“Көтмәгәндә шундай егеттәр осрай!” — тип һоҡланырға тура килә ҡайһы ваҡытта. Бигерәк тә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында белем алған Юлдаш МУСИН менән танышҡан кешеләрҙә лә ошо уҡ уй тыуалыр. Ысынлап та, һоҡланғыс, һәләтле, үҙе артынан башҡаларҙы ла матур өлгөһөндә алға әйҙәүсе йәштәребеҙҙең береһе ул. “Журнал уҡыусылар Юлдаш тураһында нимәләр белеүен теләйһең, шул турала яҙ әле”, – тигәс, бар нимәгә яуаплы ҡараған егет оҙаҡ көттөрмәне.
Баймаҡ районының Һаҡмар йылғаһы буйында, бейек тауҙар, ҡуйы урмандар араһында урынлашҡан Әмин ауылында тыуҙым. Һәр ауыл балаһы кеүек үк, бала сағымда бер буш ваҡытым да булманы. Һәр ваҡыт нимә менәндер ҡыҙыҡһындым, эҙләндем. Әлбиттә, беҙҙең заман балаларына ауылдарға ла телефон килеп еткән, интернет үткәйне. Тик әлеге үҫмерҙәр һымаҡ көнө буйы телефонға текәлеп ултырыусылар ғына юҡ кимәлендә ине. Яҙ етеү менән урманға барып, муйыл ағасын алып ҡайтып, уны киптереп ян эшләп атып, үҙемде мәргәнлектә һынап ҡарай инем. Йәйен иһә йә өлкәндәргә ярҙам итәһең, йә иптәштәрең менән төрлө уйындар уйнайһың, Һаҡмарҙа һыу инәһең.
Атайһыҙ, өләсәй, әсәй һәм ике апайым тәрбиәһендә үҫтем. Егет кеше булараҡ, сынығырға тренерҙарым Самат Һатыбал улы, Юнир Фәрит улы, еҙнәләрем булышлыҡ итте. Уларҙың өлгөлө тәрбиәһе миңә оло тормош юлына баҫырға ярҙам итте. Беҙҙең ауылдан дүрт-биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Темәс ауылына йөрөп уҡыныҡ. Автобус юҡта тәпәйләп сығып китәһең. Көрәш, волейбол, милли көрәш менән шөғөлләндем, оҫта ҡулдар түңәрәгенә йөрөнөм. Ҡайһы саҡта йәйәүләп ике ауыл араһын көнөнә ике тапҡыр ураған саҡтарыбыҙ ҙа булды. Кеше, ат һалған һуҡмаҡтан йөрөү урынға, тау аша яңғыҙым үтеүҙе хуп күрҙем.
Мәктәптә иң яҡшылар рәтендә йөрөмәнем. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған фәндәрҙән артыҡ тырышмаһам да, еңел генә уҡыным. Башҡорт теле, әҙәбиәте, география, ОБЖ, физкультура дәрестәре – көтөп алған фәндәр ине. Шиғыр яҙа башлауым осраҡлы, көтмәгәндә килеп сыҡты. VII класта яҙ миҙгеле ине. Урам буйында эскәмйәлә ултырам, өйҙә өләсәй самауыр ҡайната. Ҡояш нурҙарына иркәләнеп ултырғанда, күңелдә үҙенән-үҙе шиғыр юлдары тыуҙы:
Китеп барам урамдан мин,
Тып-тып баҫып аяҡты.
Ҡояш апай йылмайып,
Нурлай минең юлымды.
Күршегә: “Һаумы!” – тиһәм,
Миңә лә һаулыҡ теләй.
Шундай матур ауылда
Яҡшы кешеләр йәшәй.
Эй, Әминем, таш ауыл,
Һине мәңге ташламам.
Туғандарҙы, әсәйҙе,
Дуҫтарымды ҡалдырмам!
Икенсе аҙнаһына башҡорт теле дәресендә уҡытыусы беҙгә тыуған ер тураһында инша яҙырға ҡушты. “Инша урынына шиғыр яҙырға мөмкинме?” – тип уҡытыусымдан рөхсәт һораным. Ыңғай яуап алғас, теге шиғырҙы дәфтәргә сыймаҡлап та ҡуйҙым. Шунан алып Таңсулпан Әмир ҡыҙы шиғыр яҙырға ҡушып, илһамландырып, дәртләндереп торҙо.
Сер түгел, күп ауылдар ҡартайып бара. Демографияның тамырына ошо юл менән балта сабылды, тип әйтергә лә мөмкин. Беҙ үҫкәндә ауылда эсмәгән ир-егеттәрҙе “Ауырыйһыңмы? Ҡатыныңдан шөрләйһеңме? Шуға ла эшкинмәйһеңме?” тип көлөү-мыҫҡыллауҙарҙы йыш ишетә инем. Ә ысынында кем ул эсмәгән кеше? Шайтан һыуынан ауыҙын тыйыу ғына түгел, ә яҡындары өсөн яуаплылыҡ тойған, балаларын үҙенең айыҡ тәрбиәһендә тырышҡан был тормоштоң ысын кешеһе. Ун өс – ун дүрт йәштәр самаһында ошо хаҡта уйланып, борсолоп йөрөй торғас, был проблемаға ҡағылышлы шиғырҙар яҙҙым. “Шайтан” тип аталған шиғырымда ошондай юлдар ҙа бар.
Һин ҡыраһың милләтемде,
Батыраһың хәмергә.
Һинең өсөн, нәфсе өсөн,
Халҡым бара кәмеүгә!
Үҙем тасуири итеп уларҙы уҡый ҙа инем. Интернетта ла таралып китте ул. Ошо проблеманы ололар менән бер рәттән күтәргәнем өсөн унынсы класта уҡығанда БСТ каналында “Бирешмә” тигән телепроектҡа эләктем. “Ижад ит” номинацияһына лайыҡ булып, бер башҡа үҫеп, үҙемә ышанысым артып ҡайтты. Ауылға ҡайтҡас, бер мәл “йондоҙ” итеп күреүселәр ҙә булды. Тик маһайыу, тәкәбберләнеү минең ҡанымда бөтөнләй юҡ. Хатта маҡтай башлаһалар ҙа, һүҙҙе икенсегә борорға тырышам. Сөнки барыһы ла ваҡытлыса ғына икәнлеген яҡшы аңлайым. Ә башҡаларҙан үҙеңде өҫтөн ҡуйып ҡарау Аллаһы Тәғәлә тарафынан бөтөнләй тыйылған сифаттарҙың береһе. “Күңелендә туҙан хәтлем генә лә тәкәбберлек тойғолары булған кеше ожмахҡа кермәҫ”, – тиҙәр.
Республикалағы иң яҡшы уҡыу йорттарында белем алыу – һәр сығарылыш уҡыусыһының хыялылыр. Бала саҡтан тарихыбыҙ тураһында күп ҡыҙыҡһындым. Билдәле шәхестәребеҙҙең биографияларын өйрәндем. Ошо хыялым мине башҡорт халҡына әллә күпме зыялы шәхестәрҙе биргән вузға килтерҙе лә инде. Бында төплө белем алыу менән бергә, төрлө яҡлап һәләттәреңде үҫтерергә лә мөмкинлектәр ҙур. “ҠарАҡ” тип аталған студенттарҙан торған КВН командаһын төҙөнөм. Ике йыл рәттән республикала чемпион булдыҡ. Шиғыр яҙыуҙан да туҡтамайым. Тетрәндергән, уйға һалған, хисләндергән ваҡиғалар тормошомда осраһа, уны шиғыр юлдарына һалыу хәҙер ғәҙәтемә лә кергән инде. “Йөрәк һүҙе” телевизион проектында ҡатнаштым. Өс турға ла алдан үҙем яҙған шиғырҙарҙы әҙерләнем. Үкенескә күрә, беренсе турҙа төшөп ҡалдым. Тик уларҙың барыһы ла, һуңлабыраҡ булһа ла, уҡыусыһына барып етте, тип уйлайым. “Самауырлы ритайым”да “Халҡым күҙенә ҡарап” тип аталға шиғырымды һөйләгән инем, тиҙ арала ундағы видеояҙма интернет селтәрендә таралып китте. Халыҡ хәҙер һөйөүен ошо юл менән белгертә бит, ике йыл дауамында: “Һинең шиғырыңды ҡараныҡ. Афарин!” – тип әйтеүселәр осрап тора.
Спорт та тормошомда ҙур роль уйнай. Әлеге ваҡытта ҡатнаш көрәш йәки ҡағиҙәһеҙ алыш төрө менән шөғөлләнәм. Үҙ-үҙеңде һаҡларға, яҡларға өйрәнеү, тәнде сыныҡтырыу ғына түгел. Көн дә күнекмәләргә йөрөү – ул көслө характер билдәһе лә. Спорт залдарында йәштәштәрем һирәк күренеүгә борсолам. Бөгөн күптәр депрессия тигән күңел ауырыуына дусар булыуҙары хаҡында әйтәләр. Көн дә тирләп-бешеп утын ярған егеттәрҙән, көнөнә бер нисә тапҡыр көйәнтә менән шишмәгә йөрөгән ҡыҙҙарҙан был турала, моғайын, ишетеүселәр булмағандыр, тип уйлайым. Бөгөн ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң ул? Минеңсә, тап шул физик хәрәкәттең әҙлеге беҙҙең тәнебеҙҙе ҡатырып төрлө ауырыуҙарға ғына дусар итмәй, ә аңыбыҙҙы ла томалай. Бындай күңел сире менән йонсоһағыҙ, мотлаҡ спорт залдарына килергә саҡырам. Һәр берегеҙ күңелегеҙгә ятҡан спорт төрөн һайлап, шөғөлләнә башлаһағыҙ, башығыҙҙағы төрлө уйҙар ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығыр.
Мәктәп сәхнәһендә үк үҙемде алып барыусы ролендә лә һынап ҡарай торғайным. Өфөгә килгәс тә төрлө сараларҙы алып бара башланым. Динар Дүрт күҙ менән “Тинькофф” холда үткән төрлө концерттарҙы алып барҙыҡ. Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова менән Зөлфир Басыровтың концертын йәнле итеп алып барҙыҡ. Был тәжрибә үҙеңә ышанырға, кеше алдында фекереңде дөрөҫ һәм аныҡ итеп әйтеп бирергә ярҙам итә.
Тормошобоҙҙа интернет ҙур урын биләй. Өфөгә килгәнсе, үҙемде ҡыҙыҡһындырған йүнәлеш буйынса блогерҙарҙы мин дә ҡарап барыусы ғына инем. Был өлкәлә уңыштарға өлгәшкән курсташтарымды күҙәтә торғас, үҙем дә тотоноп киттем. Шиғырҙарымды һөйләгән видеолар менән тәүге яҙылыусыларымдың күңелен яулап алдым. Әлеге ваҡытта көндәлек тормошомдағы ҡыҙыҡ, фәһемле ваҡиғаларҙы һалып барам. Ошо юл менән дә башҡорт йәштәрен үҙ артымдан эйәртә алам икән, был да минең өсөн әһәмиәтле.
Быйыл уҡыуҙа, йәмғиәт эштәрендә, факультетта мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге әүҙемлегем өсөн Мостай Кәрим исемендәге грантҡа лайыҡ булдым. Уны халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙының ҡулынан алыу – минең өсөн ҙур бәхет. Яуаплылыҡ та өҫтәй. Факультет етәкселеге Жәлил Кейекбаев исемендәге стипендияға ла лайыҡ тип тапты. Киләсәктә тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға, үҙемде төрлө яҡлап үҫтерергә тигән алдыма бурыс ҡуям...
Бына шундай егет ул Юлдаш Мусин.
Үҙенең матур өлгөһөндә йәштәштәрен алға әйҙәгән, артынан эйәртә алған айыҡ аҡыллы Юлдаштың исемен киләсәктә лә ишетербеҙ әле.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА яҙып алды.