Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март , 20:59

Тирә-яғыбыҙ таҙа булһын!

Башҡортостанда яҙғы өмәләр 27 марттан 10 майға тиклем үтә. 18 апрель – дөйөм республика өмәһен үткәреүҙең берҙәм көнө.  

Тирә-яғыбыҙ таҙа булһын!
Тирә-яғыбыҙ таҙа булһын!

 

Башҡортостанда яҙғы өмәләр 27 марттан 10 майға тиклем үтә. 18 апрель – дөйөм республика өмәһен үткәреүҙең берҙәм көнө. Был турала аҙналыҡ кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова иғлан итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына йыйыштырыуҙы сифатлы үткәрергә ҡушты.

– Бөгөндән кешеләрҙе өмәгә сығарырға кәрәк. Был беҙҙең тирә-яҡ мөхитебеҙ. Өс-дүрт сәғәт эшләп алғандан бер кем дә зыян күрмәйәсәк. Шуныһы мөһим, эш тәртипле ойошторолорға тейеш. Өмәгә сыҡҡан кешеләр үҙҙәренең эш урынын белһен, инструменттар менән тәьмин ителһен, сүп-сарҙы сығарыу шунда уҡ ойошторолһон. Муниципалитет башлыҡтары, был һеҙҙең барығыҙға ла туранан-тура йөкләмә. Быны урындарҙа ойошторорға тейешһегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

Әлфиә Миңғәлиева. 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас