Иҫәпһеҙ-һанһыҙ аварияларҙа әҙәм балаларының ғүмере өҙөлөүе тураһында аҙым һайын уҡып, ишетеп торабыҙ. Йәнә ҡыҙыл әтәс тә беҙҙе аямай. Йыш ҡына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоу, иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмау арҡаһында халыҡ бәлә-ҡазаға тарый. Йорт-мөлкәтһеҙ генә тороп ҡалһаң ярай ҙа ул... Ана, Учалы районының Мәскәү ауылында бер ҡатлы ағас йортта янғын сыға. Алтмыш дүрт йәшлек ир менән илле ете йәшлек ҡатындың мәйеттәре табыла.
Шулай уҡ үлемде һатып алған осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, ағымдағы йылда ғына Башҡортостанда егерме өс кешенең иҫерткес исемлектәрҙән ағыуланып үлеү осрағы теркәлгән.
Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Ҡайҙа барһаҡ та, нимә эшләһәк тә хәйер-фатихала булайыҡ.
Фото интернеттан алынды.