Шоңҡар
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март , 09:46

“Яҙмышымда сетерекле мәлдәр байтаҡ...”

15 йәшемдә көсләп кире ауылға алып ҡайттылар – ғаиләлә ярҙамсы кәрәк ине.

“Яҙмышымда  сетерекле  мәлдәр  байтаҡ...”
“Яҙмышымда сетерекле мәлдәр байтаҡ...”

Шәүрә ҒИЛМАНОВА – Башҡортостан радиоһы һәм телевидение тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес. Бар ғүмерен, көсөн, ижадын уны үҫтереүгә, байытыуға, камиллаштырыуға арнаған. Бөгөн дә Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ошо тармаҡтың үткәнен мәңгеләштерә, бөгөнгөһөн хәстәрләй, киләсәген ҡайғырта – Теле-радио-сәнғәт мәктәп-студияһына нигеҙ һалып, 20 йыл уны етәкләй. Әммә Шәүрә апай күп яҡлы талант эйәһе лә. Ә ябай булмаған яҙмыш юлында рух көсөн, күңел нескәлеген, эшенә һәм тормошҡа һөйөүен һаҡлап ҡала алыуы – айырым бер батырлыҡ. “Шоңҡар”ҙар менән бергәләп, самауыр артында тап ошо турала әңгәмә ҡорҙоҡ та инде.

“Шоңҡар”ҙар: Шәүрә апай, самауыр тигәндә һеҙҙең күңелдә ниндәй хәтирәләр уяна? Әле йортоғоҙҙа самауыр ҡайнатаһығыҙмы?
Шәүрә ҒИЛМАНОВА: Күҙ алдына атай-әсәй йорто килеп баҫа: самауыр һәр саҡ өҫтәлдә ултырыр ине. Ҙур еҙ батмус өҫтөндә. Әсәйем мин белгәне бирле үҙаллы йөрөй алманы, шулай уңайлы булғандыр күрәһең. Бәләкәй саҡта өҫтәлдә көйө ҡапҡасын асып, һыу тултырғандарына, торбаһына ҡып-ҡыҙыл күмер төшөргәндәренә аптырай инем. 9 – 10 йәш булғандыр, миңә тыштан табынға самауырҙы индерергә рөхсәт иттеләр. Ҡыуанып, самауырҙы күтәреп алыуым булды, тотҡаһының бушап бөткән ағасы усымда әйләнеп китте лә, ҡайнар һыу һулаҡай аяғымды бешерҙе. Мәңгелеккә иҫтәлек ҡалды. Шунан бирле самауырға бик ҡыҙыҡмай инем, өй төҙөп сығыу менән, ниндәй бүләк алырға белмәй шылтыратҡан бер ҡунаҡтан самауыр һораным. Тик Ҡытай самауырының ғүмере оҙон булманы. Минең йорт ысын Тула самауырын көтә. Әйткәндәй, мәскәүҙәрҙең бер телепрограммаһында тәүге самауырҙы Уралда уйлап сығарғандарын ишеткәс, эй ҡыуандым.
“Шоңҡар”ҙар: Бала саҡ тураһында һүҙ башлағас, һеҙҙең ул осор бер аҙ аяныслы булған, тиҙәр...
Шәүрә ҒИЛМАНОВА: Эйе, яҙмышымда сетерекле мәлдәр байтаҡ. Донъя шундай ҡатмарлы нәмә бит ул, тормошондағы ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларҙың, айырым үҙгәрештәрҙең сәбәбенә ҡайсаҡ өлкәндәр ҙә төшөнә алмай йонсой. Ә инде сабый саҡтағы көнкүрешеңде асыҡлай башлаһаң, бөтөнләй ҡапма-ҡаршы мәғлүмәттәргә батаһың, кемгә ышанырға белмәйһең. Сәбәптәре ниндәй генә булмаһын, йәшем тулыуға мине инәйемдең һеңлеһенә тапшырғандар. Йөклө саҡта уҡ тол ҡалған Ғәшиә апайым 1954 йылда яңы асылған Красноусол балалар шифаханаһына эшкә урынлаша. Минән аҙна-ун көнгә генә кесе булған улы менән мине лә алып китә. Тик ҡустым оҙаҡ йәшәмәне. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, балалар дауаханаһы башта республика буйлап тыумыштан зәғиф сабыйҙарҙы йыйып, һаулыҡтарын нығытҡан. Бәлки, шул иҫәпкә мин дә ингәнмендер. “Духтырҙар һинең йүнәлереңә, кеше булырыңа ышанманы,” – тип һөйләгәне булды Ғәшиә апайымдың. Мин – “телһеҙ” тыуған сабый. Тыумыштан телем аҫҡы аңҡауға йәбешеп яралған. Шифаханала мине апайымдың яңы тормош юлдашы Никандр еҙнә менән белгес табип “телле” иткәндәр. Игеҙәктәре тыуғас, ете йәшемдә мине ата-әсә йортона кире ҡайтарҙылар.
Ауылыбыҙҙа Хәйерниса исемле оҙон кәүҙәле, мөләйем генә әбей барлығы хәтерҙә. Ул урамда туҡтатып, миңә үҙем тураһында ҡыҙыҡлы тарихтар һөйләй торғайны. Уларҙы әкиәт һымаҡ тыңлай инем, әйтерһең дә, миңә ҡағылмай. Дөрөҫмө-түгелме, байтаҡ ваҡиғаларҙы уның аша мейегә һеңдереп, ғүмер буйы шуларҙы асыҡлап маташтым. Ауылда, имеш, мине “немтой” тип белгәндәр. Донъяға килгәндә лә, һуңынан да иламағанмын, байтаҡ ваҡыт йүнле өн сығармағанмын. Һигеҙ ай тигәндә мине ялан ситендә өлкәнерәк апайҙар ҡарамағына ҡалдырып, инәйем бесән сапҡан. Шул саҡ биш йәшлек апайым күрше ҡыҙы менән бәхәсләшеп, мине илатырға булған. Уйнатып, көлдөрөп, бер нисек тә булдыра алмағас, шунда аҙыҡ-түлек араһында ятҡан йоҡарған салғы битенән эшләнгән бәке менән бармағымды ҡырҡалар. Йәнәһе, ауыртһа, балалар илай! Һул ҡулымдың һуҡ бармағында ҡара эҙ әле лә ярылып ята. Мәктәпкә тиклем шул бармаҡты имеп йөрөгәнмен. Ысынлап илаған тауыш сығарғас, апайҙар бесәнлеккә һөйөнсөләргә сапҡан. Өлкәндәр нимә булғанын асыҡлап, фажиғә урынына килгәнсе, ауыртыуға сыҙамай ҡулын һелккән сабыйҙың күпме ҡан юғалтҡанын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер... Шунан килә ҡатмарлы сирҙәремдең тарихы. Минең тәнемә нисәмә тиҫтә сит кешеләрҙең ҡаны ебәрелгәнен бәлиғ булғас ҡына һанай башланым. Ҡан тултырылған флакон тышына элек донорҙың исеме, йәше, милләте яҙыла торғайны. Бер нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарғандары, хатта әсәлек бәхетен бүләк иткәндәре өсөн уларҙың һәр береһенә исемләп доға ҡыла инем. Үкенескә ҡаршы, сит кешенең ҡанын организм тулыһынса үҙләштерә алмай. Йылдар үткәс, ҡабул ителмәгән микроорганизмдар, “антитела” тиҙәр, бергә ойошоп, һине өҙгөләй башлай. Ғүмер буйы самаһыҙ, сикһеҙ һыҙланыуҙарымды табиптар шулай аңлата.
Инде бала саҡ мажараларына әйләнеп ҡайтһаҡ, башланғыс мәктәпте бөтөр-бөтмәҫ мине Белорет ҡалаһына иң оло бер туған апайымдың яңы тыуған сабыйын ҡарашырға оҙаталар. Үкенескә ҡаршы, күп тә үтмәй, йәш ғаилә еҙнәмдең ауылына күсеп ҡайтырға мәжбүр була. Улар йәшәгән фатир хужабикәһе Мария Ивановна мине тәрбиәгә алды.
Ғәшиә апайым менән Никандр еҙнә биргән һөйләшеү һәләте, Гөлйыһан апайым менән Ҡаһир еҙнә асҡан яңы даирә, Белореттың 17-се мәктәбендә алған белем, рус инәйем Мария Ивановнаның тормош һабаҡтары минән яңы кеше яһаны, тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Нәзәкәтлеккә, нәфислеккә кем тәрбиәләне икән, тиҙәр йыш ҡына. Үҙемде иҫләгәндән бирле һәр ғаиләнән, һәр яңы ҡараусымдан, хатта осраҡлы танышҡан кешенән дә ниндәйҙер ҡылыҡҡа, яңы һөнәргә, оҫталыҡҡа өйрәнергә, тәжрибә тупларға тырыштым. Белмәгән эшем бик аҙ. Ҡатын-ҡыҙға тейеш эштәрҙе һанап тормайым. Әлбиттә, бешеренәм, тегенәм, бәйләйем дә, үҙем – гример, парикмахер, үҙем маникюр эшләйем. Беҙҙең профессияла былар бик кәрәкле һөнәр. Көйәнтәләп һыу ташырға өйрәнә алманым, биҙрәләрҙе ике ҡулыма күтәреп йүгерә инем. Кәүҙәгә бәләкәс булғас, сөрсөлөп йығылып илаған саҡтар күп булды. Күргәндәр, ирҙәр эшен бигерәк тә оҫта башҡараһың, тиҙәр. Хатта, дуҫтар ҡыҙыҡ күреп, минең балта сарлаған, салғы яныған, шуруповерт менән кәртәләрҙе рәтләгән, утын ярған мәлдәрҙе видеоға төшөрә.
15 йәшемдә көсләп кире ауылға алып ҡайттылар – ғаиләлә ярҙамсы кәрәк ине. Әсәй авариянан һуң зәғифләнеп ҡалды, кеше көнлө. Өлкән апайҙар үҙаллы юлға баҫты. Өйҙә 6, 9, 12 йәшлек ярҙамға мохтаж туғандарым ҡаршы алды. 7 – 8 кластарҙы күрше Ҡарағай рус мәктәбенә йөрөп уҡыным. Һуңынан Салауат педагогия училищеһында ла, Ҡазан университетында ла рус төркөмөндә белем алдым.
“Шоңҡар”ҙар: Ябай ауыл ҡыҙында диктор булыу хыялы ҡасан, нисек барлыҡҡа килде?
Шәүрә ҒИЛМАНОВА: Диктор булам, тип мин бала, үҫмер саҡта ике тапҡыр ысҡындырғайным. Беренсе тапҡыр 9 – 10 йәштәрҙә атай-әсәй йортонда иғлан иттем. Атайыбыҙ ярты быуат профессиональ һунарсы булып хеҙмәт итте. Сәғәтләп, минутлап Башҡортостан радиоһынан һауа торошо тураһында мәғлүмәт көтә. Әйткәндәй, ул 27 йәшенән үк ел-ямғыр, ҡар-буран, һауа температураһы, ер туңыу, боҙ китеү, ҡоштарҙың көҙөн йылы яҡҡа осоуы һәм яҙын кире ҡайтыуы һымаҡ тәбиғәт күренештәрен теркәп барған. Ана шул радиола “Һауа торошо” тигән музыкаль заставка яңғыраһа, өйҙә кем бар – барыһы ла шымып, ҡатып ҡала ине. Атай тыңлап бөтә лә комментарий бирә. Бигерәк тә уны: “Аяҙлы-болотло, урыны менән яуым...” – тигән иғлан сығырынан-сығара. “Мин уны һинһеҙ ҙә беләм!” – тип, радионы һүндереп тә ҡуйғылай.
Атай-инәйемде асыуландырған тағы бер ваҡиға йыш ҡабатлана: алдан иғлан иткән һауа торошо прогнозы аҡланмаһа, дикторҙы әрләйҙәр. Бигерәк тә яҡташыбыҙ Лира апайға эләгә ине: “Ошо үҙебеҙҙең Мырҙаҡай ҡыҙы вәғәҙә иткәне бер ысынға тура килмәй. Ана, Ғәлинур Бикбулатов алдашмай бит!..” Көлкө, әлбиттә, һауа торошона диктор хужа түгел, уға нимә яҙып бирәләр – шуны уҡый! Шулай ҙа бер: “Мин диктор булһам алдашмаҫ инем...” – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Икенсе шундайыраҡ хәл башланғыс кластарҙа булды. “Кем булырға теләйһең?” тигән темаға тәүге иншала уҡ: “Космонавт йә диктор!” – тип яҙып көлкөгә ҡалғайным. Улар минең өсөн буй етмәҫлек хыял икәнен үҙем беләм. Саялыҡ менән шундай оран һалғанмындыр, тим. Космосҡа осорға сәләмәт, көслө кешеләр генә дәғүә итә ала. Ә мин – дистрофик. Дикторлыҡҡа килгәндә, үҙемдең тышҡы ҡиәфәтемде һәр саҡ объектив баһаланым. Икенсе сәбәп – тел. Биш йәштә саҡ һөйләшергә өйрәнгән кешемен. Тел тейешенсә өҫкә күтәрелмәү сәбәпле “Р”, “Ҡ”, “Ғ”, “Х” һәм башҡа шундай өндәрҙе яңғырата белмәйем, һаҡау саҡ.
Тик әҙәмдән, беҙҙең юҡ-бар теләктәрҙе һәм йәшерен хыялдарҙы ишетеп, белеп торған Юғары Көс барын да беләм. Атайым Ғәббәс, указлы мулла-мөғәллим Яхъя Тоҙбәков улы, Ҡөрьән сүрәләре, дини мәғлүмәттәр, вәғәздәр, өгөт-нәсихәттәр, өмөт уятырлыҡ мөғжизәле тарихтар һөйләй ине. Шуғалыр янымда ҡурсаларлыҡ, яҡларлыҡ кеше булмағанда ла, ҡайҙалыр бейектә ярҙам итеүсе, күҙгә күренмәгән ҡотҡарыусы барын белеп йәшәнем. 21 йәшемдә мине, яңы уҡытыусы һөнәренә эйә булған йәш белгесте, радиоға диктор итеп саҡырҙылар. Бөгөн мин – Евразия телевидение һәм радио Академияһының мөхбир ағзаһы. Минең исем ”Рәсәйҙең XX–XXI быуат журналистары” энциклопедияһында, илебеҙҙең Журналистар Союзы “Журналистика легендаһы” исемлегенә индерҙе. Профессиональ кадрҙар әҙерләгән өсөн Салауат Юлаев орденына, “Башҡортостандың Мәғариф отличнигы” тигән исемгә лайыҡ булдым.
20 йыл элек үҙем асҡан Теле-радио-сәнғәт мәктәп-студиямды етәкләйем. Бөгөн коллегаларымды, ҡала-район студияларының хеҙмәткәрҙәрен, шул иҫәптән дикторҙарҙы үҙем уҡытам. Был мөғжизә түгелме ни?!
“Шоңҡар”ҙар: Юғары көс тигәндән, тимәк, динебеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы ҡараш һеҙҙә элек-электән бар. Ислам тәғлимәтенә арналған китаптар бөтөнләй юҡ, хатта дин белгестәре бик һирәк саҡта һеҙ “Йома” тапшырыуы астығыҙ. Ул заман талабы инеме, әллә күңел ҡушыуы буйынса булдымы?
Шәүрә ҒИЛМАНОВА: Минең формалашыуымда ата-әсәй ҡулы аҫтында ваҡыт-ваҡыт менән әҙ-мәҙ генә йәшәһәм дә, ғаилә тәрбиәһе ныҡ йоғонто яһаны. 1990 йылда беренсе тапҡыр инсульт кисереп, көскә аяҡҡа баҫтым. Унан алда 15 йылдан артыҡ радиола эшләнем, ниндәйҙер яңылыҡтар, һөнәри эксперименттар хаҡында хыяллана инем. Әммә сикле техник мөмкинселектәр, контентҡа консерватив ҡараштар дәртемде һүндерә башлағайны. Өҫтәүенә, радиола сәйәсәт буйынса комментатор итеп тәғәйенләгәйнеләр – был вазифала уйлағаныңды, теләгәнеңде әйтергә ярамағаны тиҙ асыҡланды. Тап шул мәлдә мине телевидениеға саҡырҙылар. Яңынан ижади эҙләнеүҙәр башланды. Берҙән-бер теләгем – көндәлек сәйәси-иҡтисади темаларҙан ситләшеп, мәңгелек ҡиммәттәргә мөрәжәғәт итеү ине. Башҡортостан телевидениеһының ул ваҡыттағы баш мөхәррире Әнисә Тимербулатова фатиха бирҙе. Мин 1991 йылдың ғинуарында тәү башлап телеэкранға “Бөгөн йома” тапшырыуы менән сыҡтым. Был заман талабы ла, күңел ҡушыуы ла булды. Рухи аҙыҡҡа һыуһаған халҡыбыҙ тапшырыуҙы хуплап ҡаршы алды, уны йышыраҡ әҙерләүҙе, эфирға ҡабатлап сығарыуҙы һорай башланы. Программаны төрлө көндәрҙә ҡабатлай башлағас, “бөгөн” һүҙе төшөп ҡалды.
Бер ҡыуаныслы ваҡиға хәтергә төштө. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты 20 йыллыҡ юбилейын билдәләгән йылды съезға мине почетлы ҡунаҡ итеп саҡырҙылар. Нурмәхәммәт хәҙрәт мине делегаттар менән: “Шәүрә абыстайҙы барығыҙ ҙа белә. Бөгөн уға Башҡортостандың бар мосолмандары исеменән рәхмәт әйтергә бурыслыбыҙ. Беҙ, дин әһелдәре, ҡыймай йөрөгәндә, ул “Йома” тапшырыуы аша беҙгә юл күрһәтеүсе, юлбашсы булды. “Йома” ике йыл барғас ҡына, беҙ саҡ үҙебеҙҙең Диниә назаратын тергеҙҙек!” – тип таныштырҙы. Ул беҙҙең проектты Башҡортостан мосолмандарының ойошоуына, назараттың тергеҙелеүенә генә түгел, Рәсәй төбәктәрендә халыҡтың иманға ҡайта, мәсеттәр төҙөлә башлауына, дини уҡыу йорттары эшмәкәрлеген йәнләндереүгә сәбәпсе итеп танытты. Башҡортостан Автономияһы мосолмандарының беренсе Диниә назараты ойоштороуға 108 йыл тулды. Ул 1936 йылда юҡҡа сығарыла, күпселек руханиҙар репрессияға эләгә. Шунан бирле республиканың Диниә назараты булмаған.
Бәхетлемен, минең “Йома” бөгөн дә йәшәй. Дини тапшырыуҙы ҡатын кеше алып барыуына ҡайһы бер “белгестәр” төрлө инстанцияларға ризаһыҙлыҡ белдергәс, минең материалды Йәркәй ағай Яҡшыдәүләтов эфирға сығара башланы. Беҙҙең хеҙмәттәшлек 15 йылға яҡын барҙы. Әйтергә кәрәк, яйлап “Йома” Йәркәй хажиҙың тормош образына, йәшәү мәғәнәһенә әйләнде һәм тулыһынса уның ҡарамағына күсте. Хәҙер инде тапшырыуға аҡыллы журналист, юғары белемле дин әһеле Морат Лоҡманов яуаплы.
Рәсми мәғлүмәт буйынса “Йома” – Рәсәйҙә беренсе дини телетапшырыу булды. Яйлап рус телле мосолмандар өсөн “Аль Фатиха” тапшырыуын булдырҙыҡ. 1993 йылда христиан динле халыҡ һорауы буйынса “Дорога к Храму” тигән программа астыҡ. Был тапшырыу шунда уҡ Рәсәй кимәлендә танылды. Бөгөн дә һәр фестиваль-конкурстарҙа призлы урын биләй. Проекттың етәксеһе Ирина Миңлеғәлиеваны ул даирәлә руханиҙар бик хөрмәт итә. Беҙҙә 100-ҙән ашыу халыҡ дуҫ йәшәй, тип ғорурланабыҙ икән, “Йома”, “Аль Фатиха”, “Дорога к Храму” тигән телевизион әҫәрҙәрҙең ролен оноторға ярамай. Әйткәндәй, заманында “Йома”ның төп маҡсаттарының береһе итеп беҙ башҡорт һәм татар халыҡтарын берләштереүҙе лә күҙ уңында тотҡайныҡ. Экрандан төшмәгән был тапшырыуҙар иманға, тәртипкә, әҙәпкә, дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә, сабырлыҡҡа өйрәтә, тарихыбыҙҙы, илебеҙҙе, бер-беребеҙҙе ихтирам итергә саҡыра.
Ауылда мәктәп, клуб, мәсет булһа – ул бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмай. Тыуған төйәгебеҙ, Ғафури районының Имәндәш ауылын мәсетле итеүҙә ҡатнашыуым менән бәхетлемен. Ауылдаштарыма, имандаштарыма рәхмәтлемен. Был изге эштең инициаторы, ҡустым имам-хатип Салауат Тоҙбәковҡа сәләмәтлек кенә теләргә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙең театрға арналған тапшырыуҙарығыҙ бик күп, ҡыҙыҡһыныу ҙа көслө. Моғайын, актер йәки режиссер булырға теләгәнһегеҙҙер...
Шәүрә ҒИЛМАНОВА: Бик теләп тә булдыра алмаған бер хыялым – сәхнәгә актер булып сыға алманым. 8-се класты тамамлағас, сәнғәт училищеһына атай ебәрмәне. Хатта белем тураһында таныҡлығымды һәм мәктәп формаһынан тыш берҙән-бер күлдәгемде демонстратив рәүештә яндырҙы. Сөнки ғаиләбеҙҙән ике кеше Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында белем алды: Әлфиә апайым режиссер дипломы менән эш башлаған мәле, Земфира апайым һуңғы курста уҡый. Атайыбыҙ, мөғәллим улы булараҡ, балаларының уҡытыусы булыуын теләне. Мин алдашып, өйҙән ҡасып, педучилищеға киттем. Тик Салауат ҡалаһына уҡытыусы булыу теләге менән түгел, ә беренсе курсты бөткәс тә Өфө сәнғәт училищеһына күсәм, тип барҙым.
Яҙмыш беренсе курста уҡ Сәлисә Сафа ҡыҙы Кәримова менән таныштырҙы. Ул миндә әҙәбиәткә, шиғриәткә ҡыҙыҡһыныу уятты. Минең кумирым, ағаһы Мостай Кәримдең ижад нескәлектәренә төшөндөрҙө, уның фекер диңгеҙенә батырҙы. Яҙышыу теләге тыуҙы. Хатта һуңғы курста республика кимәлендәге конкурста “Пою мою Башкирию” тигән поэмам еңеүселәр исемлегенә кергәйне. Шуныһы минең өсөн ғүмерлек бәлә: русса тел асылып, уҡып, русса фекерләгәс, башта рус телендә яҙыштым. Яйлап татар, һуңынан башҡорт телдәрен үҙләштерә башлағас, юғалып ҡалдым.
Уҡыуҙы тамамлап, ике йыл Красноусолда уҡытыусы, мәктәп директоры, мәғариф бүлеге методисы булып эшләнем дә, өҫтө-башты рәтләгәс, Өфө сәнғәт институтына актрисаға уҡырға инергә киттем. “Йөҙ-ҡиәфәтең – башҡорт, үҙең тел белмәйһең!” – тип беренсе осрашыуҙан уҡ кире ҡайтарҙылар. Ҡабул итеү комиссияһы ағзаһы Гөлли Мөбәрәкова, үҙенең башҡорт теленә бәйле ул мәлдәге аяныслы актер яҙмышын бәйән итеп, алдағы йылға режиссерлыҡҡа уҡырға килергә тәҡдим итте. Бер йыл үткәс, уның менән тағы ла осраштыҡ. Ул саҡта режиссер һөнәренең асылын белмәй инем, әлбиттә. Актриса булыр өсөн генә режиссерҙар төркөмөнә уҡырға килеүемде асыҡлағас, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы миңә һеңдергәнсе алда көтәсәк карьерамды һүрәтләне: “Уҡып бөткәндә һиңә 28 йәш тула. Ул йәштә героинялар роле эләкмәй. Ә характерың буйынса күрәм, һин “массовка”ла йөрөй торған ҡыҙ түгел!” Ниндәй тапҡыр баһалама минең холоҡҡа! Ҡыҫҡаһы, документтарымды алып, районға ҡайтып та тормайынса, Ҡазан дәүләт университетына, радио-тележурналист һөнәренә уҡырға юлландым. Тик театр донъяһы мине һәр саҡ арбаны. Уҡыуҙы тамамлағас, сихри сәнғәт эйәләренең яҙмышы, сәхнә һәм сәхнә арты тормошон сирек быуат буйы телеэкранда, эфирҙа сағылдырҙым. Ошо ижад юлы мине драматургия өлкәһенә лә әйҙәне. Башҡорт академия драма театры етәксеһе Олег Ханов тәҡдиме менән яҡташым Мәжит Ғафури ижады буйынса инсценировка яҙғайным. “Ҡара йөҙҙәр” ун йылдан артыҡ афишанан төшмәй. Рәсәйҙең иң юғары театр фестивалендә биш номинация буйынса ҡатнашты һәм “Алтын битлек” яуланы. Әле лә пьесалар яҙып маташам.
“Шоңҡар”ҙар: Әҙәбиәткә ынтылыш һеҙҙә электән барлығын беләбеҙ: шиғырҙар ҙа ижад итәһегеҙ. Ни өсөн ошо йүнәлештә әүҙем эшләмәнегеҙ?
Шәүрә ҒИЛМАНОВА: Минең өсөн иң ҡыйын һорау. Сөнки бөгөнгө йәшемдән, юғарылыҡтан артҡа ҡараһам, иң йәнемде өҙгөләп әрнеткән үкенеүем шул. Шиғриәт кенә түгел, ғөмүмән, яҙышыуға һәләтемде күреп, яҡындан аралашҡан, минең төрлө ҡулъяҙмаларымды уҡыған әҙиптәр – Ғәзим Шафиков, Динис Бүләков, Рауил Бикбаев, Ғайса Хөсәйенов, Гөлнур Яҡупова, Муса Ғәли һәм, әлбиттә, Мостай ағайым йылдар буйы өгөтләне. “Радио-телевидениела ғүмереңдең иң продуктив осорон бушҡа уҙғараһың!” – тип ғәйепләнеләр, тәнҡитләнеләр.
Үҙемде аҡларлыҡ бер нәмә бар – ул минең көндәлектәрем. Әлбиттә, улар әле әҙәби әҫәр түгел. Яйлап яҙмаларҙы бер формаға һалырға тырышҡан көн. Уларға бәйле үкенесле хәлдәр ҙә бик күп. Көндәлектәр өйҙән-өйгә, кешенән-кешегә күсеп йөрөгән әҙәмдең иң ҡиммәт әйберенә әүерелһә лә, башҡалар өсөн улар сүп кенә. Мәҫәлән, педучилище йылдарында яҙған өс ҡалын дәфтәрҙе пионер лагерында эшләгәндә бер малай бәҙрәфкә батырҙы. Мин әйҙәгән отрядта балалар колонияһында тәрбиәләнеүселәр ҙә ял итә ине. Тәртипһеҙлеге менән барлыҡ төркөмдө йөҙәткән үҫмер, йәштәштәренә көсө етмәгәс, вожатыйҙы аҡылға ултыртырға булған. Күрәһең, ул дәфтәрҙәрҙе нисек ҡәҙерләп йөрөткәнгә иғтибар иткән. Тағы бер миҫал – улым тыуғас, өс йыл буйы алып барған көндәлегемде юҡҡа сығарғас, берәү үкһеп илауыма аптыраны. “Уф-ф, шул тулған “опший“ дәфтәр өсөн дә илар икән кеше!?” – тине. Кейәүгә сыҡҡанда ла, ҡәйнәмде аптыратып, бирнә урынына бер йәшник яҙмалар менән барғайным...
Йәш саҡтағы көндәлектәремдең бөтәһе лә иҫән түгел. Әммә һуңғы 30 йылда теркәгән тарихтарым, уйланыуҙарым, фекерҙәрем, һығымталарым, иң мөһиме – күҙәтеүҙәрем тере. Атайымдан күскән бер үҙенсәлек менән йонсойом. Ул төшөндә күргәне аша киләсәкте юрай ҙа көндәр-айҙар буйы һаҡланып, һиҫкәнеп йәшәр булды. Мин дә шулай: төштәремде ҡағыҙға төшөрәм дә шул хәл-ваҡиғаның ҡасан, нисек тамамланырын көтәм.
Тыныс ҡына тормош көтөргә интуитив тойомлау көсө ныҡ ҡамасаулай ул. 15 йылдан артыҡ бер егәрле, тоғро яҡташ ханым менән эшләнем, уға байтаҡ серҙәремде сисә тоғайным. Йыш ҡына үҙемдең тойған, самалаған нәмәләремде һөйләйем, ә ул шуны яҙып, теркәп ҡуя ине. Шуныһы ҡыҙыҡ: минең иҫәп күпселек осраҡта дөрөҫ була. Ниндәйҙер тарих, ваҡиға күпкә алдан юрағанса булһа йә минең башҡаларҙан ныҡ айырмалы фекерем ваҡыт үтеү менән хаҡлы булып сыҡһа, аҡыллы хеҙмәттәшем теге яҙмаларын эҙләп табып, сағыштырып аптырай. Минең был күҙәтеүҙәрем ябай көнкүреш йә хеҙмәт иткән өлкәнең көндәлек хәлдәренә генә түгел, республика, ил, хатта халыҡ-ара масштабтағы үҙгәрештәргә ҡағыла.
“Шоңҡар”ҙар: Бөгөн телевидениела башҡорт яҙыусыларының ижадын яҡтыртҡан, яңы сыҡҡан китаптарҙы рекламалаған тапшырыуҙар аҙ. Яҙыусылар һүҙе эфирҙа һирәк яңғырай, бер үк кешеләрҙән интервью алалар. Ниңә телевидение башҡорт әҙәбиәтен пропагандалауға һүлпән ҡарай? Һеҙ, тәжрибәле белгес, абруйлы шәхес булараҡ, ошо етешһеҙлектәрҙе күрәһегеҙме?
Шәүрә ҒИЛМАНОВА: Әлбиттә, заманаһы шулай, тип һылтанып була. Ысынлап та, төп каналда әҙәбиәт, мәҙәниәт, профессиональ сәнғәтте даими, системалы сағылдырған тапшырыуҙар етешмәй. Ә был – милли телевидениеның төп бурыстарының береһе. “Ҡурай-ТВ”, “Тамыр” каналдары йыш ҡына әҙәби темаларға мөрәжәғәт итә, әлбиттә.
Ни өсөн был темаға журналистарҙың ҡарашы һүлпән? Беренсенән, олуғ ижадсылар хаҡында һүҙ әйтер өсөн бик оҙаҡ һәм төплө әҙерләнергә кәрәк. Халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Рауил Бикбаев, Марат Кәримовтарҙың, йә ғалим-яҙыусылар Ғайса Хөсәйенов, Тимерғәли Килмөхәмәтовтарҙың телепортреттарын эшләгәндә был әҙиптәрҙең генә түгел, ә уларҙың замандаштарының ижадын, геройымдың эшмәкәрлеге ижтимағи процестарға ниндәй йоғонто яһауын, китаптарына уҡыусыларҙың һәм белгестәрҙең ҡарашын айҙар буйы өйрәнгәнемде әйтә алам. Элек телевидениела ундай күләмле, ҡатмарлы художество әҫәрҙәргә лайыҡлы махсус гонорар түләнә ине. Бынан тыш, ҙур яҙыусының ижадын яҡтыртыр өсөн, һис шикһеҙ, батырлыҡ та кәрәк. Беҙҙең заманда телевидениеның әҙәбиәт бүлегендә Марат Кәримов, Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Тамара Искәндәровалар кеүек талантлы, егәрле әҙиптәр эшләне. Улар менән ХХ быуат әҙәбиәтен булдырған шәхестәрҙең, 80 – 90-сы йылдарҙа әҙәбиәткә килгән йәштәрҙең күпселеген халыҡҡа күрһәтеп, исемдәрен мәңгеләштереп өлгөрҙөк. Бөгөн дә әҙәбиәтте пропагандалайбыҙ кеүек. Иртәнге “Сәләм”дә махсус магазинға килгән яңы китаптарға анонс рубрикаһы бара. Ризамын, күберәк сит ил авторҙарына иғтибар тейә. Сөнки магазиндар тап шундай тауар менән тулған! Шулай уҡ ваҡыты-ваҡыты менән беҙҙең студияла “Китап” нәшриәтендә донъя күргән китаптарҙың презентацияһын ойошторалар. Элек телевидениела “Яҙыусы һәм замана”, “Шағир һүҙе”, “Шәхсән фекер” тигән тапшырыуҙар һәм рубрикалар бар ине. Әҙиптәр ҡыйыу итеп мөһим ваҡиғаларға ҡарата үҙ позицияһын белдерҙе. Бөгөн был өлкәлә эшмәкәрлек һүлпән икән – яҙыусыларҙың үҙҙәрен дә ғәйепләргә урын бар! Әүҙемерәк, ҡыйыуыраҡ булһындар, тим.
Етешһеҙлектәрҙе күреү генә түгел, көн дә сүпләп ултырам. Үҙ фекеремде, тәҡдимдәремде етәкселеккә лә, авторҙарға ла еткереп барам. Был юҫыҡта йыш белдергән талаптарҙың береһе – студияға саҡырылған ҡунаҡтың, интервью биргән кешенең, эксперттың статусына, дәрәжәһенә ҡағыла. Ил ҡатмарлы ваҡиғаларға дусар булғанда, халыҡ ниндәйҙер етди һайлау алдында торғанда, ғәҙәттә, аҡыллы һүҙ менән халыҡ ихтирам иткән сәсәндәр, шағирҙар майҙанға сыҡҡан, ситуацияға баһа биргән, фекере менән уртаҡлашҡан, аҙашҡандарға юл күрһәткән. Хаҡлыһығыҙ, бөгөн йәштәр йыш ҡына бер үк депутаттарға, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, ижадсыларға мөрәжәғәт итә. Ярай әле ул намыҫлы, башҡаларҙы ҡайғыртҡан кеше булһа! Үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, экранға ынтылған әрһеҙ чиновниктар, конъюктурщик, популистар йышыраҡ урала шул журналистар тирәләй. Һөҙөмтәлә улар аҡыллы тамашасыны ярһыта ғына.
“Шоңҡар”ҙар: Диктор булырға, радио-телеэфирҙа тапшырыу алып барырға теләүселәр күп, әммә һәр кем батырсылыҡ итмәй. Ҡыйыуҙарҙың да кемеһелер телде белмәй, ә булдыра алғандар йыш ҡына эш хаҡы түбән булыу сәбәпле оҙаҡ тора алмайҙар, тиҙәр. Диктор профессияһы – эшме ул, әллә хоббимы?
Шәүрә ҒИЛМАНОВА: Дикторҙар һөнәре менән ныҡ танышһығыҙ икән. Оҙаҡ йылдар теле-радио компанияла мин конкурс комиссияһы ағзаһы, рәйес урынбаҫары булдым. (1992 йылға тиклем ойошма Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының Телевидение һәм радио буйынса дәүләт комитеты тип атала ине). Элек эфирға йә экранға эләгер өсөн конкурсанттар “ете иләктән” үткәрелде. Уларҙың яҙмышын, буй-һынын, йөҙөн, тештәрен, сәстәрен ҡарап, тауышын тыңлап, телен һәм белемен тикшереп, элек эшләгән йә уҡыған урынынан мәғлүмәт йыйып хәл итә инек. Бында “три в одном” булыу аҙ, “десять в одном” талап ителә. Был ғына ла түгел әле. Мәҫәлән, эшкә һуңлай, тәртип боҙа икән – бик һәләтле диктор менән дә хушлашырға тура килә. Бөгөн Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының юғары профессионалдар тип һаналған дикторҙары Евгений Романов менән Гүзәл Кейекбаева-Мөхәмәтйәнова – минең ҡатнашлыҡта һайлап алынған кадрҙар.
Дикторлыҡ эшен профессия тип тә, хобби тип тә булмайҙыр. Ул – һирәк шәхестең тәбиғәттән килгән булмышы. Диктор йөҙәрләгән кешенең дөйөм эшен халыҡҡа еткереүсе. Ошо яуаплылыҡты ла иҫтә тоторға кәрәк. Уның белем даирәһе, фекерләү һәләте башҡаларҙан юғарыраҡ, көслөрәк булыуы мотлаҡ. Шуныһы үкенесле: бөгөн был профессияға ынтылғандарҙың күпселеге үҙен экранда күреү һәм күрһәтеү маҡсаты менән сирле. Уларға мин, ғәҙәттә: “В нашем деле не себя в телевидении, а телевидение в себе надо любить!” – тим.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙәге йәшәү дәрте, тормошто яратыу, маҡсатҡа ынтылыш, бөтмәҫ энергия ҡайҙан килә?
Шәүрә ҒИЛМАНОВА: Белгәне бирле яҙмышың тик үҙеңдең ҡулыңда булһа, ғүмерең бер нисә тапҡыр өҙөлөп тә тере ҡалһаң, табиптарҙың ҡот осҡос фараздарына ҡарамай, яртышар йыл дауаханаларҙа ятып, ике тапҡыр әсәй булыу бәхетенә ирешһәң, балаларың һәм үҙеңә оҡшап торған ейәнсәрҙәрең һине яратһа, туғандарыңа һәм коллегаларыңа әле кәрәкһең икән – йәшәүҙән туймайһың. Миңә бүләк ителгән өҫтәмә йылдарҙың, айҙарҙың ҡәҙерен беләм! Һәр көнөм, сәғәтем өсөн Аллаһы Тәғәләмә бурыслы икәнемде беләм. УНЫҢ ышанысын аҡларға тырышам. Мин йәшәргә теләйем, ашығам!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Шәүрә апай! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ижад дәрте, уй-ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын һәм, әлбиттә, табындарығыҙҙың мул, самауырлы булыуын теләп ҡалабыҙ!


Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды.

Автор:
Читайте нас