлата.
– Йә, ярай, артыҡ тәгәрмәс булып йөрөгө килмәй ҙә.
– Кит, юҡты һөйләмә, мин уға иптәш егет ал тиермен. Һиңә лә әҙ-мәҙ ир заты менән аралаша башларға кәрәк.
– Ну, Рида, әйҙә, икенсе тапҡыр, егет ҡайғыһы юҡ та…
– Юҡ, хәл ителгән, бергә барабыҙ. Миңә иптәш булырһың, әтү яңғыҙым егет менән булыу шөрләтә әле.
Һылыу сылтыратып көлөп ебәрҙе.
– Баҫҡан ерендә ут сығара яҙған Рида, шөрләйме?!
– Ниңә көләһең, мин тыштан ғына бошмаҫ күренәм…
– Ярай, ярай, аҙаҡтан ғәйепләмә, романтикабыҙҙы боҙҙоң тип…
– Бына күр, һиңә лә егет табам мин, һөйөү утында яныу шул хәтлем татлы хис, ммм… Шул ҡараҡасты уйлаһам, тәндәрем зымбырлап китә.
– Бәй, һин ғашиҡ булдыңмы әллә, ниңә әйтмәй ҙә йөрөйһөң?
– Эх, әхирәт, саҡ үҙем аңланым, күп егеттәр артымдан йөрөй бит, быны ла шул иҫәптән тип уйлағайным… Әллә ни әһәмиәт бирмәнем, ләкин тора-бара юҡһына башланым, бик йыш осрашып та булмай, күбеһенсә шул виртуаль аралашабыҙ… Ул шундай вежливый, бер пошлость яҙмай. Шуға аңланым: ҡулдан ысҡындармаҫҡа кәрәк. Но начальнигы һис тынғы бирмәй, бер йомошсо күрә, ахыры. Ҡайҙа эшләгәнен һорарға оялам, үҙе лә әйтмәне. Был юлы шарт ҡуйҙым: йә матур свидание ойоштораһың, йә мин һинең менән ташлашам, тип. Үҙем шулай тинем дә, үҙем ҡурҡам, ысынлап та ташлашырға тура килһә тип… Дуҫының күл буйында йорто бар икән, шунда тәбиғәт ҡосағына саҡырҙы. Йә ризалаш, бергә күңеллерәк бит.
– Ярай әтеү, һиңә ҡаршы сыға алмайым, ҡала шауынан ялҡытыла, минең дә баш елләп ҡалыр.
Рида ҡәнәғәт йылмайҙы.
***
– Йә, Айнур, ҡарышма инде, оҡшатҡан ҡыҙым әхирәтен алам, ти, әйҙә иптәшкә. Үтенеп һорайым, зинһар, риза бул. Свиданиебыҙ ҡыл өҫтөндә.
– Мин һиңә күл буйындағы йортто бушҡа белештем, һиңә тағы ни етмәй?
– Һин етмәйһең.
– Ҡыҙҙар ҡайғыһы юҡ миндә. Сараға әҙерлек менән баш ҡатҡан. Мин, әлбиттә, һинең шәхси тормошоңа ҡыҫылырға хаҡым юҡ, шулай ҙа…
– Бер кис, бары бер кис, бер кис эш тураһында оноторға мөмкиндер бит. Вәғәҙә: унан һуң бар көсөмдө булаһы сараға түгәсәкмен! Йә, ыңғайла инде, Риданың (минең ҡыҙҙың исеме шулай) әхирәте һәйбәт кенә, тыйнаҡ ҡына ҡыҙ, ти, мин һинән бер ни талап итмәйем, шунда әҙ-мәҙ һүҙ ҡушһаң еткән. Исеме – Һылыу.
– Һылыу. Ҡалай матур исем! Исеме есеменә тап киләме икән? Йә, ярай, һинән ҡотолоп булмаҫ, тик ҡара, бер ниндәй алкоголь булмаҫҡа тейеш. Енем һөймәй шул эскене.
– Окей, босс.
Эш аҙнаһының һуңғы көнө, ниһайәт. Айнур инде икенсе көн баш вата, Йәштәр көнөнә ниндәй сара үткәрергә икән тип. Зауыҡлы ла булһын, ҡыҙыҡлы ла, йәштәрҙе йәлеп итерлек тә.
– Эврика!
Урынбаҫары саҡ ултырғысынан төшөп китмәне
– Беләһеңме, нимә модала хәҙер?
– Шунан, нимә?
– 90-сы йылдар тематикаһы. Әйҙә, шундай стилдә дискотека үткәрәйек. Шул йылдарҙағы йырҙарҙы ҡуяйыҡ. Бик шәп буласаҡ, мин әйтте тиң!
Айнур Сәғитович уйлай ҡуйҙы. Ысынлап та матур идея бит. Тематик сара мауыҡтырғыс булырҙай.
– Башың эшләй икән әлегә, тик-ток ҡарап алйып бөткәнһең икән тиһәм, миңә оҡшай. Әйҙә, деталдәрен уйлаштыр. Мин иһә атайға, әттәгенәһе, Сәғит Әсғәтовичҡа инеп сығам.
– Обижаешь, Айнур Сәғитович!
– Ярай, үпкәләмә! Шаяртып әйтәм дә, һәләттәрең булмаһа, нисек минең урынбаҫар булыр инең, әй?
Марат өҫтәл артында ҡуҡырайҙы, Айнур Сәғитовичтың үҙенән маҡтау ишетеү мәртәбә бит, бик һирәктәр быға лайыҡ була торған. Хәйер, етәксеһе тыштан ғына ҡырыҫ тойола, бер уйлаһаң, унан изге күңелле кеше юҡ. Кеше лә айырмай, ҡайһы бер түрәләр кеүек. Атаһы ла шулай. Ҡуштанлауҙы икеһенең дә ене һөймәй. Хакимиәт эргәһендә файҙа эҙләгәндәргә көн бөттө инде, әммә күптәргә был оҡшамай, шуға аталы-уллы Нурдәүләтовтарға теш ҡайраусылар, эштәренән йөй эҙләүселәр етерлек. Унан бигерәк, ҡыҙлы әҙәмдәр буйҙаҡ йәш матур егет Айнур Сәғитовичҡа ҡыҙҙарын димләп бер булалар. Айырыуса бер эшҡыуар ҡатын, Гөлсимәме әле исеме, йонсота. Әммә начальнигы бирешмәй әле.
Биш йыл бергә эшләгән дәүерҙә кем менән булһа ла осрашҡанын иҫләмәй Марат, бәлки, Айнур йәшерә беләлер. Юҡтыр, барыбер һиҙер ине. Тимәк, мөхәббәтен әле осратмаған. Осратыр әле, Хоҙай ҡушһа. Ана, Марат ҡапты бит, осраҡлы танышыу ысын мөхәббәт тарихына әйләнеп бара түгелме? Риданың холҡо еңел, һис яһалма түгел, ихлас, күңелсәк, телгә лә үткер, оҡшаны ла ҡуйҙы. Һәм иртәгә бына теүәл бер кис улар өсөн! Айнур Сәғитовичҡа ла ял ҡамасау итмәҫ, әтеү ошо хакимиәттән һис ҡайта белмәй. Ә бит тормош эштән генә торорға тейеш түгел!
***
Атаһы хупланы идеяларын. Тимәк, ял көндәренә тыныс күңел менән китһәң дә була. Айнур өҫтәлдәге ҡағыҙҙарын, папкаларын тәртипкә килтерҙе лә сәғәткә күҙ һалды. Алты тулып уҙып киткән дәһә! Марат биштә үк тайҙы инде, ауылға ҡайтып килергә кәрәк, тип. Ҡайтып ауһаң да була, ә иртәгә… Иртәгә урынбаҫарының күңелен күрергә кәрәк. Һылыумы әле исеме теге ҡыҙҙың? Әллә ни эшләп был исем күңеленә кереп батты ла ҡуйҙы. Әлбиттә, бер танышыу бер нимәне лә хәл итмәй. Төрлө мөнәсәбәттәрҙән быға тиклем арыраҡ тора килде, йәшлек шауҡымында үлеп ғашиҡ булған ҡыҙы уны ташлап киткәс.
Һуңғы арала атаһы-әсәһе, унан бигерәк, өләсәһе өйләнеү тураһында йышыраҡ һүҙ ҡуҙғата башланы, етмәһә. Оло быуындың үҙенең фәлсәфәһе, карьера, шәхси бәхет төшөнсәләрен улар бик аңлап етмәй. Бөгөнгө заман кешеһе үҙ-үҙенә мөкиббән бит, яңғыҙ булыуҙы насар әйбер һанамай. Шуғалыр ҙа айырылышыуҙар ҙа күп, йәштәр өйләнешергә, бала табырға ашыҡмай. Дәүләт ҡулынан килгәнсә демографияны күтәреү сәйәсәтен алып барһа ла. Гүзәл заттар кейәүгә сығып, иргә аш бешереп ултырыуҙы бәхеткә һанамай. Ир-егеттәр иһә ҡатын-ҡыҙҙарҙың каприздарын үтәүсе ролен башҡарырға теләмәй.
Айнур үҙе бәхетле, һөйөүле ғаиләлә үҫте. Тик бына үҙе әлегә мөхәббәтенән уңманы. Бер бешкәс, өрөп ҡабаһың тигәндәй, яңы мөнәсәбәттәргә керергә ашыҡманы. Эш менән баҫты күңел ярһыуын. Ә шулай ҙа кем яратыу-яратылыу хаҡында хыял итмәй? Теләһә ниндәй кешенең был иң төп һәм тәбиғи мохтажлығы. Әлбиттә, ул да был хаҡта хыял итә. Әммә йәнен әсир итер бер кем осраманы бүтән. Ул эҙләмәне лә. Шулай ҙа ул әҙер төҫлө: тап ошо мәлдә күктәр уға ихлас һәм таҙа хис бүләк итһә ине.
Шундай уйҙар менән ул хакимиәт бинаһынан сыҡты, әммә күктәр шаяртырға булды, ахыры, баҫҡыста инде ҡасанан бирле уның һәр аҙымын күҙәтеп, әйләнгән һайын юлды быуған апалы-һеңлеле Яҙгөл менән Айгөл тора ине.
– Айнурчик! Ә беҙ һине көтәбеҙ!
Яҙгөл, “Ҡаптың бит, егет!” тигәндәй, ҡәнәғәт төҫ менән йылмайҙы. Айгөл бары һоҡланыу тулы ҡараштарын ғына төбәне, мэр улынан да сибәрерәк егет юҡтыр ҡалала. Етмәһә, һаман яңғыҙ. Тимәк, ҡулға эләктерергә мөмкинлек бар.
– Айнур ағай, көттөрҙөң дә, бер сәғәт һине көтәбеҙ, эш көнөң биштә бөтмәйме, бигерәк эш ҡорто икәнһең!
Айгөл йөҙөнә балаларса ихласлыҡ бирергә тырышты. Егеттәр ярата, тиҙәр, бит шундайҙарҙы. Ә бына Яҙгөл Айгөлдөң тап киреһе. Сөсөлдәргә бик яратмай, егеттәрҙең өҫтөнә менеп бара. Был юлы ла Айнурҙы хакимиәт бинаһы алдында ҡаршы алыу уның идеяһы булды. Теш үтмәҫ сәтләүек булды бит был. Ярты йылдан ашыу инде күп ҡыҙҙарҙың хыялы булған ошо йәш буйҙаҡ артынан сабалар, ул саҡматаштай һынмай ҙа, һығылмай ҙа. Ләкин был ҡыҙҙарҙы, киреһенсә, ярһытҡандай, айырыуса Яҙгөлдө, ул һәр теләгенә ирешеп өйрәнгән, хатта әсәһе уға ҡаршы сыға алмай. Этлек менән булһа ла мораҙын бойомға ашыра. Әлбиттә, Айнур кемгә эләгәсәк тип әйләнгән һайын ҡыҙыу ғына бәхәсләшәләр, хатта бер тапҡыр сәс тартышыуға барып еттеләр. Әсәләренән эләкте. “Кемегеҙгә эләкһә лә, барыбер түгелме? Айгөл, ҡурҡма, әгәр Айнур һине һайламаһа, уның урынбаҫары Марат тигән егет шулай уҡ сибәр генә, атаһы лә дәрәжәле, шуның менән танышырһың!” – тип тынысландырҙы. Фотоһын күрһәтте. Ысынлап та, матур ғына ҡараҡас егет. Ярай, Айнур апаһының ҡармағына ҡапһа, ул Марат менән хушһынырға риза.
– Ә һин бер үҙең генәме?
Урынбаҫарың ҡайҙа тип һорарға уйлағайны ла ҡыйманы ни эшләптер. Әммә һорауы яуапһыҙ ҡалды.
– Һаумыһығыҙ, Яҙгөл, Айгөл. Ғәфү итегеҙ, мин ныҡ ашығам, йәгеҙ, берәй икенсе көн осрашырбыҙ.
Ялғанларға яратмаһа ла, ошо ике бәйләнсектән бүтәнсә ҡотолормон тимә.
– Туҡта, Айнур, һин беҙҙән ҡасмаҡсы булаһыңмы?
– Юҡ та, Яҙгөл, ысынлап та ашығам.
– Әллә инде, беҙҙе күрһәң, гел шулай төрлө һылтау менән ҡасаһың. Юҡ, мин һине бөгөн бер ҡайҙа ла ебәрмәйем. Егет кешегә шулай килешәме алдау?
Айнур был юлы еңел генә ҡотола алмаясағын аңланы. Нимә эшләргә? Ни Марат янда түгел, ҡыҙҙар менән аралашыуға ул оҫтараҡ. Эх, ҡалала булһа, саҡыртыр ине, ауылға ҡайтып киткәндер инде, ул ике яҡтан ҡыҫтап тигәндәй юл киҫкән Яҙгөл менән Айгөлгә ҡарашындағы ярҙамһыҙлығын күрһәтмәҫкә тырышты. Йә, ярай, был юлы ыңғайҙарына торорға тура килер инде.
– Нимә теләйһегеҙ һуң?
Яҙгөлдөң ҡыҙыл буяу һөртөлгән ирендәре еңеүле ҡиәфәттә йылмайҙы.
– Ҡыҙ егеттән нимә теләй һуң? Күңеле ятҡан кешеһе менән ваҡыт уҙғарыуҙы түгелме?
Ул Айгөлгә өндәште.
– Һеңлекәш, һин үҙ эштәрең менән булһаң да була. Беҙ Айнур менән йөрөп киләбеҙ икәү генә… Андерстэнд?
Һуңғы һүҙҙәрен Айгөлдөң ҡолағына эйелеп әйтте.
“Бына һәр ваҡыт шулай! Мин һәр ваҡыт артыҡ”. Ләкин тыштан уйҙарын белдермәне. Апаһы уҫал бит, уның менән ирешмәүең яҡшыраҡ. Ләкин күңелһеҙләнде. Ана шулай гел ыңғайына торорға тура килә, апаһы бит белә Айнурҙың һеңлеһенә лә оҡшағанын.
– Ә, иҫемә төштө, бер әхирәтем саҡырғайны, әтеү, мин шунда…
Айгөл тиҙ-тиҙ генә китте лә барҙы. Айнур бары албырғап ҡына ҡарап ҡалды. Был Яҙгөл ни эшләмәксе була икән, етмәһә, һаман хакимиәт ҡаршыһында торалар. Артыҡ имеш-мимештәргә юл ҡуймаҫҡа кәрәктер ул.
– Яҙгөл, әйҙә, бынан киттек, ҡайҙа барырға теләйһең, алып барам.
Ул машинаһына табан атланы. Бейек үксәле туфлиҙарында урында баҫҡан килеш әйләнде лә Яҙгөл башын юғары күтәргән килеш уның артынан эре генә атланы: “Айнурчик, бөгөн минән ҡотолам тип уйлама ла, минеке буласаҡһың, тип һүҙ бирҙем үҙемә!” Ишек янына барып баҫты ла туҡтаны. Руль артына инде кереп ултырған еренән кире сығып ҡыҙға ишек асмайса сара ҡалманы егеткә.
– Һинең джентельмен икәнлегеңдә шигем юҡ ине, Айнур, мерси!
Ул мөмкин тиклем ҡупшы итеп пассажир урынына ултырҙы. Былай ҙа ҡыҫҡа итәген, боттарын яланғаслап, өҫкә тартты. Ниндәй ир ымһынмаҫ? Ләкин артыҡ ныҡышлыҡтан Айнуры ҡурҡыр ул, хәйләкәрерәк булырға кәрәк.
– Уф, был ҡала шауынан баш ауырта, әйҙә, берәй тәбиғәт ҡосағына. Һауа етмәй, тыным тарыға…
Яҙгөл йөҙөнә хәлһеҙлек сырайын сығарырға тырышты.
– Ярай һуң, тик, Яҙгөл, оҙаҡҡа түгел, бер сәғәттән миңә өйҙә булырға кәрәк.
– Әлбиттә, Айнурчик, мин һине тотҡарламам. Бер сәғәт артығы менән етә. – Ул мәғәнәле ҡараш ташлап, егеттең ботона ҡул һалды, тегенеһе терт итеп ҡалды хатта.
– Яҙгөл, ҡайышыңды эләктер.
Бер ни булмағандай белмәмешкә һалышҡан булды Айнур. Был ҡыҙ һағыҙаҡтан да яманыраҡ бит. Юҡ, риза булмаҫҡа кәрәк булған икән дә. Ҡыҙҙың ни теләгәнен төҫмөрләй ул, аҡылһыҙ түгел дә, әммә тәрбиәһе асыҡтан-асыҡ ҡыҙ кеше менән низағҡа инеүҙе хилафлыҡ һанай.
– Айнур, ҡайышың тартылмай ҙа. Ярҙам итсе.
Бына хәҙер ярҙамға мохтаж булып ҡылана. Күп ҡыҙҙар уға һөйөүен белдергәне бар, әммә Яҙгөл барыһынан да артығыраҡ түгелме? Айнур, мөмкин тиклем үҙ-ара дистанция һаҡларға тырышып, ҡайыш артынан тартылды, әммә ошо ситуация менән файҙаланмаһа, Яҙгөл Яҙгөл булыр инеме… Кинәт кенә Айнурға табан ынтылды, түштәре менән уның күкрәгенә ҡағылды, эҫе тыны менән егеттең сикәһен өттө.
– Айнур, ғәфү ит, һинең янда һис тыныс була алмайым, – тип ҡолағына шыбырланы.
Егет өндәшмәне, ҡайышты эләктерҙе лә машинаһын тоҡандырҙы. Был ҡыҙҙы туҡтатып булырмы, юҡмы? Берәй аулағыраҡ ергә барырға ныҡлы аңлашырға кәрәк. Ул талғын ғына парковканан ҡуҙғалды, бер ун минуттан улар ҡала ситенә сыҡтылар. Урманға киткән юлға табан боролоп, Айнур автомобилен туҡтатты.
– Ҡара әле, Яҙгөл, һинең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә торған мәл етте, тип уйлайым.
Ҡыҙ “Мин тыңлайым!” тигән ҡиәфәттә уға боролдо.
– Әлбиттә, Айнурчик, тап шул “һөйләшеү” өсөн килдек бит инде ошо урман аулағына. Кис булһа ла, ҡалай эҫе әле бөгөн, – тип иҙеүенең өҫкө төймәләрен ысҡындырҙы.
– Яҙгөл, туҡта, һин дөрөҫ аңламаның…
– Нимәне дөрөҫ аңламаным?
Яҙгөл ғәйепһеҙ төҫ алған һымаҡ булды.
– Ней… Теге… – Теле тотлоҡто ҡапыл Айнурҙың. – Мин… ябай һөйләшеүгә генә саҡырҙым.
– Урман буйынамы? Шаяртаһыңмы әллә, Айнурчик?
– Юҡ, Яҙгөл, мин быға күптән асыҡлыҡ индерергә тейеш инем…
Пассажир ҡыҙ һағайҙы, артабан ишетәсәк һүҙҙәр уға оҡшамаясағын тойҙо әллә. Айнур йәнә тамаҡ ҡырҙы.
– Яҙгөл, һин бик һылыу һәм аҡыллы ҡыҙ, мин ышанам, һин үҙ мөхәббәтеңде мотлаҡ табырһың, ләкин беҙҙең арала бер ни булыуы мөмкин түгел…
Ҡыҙҙың күҙҙәре ышанмау менән тулды.
– Ә нимә ҡамасаулай, белеүемсә, һинең ҡыҙың юҡ, статустарыбыҙ ҙа бер тирәлә. Миндә – аҡса , һиндә – дәрәжә, минеңсә, беҙҙән күркәм пар сығасаҡ!
– Яҙгөл, мин бит һине яратмайым.
– Йә, Хоҙай, кемгә кәрәк һинең һөйөүең? Миңә һин кәрәк, һин минеке булһаң, шул етә. Һин ҡалала иң көнләштерелек кейәү, мэр улы – шуныһы ҡиммәт!
– Нисек инде һөйөүһеҙ, Яҙгөл?! Донъя тотҡаһы мөхәббәт түгелме ни?
– Мөхәббәт ул бары бушбоғаҙҙар уйлап сығарған матур әкиәт кенә. Тирә-яғыңа иғтибарлыраҡ ҡара: ҡайҙа һин мөхәббәт күрәһең? Беҙҙең күршеләр бар: ире әйләнгән һайын бисәһен туҡмай – шул һөйөүме! Ә икенсе бер күрше ҡатын ире командировкала саҡта төрлө ирҙәр менән сыуала – шулмы һөйөү? Ә өсөнсөләр балалары арҡаһында ғына бергәләр, шулмы һөйөү?
Бына минең әсәй ҙә никахты ике яҡҡа ла файҙалы булған бер бәйләнеш тип уйлай, һәм мин уның менән килешәм. Тап шул маҡсат менән беҙҙең булдыҡһыҙ атайҙы ташлап икенсегә сыҡты, бизнесменға, хәҙер бына беҙ етеш тормошта йәшәйбеҙ. Һөйөү, тиһең… Юҡ ул ундай хис!
Айнурға ҡыҙ йәл булып китте. Йәш көйөнсә мөхәббәттән күңеле ҡайтҡан әҙәм ҡыҙғаныс бит… Ләкин ул ни эшләй ала, ул үҙе лә йәшләй был хистән төрлө ғазап кисергән кеше, әммә мөхәббәттән ваз кисмәгән, шул ғына.
– Яҙгөл, бер яҡтан һин хаҡлы һымаҡ, әммә уйҙарың менән килешмәҫкә рөхсәт ит. Мөхәббәт бар ул! Бар тереклек нигеҙе тап шул мөхәббәт! Эйе, кире миҫалдар күп, һин, ахыры, һөйөүһеҙ мөхиттә үҫкәнһеңдер…
Әллә артыҡ ысҡындырҙы, Айнур телен тешләне. Ҡыҙҙың йөҙө боҙолоп китте. Әммә шунда уҡ элекке хәленә ҡайтты.
– Айнур, минең ниндәй мөхиттә үҫеүем мөһим түгел, мин бары реалист. Һинең мөхәббәт тигәнең тик теләгәнеңде ысынбарлыҡ тип ҡабул итергә теләүең генә. Кеше тик яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа, шуға икенсе кешегә мохтаж. Кеше үҙен икенсе кеше янында ғына үҙен кеше итеп тоя ала. Бына шуны мөхәббәт тигән булалар инде. Яңғыҙы көйө ул ишһеҙ итек һымаҡ күрә, унан ни файҙа, урыны тик сүп-сар янында. Шулай түгелме?
Быға нимә тип яуап бирергә? Телгә үткер Яҙгөл алдына сығырлыҡ түгел дә. Әммә бәхәсләшеп ултырырға һис ваҡыт юҡ.
– Яҙгөл, был һинең мөхәббәткә ҡарашың, уны инҡар итергә хаҡым юҡтыр ул, сөнки был фекер тигеҙ урында формалашмаған бит, тимәк, ниҙер быға сәбәпсе булған. Ләкин бер нигә ҡарамай мөхәббәтһеҙ мөнәсәбәттәргә кереү ул енәйәткә тиң, һәр хәлдә, үҙеңә ҡарата. Ғәфү ит, мин улай булдыра алмайым…
“Шулай тиһең, инде, Айнурчик! Ләкин мин үҙ табышымды еңел генә ҡулдан ысҡындыра торғандарҙан түгел бит. Мөхәббәт, имеш… Барыбер үҙемдеке итеү ысулын табасаҡмын”. Яҙгөлдөң башында шундай уйҙар ине.
– Һөймәгәнгә һөйкәлмә, тип әйтмәксеһең инде, Айнур! Ярай, ҡайттыҡ, берәй ҡасан минең хаҡлы икәнде аңларһың әле!
Инде был ҡыҙҙан ҡотола алмам тигән егет, еңел һуланы. Ләкин ҡаршыһында ултырған был гүзәл зат вәкиленең башында ниндәй ҡара уй яралғанын белһә, ул тыныслығын шунда уҡ юғалтыр ине.
***
– Марат, ә һин бер нәмә лә онотманыңмы?
Багажниктан кәрәк-яраҡтарҙы сығарып урынлаштырыу менән мәж килгән Рида эргәһендәге егеткә өндәште.
– Юҡ, ахыры, шул һин биргән исемлектә яҙылған бар нәмәне алдым, – тип, еңелсә ҡыҙҙың биленән ҡосаҡлап алды.
– Йә, ни эшләйһең, беҙ бит яңғыҙ түгел дә, Һылыу алдында оят... – Рида алан-йолан ҡаранып һөйгәненең ҡулдарынан ысҡынып маташты. Тегенеһе быға иғтибар итмәй ҡыҙҙы үҙенә тартты ла ирененән үбеп алды.
– Беләһеңме, нисек оҙаҡ көттөм ошо көндө?!
Ҡыҙ күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө.
– Йә, оялтма… Бар әйберҙәрҙе керет. Үпмәһәң үлеп бараһыңмы әллә?
Ипләп кенә егетте этте.
– Үлеп барам, Рида! Ирендәрең тап шуның өсөн яралтылған төҫлө!
– Эй, татлы тел! Бар эш менән бул, үлмәй тор.
Әлбиттә, егеттең бындай иғтибары уға оҡшай, икәүҙән-икәү булғанда ул төрлө иркенлектәргә лә юл ҡуя торған, әммә араларында һөйөү саҡ ярала ғына бит, теҙгендәрҙе тартыбыраҡ торорға кәрәклеген аңларлыҡ кимәлдә Рида, шаталаҡ тигән даны сыҡһа ла.
– Ә ҡара әле, дуҫ егетең точно киләме?
– Киләм, тине былай, һүҙендә тора торған егет ул, ҡайғырма!
“Был Һылыу ҡайҙа булды әле? Әҙерәк йөрөп киләм, тине лә юғалды”. Тирә-яғын ҡараштырҙы ла Рида, телефонын алып, смс ебәрҙе әхирәтенә, уныһы былай йәһәт кенә яуап бирҙе: “Мин бында, күл буйын ҡараштырам, хәҙер килермен, борсолма!” Рида “ярай” тип яуап хәбәр ебәрҙе лә мангал урынлаштырған Марат янына юлланды.
***
Яҙгөл менән кисәге осрашыуҙан һуң күңеле саҡ урынына ултырып килә Айнурҙың. Тәүҙәрәк Маратҡа биргән һүҙенән баш тартырға ла уйлағайны, шулай ҙа вәғәҙә – иман, тиҙәр бит, тағы, егет һүҙе бер була, тиҙәр. Шуға ошо шәмбе иртәһендә Айнур улар осрашырға килешкән урынға елдерә. Күп тә ҡалманы инде, тағы бер боролошто ғына үтәһе. Оҙаҡламай күл ялтырап күренде, ана, ял йортоноң түбәһе лә күҙенә салынды. Артыҡ уйҙарға биреләһе килмәй бөгөн, киреһенсә, Марат әйтмешләй, бер көн булһа ла ябай халыҡ вәкиле булараҡ күңел асаһы килә. Бер көн булһа ла, хакимиәт белгесе вазифаһын иңдәренән алып ташлағы килә. Юҡ, эшенән ялҡмаған ул, әммә яуаплылыҡ тигән төшөнсә бар бит. Һинең һәр аҙымың йәмғиәт хөкөмөндә, алдыңды-артыңды ҡарап йөрөү хәйерлерәк.
Шундай уйҙар менән ул күл яғына боролдо, шул мәл күҙенә кемдер салынды. Күлдең иң бейек ярында ҡыҙ шәүләһе төҫмөрләнде: “Яңғыҙы ни эшләп тора ул ҡыҙ?” Ул кинәт тормозға баҫты, тәгәрмәстәр аҫтынан саң борҡолдо. Айнур йәһәт кенә машинаһынан сыҡты, йәнә ҡыҙ яғына күҙ һалды. Яр юлдан йыраҡ түгел былай, биш минуттан унда буласаҡ. Ул һуҡмаҡ буйлап ҙур аҙымдар менән ярҙың ситендә моңайып ҡарашын офоҡҡа төбәгән (уға шулай тойолдо ниңәлер) ҡыҙға табан атланы.
– Эй, һылыу, бер үҙең бында ни эшләп тораһың?
Үҙенә өндәшкән тауыштан терт итеп ҡалды Һылыу. Ул кинәт артҡа әйләнде, әммә көтөлмәгәнлектән аяҡтары быуынһыҙландымы, әллә ысынлап та табаны тайып киттеме, бер мәлдә ул ҡолай башлағанын һиҙҙе. Әммә тәне ергә төшөп етмәне, көслө егет ҡулдарына эләкте.
– Йә, ипләп, мин һеҙҙе ҡурҡытырға теләмәгәйнем, ғәфү итегеҙ.
Ҡараштар осрашты. Был күҙҙәр, ҡайҙан таныш был йөҙ, был яурындар? Был теге мәл өләсәһенә алҡалар алған мэр улы түгелме? Ошо уйҙар ҡыҙ башынан йәшендәй үтеп китте. Һәм ҡайҙан ул уның исемен белә?
Егет һаҡсыл ғына ҡыҙҙы аяғына баҫтырҙы. Һылыу бары “Рәхмәт!” тип кенә әйтә алды. Уңайһыҙлыҡ бар булмышын яулай башлағанын тойҙо.
– Һеҙҙең менән барыһы ла яҡшымы? Берәй ниндәй ярҙам кәрәкмәйме?
– Юҡ, юҡ, рәхмәт…
– Бындай бейек яр буйында һаҡ булырға кәрәк, ер убылып төшөп китһә…
Был ихтималлыҡты күҙ алдына килтерҙе егет, ахыры, йөҙө тартышып китте.
– Вәғәҙә, мин бүтән улай ҡыланмам...
– Ә ни эшләп бер үҙегеҙ генә?
– Юҡ, мин бер үҙем түгел, дуҫтарым менән.
– Улар ҡайҙа һуң?
– Анау йорт янында!
– Эйеме? Ә ул дуҫтарҙың исеме осраҡлы рәүештә Марат менән Рида түгелме? Мин бит тап шунда китеп барам.
Хәҙер Һылыуға ғәжәпләнергә сират етте. Донъя тар, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, ҡасандыр күҙе төшкән егет менән юлдары тағы киҫешер тигән уй ҙа кергәне юҡ ине башына.
– Тимәк, бына ҡайҙан һеҙ минең исемемде беләһегеҙ? Һылыу, тинегеҙ бит…
– Тимәк, һеҙҙең исемегеҙ ысынлап та Һылыу, мин Марат шаярталыр, тип уйлағайным. Таныш булайыҡ, Айнур!
Егет йылмайҙы, Һылыу йәнә тубыҡтарының быуынһыҙланыуын тойҙо, икенсе тапҡырға егет ҡосағына эләкһә, оят булыр ул. Беренсе тапҡыр осрашмауҙары хаҡында әйтергә юҡмы? Ҡуй, нимәгә? Мэр хәтле мэр улының унда ни эше бар?
– Йә, әйҙәгеҙ, Марат бая уҡ “ҡасан килеп етәһең” тип яҙғылай ине.
Айнур пассажир яғынан ишекте асып Һылыуҙы ултырырға саҡырҙы. “Исеме есеменә тап килеп тора икән!”
Джинсы салбар һәм бер ниндәй һүрәтһеҙ аҡ футболка кейгән, сәстәрен өҫкә төйнәгән бары керфектәренә генә ҡара һөрткән Һылыу һөймәлекле генә күренде. Кисәге Яҙгөл менән сағыштырыу урынһыҙ ҙа булыр, ер менән күк араһы. “Бәй, туҡта, Айнур, был ҡыҙға тәү күреүҙән иғтибарың артығыраҡ түгелме? Һин бит уның кем икәнен, ниндәй икәнен дә белмәйһең...” Әммә ҡарашын шым ғына тәҙрә аша юлды күҙәтеп барған ҡыҙға әле бер, әле ике төшөрҙө. Күңелендә күптән онотолған талпыныу барлыҡҡа килде, был ни ғиллә?
Хужаһының машинаһын күреү менән урынбаҫарҙың ауыҙы йырылды.
– Ну, брат, то есть, Айнур Сәғитович, көттөрөп йөрөйһөң!
Егеттәр ҡул ҡыҫышты. Йорттан Рида йүгереп сыҡты. Пассажир яғынан Һылыуҙың төшөп килгәнен күреү менән шаҡ ҡатты.
– Үәт, сюрприз! Һеҙ танышып өлгөрҙөгөҙмө? Ай-һай, Һылыу, һиңә барыһын да аңлатырға тура киләсәк!
Һылыу әхирәтенең ҡулына, йә етәр тигәндәй аҫылынды.
– Таныш бул, Айнур, был минең Ридам!
– Боже, какой красавчик! – Ҡыҙ Һылыуға мәғәнәле ҡараш ташланы. – Но, Маратик, һин минең өсөн намбер ван, көнләшә күрмә!
Рида шарҡылдап көлөп ебәрҙе, уның артынан барыһы ла көлөштө…
– Таныш булайыҡ, Рида, минең урынбаҫарҙың йөрәген бына кем урлаған икән! Әтеү Рида ла Рида тип ауыҙ һыуы ҡорой…
– Ну, начальник, бәҫемде төшөрмә!
Марат шаяртып, уның яурынына төрттө.
Айнурға күңелле ине бында, бер ниндәй яһалмалылыҡ юҡ, бары ихлас аралашыу ғына. Ул һаман да ситтәрәк баҫып торған Һылыуға күҙ һалды, әхирәте менән ай менән ҡояш кеүек, бер-береһенә оҡшамағандар, әммә үҙ-ара яҡындар, һиҙелә.
– Тәки әйтмәйһегеҙ, һеҙ нисек бергә килеп төштөгөҙ әле…
– Юл ыңғайы ултыртып алды, шул ғына..
– Эйе, тап шулай. Яр буйында йөрөгән ҡыҙҙы күрҙем дә… – Һылыуҙың уға төбәп баш сайҡауын күргәс, Айнур артығын һөйләмәҫкә кәрәклеген аңланы, – һин әйткән Һылыуҙыр тип ултыртып алдым! Йә, Марат, шашлык унда ниндәй хәлдә, иң тәмле шашлык менән һыйлармын тип вәғәҙә иткәйнең түгелме?
Айнур теманы икенсегә бороп, урынбаҫарының яурынынан эләктереп, мангал яғына алып китте.
***
– Айнур Сәғитович! Айнур Сәғитович!
Үҙен саҡырғандарын ишетеп, йәш белгес һиҫкәнеп китте. Кем унда уны татлы хәтирәләрҙән айырып маташа? Атаһының секретары икән.
– Эйе, Әлиә Әмировна!
– Һеҙҙе Сәғит Әсғәтович саҡырта! Шылтыратҡайны, алманығыҙ.
– Ярар, мин хәҙер.
Моғайын, сараға әҙерлек тураһында һорашыр. Яҡынса план төҙөгәйнеләр урынбаҫары менән, теге йәки был эшкә яуаплыларҙы билдәләйһе ҡалды, ҡала йәштәренең волонтер әүҙемселәрен дә йәлеп итергә кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә, төркөмдәрҙә иғлан бирергә ваҡытмы икән? Мэр менән һөйләшеүҙән һуң хәл итер. Айнур өҫтәлдәге кәрәкле ҡағыҙҙарын йыйнаны ла кабинеттан сыҡты.
Сәғит Әсғәтович менән һөйләшеү оҙаҡ булманы, өйҙә лә был хаҡта аралашҡайнылар, шуға теге-йәки был деталдәр хаҡында фекер алыштылар ҙа Айнур Сәғитович үҙ кабинетына ҡайтты. Был урынбаҫар әллә ҡайҙа йөрөй елғыуарланып, эш көнө күптән башланды.
Шылтыратам тип телефонын алғайны, өнһөҙ режимға ҡуйылғанын аңланы. Шуға атаһының шылтыратыуын ишетмәгән инде, Марат та хәбәр ебәргән икән: “Мин музыкаль биҙәүсе янында, репертуар төҙөйбөҙ!” Шулай бит әле, кисә был хаҡта килешкәйнеләр. Ни булды уға ошо көндәрҙә? Аңҡы-тиңкеләнеп тик йөрөй. Уйынан уҙған ял көнө сыҡмай. Күңеле шунда тороп ҡалды, ахыры. Һылыу менән. Бына шулай элекке яралары инде уңалып бөткән ерҙән йәнә ғашиҡ булды инде?
Һылыу… Үҙе ябай, үҙе ябай түгел дә һымаҡ. Ҡараштары уйсан ғына. Һөйләшеүҙә тыйнаҡ күренһә лә, үҙ фекерен матур ғына әйтеп ҡуя белә. Йылмайғанда, битендә һөйкөмлө генә соҡорсоҡтар барлыҡҡа килә. Шул соҡорсоҡтар егетте арбай, уларға ҡағылаһы, хатта үбеп алғыһы килә. Был уйҙарынан егет еңелсә тулҡынланыу һиҙҙе, ҡыҙҙы хәҙерҙән уҡ күргеһе килде, номерын һорап алып, шылтыратып, осрашыу хаҡында килешергәме? Баш тартмаҫ та инде Һылыу, ул көндө бик ихлас аралашҡайнылар төҫлө. Шул көн уйлап ҡуйғайны, ҡайҙа күрҙем әле тип, тик һорарға ҡыйманы. Ә бит ҡыҙ ҙа уның кем икәнлеген белешмәне, бәлки, алдан белгәндер кем икәнен… Мэр улы бит! Уны үҙ ҡыҙҙарына өйләндерергә тырышыусылар байтаҡ. Һаҡ булырға кәрәк, Һылыуға күҙе төшкәнен белеп ҡалһалар, оҡшатмаҫтар ул. Сөнки күптәрҙе кире ҡаҡты, үсләшмәҫтәр тимә… Бына шулай, ғашиҡ булырға ла ярамаймы уға хәҙер? Бәлки, беренсе тапҡыр ул ябай уҡытыусы малайы ғына булаһы килгәндер…
Айнур өҫтәлдәге ҡағыҙҙарын рәтләп һалды, өҫтәл йәшниктәрен ипкә килтерҙе, телефонын бер ҡулға алды, бер һалды, ҡара әле, бөгөн һис эше бармай бит. Күңеле әллә ҡайҙа ашҡына, ҡайҙа булһын инде, шул соҡорсоҡло ҡыҙҙы күрәһе килә инде, Һылыуҙы… Утыҙға етеп барғанда үҫмер һымаҡ үрһәлән инде! Ни урынбаҫары һаман килмәй, юҡ, кабинетта ултырып сыҙап булмаҫ, халыҡ араһына сығырға кәрәк. Сараға йәлеп ителәсәк кешеләр менән һөйләшеп сығырға кәрәк. Айнур өҫтәлдәге асҡыстар бәйләмен, телефонын ҡулға эләктерҙе лә, ултырғыс артында эленеп торған пинжәген йәһәт кейеп, эш урынынан сығып китте.
***
Бына шулай Һылыу ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Тәү күргәндә үк йөрәгенә кереп ҡалды бит, ә бергә бер көн үткәргәндән һуң, уйҙарында тик ул ғына. Ятһа, торһа, ни генә эшләһә лә Айнур хаҡында уйлап тик йөрөй. Уның хаҡында уйлау татлы, рәхәт хистәргә күмә. Ул аңлай, әлбиттә, уның һымаҡ егет хаҡында ул хыял ғына итә ала. Ул кем дә, Һылыу кем? Эйе, улар бик матур аралаштылар, егет итәғәтле, шул уҡ ваҡытта шаян, күптән Һылыу шулай ихлас көлгәне юҡ ине. Бик күңелле шәмбе булды ул көн. Тормошонда иң күркәм көндәрҙең береһе.
Күптән, күптән көтә ине ул ошо хисте. Иҫе китеп ғашиҡ булырын. Һәм яратҡан кешеһе уныҡы булырмы, юҡмы мөһим дә түгел һымаҡ. Уға тап ошо хисте кисереү генә лә, ҡайҙалыр уның күңелен яулаған кешенең булыуы ғына ла бәхетле иткәндәй. Дөрөҫмө икән шулай? Бәлки, түгелдер ҙә.
Һылыу эш урынынан ғына тирә-яҡҡа күҙ һалды, эш көнө аҙағына сауҙа үҙәгендә халыҡ күбәйә торған. Эх, эш көнө ҡасан тамамлана, ҡайтып, пледҡа уранып, Айнур хаҡында хыялдарға бирелеп ятаһы ғына килә. Интернет селтәренән ул егеттең фотоһын да тапты. Сибәр ҙә ул шул тиклем, сәғәттәр буйы шул матур йөҙгә ҡарап ултырыр ине. Ҡара сәстәре әҙерәк бөҙрәләнеп торғандай, ә зәңгәр күҙҙәре төпһөҙ күктәй… Һанай китһәң, егеттең сибәр йөҙө уның өсөн камиллыҡтың өлгөһө һымаҡ.
Шул мәл халыҡ араһынан таныш йөҙ күренде… “Эй, ҡыҙ, хәҙер һиңә һәр тарафта Айнур тойолор инде…” Әммә ысынлап та уға табан хыялындағы егет атлап килә ине. Ҡапыл ғына ҡалтырана башлауын һиҙҙе: “Ниңә ул бында? Әллә …мине күрергә килгәнме? Юҡтыр...” Ҡайҙан ул уның эш урынын белгән, был хаҡта әйтмәгәйне лә. Рида әйттемме икән, һатлыҡ йән! Әллә тәүге тапҡыр күргәне иҫенә төшкәнме икән?.. Ул уйҙарын, хистәрен тынысландырырға тырышты.
– Һылыу, һаумы!
Бына егет ҡаршыһында тора, уның күҙҙәренә туп-тура ҡарап.
– Сәләм, Айнур! Ниндәй яҙмыштар менән?
Егет ҡапыл ғына ыҡ-мыҡ килде. “Һине күрергә килдем!” – тип өсөнсөгә күргән ҡыҙға әйтһә дөрөҫ булырмы, улар бит бары яҡшы таныштар ғына.
– Ээээ… Миңә алтын сылбыр кәрәк ине…
Егет витриналарҙы ҡараштырған кеше булды. Ҡыҙҙың үҙен һағайыбыраҡ тотҡанын һиҙмәне түгел, һиҙҙе. Был, әлбиттә, уның күңелен ҡырғандай итте. Айнурҙы күрергә теләмәйме әллә Һылыу?
– Ә һин нисек минең эшләгән урынды белдең?
Тура бирелгән һорауға яуап бирергә кәрәк бит. Ул витринанан башын күтәрҙе лә ҡыҙға боролдо.
– Беләһеңме, теге көндө үк йөҙөң таныш күренгәйне. Шунан ҡапыл иҫкә төштө өләсәйемә алҡалар алған көн…
Ул тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышты, Һылыуҙың тап ювелир салоны һатыусыһы икәнлеген аңлау менән ул нисек ашҡынып ошо сауҙа үҙәгенә йүгереп килгәнен берәйһе күрһә икән.
– Әәәә… Хәҙер аңлашылды. Сылбыр һайларға ярҙам итәйемме? Кемгә һайлайһың? Яратҡан ҡыҙыңамы?
Һылыу, артығыраҡ ысҡындырғанын аңлап, телен тешләне. Әммә ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы.
– Юҡ, юҡ, юҡ…
Айнур үҙен эҫе табаға эләккән балыҡтай тойҙо. Бер кем янында ла ул әлегеләй уңайһыҙлыҡ кисергәне юҡ төҫлө. Бер уйлаһаң, был яңы тойғолар уны, нисек сәйер күренмәһен, шатландырғандай һымаҡ. Уның бер ҡалыпҡа һалынған донъяһын күптән аҫтын-өҫтөн әйләндерергә кәрәк ине түгелме? Шуға ла ул белгән бер ҡыҙға ла оҡшамаған Һылыу уны ныҡ ылыҡтыра. Ләкин ысын хистәрен асмай күпме түҙергә мөмкин? Һөйөүҙә ҡағиҙәләр булыуы дөрөҫмө? “Мин ғашиҡ!” тип бар тирә-яҡҡа белдерәһе килә, әммә ул нисек кенә үҙенең кем икәнен онота ала. Тәүҙә уҡытыусы, мәктәп директоры, хәҙер бына мэр улы. Бәләкәйҙән уңа алдын-артын ҡарап йөрөргә, атаһының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә ярамағанлығын төшөндөрөп үҫтерҙеләр. Атаһы-әсәһе төрлө шартлылыҡтарҙан азат төҫлө лә, әммә…
– Айнур, минең эш көнөм тиҙҙән бөтә, йәһәтерәк бул. Арыным бөгөн, тиҙерәк өйгә ҡайтҡым килә.
– Ә, шулаймы, ярай, бик ашығыс түгел, бүтән көн һайлармын. Ней, ыммм, бәлки, үҙеңде алып барып ҡуйырға рөхсәт итерһең…
Был ҡыйыу яңғыраны, ләкин егет булараҡ инициатива күрһәтмәйенсә булмай бит.
– Әллә инде, ваҡытыңды алмаһам, була, әлбиттә. – Ризалашты ла ҡуйҙы ҡыҙ һәм Айнурға тип сығарған биҙәүестәрҙе урынына ҡуя башланы.
Айнурҙың ҡараштары еңеүле балҡыны. Теләге ҡабул булды бит! Ул ипләп кенә витрина артында мәж килгән Һылыуға күҙ һалды, бөгөн ҡыҙ сәстәрен йыймағайны, арттан ғына заколка менән эләктергән, тыңлауһыҙ бер-ике өлтөк кенә сикәләренә төшкән. Яратҡан матур була, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, Һылыу егеткә иң һылыуҙарҙың береһе булып күренде. Ләкин ул һәр осраҡлы егет артынан китерҙәй тойолмай, ләкин Айнур осраҡлы егет түгел дә. Хәйер, кем белә ҡыҙҙың ни уйлағанын. Сабыр ғына эш урынында мәж килгәнен һылыуҙы күҙәтте.
Бер аҙҙан улар сауҙа үҙәгенән сығып киттеләр.
Һылыу ут менән уйнағанын белә, әммә хистәренә ҡаршы барыр әмәл тапмай, йөрәгендә быуылып торған ташҡындай бар кәртәләрҙе емереп бара: Айнурҙың да уға табан ыңғайлағанын һиҙмәй түгел, һиҙә әммә статусын иҫтә тотоп ҡына ул үҙенә тыйыу яһағайны. Ярай, ни яҙған шул булыр. Мәңге ҡурҡып, бар нәмәнән өркөп йәшәп булмай бит инде. Бәлки, ғишыҡтары бер-ике осрашыуҙан ары уҙмәҫ, ә инде… уҙһа, тимәк, яҙмыш уларҙы ҡауыштырҙы, тип хәл ҡылырға ҡала. Ул фаталист түгел дә түгеллеген, әммә төрлө ихтималлыҡтар менән баш ҡатыраһы килмәй. Киске ҡала буйлап Айнур менән икәүҙән-икәү генә машинала елдереү ҙә шул хәтлем иҫ киткес илерткес тойғоларға күмә. Был мәлдең мәңгелек булыуын теләй. Әммә ана инде ул торған ятаҡ, улар хатта аралашып та өлгөрмәнеләр, шулай ваҡ-төйәк буш хәбәр генә алмаштылар. Бына машина туҡтаны, Һылыу сумкаһын рәтләп ҡулдарына алды ла ишек тотҡаһына үрелде…
– Йә ярай, рәхмәт, Айнур… Күрешер…
– Һылыу… Ә һин ҡайтырға ныҡ ашығаһыңмы? Шундай матур кис, бәлки, аралашып алырбыҙ. Һине шул хәтлем күргем килгәйне...
Уларҙың ҡараштары осрашты, егеттең күҙҙәрендә ялбарыу шәйләне Һылыу, белмәмешкә һалышыу дөрөҫмө?
– Һин дә… Һин дә миңә бик оҡшайһың, Айнур!
Һылыу үҙ ҡыйыулығына үҙе аптыраны, әммә йөрәге күкрәгенән сығып ҡасырҙай, күпме ысын хистәрен йәшерергә мөмкин! Ул бит бала саға түгел хәҙер, өнһөҙ генә һөйөү утында быҫҡып ятырға! Янғас, әйҙә бар донъяны яҡтыртып янһын һөйөүе! Шуға ғына лайығы барҙыр!
Айнур ҙа, ахыры, тойғоларының баҫымына сыҙай алманы, үҙенә тартты ла ҡыҙҙың ирендәренә үрелде.
Эх, ошо татлы мәл! Ике кешене яҡынайтҡан, ике булмышты бер бөтөн иткән мәл! Ике йөрәкте унисон типтергән, ике яңғыҙ күңелде берләштергән мәл!
Иң беренсе Һылыу телгә килде:
– Ҡыйыуһың да, берәйһе күреп ҡалһа, етмәһә, ятаҡ янында…
Ул, алһыуланған сикәләрен йәшерергә теләгәндәй, ҡараштарын аҫҡа эйҙе.
– Күрһә, беҙ енәйәт ҡылмайбыҙ ҙа… Үҙең һин ҡыйыу, аҡылымдан яҙҙырырлыҡһың бит… Һинең менән танышҡандан бирле уйҙарымдан сыҡмайһың…
– Ярай, мин ҡайтайым инде…
– Һин ысынмы, бар булмышымды албырғыттың да хәҙер ҡасмаҡсыһыңмы? Ебәрмәйем, тағы әҙерәк ултыр минең менән… Ошо соҡорсоҡтарыңды һағындым да…
Айнур Һылыуҙың битендәге уймаҡтарға бармағы менән ҡағылды.
– Ярай һуң, тик әйҙә был тирәнән китәйек.
Айнур килештек тигәндәй асҡысын борҙо, тимер ат йәһәт кенә урынынан ҡуҙғалып китте.
Кире әйләнеп килгәндә ҡараңғы төшкәйне инде, ҡала янындағы йылға буйында төҙөкләндерелгән яр ситендәге эскәмйәлә ултырып алдылар, йәйәү ҙә йөрөп сыҡтылар, һөйләшеп танһыҡтары ҡанманы. Кеше күҙенә салынғылары килмәне, шуға аулағыраҡ урындарҙы һайланылар. Бәхет бит ҡысҡырғанды үҙ итмәй. Мөхәббәтле мәлдәре менән икәүҙән икәү генә бүлешергә теләүҙәре тәбиғи.
Һәм бына айырылышырға ваҡыт. Айнурҙың ҡосағында рәхәт. Әммә Рида юғалтҡандыр инде, баянан бирле смс-тар ебәрә, шылтырата…
– Йә, ярай, мин керәйем инде.
– Йә, тағы бер нисә минут…
– Айнур, иртәгәһе көн бар бит әле…
– Иртәгә бит әле тыумаған, ә мин бөгөнгөм менән туймағанмын…
– Миңә иртәгә эшкә…
– Миңә лә…
– Шулай булғас, хушлашайыҡ! Иртәгә күрешербеҙ!
– Вәғәҙә?
– Вәғәҙә!
Айнур эйелеп ҡыҙҙың ирендәренә еңелсә ҡағылды ла, ниһайәт, ҡыҙҙы ҡосағынан ысҡындырҙы. Һылыу ятаҡ ишеге артында юғалғас ҡына, машинаһын тоҡандырҙы. Шулай ҙа ниндәй күркәм кис бөгөн, тик иртәгәге кис тағы ла күркәмерәк, сөнки ул иртәгә йәнә Һылыуҙы күрәсәк! Айнур күктәге айға ҡарап йылмайҙы: “Ерҙә тағы бер һөйөү яралды, ә һин шаһит бул!”
***
Яҙгөл Айнур менән һуңғы осрашыуҙан арыу ғына асыуланып ҡайтҡайны. Кем ул хәтлем, бер егет аҡтығы! Кикерегеңде шиңдерер әмәл тапмаҫ тип уйлайһыңмы? Исеме Яҙгөл булмаһын! Ул Айнурҙың иманын нисек уҡытырға? Нисәнсе көн шул хаҡта баш вата… “Минеке булырға теләмәгәс, үпкәләмә! Мин һине юҡ итәсәкмен! Мэр улы, имеш! Ҡарарбыҙ әле, оҙаҡ йөрөрһөңмө маһайып, атайың менән ҡушарлап!”
Яҙгөл карауатында ултырған килеш иҙәндәге тәпешкәләрен ары тибеп осорҙо. Улары икеһе ике яҡҡа барып төштө. Унан ғына асыуы ҡанманы ҡыҙҙың. Ул лап-лоп баҫып һеңлеһенең бүлмәһенә юлланды.
– Айгөл! Айгөл, тим!
Ҡараңғыла музыка тыңлап ятҡан Айгөл кинәт һикереп торҙо.
– Нимә, нимә булды! Ниңә шул хәтлем ҡысҡыраң, атай-әсәйҙәр ишетһә, ирешерҙәр тағы. Юҡтан ғына әрләнәһе килмәй ҙә...
– Эй, пофиг…
– Йә, нимә булды, төнгә ҡарай енләнеп йөрөйһөң?
Айгөл ут ҡабыҙҙы. Апаһының эргәһенә барып ултырҙы.
– Йә, инәлтмә, һөйлә.
– Һиңә һөйләүҙән ни файҙа, ни ярҙамың тиер?
– Кем белә, һин әйтеп ҡара, нимә һине шул хәтлем асыуландырҙы.
– Кем булһын, шул Айнур инде.
– Элгәре көн бергә киткәйнегеҙ ҙә. Мине ҡыуып ебәрҙегеҙ ҙә… Эшегеҙ бешкән, тип уйлағайным.
– Бешер һиңә!
– Эй, ярай ҙа. Егеттәр күп, ана Ришат тигән күрше егет үткән һайын һеләгәйен ағыҙып ҡала. Атаһы ресторан хужаһы.
– Фу, миллионер булһа ла, уға ҡараясаҡ түгелмен… Ундайҙар һинең менән ҡол һымаҡ ҡулланырға теләй, әсәһен күргәнең юҡмы, атаһының хеҙмәтсеһе бер… Ә миңә тик батшабикә роле генә тап килә!
– Ну, ярай, икенсе егеттәр менән таныш…
– Танышырмын да ул, ләкин тәүҙә Айнурҙы аҡылға ултыртырға кәрәк.
– Ә, бәлки, кәрәкмәйҙер? Үҙеңә зыян тейһә, бәләһенән баш аяҡ.
– Юҡ, мин быны бер нисек тә шул көйө ҡалдыра алмайым. Үсемде алмайынса тыныслыҡ таба алмам. Уның һымаҡтар иң беренсе нимә ҡайғырта, йә, әйт әле?..
– Әллә инде...
– Әй, наҙан, уларға иң мөһиме репутация! Тимәк, репутацияларын боҙорға кәрәк!
– Ә нисек, бәйләнерлек сәбәп бармы?
– Булмаһа, булдырабыҙ. Тиҙҙән Йәштәр көнө, идеаль ваҡиға, берәй фашлар видеояҙма әҙерләргә мөмкин. Бер нисә көн ҡалды.
Яҙгөл ҡаштарын йыйырып уйға ҡалды. Нимә генә уйлап сығарырға икән? Бер-ике көн күҙәтмәйенсә булмаҫ: ҡайҙа бара, кем менән күрешә? Моғайын да, берәй нимә белер, мэр һәм уның улының исемдәренә тап төшөрөрҙәй. Һәм видеорегистраторын ҡулға эләктерергә кәрәк, уның ике камералы регистратор, бер юлы салон эсен дә төшөрөргә һәләтле, унда, бәлки, файҙалы булырҙай әйбер табылыр.
– Тыңла, Айгөл, һиңә мөһим эш ҡушам: һин теләһә нисек Айнурҙың машинаһынан видеорегистраторҙы ҡулға эләктерергә тейешһең. Нисек икәнен үҙең уйла!
– Ну, апай, минһеҙ генә булмаймы? Мин ҡурҡам, минең ҡулдан килеп сыҡмаҫ ул.
– Юҡ, килеп сығасаҡ, миңә ул һағайып ҡарай, ә һине хәүефһеҙ тип һанай, шуға машинаһын яңғыҙ ҡалдырған мәлде һайла ла видеорегистраторын алмаштыр. Тап шулай итергә кәрәк. Былай урлап ҡасһаң, тиҙ эҙгә баҫасаҡ. Марка һәм моделен белергә кәрәк тәүҙә, шунан алмаштырырға.
Иртәгә, һылтау табып, машинаһына эләк, мәҫәлән, апайым алҡаһын юғалтҡан, йәнәһе, шул ваҡыт ниндәй видеорегистратор тора, күҙ һал.
– Ярай һуң. Апай, һуң инде, әйҙә йоҡларға ятайыҡ.
– Йә, ярай. Ҡара һиндә бар өмөт.
– Ярай, тинем бит…
Яҙгөл бүлмәләге утты һүндерҙе лә сығып китте.
***
...Кеше яратыу һәм яратылыу өсөн яралтылған. Донъяға килгәндән бирле ошо ихтыяж уны йәшәтә. Тәүҙә сабый әсәһе-атаһының яратыуына мохтаж, тап ошо – уның камил үҫеүендә төп нигеҙ. Үҫмер саҡта әйләнә-тирәләгеләрҙең нисек ҡабул итеүе борсой башлай – башҡаларҙың һөйөүенә һин лайыҡмы-юҡмы, коллективта ниндәй урын һиңә лайыҡ, ә инде артабан икенсе яртыңды эҙләп тапҡы килә.
Ни өсөн шулай икән? Ни өсөн кеше яңғыҙ ғына, яратмай-яратылмай ғына бәхетле була алмай? Был хаҡта күп уйлағаны бар Айнурҙың, атаһы-әсәһе былай татыу ғына йәшәйҙәр төҫлө, ҡасан ғына ҡарама, сөкөрҙәшеп тик йөрөйҙәр, атаһы дәрәжәле урындарҙа эшләһә лә, өйҙә ябай, тыңлаусан, әсәһенең һүҙенән сыҡмаған ир затына әйләнә лә ҡуя. Ә бына эштә ул талапсан етәксе, уның һүҙенән күптәр уҙа алмай. Ҡайҙалыр уҡығайны, ир кеше эштә арыҫландай, өйҙә һарыҡтай булырға тейеш, тип.
Бер уйлаһаң, аҡыл бар был һүҙҙәрҙә, өйҙә түгел, эш урынында үҙеңдең кем икәнлегеңде иҫбатларға кәрәк, ә яратҡан кешең янында был кәрәкме? Бына, мәҫәлән, ул Һылыуҙың ауыҙына ҡарап ҡына торорға риза. Әлбиттә, ул аңлай, кәнфитле-букетлы период ул иң татлы осор, гормондар ҡорбанына әйләнәһең. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мөхәббәт ул күркәм хис, һәм яҙмыш һиңә шундай бүләк яһай икән, рәхмәтле булырға кәрәктер. Ә ул яҙмышында Һылыуҙың пәйҙә булыуына шул хәтлем рәхмәтле!
Был ҡыҙҙа уға бар нәмә оҡшай: тышҡы тотанаҡлығы, тыйнаҡлығы артында ҡыйыу хисле, тура һүҙле булмыш йәшеренгән. Тик бына ғаиләһе хаҡында бик һөйләгеһе килмәй, элгәре көн һүҙ ҡуҙғатҡайны ла, теманы икенсегә борҙо. Ярай, ихтыяры, бер уйлаһаң, үҙ-ара яҡынлыҡ тойһалар ҙа, бер-ике күргән кешегә бөтә асылыңды асып биреп булмайҙыр ҙа. Иң мөһиме: улар бер-береһенә оҡшайҙар, кфекерҙәре тап килә. Үҙ алдына йәнә йылмайып ҡуйҙы Айнур.
– Эй, Айнур Сәғитович, килгәндән бирле үҙ алдыңа йылмайып тик ултыраһың? Ғашиҡ булдыңмы әллә? Рида әйтә ине, Һылыу һуңғы арала эштән һуң ҡайта тип… Бәлки, һеҙҙең арала ниҙер барҙыр, ә?
Урынбаҫарының был һүҙҙәренә бары йылмайҙы Айнур:
– Бәлки, барҙыр…
– Һин... что ысынлапмы? Мин шаяртып ҡына әйткәйнем дә..
Марат хатта урынынан һикереп торҙо. Айнурҙың янына килеп уға табан эйелде.
– Ысын, осрашаһығыҙмы?
Айнур бары йылмайыуын дауам итте.
– Ҡара, иҫәр һымаҡ, ауыҙ йырып тик ултыра бит әле. Ҡайҙа минең етди, ҡырыҫ йөҙлө хужам? Һылыуҙы шелтәләмәй булмаҫ!
– Маташып ҡара!
– Фсе-фсе, шаяртам бит, берәүҙең ҡыҙы бар… Минең дә бар ул, минең был йәһәттән стаж да күберәк, кәңәш кәрәкһә, өндәш…
– Марат!
– Уф, шунан, вообще чувство юмора юҡ что ли?
Айнур Сәғитович ғәҙәти хәленә ҡайтҡайны инде, иртәгә бит Йәштәр көнө уҙғарыласаҡ. Һуңғы нюанстарҙы дөрөҫләп сығырға ғына ҡалды. Социаль селтәргә һалған афиша ғына ла ажиотаж тыуҙырҙы, йәштәр түгел, урта йәштәгеләр ҙә идеяны хуплап сыҡтылар. Бик күркәм сара булырҙай иртәгә, халыҡ күп йыйылмаҡсы майҙандағы дискотекаға, хәүефһеҙлек темаһын ныҡлы ҡайғыртырға кәрәк. Ярай, алкоголь һатыу тыйыла хәҙер. Шулай ҙа теге-йәки был хәл булмаҫ тимә.
***
– Һин миңә оҡшайһың, тип әйттеңме? Во даешь! Һылыу, в тихом омуте черти водятся, тиҙәр! Ә ул.. тотто ла үптеме һине, эйеме? Иҫ китерлек! Маратҡа мин үҙемә дүртенсе осрашыуҙа ғына ҡағылырға рөхсәт иттемсе…
Һылыу бите ҡыҙарыуын тойҙо.
– Ҡара-ҡара, хәҙер оялып ултырған була, тәүге көндө егет менән үбешергә һис тә тартынмаған…
– Ну, Рида, етәр, әтеү бүтән бер ниҙә һөйләмәйем.
– Үпкәләмә инде, Һылыу, мин, киреһенсә, шул тиклем шатмын һинең өсөн. Валлаһи, теге көн һеҙ танышҡан көндө үк икегеҙҙең арағыҙҙа ниҙер булыр төҫлө ине.
– Һинең күрәҙәсе икәнлегеңде белмәй инем, әй?
– Юҡ, күрәҙәсе булыуҙа түгел эш, эске тойомлау…
Һылыу уйға ҡалды. Ул тик шуны белә: һөйөү өлкәһендә һис бер нәмәгә ышаныс юҡ. Идеаль мөхәббәт ул романтик әкиәттәрҙә генә осрай: улар осраштылар, өйләнештеләр, татыу йәшәнеләр һәм бер көндө үлделәр. Ысынбарлыҡта ундай һөйөү бәлки барҙыр, ләкин ул тап иткәне юҡ. Ҡыҙ телефонында соҡоноп ултырған әхирәтенә өндәште:
– Дөрөҫөн әйткәндә, ҡалай, нисек осрашҡанбыҙ, уныһы мөһим дә түгелдер һәм бергә булырбыҙмы-юҡмы уныһы ла әһәмиәтһеҙ… Әлеге мәлдә беҙ бергә, миңә шул етә…
– Ну һин пессимист, Һылыу!
– Юҡ, мин, бары реалист. Миңә бөгөнгө көн генә мөһим.
– Улай уҡ донъяға ышанысыңды юғалтҡанһыңдыр тип уйламағайным.
Рида, күңеле нескәреп, Һылыуға яҡынайып, арҡаһынан ҡосаҡланы.
Һылыу бер ни өндәшмәне, ә бары тик башын Риданың яурынына һалды. Шулай бер нисә минут ултырғандарҙыр, кинәт Һылыуҙың телефоны тауыш бирҙе. Ҡулына алып ҡараһа, Айнурҙан хәбәр килгән икән. “Бөгөн бушамайым, иртәгә майҙанда көтәм, мотлаҡ кил, йәме!“
– Ҡайҙа, ҡайҙа, миңә күрһәт әле, Айнурың нимә яҙған? – Рида ҡыҙыҡһынып экранға төбәлде, шунан Һылыуға күҙ һалды. – Ҡара әле, битең алһыуланып киткән түгелме? Һылыу, һин шулай ҙа ҡаршылыҡлы әҙәм...
– Рида, минең өсөн был хис яңы бит, шуға ни эшләгәнемде үҙем дә аңламаған төҫлөмөн...
– Бына шулай ул мөхәббәт тигәндәре... – Рида, уға хас булмағанса, уйсан төҫ алды. – Мин ышанам, беҙ бәхетле буласаҡбыҙ, ә һин ышанаһыңмы?
– Бик ышанғы килә, Рида, ысын, ышанғым килә!
– Ә һин ышан, бар шиктәреңде ырғыт та ышан, һинең бәхеткә хаҡың бар!
Рида йәнә әхирәтен ҡосаҡланы, рәхәт ине уларға шулай, бер-береһенә терәк һәм иптәш була алыуҙары үҙе бер бәхет икәнлеген аңлайҙар ине.
Айнур хакимиәт бинаһынан һуң ғына сыҡты. Эх, бөгөн Һылыу менән осрашырға ла мөмкинлек юҡ, иртәгәге сараға әҙерлекте ҡабаттан тикшереп сығырға кәрәк, эш көнө бөтһә лә, өйгә ҡайтырға йыйынмай әле. Ярай, Мараты бөтмөр, сарала ҡатнашасаҡ һәр кемгә шәхсән шылтыратып сыҡты. Отличник синдромымы икән, һәр эшенә үтә яуаплы ҡараған төҫлө Айнур. Бер уйлаһаң, шулай булырға тейеш түгелме? Атаһы мэр булғас, икеләтә талапсан булырға тура килә шул. Ярай, беренсе үткәргән сараһы түгел, тегеләй-былай хаталар килеп сыҡһа, юл ыңғайы хәл итербеҙ инде.
Ул машина асҡысына баҫты ла, уныһы тауыш бирҙе. Консерва банкаһындағы шпрот балыҡтары ише тыңҡысланып ултырған машиналар араһында таныш тойолған силуэт шәйләне. Яҙгөл генә булмаһын! Теге көн асыҡ ҡына үҙ мөнәсәбәтен белдерһә лә, ул ҡыҙҙан еңел генә ҡотолорҙай түгел. Һуңғы арала үҙен белгертмәһә, берәй сюрприз яһар тигән шик юҡ түгел. Һылыу менән икеһенең араһына бер ниндәй ҡаза ғына керә күрмәһен! Машинаға яҡынайған һайын, хатта ҡалтырана башланы. Кит инде, ниндәйҙер ҡыҙҙан шулай ҡурҡһын әле! Яҙгөлмө? Шул арала тәҙрә аша ниҙер ҡарап маташҡан ҡыҙ уның яғына әйләнде: ул тыныс һулап ҡуйҙы, юҡ, Яҙгөл түгел. Һеңлеһе Айгөл бары. Айгөл булһа, ҡурҡыныс түгел. Шулай ҙа ни эшләп уның машинаһы янында урала? Тиккә түгелдер. Апаһының йомошо буйынса йөрөйҙөр әле.
Уны күргәс, ҡыҙ ихлас йылмайған кеше булды.
– Айнур ағай, һине көтөп-көтөк булдым. Эш ҡорто икәнһең дә? Йәштәр көнөнә әҙерләнәһеңдер, эйе бит?
– Сәләм, Айгөл, эйе, мәшәҡәтле мәлдә һин ниндәй елдәр менән? Ҡара, апайың ебәрһә, һөйләшеп тә тормайым, үҙ юлыңда булырға тура килер.
Айнур бындай стилдә һөйләшергә өйрәнмәгән, шулай ҙа, Яҙгөлдө уйлаһа, һарыуы ҡайнай башлай, шуға үҙен тыя алманы…
– Айнур ағай, минең ни ғәйебем бар, минең менән ниңә улай тупаҫ һөйләшәһең…
Ҡыҙҙың күҙҙәре сыланды. Айнур артығын ысҡындарғанын самаланы, ахыры. Үҙен ғәйепле тойҙо.
– Ярай, ғәфү ит, Айгөл. Ауыр көн булды бөгөн. Әйҙә, өйөңә алып барып ҡуям. Юл ыңғайы һөйләрһең йомошоңдо.
Ҡапыл килеп сыҡҡан эш мәшәҡәт тыуҙырһа ла, ун биш минут бер ни хәл итмәҫ әле.
Айнур ҡыҙға ишеген асты ла ултырырға саҡырҙы. Һаман да мышҡылдауынан туҡтамаған ҡыҙ моратына ирешкән кешеләй, йылп итеп алғы урынға ултырҙы.
– Шунан, Айгөл, хәлдәр нисек? Ун берҙе бөттөң түгелме быйыл? ЕГЭ тапшырҙыңмы?
– Тапшырҙым шунда. Әсәй һәр бер предметтан репетитор ялланы. Арыным шул хәтлем!
– Ә ҡайҙа документтарыңды бирҙең?
– Минең кейем дизайнеры булғым килә. Ә әсәйем стоматологҡа бирҙертте, ҡайҙандыр маҡсатлы путевка алған, йәнәһе лә, улар аҡса күп эшләй. Клиника асып ебәрерһең, ти. Ә минең бөтөнләй кешеләрҙең бысраҡ ауыҙында соҡонаһым килмәй.
– Әсәйең менән һөйләшеп ҡара һуң тағы ла.
– Юҡ, тыңларға ла теләмәй. Ана, апайыңды ыңғайына тороп, ландшафтный дизайнерға уҡытып сығарҙың, хәҙер эшһеҙ йөрөй, ти. Апайым да алған һөнәре буйынса эшләргә теләмәй, мин эшләргә йыйынмайым, иң мөһиме – һәйбәт ир табырға, ти.
Быныһына нимә әйтергә лә белмәне Айнур. Кеше ғаиләһенең әтнәкәләренә төшөнөргә теләге лә юҡ. Был уға ҡағылмай бит, шулай ҙа әсәһенең амбицияларының ҡорбанына әйләнгән Айгөл йәл булып китте.
– Ә атайың нимә ти?
– Ул нимә тиһен. Беҙҙең өйҙә һәр нәмәне әсәй хәл итә.
Шулай тине лә ҡыҙ смартфонына текәлде. Кемгәлер смс йыйып ебәрҙе һәм көҙгөгә үрелде лә ҡапыл видеорегистраторҙы бәреп төшөрҙө. Айнур был көтөлмәгәнлектән тертләп китте.
– Уй, Айнур ағай, ғәфү ит инде. Шул хәтлем кәкре ҡулмын…
– Ярай, ҡурҡыныс түгел, урынына ҡуйып була ул. Бардачокка һал әле, – тип Айгөлгә регистраторын һуҙҙы.
– Ватылдымы икән. Ҡайҙа, ниндәй маркалы? һатып алып бирермен.
– Юҡ, әйттем бит, борсолма.
Шулай ҙа ҡыҙ, ай-вайға ҡарамай фотоға төшөрөргә булды.
Ҡала ситендәге ике ҡатлы ҡыҙыл кирбестән һалынған коттедж янына туҡтаны Айнур. Шул арала булмай семәрле тимер ҡапҡанан Айгөлдөң әсәһе Гөлсимә Мәҡсүтовна күренде.
Шул ғына етмәгәйне...
– Айнур улым, һаумы, рәхмәт инде Айгөлдө ҡайтарып ҡуйғаныңа, һине ялҡытҡандыр инде…
Сығып күрешергә мәжбүр булды егет. Ул арала Айгөл йылп итеп сыҡты, хушлашмай ҙа ҡапҡа артында юғалды. Әсәһе әрләр тип ҡурҡтымы?
– Ашығаһыңмы? Әйҙә сәй эсеп сыҡ.
– Рәхмәт, Гөлсимә Мәҡсүтовна, иртәгә бит Йәштәр көнө, әҙерлек менән мәшғүлмен.
– Йә, инде инәлтмә, бер егерме минут ултырып сыҡ. Батырға ла ял кәрәк.
Айнур үҙен йылан ҡулсаһына эләккән һымаҡ тойҙо. Шулай ҙа ныҡлы ҡаршы торорға булды.
– Юҡ, булдыра алмайым, ғәфү итегеҙ, мине көтәләр.
Гөлсимә Мәҡсүтовнаның йөҙөнә күләгә төштө.
– Ярай инде, эш кешеһен тотҡарлай алмайбыҙ. Ләкин ял көнөндә килеп сығырға вәғәҙә бир.
– Әлбиттә, бушаһам, мотлаҡ килеп сығырмын.
Айнур, ниһайәт, машинаһына кереп ултырҙы. Бынан тиҙерәк ҡасырға кәрәк. Был урында уның тыны тарыға.
“Тәмле төштәр, Һылыуым! Ғәфү ит кисә һис бушаманым, һиңә яҙырға ла мөмкинлек булманы, үпкәләй күрмә, йәме! Шул хәтлем һине һағындым!”
Айнурҙан килгән һәр смс Һылыуҙы шул тиклем тулҡынландыра. Шундай сибәр, аҡыллы егеттән һөйөү хәбәрҙәре алыу кемдең башын әйләндермәҫ? Ипләп кенә телефонын күкрәгенә ҡыҫты: әйтерһең дә, ҡәҙерлеһе шунда кереп йәшеренгән.
Ҡапыл юрғаны асылып китте, Риданың ағарған йөҙө күренде.
– Һылыу, ни эшләргә? Иртәгәг костюм кәрәк тә. 90-сы йылдар стилендә.
– Ә был мотлаҡмы?
– Әлбиттә! Егетең тырышып үткәргән сара бит! Нисек быны игнорировать итергә була!
– Әйҙә иртәгә уйларбыҙ, йәме.
– Әсәйгә шылтыратам әле, уның кейемдәре һаҡланманымы икән?
Рида кире урынына барып ятты. Һылыу телефонын ҡосаҡлаған килеш ята торғас, әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
***
Айгөлдөң йөрәге дарҫлап тибә: апаһының күңелен күрәм тип, ул хәҙер бурға әйләнде. Яҙгөл генә кинәнесен йәшермәне: пьедесталынан төшөрәм мин уны тип, кис буйы видеоларҙы ҡарап ултырҙы.
– Ҡурҡма, Айгөл! Башыңды иҫәргә һал да ҡуй. Яңылыш сумкаға тыҡҡанмын,тиң. Бына хәҙер смс ебәр. Как будто ты ни при чем. Әлбиттә, ул аҙаҡтан аңлар бушҡа түгел икәнен, әммә бар яуаплылыҡты мин үҙ өҫтөмә алсаҡмын, ҡайғырма.
Был һүҙҙәрҙән һуң Айгөл тынысланғандай итте.
– Яҙгөл, ә быны эшләү мотлаҡмы, Айнурҙан башҡа егеттәр бөткәнме?
– Мин һиңә бер әйттем бит, эш унда түгел, егет табылыр ул, унан да затлырағы табылыр, әммә Айнурҙың кикереген шиңдерергә мин бурыслымын. Үҙен әллә кемгә ҡуя!
Апаһы менән бәхәсләшеү урынһыҙ инде, ул берәр маҡсат ҡуйһа, ирешә торған. Шулай был авантюраның нимә менә бөтөрө билдәһеҙ. Үҙҙәре зыян күрмәһә ярай ҙа.
Нимәһенәлер ҡәнәғәт ҡытҡылдай-ҡытҡылдай Яҙгөл төн уртаһына тиклем ултырҙы. Иртәгә ул үс аласаҡ.
***
Һылыуҙың эшенән бөгөн эшенән иртәрәк китергә ине иҫәбе. Быға тиклем ял алғаны булмағас, хужаһының риза булырына өмөт итә ине. Бәлки, кисә үк белешергә кәрәк булғандыр, рөхсәт итмәһә, ни эшләр инде. Етмәһә, костюм әҙерләмәгән.
– Ниңә моңайып тораһың, Һылыуҡай?
Үҙ уйҙарына бирелеп тороп, ул Әсмә Әнүровнаның килеп кергәнен һиҙмәне.
– Тағы берәр хәл булдымы әллә?
– Әсмә Әнүровна, бөгөн алдараҡ китергә ине лә, рөхсәт итерһегеҙме икән?
– Тап бөгөн кәрәкме? Йәштәр байрамына бармаҡсыһыңмы?
– Эйе, ә һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ?
– Һуң, ни өсөн белмәҫкә, бар ерҙә шуны һөйләйҙәр… Ярай мин ҡаршы түгел, барып күңел асып ҡайт, йәшлек бер генә бит. Эх ҡайҙа минең йәш саҡтар!
– Туҡһанынсы йылдарға бағышланған тип ишеткәйнем, костюмың бармы?
– Юҡ, мин былай ғына барам… Ошолай барһам ярамаймы?
– Юҡ, әлбиттә, ярамай. Әйҙә, киттек! Мин бит туҡһанынсы йылдар балаһы, һандығымда әйберҙәр күп.
Әсмә Әнүровна Һылыуҙы ҡулынан еткәләп алды ла, салонды бикләп, эскалаторҙан алып төшөп китте.
Һылыу майҙанға килеп еткәндә, байрам инде башланғайны. Риданы табырға кәрәк. Моғайын, сәхнә тирәһендәлер. Шылтыратһаң, ишетмәҫ ул, смс-ка ебәрергә булды. Бер аҙҙан Риданан, сәхнәнең уң яғына кил, тигән яуап килде.
Майҙан буйлап, ретройырҙар, яңғырай. Әсәһе тере булғанда, ул көйҙәрҙе йыш тыңлағаны бар ине Һылыуҙың. Был хаҡта иҫенә төшөргәс, күңеле тулып китте. Эх, йәш кенә көйө китеп барҙы шул... Тере булһа, ошо байрамға икәүләшеп килерҙәр ине. Әсәһенең яратҡан йырҙарын икәүләшеп тыңларҙар ине. Тик әсәһе юҡ инде. Атаһы ла иҫәпкә бар һанға юҡ. Яҙмыштың ғәҙелһеҙлегенә зарланырға мөмкин булыр ине лә, ләкин үҙен һис кенә лә ҡорбан хәлендә күргеһе килмәй Һылыуҙың. Тормош дауам итә, илап ултырырға ваҡыт юҡ. Ул ышана, әсәһе уны күктән күҙәтә. Ул ҡыҙының матур һәм бәхетле ғүмер кисереүен теләйҙер.
Шуға ла Һылыу һис бер нигә ҡарамай бәхетле булырға йыйына. Бәлки, тормош уға тағы һынауҙар ҡуйыр: әммә ул көслө булырға тейеш. Айнурҙы осратыуын ул яҙмыш бүләге һымаҡ ҡабул итә. Әммә күңелендә ниндәйҙер шом бар. Улар бергә була алырҙармы? Икеһе ике донъянан бит! Бәлки, уның хистәренә ыңғайлап яңылышҡандыр? Ярай, ни булһа ла булыр. Әлегә барыһы ла һәйбәт бит, шуға әлеге мәлдәге бәхете менән кинәнергә кәрәктер. Һылыу майҙанға эркелгән халыҡ араһынан ипләп кенә сәхнәгә табан атланы.
Айнур бушамайҙыр инде, шуға ла Һылыу уға өндәшмәне бында икәнлеген. Бушаһа, моғайын, үҙе яҙыр әле. Сәхнә янына еткәс, ул Риданы эҙләне. Бер аҙҙан таныш ат ҡойроғон күреп ҡалды. Рида уны көтә ине, ахыры, алан-йолан күҙ йүгертә. Ниһайәт, әхирәте уны шәйләп ҡалды. Ҡул болғаны.
– Эй, көттөрҙөң дә. Ни фига се, ҡайҙан был ҡомартҡыларҙы алдың? Мин дә ошондай ялтыр лосина эҙләгәйнем, тапманым.
– Әсмә Әнүровна бирҙе.
– Шулаймы? Повезло тебе! Хужаң топ. Футболкаң да хәҙерге замандан түгел, ахыры, хатта аяҡ кейеме лә! Ну прям, звезда девяностых! Һиңә шул хәтлем килешә! Айнурыңдың иҫе китер инде…
– Йә, ярай инде. Кейем генә бит.
– Юҡ, һин, Һылыу, үҙеңдең ни хәтлем һылыу икәнлегеңде белмәйһең, ахыры. Мэр хәтлем мэрҙың малайының һиңә күҙе төшкәс.
Һылыу уңайһыҙланып ҡуйҙы, сөнки уға Айнурҙың мэр улы булыу мөһим түгел. Ябай урам һепереүсенең улы булһа ла ул уға оҡшар ине. Эш бит һинең кем балаһы булыуыңда түгел, ә ниндәй булыуыңда. Шулай түгелме ни? Шулай ҙа мэр ағай улының ябай һатыусы менән осрашыуын өнәрме икән? Әгәр күнмәһә, Айнур уны ташлармы икән? Ташлаһа, ташлай инде. Тимәк мөхәббәте самалы булған, шул ғына. Шулай ҙа Һылыуҙың кәйефе төшә бирҙе. Ҡайһы берҙә күп уйлау яҡшыға килтермәй. Ул башынан пессимистик уйҙарҙы ҡыуырға тырышты. Шундай сыуаҡ көн бөгөн, уның янында Ридаһы бар, Айнур менән осрашыу көтә! Барыһы ла яҡшы бит! Ул эргәһендә музыка көйөнә һикергеләгән Ридаға ҡараны: бына бошмаҫ һәм бәхетле әҙәм, унан өлгө алырға кәрәк!
Айнур сәхнә артынан ғына майҙандағы халыҡ араһынан таныш йөҙҙө эҙләне. Марат, Рида сәхнә янында, тигәйне, тимәк, Һылыу ҙа шунда булырға тейеш. Бер аҙҙан ул ҡыҙҙы шәйләне. Ҡалай ҡупшы кейенгән. Һөйгәненең матурлығына һоҡланып ҡуйҙы егет. Эх, янына барып ҡосағына алһаң ине. Моғайын, беренсе тапҡыр Айнур эшен күрә алмаҫтай булғандыр. Бына ҡасан бөтә инде был сара? Төнгәсә барыр инде? Кис форсат булырмы Һылыу менән күрешергә? Бында эргәһенә барһа, артыҡ иғтибар буласаҡ. Һылыуға ла был оҡшамаҫ ул. Шуға ла бары һөйгәнен ипләп кенә фотоға төшөрҙө лә Һылыуға фото һалды. “Һин бөгөн шундай матурһың!” Бына ҡыҙ телефонын ҡулына алды, смс-ты уҡып йылмайҙы, башын күтәрҙе, уны абайлап ҡалды һәм ихлас йылмайҙы. Шунан тиҙ генә телефонына баҫҡыланы. “Һин дә нисауа былай!” Айнурҙың йөрәге һулҡылдай башланы. Тынысланырға кәрәк. Сара саҡ башланып тора. Уны лайыҡлы кимәлдә үткәреп ебәрергә яҙһын. Алғы рәттә уның эшен атаһы күҙәтә. Ул ғына түгел, бар ҡала күҙәтә: был мэр улы, йәнәһе лә, нимәгә оҫта? Кешене вазифа биҙәмәй бит, эше биҙәй.
Айнур Сәғитович атаһына күҙ һалды, былай йөҙө ҡәнәғәт кенә күренә. Ярандары менән нимәлер хаҡында һөйләшеп ултыра.
Ретро байрам булғас, репертуарға элекке популяр йырҙарҙы кереттеләр. Майҙан гөрләй. Артистарға ҡушылып, бар халыҡ йырлай. Күңелде күтәрмәй ҡалмай был күренеш. Ошондай саралар быуындар бәйләнешен нығыта түгелме? Айнур ҙа атаһы менә яҡынайғандай булды, сөнки сараға әҙерләнгәндә ул йыш ҡына атаһы менән кәңәшләште, әсәһе лә идеялар бирҙе. Йәшлектәренән төрлө хәтирәләр менән бүлеште.
Концерттан тыш майҙанда төрлө уйындар ойошторолдо. Алыпһатарҙарға ретротематикала әйберҙәр һатыу тәҡдим ителде. Әлбиттә, фотосессия өсөн махсус урындар булдырылды. Йәштәр араһында ул айырыуса популяр күренә. Шулай уҡ халыҡ араһына фотоға төшөрөргә кеше ебәрҙе, концерт аҙағында ул фотоларҙан тиҙ генә фототеҙмә эшләп экранға һалырға ине. Уның өсөн махсус кеше әҙерләп ҡуйҙы. Уның бурысы ваҡытында монтаж эшләп, флешка әҙерләп ҡуйыу. Әлегә барыһы ла эҙмә-эҙлекле барған һымаҡ. Шулай ҙа ваҡыт оҙаҡ һуҙылған кеүек. Бар теләге, һылыу менән икәү генә ҡалып, был ҡала шауынан алыҫҡараҡ китеү.
***
Яҙгөл, йоҡоһо туймаһа ла, иртүк торҙо. Бөгөн мөһим көн. Бөгөн ул Айнурҙан үс аласаҡ. Әлбиттә, был уйының дөрөҫмө-дөрөҫ түгелме икәнлеге башына килмәне түгел, килде. Әммә уйынан ҡайта торған кешеләрҙән түгел Яҙгөл. Кикеректәрен шиңдерәсәк ул мэр ғаиләһенең. Бирһәләр, судҡа бирһендәр. Бәлки, административ штраф менән генә ҡотолор. Кем икәнлеген белә алһалар инде. Ләкин Айнурҙы урынына ултыртмай ҡалмаясаҡ. Сөнки Айнур регистраторының юғалғанын һиҙмәне, ахыры, сөнки иртән машинала алҡам тороп ҡалған тигән һылтау менән Айгөл уны ҡалдырҙы. Айнур хатта машина янына барманы, асҡысын ғына бирҙе. Айгөлгә. Бармаҡ эҙҙәрен юйырға ла онотманылар. Айнур, әлбиттә, аңлаясаҡ кем башҡарғанын был эштең. Әммә иҫбат итеп маташһа, ауыҙын ябырға әмәле бар Яҙгөлдөң. Унан бигерәк, мэрға ла, улына ла постарынан китергә тура киләсәк. Һылыу менән араһын өҙәсәк. Тап ошоноһон ғәфү итә алмай. Бар ҡыҙҙар араһынан ниңә тап Һылыу?! Ул бисура нимәһе менән оҡшарға мөмкин Айнурға?
Бына бөгөн Һылыу Айнурҙың ниндәй “ике йөҙлө” булғанын аңлаясаҡ, сөнки ул видеоны Айнурҙың бер юлы өс ҡыҙ артынан сапҡан һымаҡ итеп эшләне. Етмәһә улар апалы-һеңлеләр. Был бысраҡтан нисек арынырға белмәйәсәк.
Хәҙер флешкаларҙы ғына алмаштырырға ҡалды. Яҙгөл, әлбиттә, Һылыуҙы күрмәне түгел күрҙе. Айнур менән ҡараштар менән алмашҡанын да күрҙе. Кепкаһын тәрән итеп төшөрөп кейгән килеш уларҙы күҙәтте арыраҡ уларҙы Яҙгөл. Монтажер егет менән ул алдан уҡ танышлыҡ булдырғайны, кемде кемде, ябай егеттәрҙе тиҙ ҡармағына эләктерә ала ул. Бахыр егет үҙенең пешка икәнлеген дә абайламай. Иртән машинаһында күрештеләр инде. Бер аҙ йомшаҡлыҡтарға ирек ҡуйырға тура килде, флешкаһының маркаһын белер өсөн. Тап унан белде ул фотоларҙан видео эшләп концерт аҙағында слайдтар күрһәтергә йыйынғандары хаҡында. Уның менән хушлашҡас ул, магазиндарҙан оҡшаш флешка эҙләп саҡ тапты. Хәҙер алмаштырырға ғына ҡалды. Бай ҡыҙы менән типтерергә һис тә ят итмәгән монтажер егет Яҙгөлдөң уның янында уралыуында бер ниндәй насарлыҡ күрмәне. Киреһенсә, маһайҙы ғына.
***
Сәғит Әсғәтович ҡәнәғәт. Улы йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Был сараға баш ҡаланан да, башҡа райондарҙан да вазифалы кешеләр килде ҡунаҡҡа. Сөнки күптәрен бер быуын бәйләй: улар – туҡһанынсы йылдарҙа үҫкән шәхестәр. Байрам программаһы ла үҙенсәлекле генә. Концерт ҡына түгел, ә төрлө уйындар, бүтән төрлө саралар ҙа ойошторолған. Иң ҡыҙығы: барыһына ла ретростилдә кейенергә кәрәк ине. Пиджактарҙы сисергә, галстук таҡмаҫҡа… Был идея бер аҙ ҡаршылыҡ тыуҙырһа ла, Сәғит Әсғәтович улының идеяһын тормошҡа ашырырға булды. Ҡунаҡтарға ла идеяны еткерҙе, улар ҙа хупланы. Майҙанда йәштәрҙән бигерәк, урта быуындың күп булыуы ла ҡыуандырҙы. Сөнки күңел йәш бит әле, ҡартайырға иртәрәк! Был сара – ғаилә институтын мотлаҡ нығытыусы. Йәштәр аңларға тейеш: заманалар үҙгәреп тора, ә ғаилә, яҡындар менән бәйләнеш һәр заманда, һәр осорҙа тормошҡа ышаныслы ҡараш менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Ағас тамырҙары менән көслө, тиҙәрме әле?
Бына уны ғына алайыҡ. Туҡһанынсы йылдар тирмәнендә ныҡлы иләнергә тура килһә лә, ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар кисерһә лә, яҡындарының терәген тойоп йәшәне. Шуға ла маҡсаттарына ирешә алды. Бына тигән малай үҫтерҙе һөйөклө ҡатыны менән. Йәл, бүтән балалары булманы. Айнур иркәлә үҫһә лә, эгоисҡа әйләнмәне, шөкөр. Сөнки бәләкәйҙән улар үҙеңдән башҡа башҡаларҙың мохтажлыҡтары хаҡында уйларға өйрәтте. Намыҫлы булыу, ялғанламау, үҙ эштәрең өсөн яуаплылыҡ ала белеү – Сәғит Әсғәтович үҙе ошо принциптар буйынса йәшәне һәм улының күңеленә төшөндөрөргә тырышты. Килеп сыҡтымы, юҡмы –ваҡыт күрһәтер. Әлбиттә, аҡсаға табынған заманда таҙа булып ҡалыу анһат эш түгел. Сәғит Әсғәтович ымһынманы түгел, ымһынды. Үргә үрләгән һайын алдында юлдар киңәйҙе, төрлө ресурстарға юл асылды. Кемдең бай булаһы килмәй? Кемдең күп аҡсаға эйә булаһы килмәй? Әммә иблискә йәнен һата алманы Сәғит Әсғәтович. Башҡалар теләһә ни эшләһен, әммә ул бындай бысраҡлыҡҡа үҙ ғүмерендә юл ҡуймаясаҡ. Вазифаһы менән ҡурҡытыусылар ҙа булды, төрлө махинацияларҙа ҡатнашырға теләмәгәне өсөн. Ләкин ул вазифанан ҡолаҡ ҡағыуҙан ҡурҡмай. Вазифа ул бары тик вазифа. Ул һинең кем икәнлегеңде билдәләмәй. Ябай урам һепереүсе лә бөйөк миссия башҡара уның өсөн. Әммә “уңышлы уңыш” ҡотҡоһона бирелеп йәшәгәндәр, аҡсаны иман иткәндәр менән көрәшеү ҡыйын һәм файҙаһыҙ ҙа. Урам һепереүсе улар өсөн “лузер”, уңмаған. Бәлки, шуғалыр ҙа бар нәмәнән иреклек тойорға теләгән, ниндәйҙер иллюзор маҡсаттар өсөн тормошон әрәм итергә, аҡса өсөн генә бил бөгөргө теләмәгән бөгөнгө йәш быуын хаҡлылыр ҙа… Гаджеттарҙа ғына бөтә сәбәпме?
Уйҙарға бирелеп китте, ахыры. Эйе, уйланмай булдыра алмай. Цифровизация дәүере кешелек алдына күп дилемма ҡуйҙы. Оптимизация, глобализация сиктәрҙе юя. Милли идентификация ул матур төшөнсә генә хәҙер. Бар нәмәне ябайлаштырыу, сығымдарҙы кәметеүгә ынтылыш ул һүҙҙә генә яҡшы яңғырай, асылда халыҡтың үҙаңын юғалттырыусы әйбер. Йәш быуынды әрләр алдынан, ул йәш быуынды тәрбиәләүсе беҙ бит әле, тимәк, яуаплылыҡ уларҙы тыуҙырыусы ата-әсәлә лә. Йәмғиәтте алға әйҙәүсе, уҡмаштырыусы идеология, ориентир булмаған осорҙа ғаилә генә йәш быуынды ниндәйҙер сиктәрҙә тотоусы ҡиммәт. Ни өсөн ул улының тап ретростилдә сара үткәреүен хупланы? Сөнки йәшлек ул һәр кемдә бар. Беҙ ҙә йәш булдыҡ. Бер аяғыбыҙ менән коммунистик үткәнгә таянһа, икенсе аяғыбыҙ менән баҙар ҡанундары идара иткән капиталистик хәҙергегә баҫырға тура килде. Идеалдар емерелде, ә яңылары һаман юҡ әле. Барыһын да юл ыңғайы ғына өйрәнергә, төҙөкләндерергә тура килде. Тере ҡалыу бурысы күптәрҙең йәшәү асылына әйләнде. Бөгөн дә бит шул принцип менән йәшәлә. Йә уңаһың, йә туңаһың. Үҙ-үҙеңә генә таянырға мөмкин. Бер кемгә ышаныс юҡ. Ни рәүешле ошондай хәлгә ҡалдыҡ икән?
– Сәғит Әсғәтович!..
Үҙен саҡырғандарға тертләп китте. Бөтөнләй онотолоп киткән дә.
– Эйе, Дамир Ишморатович, тыңлайым һине!
– Сәғит Әсғәтович, рәхмәт инде саҡырыуыңа, күңелем тулып ултыра, йәшлегемә ҡайтарҙың…
Дамир Ишморат улы Өфөнән килгән ҡунаҡ, ҡасандыр бер институтта уҡығайнылар. Баш ҡалала юғары вазифаны биләгән кеше. Дөрөҫөн әйткәндә, уны килер тип уйламағайны.
- Иҫләйһеңме, институтта уҡығанда, киләсәк ниндәй булыр икән, тип фаразлай торғайныҡ, –Дамир Ишморат улы шым ғына үҙ хәбәрен һатты. – Әлбиттә, ысынбарлыҡ беҙҙең хыялдарҙан арыраҡ. Әммә ваз кисергә иртәрәктер әле. Бөгөнгө йәштәр бөтөнләй беҙгә оҡшамаһа ла, уларҙың тап шулай беҙҙең быуынға оҡшаш булмауы, бөтөнләй икенсе ҡиммәттәр менән донъя көтөргә теләүе, бәлки, йәмғиәтте үҙгәртер. Һин нисек уйлайһың, Сәғит?
– Килешәм һинең менән, Дамир, мин тап шуны уйлап ултырҙым әле.
Алып барыусы киләһе номерҙы иғлан итте. Майҙан гөр килә. Ҡала бөгөн байрам кәйефендә. Сараның бер ниндәй ҡазаһыҙ ғына бөтөүен теләргә генә ҡала.
Рида менән Һылыу ҙа бәхетле бөгөн. Күктә ҡояш йылмая, ә күктең зәңгәрлеге хайран ҡалдыра. Динамиктарҙан әсәһенең яратҡан йырҙары яңғырай, Айнур махсус һорашты, һөйгәненең күңелен күрергә теләп инде. Эх, әсәһе генә юҡ, тормош аяуһыҙ шулай ҙа, әле уға ни бары илле йәш кенә булған булыр ине. Еләктәй саҡ күп ҡатын-ҡыҙҙар өсөн. Ана, Риданың әсәһе ҡыҙҙарға биргеһеҙ, йәштәрҙән ҡалышмай, спорт менән шөғөлләнә, үҙен ҡарай эшлекле ҡатын. Рида әсәһенә оҡшамаған, шаталағыраҡ, әммә изге күңеле менән ул уға тартҡан, Альбина апай үҙенең ҡыҙылай күрә Һылыуҙы. Бәлки, шуғалыр ҙа иң ҡыйын мәлдәрендә һыйынырҙай кешеләре булыуы киләсәккә ышанысты юғалтмаҫҡа көс бирә. Һәм бына Айнур… Яҙмышының иң ҙур бүләге…. Уға һөйөү хисен бүләк иткән егет. “Әсәй, ышан, мин бәхетле, минең өсөн ҡайғырма, йәме!” Ул йәштәр менән сыланған ҡарашын күккә күтәрҙе. Тиҙ генә сикәләрен һыпырҙы. Кеше әллә нимә уйлар…
– Рида! – Ул әхирәтенең ҡулын тартты. – Әйҙә, ситкәрәк китәйек әле. Миңә һауа етмәй, эҫе бында. Һыу алып эсәйек, тамаҡ кипте.
Рида ярар тигәндәй баш ҡаҡты ла уның артынан эйәрҙе. “Һин ҡайҙа?” Бер аҙҙан Һылыу телефонының экранында Айнурҙан смс күрҙе. “Бында эҫе, берәй һалҡыныраҡ ергә барып хәл алырға ине”. Смс аҙағына хәле бөткән смайлик ҡуйҙы. “Ярар әтеү! Ҡайтып китергә булды әллә тип ҡурҡтым. Йөрәк смайлигы. Күңеленә йылы булып китте Һылыуҙың. Йәнде иретергә бер һүҙ етә, тиҙәрме әле…
Ҡапыл үҙ күҙенә ышанманы. Атаһын етәкләп үгәй әсәһе күренде. Ә ҡолағында теге юғалған гранатлы алҡалар... Асыу тулҡыны бар тәнен ялманы. Йүгереп барып ҡолаҡтарынан тартып алырҙай булды. Эй, теләһә ни эшләһендәр. Фашларға ла булыр ине лә, әммә ул ҡатын менән һис тә бәйләнгеһе килмәй.
Уларҙың күҙенә күренмәҫкә тырышып, кешеләр араһына сумды. Ләкин кинәт юлын быуҙылар. Алдында торған ҡыҙ бейсболкаһын күтәрҙе. Яҙгөл?!
– Шунан, Һылыу, хәлдәр нисек?
Һылыу бер ни өндәшмәй генә эргәһенән китергә йыйынғайны, Яҙгөл уны беләгенән тотто. Рида алдараҡ китеп, һыу артынан киткәйне шул.
– Йә, ҡайҙа ашығаһың? Шулай ҙа мине тыңларға тура килер.
Һылыу уға табан боролдо.
– Һуң, нимә ҡаныҡтығыҙ, мин бит һеҙҙе борсомайым, аҡса һорамайым, бер нигә лә дәғүә итмәйем… Ҡасан мине тыныслыҡта ҡалдырырһығыҙ икән…
– Һы, эш унда ғына тиһеңме? Һинең ошо донъяла булыуың ғына ҙур мәшәҡәт! Үҙеңде, тимәк, беҙҙән өҫтөн ҡуяһың? Һин яҡшы, беҙ насар инде тимәк? Танауыңды сөймәй тор әле, мин һине иң бәхетһеҙ әҙәм итәсәкмен!
– Ни өсөн һуң мине күрә алмайһың? Мин һиңә ниндәй зыянлыҡ ҡылдым?
– Ниндәй зыянлыҡ ҡылдым, тиһеңме. Теге сүп үләне һымаҡ әрһеҙ булыуың менән, белдеңме?! Нисек һин шундай ҡәнәғәт йөҙ менән йөрөй алаһың? Ярай, тиҙҙән иларһың әле…
Һылыу ҡулын тартып алды ла үҙ юлында булды. Яҙгөл менән әрепләшер хәле юҡ. Айгөл апаһын һөйрәкләп тигәндәй үҙе менән алып китте.
– Апай, нишләйһең ул? Һылыуға бер нәмә лә әйтмәгәнһеңдер бит?
– Әйтмәнем, әйтмәнем, ҡурҡма.
– Уф, апай, нисек ҡурҡмаҫҡа? Тиҙерәк ҡаланан тайырға кәрәк. Әйҙә, берәй аҙнаға Стәрлеләге фатирға барайыҡ, әсәй ҡаршы булмаҫ ул.
– Шәп идея, һинең дә аҡыллы уй бирер мәлең бар икән.
Айгөл апаһының маҡтауынан иҙерәйҙе. Бер аҙҙан улар таксиҙа Стәрле юлында инеләр. Бомба ырғытылды, бар донъя шартлаһа ла, уларҙың ни эше.
Концерт тамамланды. Бүләкләүҙәр, ҡотлауҙар ҙа. Хәҙер бына бөгөнгө саранан фотоларҙан слайд күрһәтергә лә, һәм, бәлки, Айнур азат булыр. Ҡалған эштәрҙе урынбаҫарҙарына ҡалдырып, Һылыуы янына ашыҡһа, енәйәт булмаҫ та… Ул монтажсыға ымланы, уныһы барыһы ла әҙер тигәндәй баш ҡаҡты. Аппаратура артында ултырған тауыш режиссерына ҡул һелтәне: уныһы аңланым тип ишараланы. Алып барыусы һуңғы һүҙҙәрен әйтте, барыһына ла яҡшы кәйеф теләне… Бына экран тоҡанды. Айнур сәхнә артына сыҡты, ниһайәт, иркен тын алырға була. Ул өҫтөндәге күлдәгенең еңдәрен бушатты, терһәгенә тиклем бөкләне. Эҫе шулай ҙа. Бер сәғәт, тағы максимум бер сәғәт. Һылыуҙы ултыртып берәй йылға янына ҡунаҡларға. Шул ваҡыт майҙандағы халыҡтың шымып ҡалғанын һиҙҙе. Берәр хәл булдымы әллә?
“Хәҙер һеҙ мэр улының ысын йөҙөн күрәсәкһегеҙ!”
– Был нимә?!
Ул сәхнә алдына йүгерҙе. Бар халыҡ аңшайып экранға төбәлгән. Атаһының йөҙө ағарған. Экранда Айнур үҙен күрҙе. Бына ул Һылыу менән, уларҙың тәүге тапҡыр үбешкән мәле. Бына ул Яҙгөл менән, бына ул Айгөл менән… Был нимә?!
Айнур аяҡтары быуынһыҙланғанын һиҙҙе. Бер аҙҙан экран һүнде. Алып барыусы ғәфү үтенде. Егет күҙ ҡырыйы менән уға табан атаһының атлағанын күрҙе. Ә ул ҡарашы менән майҙандан Һылыуҙы эҙләне. Күрҙеме икән? Эх, күрҙеме икән? Атаһының асыуынан бигерәк, Һылыуҙың реакцияһы борсой ине уны…
- Атай, мин белмәйем, был нимә, был дөрөҫ түгел, был провокация ниндәйҙер, ысын әйтәм…
Әммә яуап урынына сикәһенә атаһының ҡулы эләкте. Ул саҡ йығылып китмәне.
– Атай, мин дөрөҫөн әйтәм…
– Юғал күҙемдән… Өйҙә һөйләшербеҙ!
Өйҙә? Бөгөн өйгә ҡайтып булырмы һуң… Был ғәрлекте нисек күтәрергә? Эйе, экрандағы видео ысынбарлыҡҡа тура килмәй, ләкин быны нисек иҫбатларға… Яҙгөл. Яҙгөлдөң эшеме был? Юҡтыр ҙа. Ҡыҙ башы менән шундай этлеккә бармаҫ та? Сәйәси оппоненттарҙың эҙәрлекләүеме? Репутация пыран-заран килтерелде инде. Ләкин Айнурҙы был борсомай, вазифаһынан бушатылһа ла, шайтан алһын ул хакимиәт эшен, бар уйы Һылыуҙа ине… Һөйгәненең ышанысын юғалтыу иң ҡурҡынысы бит…
Ул телефонында таныш номерҙы эҙләне.
“Һылыу, зинһар, минең аңлатҡанды тыңласы тәүҙә… Һығымталар яһамай тор!”
Бер минут көттө, биш минут көттө… Яуап килмәне. Ул Маратҡа шылтырата башланы, уныһы байрам хәстәре менән булашалыр инде, тиҙ генә телефонын алманы…
– Марат, һин ҡайҙа?! Тиҙ генә сәхнә артына кил әле…
– Хәҙер… – тауышы хафалы ғына яңғыраны урынбаҫарының.
Бер аҙҙан Марат янында ине.
– Ҡаптың, егет! Нисек йыуатырға ла белмәйем… Ләкин бел, мин һинең яҡлы. Ридаға ла әйттем. Айнур бабник түгел ул, Һылыуға әйт тинем…
– Ә Һылыу ҡайҙа икән? Ул минең смс-тарыма яуап бирмәй...
Айнур устары менән битен ҡапланы. Ниндәй гонаһтарым өсөн ә, әйтсе Хоҙай? Был ваҡиға башына һыймай ине.
– Риданан һора әле, зинһар.
– Рида үҙе лә белмәй. Сөнки Һылыу такси саҡыртҡан да юҡ булған. Ридаға ла әйтмәгән.
– Табырға кәрәк!
Шул мәл телефон тауыш бирҙе. Һылыуҙан хәбәр көткән егеттең йөҙө емерелде.
“Шунан, Айнур, минең бүләк оҡшанымы? Беләһеңме, мин һиңә сер асам. Һылыу менән беҙ апалы-һеңлеләр. Әсәйем Һылыуҙың атаһына кейәүгә сыҡты. Ул ҡарасҡыла нимә тапҡанһыңдыр? Бәлки, мине үҙ итмәүеңде ҡабул итә алыр ҙа инем, әммә Һылыу менән буталыуың ғәфү итерлек түгел”.
Айнур өндәшмәне. Нәфрәт тулы ҡарашын ғына Яҙгөлдөң хәбәренә төбәне. Енәйәтсенең асыҡланыуы уның хәлен еңеләйтмәне. Әммә Һылыуҙың Яҙгөлдөң һеңлеһе булыуы уны шаҡ ҡатырҙы. Бына, тимәк, нимәлә эш? Һылыуҙың юғалыуы, тимәк, ошоға бәйлелер. Һис бер нимәгә ҡарамай, иң беренсе Һылыуҙы табырға кәрәк. Яҙгөл менән һуңынан булышыр.
Ул йәнә Һылыуға шылтыратты. Машинаһына табан атланы. Һылыуға йәнә смс ебәрҙе. Шул саҡ Мараттан хәбәр килде. “Һылыу, ахыры, әйберҙәрен йыйып ятаҡтан сығып киткән. Рида әле генә әйтте”.
“Һылыу, Һылыу, зинһар, ташлама мине! Һин миңә шул хәтлем кәрәкһең!” – ул тауышын яҙҙырып ебәрҙе. Әммә смс уҡылманы, ҡаралманы ла.
– Ни эшләргә?
– Ни эшләргә?
– Ни эшләргә?
Башы шартларҙай. Телефон туҡтамай шылтырай. Атаһы, әсәһе, таныштары шылтырата. Ҡайҙа ғына олағырға? Һылыу ҡайҙа ғына икән? Әйберҙәрен йыйғас, тимәк, ҡайҙалыр булһа китергә йыйына. Автовокзалға!
Бәлки, ул уны унда тотор! Күңелендә өмөн осҡоно тоҡанды. Һылыу бит уны ярата, Айнур ҙа Һылыуҙы ярата. Ниндәйҙер бер яһалма видео һөйөүҙәрен юҡ итә аламы?!
Байрам көнө булғанғамы, урам тулы машина. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, һәр тыҡрыҡта ҡыҙыл светофорға эләкте.
Автовокзалдың автобустар торған ергә үк инеп ул машинаһын туҡтатты. Һылыуҙы эҙләп бар ерҙе урап сыҡты, тапманы. Автовокзал эсенә йүгерҙе. Унда ла ҡыҙ күренмәне. Билет кассаһына сапты, телефондан фотоһын күрһәтеп һораны:
– Ошо ҡыҙҙы күрмәнегеҙме?
– Ә һин кем?
– Мин уның егете.
– Ә ни эшләп мин һиңә әйтергә тейеш, бәлки һин уны эҙәрлекләйһеңдер. беҙгә тыйылған ундай хәбәр биреү, ғәфү ит, егет! Ныҡышһаң, полиция саҡыртырға мәжбүр буласаҡбыҙ.
- Зинһар, үтенеп һорайым…
Арттағы халыҡ һуҡрана башланы.
- Егет, сиратты тотҡарлама, бар юлыңда бул. Әгәр һине күрергә теләһә, шылтыратыр ине. Тимәк, ҡыҙың һине күрергә теләмәй...
Был хәҡиҡәтте һис ҡабул иткеһе килмәй Айнурҙың. Уныңса, Һылыуҙы күреп һөйләшһә, барыһы ла асыҡланыр, Һылыу уны ғәфү итер… Һәм улар икәүләп был ҡаланан сығып китерҙәр. Ҡайҙа булһа ла, йәһәннәм ситенә булһа ла... Тик Һылыу янында булһын!
Бәй, тарих ҡабатлана түгелме? Тәүге ҡыҙы ла уны ташлап китте. Әммә Айнур уның артынан сабып йөрөмәне. Тимәк, ул хәтлем яратмаған инде. Ә Һылыу ул... Ул бөтөнләй икенсе ҡыҙ! Ундай ҡыҙ меңдәр араһында бер. Уны юғалтыу - үҙеңде юғалтыу менән бер һымаҡ Айнурға…
Ул автобустар расписаниеһына күҙ һалды. Яҡын арала ниндәй автобустар ҡуҙғалды икән. Ҡайҙа китте икән? Өфөгә, Салауатҡа автобустар ҡуҙғалған. Ҡайһыһына ултырып китте, ҡайҙан белергә икән?
Шулай итеп, юғалттымы инде Һылыуын? Ул башын эйгән килеш автовокзалдан сыҡты. Ҡаршыһына Рида менән Марат ашығып килгәнен күрҙе.
– Тапманыңмы?
– Тапманым..
Илар сиктә ине Айнур. Әммә егет башың менән һыҡтап булмай бит инде. Ул тәрән итеп тын алды, бармаҡтарын сәстәренә батырҙы.
– Рида, һин ысынлап та белмәйһеңме Һылыу ҡайҙа китергә мөмкинлеген?
– Юҡ, Айнур, мин дә һинең менән бер үк хәлдә. Тик нисек килеп сыҡты һуң ул? Ул Яҙгөл менән Айгөлдө ҡайҙан беләһең?
Һорамаһаң яҡшыраҡ, тигән ҡараш ҡына ташланы уға Айнур, сөнки инде мөһим түгел. Хәҙер бер нәмә лә мөһим түгел. Әммә Һылыуҙы эҙләүҙе дауам итәсәк ул. Хакимиәттәге эше менән хушлашһа ла була...
Эх, атаһы… Атаһы ни эшләр? Ул үтә намыҫлы кеше, ул мэрлығынан китмәҫ тимә...
Шул саҡ Марат интернеттан яңылыҡ күрһәтте. Унда атаһының видео аша мэр вазифаһынан китәсәге хаҡында белдерҙе. Нисек инде был? Айнурҙың йоҙроҡтары йомарланды: “Яҙгөл, барыһы өсөн барыбер яуап бирерһең әле. Кешеләрҙе бәхетһеҙ итеп, үҙең бәхетле булырмын тип уйлайһыңмы? Ярар, был һинең намыҫыңда…”
– Марат, һин унда минекеләргә хәбәр ит әле, бер ике көнгә был ҡаланы ҡалдырып китәм. Бында ҡала алмайым. Миңә бер үҙемә ҡалырға кәрәк. Әйт, минең менән барыһы ла һәйбәт тиеп, айырыуса, әсәйемә, йәме. Ҡайғырмаһындар…
– Айнур, бәлки, үҙең әйтерһең…
– Юҡ, мин әле улар менән һөйләшергә әҙер түгелмен…
Шул саҡ Рида ҡысҡырып ебәрҙе.
– Мин беләм, беләм, Һылыуҙың ҡайҙа икәнлеген… Ҡасандыр бер-беребеҙҙең ҡайҙа икәнлеген белер өсөн бер приложение урынлаштырғайныҡ. Ул Өфө трассаһында…
Айнур уны тыңлап бөтөп торманы, машинаһына табан атлай ине инде.
***
…Һылыу ғазаптарға өйрәнгән инде. Шуға ла үҙ тыныслығына үҙе лә аптыраны. Тәҙрә аша пейзаж артынан пейзаж алмашына. Ҡайҙа китеп бара? Мөһимме был? Барыһы ла артта ҡалды. Тормошо ике ярсыҡҡа ярылды. Күҙ алдында тик шул видео: бына Айнур Яҙгөл менән, бына Айгөл менән, бына уның менән… Бәлки ысынлап та, был яһалма видеолыр. Әммә кем менәндер һөйләшергә үҙендә көс тапманы Һылыу. Ер убылһа, уның эсенә сумыр ҙа ҡуйыр ине. Бар теләк: ҡайҙа булһа ла олағырға. Ҡайҙа уны тапмаҫтар. Барыһы ла уның барлығын онотһондар. Тик бер үҙе ҡалғыһы килә. Айнур йәл дә һымаҡ. Бәлки аңлашһа ла булыр ине. Әммә барыбер бергә ҡалмаҫтар ине. Бынан һуң нисек бергә булырға? Шуға ла Һылыу ҡасыу юлын һайланы. Әлбиттә, был ҡурҡаҡлыҡ. Булһын. Барыһын да аңлап маташыу ялҡытты. Кем уны аңлар? Кем уның хәленә керер? Әсәһе был донъянан киткәндән бирле ошо ғазап менән йәшәй. Рида. Рида аңлай төҫлө уны. Ләкин уның үҙ тормошо, үҙ бәхетен ҡора торған мәле. Һылыуҙың ғазаптарын мәңге уртаҡлаша алырмы? Унан бигерәк, Һылыу ҡыймаҫ үҙ хафалары менән уны мәңге борсорға.
Әммә нисек итеп үҙенең ҡәҙимге кеше һымаҡ бәхетле булырына ышанды икән? Ҡәҙимге бәхеткә ул лайыҡ түгелдер ул. Шуға ниңә башҡаларҙы бәхетһеҙ итергә? Рида ла, Айнур ҙа бәхеткә лайыҡ. Әгәр ул Айнур менән осрашмаһа, бәлки, Яҙгөл ул хәтлем үсләнмәҫ ине. Шуға бер генә юл: юғалырға. Әҙерәк ҡайғырырҙар ҙа туҡтарҙар. Ана, атаһы ла әсәһен мәңге ҡулда йөрөтөр һымаҡ ине, ә ул сирләп вафат булғас, Гөлсимә исемле ҡатындың ҡуйынында йыуаныс тапты. Әлбиттә, ул атаһының бәхетле булыуын теләй, әммә әсәһе үлеүгә бер ай ҙа үтмәне бит. Әйтерһең дә, шуны ғына көткән. Ғәфү итә алмай һаман атаһының был ҡылығын. Ләкин был да мөһим түгел һымаҡ. Әсәһе юҡ. Ул булғанда ғына ғаиләле булыуҙың ни тиклем бәхет икәнлеген тоймаған Һылыу. Ниндәйҙер шулай булырға тейеш әйбер һымаҡ ҡабул иткәндер. Ауырыуға һабышҡас та, ул аҙағынаса ышанманы: нисек инде ул әсәйһеҙ ҡаласаҡ. Күңеленең бер ҡылы шунда өҙөлгәндер. Атаһы өйҙән ҡыуып сығарғас, икенсе ҡылы өҙөлдө. Бына хәҙер тағы бер ҡылы өҙөлөргә тора? Ысыны, ул уны үҙе өҙәсәк. Элекке Һылыу бүтән юҡ. Айнурға элекке Һылыу ғашиҡ булды. Айнур ҙа элекке Һылыуҙы яратты. Элекке Һылыу юҡ, тимәк, уларҙың һөйөүе лә хәҙер мәғәнәһеҙ. Юҡ, ул аҡырып та иламаясаҡ, стенаға башын да бәрмәйәсәк, ул бүтән ғазапланмаясаҡ. Уны яңы тормош көтә. Бәхетле булырмы, юҡмы – шулай уҡ мөһим түгел. Тик күңел тыныслыҡ ҡына теләй…
…Ә автобус асфальт юлдан елә генә. Ә автобус артынан бер машина тороп ҡалмаҫҡа тырыша. Автобустағы ҡыҙ мөхәббәтенән ваз кисергә әҙер булһа ла, машиналағы егет бының менән риза түгел, һис кенә лә бының менән риза түгел…