Башҡорт халҡы борон-борондан йылҡы тотҡан. Ат тоғро дуҫы ла, юлдашы ла булған. Ҡымыҙы – дауалаһа, ҡаҙылығы, ите төп ризыҡ булараҡ ҡулланылған. Бөгөн дә йәштәрҙең йылҡысылыҡҡа иғтибар бүлеүҙәре ҡыуаныслы хәл. Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында йәшәүсе Зәлиә менән Илдар БҮЛӘКӘНОВтар – тап шундай ғаиләләрҙең береһе.
Йәштәр икеһе лә бер ауылдан. Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәтендә ер буйынса инспектор булып эшләп йөрөгән Илдар менән Зәлиә Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡып йөрөгәндә өйләнешәләр. Зәлиә ҡулына диплом алғанда, улар бер ҡыҙ менән улға атай-әсәй булып өлгөрә.
Тамырҙары ергә ныҡлап ултырған ағастың ғына йәшәү көсө ҙур. Ул ел-ямғырға ла бирешеп бармай. Әҙәм балаһының да шулай. Кендек ҡаны тамған ерҙә ул кәрәгерәк. Аяғы ерҙә ныҡлы баҫып торған кеше генә замана елдәренә бирешмәй, балаларына ла өлгөлө тәрбиә бирә ала. Быны Илдар менән Зәлиә яҡшы аңлай. Йәнә йәштәр ике яҡлап ата-әсәләренә терәк-таяныс булыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйып, ауылға ҡайты төпләнә. Башта Илдарҙың ата-әсәһе менән бергә йәшәйҙәр. Зәлиә береһенән-береһе бәләкәс бала менән өйҙә ултырғанда ләлә сәскәләре үҫтерә башлай. Ноябрь айында ҡомға сәскәнең һуғандарын ултыртып, февралгә тиклем баҙға ҡуялар. Аҙаҡ яҡтыға сыҡҡас, яйлап сәскәгә бөрөлөнә башлаған үҫемлек ҡатын-ҡыҙҙар байрамына өлгөрөп етә. Ул ваҡытта ауылда ҡышын тәүгеләрҙән сәскә үҫтереүсе генә түгел, беренсе курьер вазифаһында үтәйҙәр. Ситтә йәшәгәндәр яҡын кешеләренә улар аша гөлләмә – һағыныу сәләмдәрен тапшырыуҙарын һорайҙар. Эштәренән килем алыуҙан бигерәк, оло йәштәге апайҙарҙың балалары исеменән бүләккә гөлләмә алып ҡыуаныу мәлдәре хәтерҙәрендә ныҡ уйылып ҡала. Сөнки күптәре яңғыҙы ғына донъя көткән, аралашыуға һыуһап киткән өлкәндәр уларҙы ҡыуаныстарынан ҡосаҡлап алалар, илап ебәрәләр – күңел төбөндә ятҡан ысын хистәренә ирек бирәләр. Кешеләргә шатлыҡ өләшеү ҙур ҡәнәғәтлек, ҡыуаныс тойғоһо алып килә йәштәргә.
Дүртенсе сабыйҙарын көткәндә, Бүләкәновтар сәскә үҫтереүҙәрен туҡтата, сөнки Европанан күмәртәләп сәскә алып март байрамында һатыу кесе эшҡыуарҙар тарафынан йәнләнеп китә. Әммә дәртле, дарманлы, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмаған Бүләкәновтар икенсе, ҙурыраҡ эшкә тотонорға йөрьәт итә. Ат малы үрсетеп ҡарарға уйлайҙар улар. Тәүге дүрт ҡолондарын һатып алалар, яйлап улар янына тағы ла унау, унан һуң өйөр айғыры ла өҫтәлә. Финанс яғынан Илдарҙың атаһы менән әсәһе, туғандары ярҙам итә. Йылҡысылыҡ эшенә тотоноуға сәбәпсе, этәреүсе булып ошо яҡтың билдәле фермеры, хажи Фәнис Кәримов була. Әле лә уның төплө кәңәштәре, тәрән фекерҙәре йәштәргә ярҙам итә. Үҙҙәренә ышанған, иң мөһиме, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған йәш ғаилә ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә ҡарар итә. Бурыстарын ҡаплайҙар ҙа, кредитҡа һауын бейәләрен алырға ҡарар итәләр. Ете баш бейәне Әбйәлил районының Ахай ауылында йәшәүсе Айһылыу менән Зөлфәр Шөғөровтарҙан алалар. Оло йәштәге ағай менән апай, Бүләкәновтарҙың хыял-маҡсаттарын белгәс, шатланып йылҡы тотоу, ҡымыҙ бешеү серҙәре менән бүлешеп оҙаталар. Бөгөн Бүләкәновтарҙың бер нисә тиҫтә аты йыл әйләнәһенә тиерлек тибендә йөрөй. Бары тик һуғымлыҡ йылҡыларын ғына ҡураға алып ҡайтып ҡарайҙар.
Ат малының үҙенә күрә генә ҡылыҡ-холоҡтары бар. Бүләкәновтарҙың яңы алған бейәләре ҡоланлар мәл еткәс, берәм-берәм Әбйәлил районына, тыуған ерҙәренә, ҡайтып китә башлай. Аяҡтары тышаулы булыуы ла ҡамасауламай. Йоҡо иң татлы мәлдә, таң алдынан тәүге ҡолонлаған ерҙәренә ашыға бейәләр. Баҡһаң, улар өсөн был ғәҙәти күренеш икән. Тыуған яҡтарына ашҡынған йылҡыларҙы өс-дүрт тапҡыр кире ҡыуып алып ҡайтҡандан һуң, ҡолонлап бөткәнгә тиклем һарайҙа тоталар. Һуңынан ҡолоно менән нығынғас ҡына яланға сығаралар. Тиҙҙән теге бейәләр ҙә күнәләр, яңы ергә, яңы хужаларға ерегеп китәләр.
2023 йылдың йәйендә Бүләкәновтар Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан Моҫтай ауылы эргәһенә бәләкәй генә йәйләү төҙөйҙәр. Тәүге һауын миҙгеленә әҙерләнәләр: тулҡынландыра, ҡурҡыта, ләкин ҡымыҙ эшләү теләге алға әйҙәй. Бөтә ғаилә тырышлығы, туғандар, дуҫтар ярҙамы, йылҡысылар кәңәштәре менән тәүге ҡымыҙ бешелә.
– Әлбиттә, һәр бер бизнес килем алыу маҡсаты менән төҙөлә. Ләкин унан алда, кешене әйҙәп йөрөтөүсе көс – ул Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт. Экологик яҡтан таҙа, шифалы, файҙалы, һәм, иң мөһиме, хәләл ризыҡ етештереү – беҙҙең төп ниәтебеҙ! – тиҙәр улар.
Бейә һауыуҙың үҙенә күрә үҙенсәлектәре лә бар. Тиҙ генә эйгән малдың иң һөтлөһө лә бер һауында бер литрҙай ғына һөт бирә, ти. Йәш бейәләрҙеке ике-өс йөҙ грамдан артмай. Әлбиттә, борондан йәйләүҙәрҙә бейәне бер нисә сәғәт һайын һауып торғандар. Әлеге ваҡытта ла көнөнә өс-дүрт тапҡыр һауыусылар ҙа бар. Тик ул ваҡытта ҡолондары үҫә алмайынса ҡатып ҡалырға мөмкин. Зәлиә был эшкә әсәһенән тәүге һабаҡтар ала. Һәр береһенең холҡона өйрәнеү өсөн дә байтаҡ ҡына ваҡыт китә. Йылы һүҙ йыланды ла өңөнән сығара, тигәндәй, бейә лә ҡолағы менән ярата. Һауыр алдынан иркәләп, матур һөйләшеп, үҙеңде тыныс тотһаң, ул да һауып бөткәнсе, үҙен тыныс тота.
Бүләкәновтар ҡымыҙ бешеү, етештереү өсөн көбөләрҙе Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Самат ағайҙан эшләтеп ала. Уңған ҡатын был эшкә билен биштән быуып тотона. Ҡымыҙ – бейә һөтөнә ҡур (әсетке) ҡойолоп, тәүлек әйләнәһенә бешелеп әҙерләнә. Ни тиклем күберәк бешәһең, көндөң эҫелегенә ҡарап, ул тиҙерәк өлгөрә. Ҡымыҙҙың да үҙенә күрә төрҙәре бар: һаумал ҡымыҙ, сейәле, ҡарағатлы, ыҫланған, баллы һәм ябай йәки классик ҡымыҙ. Бүләкәновтар ыҫланған һәм классик ҡымыҙ етештерә.
– Йылҡы ныҡ аҡыллы мал. Ашаған урынын бысратмай, үтә күренмәле таҙа ғына һыу эсә. Бысраҡҡа батып та йөрөмәй. Етмәһә, йыл әйләнәһенә тиерлек тибендә йөрөп үҙ-үҙен ҡарай. Әлбиттә, һәр береһе чипланған. Бөгөнгө көндә юлда ҡарауһыҙ йөрөгән аттар арҡаһында авариялар осрап тора. Юлдағыларҙы бәлә-ҡазаларҙан аралар өсөн, төндә йыраҡтан күренеп торған махсус таҫмалар ҙа тағабыҙ. Навигатор ярҙамында ҡайҙа йөрөгәндәрен дә күреп торабыҙ.
Беҙ иң тәү сиратта үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм һатып алыусыларыбыҙҙы экологик ятҡан таҙа, тәмле ризыҡ менән тәьмин итәбеҙ. Ниндәйҙер килем алыуҙан да бигерәк, ошоноһо беҙҙең өсөн мөһим. Йылҡы малынан етештерелгән тауарҙы күпселек ауылдаштар, яҡын-тирәләге ауыл халҡы алып бөтә. Ҡаҙылыҡ эшләйбеҙ, итләтә лә һатабыҙ, – ти Зәлиә йылҡы малына бәйле мәғлүмәт менән таныштырып.
Бүләкәновтар дәүләт эштәрендә лә эшләйҙәр. Булдыҡлы, уңған ғаилә башлығы Илдар Рафиҡ улы ауылда Янғын һүндереү бүлеге етәксеһе. Юғары белемде ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетында ала. Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын да башҡара бер мәл.
Был осорҙа ауылдарын төҙөкләндереүҙә, ауыл тормошон яйға һалыуға ҙур өлөш индерә: урамдар яҡтыртыла, юлдар төҙөкләндерелә, эсәр һыу мәсьәләһе хәл ителә. Ауылдаштары әле лә уның эшләгән мәлен һағынып иҫкә ала. Ә ир – баш, ҡатын муйын тигән халыҡ аҡылына таянып йәшәгән Зәлиә Сәғит ҡыҙы Баймаҡ тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының бүлеге – Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙың ғилми-хеҙмәткәре. Ауылда әүҙем эшләп килгән ирекмәндәр төркөмөн дә етәкләй ул. Гуманитар ылау әҙерләү, маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре эшләү бер нисә йыл рәттән даими рәүештә башҡарылып килә.
– Ауылыбыҙ халҡы, яҡташтарыбыҙ әүҙем, ыңғай. Шуға күрә эшебеҙ ҙә ырамлы, – ти яҡташтары менән ғорурланып Зәлиә.
Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы донъя күргән “Ирәндек яугирҙәре” китабы авторҙарының береһе булыуы ла уның илһөйәр шәхес булыуы тураһында һөйләй. Мәғлүмәт туплаусы ижади төркөм Ирәндек буйында урынлашҡан Моҫтай, Атаңғол, Ғәҙелша, 1-се һәм 2-се Төркмән, 1-се һәм 2-се Моҡас, Абҙаҡ, Әхмәр, Казанка ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың яу юлдарын китап итеп сығарыуға өлгәшкән. Олатайҙар тарихын ҙур хазина итеп киләсәк быуынға тапшырғандар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих фәне уҡытыусыһына уҡыған Зәлиә киләсәктә ауылының шәжәрәһен, тарихын тәрәндән өйрәнеүҙе үҙенең төп бурысы итеп һанай.
Дүрт балаға атай менән әсәй бөгөн Бүләкәновтар. Уларға халҡыбыҙ йолаларына, аҡылына таянып матур, дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышалар. Әлбиттә, был осраҡта ике яҡлап олатай-өләсәйҙәрҙең дә роле ҙур. Улар бәләкәстәрҙе үҫтерешкәндә күҙ-ҡолаҡ ҡына булып тормай, ә үҙҙәре артынан эйәртеп ҡул араһына керергә лә өйрәтә. Ғөмүмән, үҙҙәре лә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Бүләкәновтар уларҙың бала сағы ла бер мәл генә икәнен яҡшы аңлай һәм форсат сыҡҡан һайын бергәләп нимәлер эшләргә, тәбиғәткә сығырға атлығып торалар. Һүрәт төшөрөргә, йырларға яратҡан ун дүрт йәшлек Рәлиә менән ҡурайҙа уйнаған, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейегән ун бер йәшлек Илдан Сибай гимназия-интернатында белем ала. Ә компьютер телен яҡшы аңлаған ун өс йәшлек Ильяс – Төркмән дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы. Алты йәшлек Ғәлиә әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
– Донъя кимәлендә ҙур эшҡыуарҙарҙың биографияһына күҙ һалһаң да, уларҙың уңыштары йылдар дауамында тирҙәрен түгеп эшләгән хеҙмәте икәнен күрергә мөмкин, – ти Бүләкәновтар. – Ысынлап та, барыһы ла бер көндә генә килеп сыҡмай. Тырышырға, эшләргә, өйрәнергә, был өлкәлә уңыштарға ирешкәндәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Кешенең уйы ла шул хәтлем көслө нәмә. Уйығыҙҙа йөрөткән эште, изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға тырышығыҙ. Шул ваҡытта барыһы ла килеп сығасаҡ. Иң мөһиме, ҡаршылыҡтар алдында туҡтап ҡалмағыҙ. Килеп сығамы-юҡмы, бәләкәс кенә аҙымдар менән маҡсатығыҙға ҡаршы барығыҙ. Беҙҙең башланғысты хуплаусы, ярҙам итеүсе яҡындарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ булыуы ла ышаныс өҫтәй.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.