Ырымбур ҡалаһы Ҡоролтайы башҡорттары һәм “Яйыҡ” ансамбле сит өлкәлә башҡорт халҡын лайыҡлы күрһәтә белеүе менән ҡәҙерле. Үҙ-ара аралашып ҡына ҡалмай, төрлө сараларҙың биҙәге лә улар. Кисә улар Президент кадет училищеһында Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған сарала ҡатнашҡандар. Концерт менән сығыш яһағандар, кадеттарҙы милли кейем, музыка ҡоралдары, аш-һыу менән таныштырғандар. Йәш быуынға милли аш-һыуыбыҙҙы тәмләп ҡарарға ла мөмкинселек булған.
Бөгөн иһә Ырымбур ҡалаһының 88-се мәктәбе уҡытыусылары ойошторған “Үҙебеҙҙекеләр” фестивалендә ҡатнашҡан. Был сара ла Халыҡтар берҙәмлеге йылы айҡанлы ойошторолған. “Яйыҡ”тарҙың башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай”ҙы башҡарыуы барыһына ла оҡшаған.
Сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙгә уңыштар теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай рухлы, әүҙем булып ҡалһындар.