Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март , 14:33

Югра башҡорттары

Себер беҙҙеке, тибеҙ. Унда һәр икенсе кеше – башҡорт, тигәндәрен дә йыш ишетергә тура килә.

Югра башҡорттары
Югра башҡорттары

Себер беҙҙеке, тибеҙ. Унда һәр икенсе кеше – башҡорт, тигәндәрен дә йыш ишетергә тура килә. Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә. Йә нужа. Милләттәштәребеҙ араһында ҡырыҫ тәбиғәтле Себер яҡтарына ваҡытлыса эшкә барыусылар ғына түгел, ә шунда төпләнеп йәшәүселәр ҙә байтаҡ. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн дә ҙур эштәр башҡара улар. Ханты-Манси автономиялы округы – Юграның “Югра башҡорттары” төбәк йәмәғәт йәштәр ойошмаһы – тап шундайҙарҙың береһе.

2017 йылда Илфат Кинйәбаевтың тырышлығы менән барлыҡҡа килгән был ойошманы 2022 йылдан Роза Һатыбалова етәкләй. Нижневартовск ҡалаһы һәм яҡын-тирәләге ҡала-ҡасабаларҙа уҙғарылған сараларҙың биҙәгенә әйләнгән “Югра башҡорттары” вәкилдәренең барыһын да туған телдәренә булған һөйөү, халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен киләсәк быуындарға тапшырыу тигән изге ниәт берләштерә.
Роза Мәжит ҡыҙы – Бөрйән районының Нәби ауылынан. Ауылдашына кейәүгә сығып, Баймаҡ ҡалаһында төпләнәләр. Ире был ваҡытта вахта ысулы менән Себергә йөрөй. Өс бала ата-әсәһе бер көн күсенергә ҡарар итә. Бында килгәс, төрлө эштәрҙә йөрөгән, әлеге ваҡытта ҡаланың 2-се балалар ижады мәктәбенең методисы – зыялы ханым үҙ-ара аралашыуға сарсай. Мәғлүмәт эҙләй башлағас, интернетта тап ошо ойошмаға юлыға. Һуңынан төрлө байрам-сараларға йөрөп, үҙ кеше булып китә. Тиҙҙән Илфат Әмир улының уң ҡулына әйләнә.
Бөгөн йыр-бейеү менән генә ситтә йәшәгән йәш быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләп бөтөп кенә булмай. Роза ханым үҙенең балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙы миҫалында ла быны күреп йөрөй. Өйҙә туған телеңдә һөйләшһәң дә, бала үҙенең йәштәштәренең йоғонтоһона нығыраҡ ылыға. Тиҙҙән Ишембай ҡалаһынан Ләйсән Сапрыгина менән 2-се балалар китапханаһында “Башҡорт телен өйрәнеү түңәрәге”н асалар. Аҙнаһына бер тапҡыр, йәкшәмбелә үткән был түңәрәккә тәүҙә унлап бала килә. Хәҙер уларҙың һаны егермегә еткән. Башҡорт халҡының күренекле кешеләре, мәҙәниәте, тарихы, йолалары менән йәш быуынды даими танышытырып баралар. 2022 йылда ошо маҡсатта Башҡортостан Башлығы тарафынан грант алыуҙары ла эштәрен яйға һалырға булышлыҡ итә. Башҡортостанда сәнғәт институтын тамамлап, бында күскәнсе, республиканың төрлө театрҙарында эшләп өлгөргән Ләйсән Наил ҡыҙының башҡорт халыҡ мәҙәниәтен төплө белеүе лә ярҙам итә. Йәнә ҡаланың 2-се балалар китапханаһында эшләгән зыялы Ишембай ҡыҙы “ЭтноБеҙ” этноклубын да етәкләй.
2019 йылдан “Самрау” тип аталған бейеү ансамбле уңышлы эшләп килә. Уға Гүзәл Ҡотлогилдина нигеҙ һала. Һуңынан Зөлфиә Кәримова етәкселек итә. Бөгөн – Баймаҡ ҡыҙы, Сибайҙа сәнғәт училищеһының театр бүлегендә белем алған Зөлфиә Йомашева “Самрау”ҙы етәкләй. Туймазы ҡалаһынан Айгөл Кәримова, Магнитогорскиҙан Гөлсөм Ғабдуллина, Баймаҡ районының Төркмән ауылынан Нурзилә Ҡотлоғәләмова, Салауат ҡалаһынан Алина Рукавишниковалар – ансамблдең биҙәге. Ырымбур өлкәһенең Новосергеевка районының Ҡалҡаман ауылы ҡыҙы Элида Ваһапова үҙҙәрендәге педагогия колледжына уҡырға кергәс, башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһына башлай. “Самрау”ға ул быйыл ғына килеп ҡушылған. Бында Нижневартовск ҡалаһында тыуып үҫкән Эльвира Фәйзуллина, Ләйсән Гусевалар сит төбәктә башҡорт рухын таратыусы икенсе быуын вәкилдәре. Сәхнәгә сығыу өсөн башҡорт халыҡ милли кейем өлгөләрен үҙҙәре лә тегә, элеккеләрен дә ҡәҙерләп тоталар. Репертуарҙарындағы “Самауыр”, “Гөлкәй”, “Беләҙектәр”, “Тыпырҙаҡ” бейеүҙәре һәр сараның биҙәгенә әйләнә.
Ун алты үҫмер егет менән ҡыҙ ҙа “Самрау”ҙа бейей. Уларҙың етәксеһе көслө зат вәкиле булыуы айырыуса һөйөнөслө. Зөфәр Ғәлләмов – Ишембай районының Ғүмәр ауылынан. БДУ-ны тамамлағас, хеҙмәт юлын мәктәптә башлай. 2021 йылда республикала уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында “Йәш уҡытыусы” номинацияһы еңеүсеһе. Башҡортостанда туризм буйынса ла эшләп өлгөргән ир уҙаманы дүрт йыл самаһы элек Нижневартовск ҡалаһына күсеп килә. Бында ла үҙен һынатмай. Төҙөлөш компанияһында генераль директор урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә. Әлеге ваҡытта үҙ эшен асып йөрөгән Зөфәр Рәжәп улы йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. “Югра башҡорттары” йәмәғәт ойошмаһына үҙ теләгем менән килдем. Бөгөн ойошмала күбеһенсә мәҙәни-күмәк сараларҙы ойоштороу өсөн яуап бирәм, төрлө проекттарҙа һәм йәмәғәт башланғыстарында әүҙем ҡатнашам. Шулай уҡ репетициялар алып барам, балалар өсөн башҡорт бейеүҙәре ансамбленең етәксеһемен”, – ти ул.
“Югра башҡорттары” ойошмаһында вокал коллективы ла уңышлы эшләп килә. Ул сығышы менән Ейәнсура районының Өмбәт ауылы ҡыҙы Фаягөл Уразбаеваның (Сырлыбаева) тырышлығы менән барлыҡҡа килгән. Бала сағынан йырларға яратҡан Фаягөл Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт техникумында хор бүлеген тамамлай. 2006 йылда Себергә күсеп килә һәм ошо коллективты етәкләй. Унда йәмғеһе ете гүзәл зат йөрөй. Стәрлебаш районының Яңы Ҡалҡан ауылынан Земфира Аллабирҙина, Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан Динә Халиҡова (Хәсәнова), Ейәнсура районының Иҙәш ауылынан Әлисә Исламғәлина (Мусаҡаева), Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Лилиә Зуева (Кинйәбаева), Йылайыр районының Һабыр ауылынан Гөлсәсәк Әминовалар башҡорт халыҡ йырҙары менән бергә эстрада йырҙарын да башҡара.
Башҡорт ҡайҙа йөрөһә лә ҡурайҙан айырылмай. Быға тиклем ойошмала үҙаллы ғына уйнаусылар булһа, хәҙер айырым ансамбль туплана башлаған. Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылынан Фидәис Ғәниев был эшкә ең һыҙғанып тотонған һәм тиҙ арала ҡурайсы ир-егеттәрҙе бергә йыйып сәхнәгә сығарған. Әлеге ваҡытта балалар өсөн ҡурай түңәрәге лә асылған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының клубы ла эшләп килә. Уның иң әүҙем ағзалары Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Зилә Һөйәрембәтова, Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан Фатима Йәғәфәрова, Баймаҡ районының Аҡтау ауылынан Миңнур Шахморатова, Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһынан Әнисә Власовалар Нижневартовск ҡалаһына бынан утыҙ-ҡырҡ йыл самаһы уҡ килеп төпләнгәндәр. Өлкән быуын ир-егеттәр – ойошманың аҡһаҡалдары, терәге, таянысы. Улар гүзәл заттарҙы төрлө сығыштарға алып баралар, тирмә ҡороу, йыйыштырыуҙы үҙҙәренең бурысы итеп һанайҙар. Ғафури районының Ташбүкән ауылынан Фәнил Кинйәбаев, Баймаҡ районының Ишей ауылынан Айрат Рәхмәтуллиндарҙың йәшлек йылдары ла Нижневартовскиҙа үтә. Күптәренең балалары Башҡортостанда белем алған. Кендек ҡаны тамған ер менән бәйләнеште дауам итеү менән бергә, “Югра башҡорттары” ойошмаһына килеүсе йәштәргә кәңәштәрен бирәләр, үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашалар. Ғөмүмән, бында йөрөгән һәр кем алтын бөртөгөнә тиң – һәләтле, дәртле, рухлы кешеләр. Баймаҡ районының Ярат ауылынан Илмир Ҡотлоғәлләмов иретеп-йәбештереүсе булып эшләй һәм бер ваҡытта ла йыр-моңдан айырылмай. Моңло йырҙары, ҡурай моңдары менән концерттарҙы биҙәй. 2023 йылда Нижневартовск ҡалаһында даими үткәрелеп килгән “Беҙ бергә” конкурсында башҡорт көйҙәренән теҙмә башҡарып, “Халыҡ музыка ҡоралдары” номинацияһында 1-се урын яулаған.
Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Бөгөн уларҙың күңелдәренә рух осҡондары ҡабыҙаһың икән, киләсәктә унар – йөҙәр йыл дауамында башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре юҡҡа сыҡмаясаҡ, моңо, көйө һүнмәйәсәк. “Югра башҡорттары” вәкилдәре быны яҡшы аңлай. Үҙҙәре артынан балаларҙы эйәртеүҙе төп бурысы итеп һанай. Гөлсәсәк менән Илнур Әминовтарҙың балалары, мәҫәлән, ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, милләтенең ғорурлығы булып үҫеп килә. Оло улдары Батырхан гитарала, ҡурайҙа уйнай. Йылайыр районының Һабыр ауылында йәшәгән өләсәһе Гөлсинә Торомотаеваның ярҙамы менән, ҡала кимәлендә уҙғарылған бер ярышта, туҙҙан ҡайнатылған һағыҙ тураһында һөйләп, беренсе урын алған. Һеңлеһе Айһылыу ҙа унан ҡалышмай. Оҫта ҡуллы ҡыҙ, стилләштерелгән милли түшелдерек тегеп, ҡалала уҙғарылған бер конкурста иң яҡшыһы тип табылған. Байрас та ағаһы менән апаһының матур өлгөһөндә үҫә. Башҡортостанда интернет селтәрендә үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Әлбиттә, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү өсөн, ата-әсәһенең тыуған яҡтарынан даими алдырып торған гәзит-журналдар ҙа ярҙам итә. Динара Йәрмиева исемле башҡорт ҡыҙы ла ҡайҙа барһа ла башҡаларҙы һоҡландырып ҡына йөрөй. Үҙе уҡыған мәктәптә “Оҙонсәс”, “Тыпырҙаҡ” бейеүҙәре менән йәштәштәрен таң ҡалдыра. Марсель Самохин да – күптәр өсөн үрнәк. Башҡортса йырҙар өйрәнә, баянда уйнау серҙәрҙәренә тырышып төшөнә.
– Беҙҙең ойошма мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмай. Халыҡтар дуҫлығы көндәрендә әүҙем ҡатнашабыҙ, үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙ менән уҡыусыларҙы таныштырабыҙ. Ойошма ағзаларын жюри составына ла саҡыралар. Үҙебеҙҙең тирмәбеҙ бар. Уны төрлө сараларға алып барып, эстән биҙәйбеҙ, башҡорт халҡының милли аштары менән килгән ҡунаҡтарҙы һыйлайбыҙ. Сорғот, Лянтор, Когалым, Рудужный ҡалаларына, Излучинск ҡасабаһына барып, милләттәштәребеҙ менән осрашабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Һәр аҙна һайын тиерлек спорт залдарын ҡуртымға алып, футбол, волейбол уйнарға йөрөйбөҙ. Ҡала кимәлендә үткән спорт ярыштарынан да ситтә ҡалмайбыҙ, – ти Роза Мәжит ҡыҙы. Бынан тыш, сығышы менән Башҡортостандан төрлө һөнәр эйәләре булған яҡташтарының исемдәре менән таныштырыуҙы ла үҙҙәренең бурыстары итеп алғандар. Йыл һайын Нижневартовск ҡалаһы башҡорттары ноябрь айында Башҡорт мәҙәниәте көнөн билдәләй. Быйыл унда килгән ҡунаҡтар Самотлор нефть ятҡылыҡтарында тәүгеләрҙән булып килеп эш башлаған нефтселәр, төҙөүселәр хаҡында мәғлүмәттәр менән таныша алған. Йәнә башҡорт халҡының зыялы, һәләтле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереүҙә лә әүҙемлек күрһәтәләр. Бынан бер нисә йыл элек, тап “Югра башҡорттары” ойошмаһының тырышлығы, ныҡышмаллығы менән Нижневартовск ҡалаһының бер урамына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелгән.
Ситтән килгән милләттәштәребеҙҙең теләге менән барлыҡҡа килгән был ойошма, әлбиттә, хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ҙә даими ярҙам алмай. Халыҡтар мәҙәниәте үҙәгендә йыйылышһалар ҙа, унда ла күмәк булғанда урындар етмәй ҡала. Был ваҡытта ла милләттәштәребеҙ ярҙамға килә. Эшҡыуар Морат Булат улы Байдәүләтов үҙенең магазинының бер бүлмәһен биреп ҡуя. Аҡсалата ла ярҙам итеп тора. Белорет районының Исмаҡай ауылы ҡыҙы Кәримә Бәҙретдинова ла был изге эштән ситтә ҡалмай.
Өфөләге Халыҡтар дуҫлығы йортонан Нижневартовск ҡалаһына килеп оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрәләр. Мәҫәлән, Рәйес Низаметдинов ҡурай уйнау, уҡтан атыу серҙәренә төшөндөрһә, Зилиә Бәхтиева вокал нескәлектәре тураһында һөйләп, “Югра башҡорттары” ойошмаһына йөрөүселәр менән осрашҡан.
“Ҡайҙа йөрөһәң дә матур йөрө, һоҡланмаған кеше ҡалмаһын”, – тип йырлана бер йырҙа. Ханты-Манси автономиялы округы – Юграның “Югра башҡорттары” төбәк йәмәғәт йәштәр ойошмаһы вәкилдәре сит тарафтарҙа һоҡландырып ҡына ҡалмай, ә башҡалар өсөн матур өлгө лә булып тора.


Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:
Читайте нас