Йыл һайын дүртенсе класс уҡыусылары бөтә Рәсәй тикшереү эшен (ВПР) эшләйҙәр. Йәғни рус, инглиз телдәре, математика кеүек предметтарҙан имтихан тапшыралар. Үткән шәмбелә Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында балалары уҡыған ата-әсәләр рус теленән тикшереү эшен башҡарҙы.
“Рус теле предметын мәктәптә яратып уҡыным. Бирелгән эштәр шуғалырмы әллә ни ауыр булманы. Онотолғандары ла бар. Улым Рамаҙан менән бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләнек. “Дүрт”ле алыҡ”, - ти Луиза Рауил ҡыҙы.
“Дөрөҫөн генә әйткәндә, “биш”легә эшләйәсәкмен, тигән уй, үҙемә ышаныс менән барған инем. Баҡһаң, иҫкә төшөрәсәк, өйрәнәсәк нәмәләр ҙә бар икән. Балаларға: “Тырышып уҡы”, - тип әйтеүе генә еңел икәнлеген, үҙеңде улар урынына ошо рәүешле ҡуйып ҡарағанда ғына, аңлап булғанлығына төшөндөм. Элек үҙем уҡыған гимназиямдан “дүрт”ле алып ҡайттым”, - ти Салауат Әсғәт улы.
Уҡыусыларға уңыштар теләйек.